Айҙаҡай
Айҙаҡа́й (рус. Айдака́ево) — Башҡортостандың Балаҡатай районындағы ауыл. Ҡарлыхан ауыл Советы соствына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 336 кеше[2]. Почта индексы — 452592, ОКАТО коды — 80210813002.
Ауыл | |
Айдакаево башҡ. Айҙаҡай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452592 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Яңы Балаҡатай): 38 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡарлыхан): 6 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Үңкерҙе): 74 км
Айҙаҡай ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Ыҡ йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа 38 километр һәм Үңкерҙе (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа 72 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
үҙгәртергәАйҙаҡай ауылына Троицк өйәҙе Ҡошсо улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.
1795 йылда 25 йортта 170 кеше йәшәй. Ауылда тәүге төпләнеүсе исеме менән аталған. Уның улдары — 1771 йылғы Хәбибулла, 1773 йылғы Хәби, 1795 йылғы Дусмөхәмәт Айҙаҡаевтар тураһында мөғлүмәт бар. Хәбибулланың улы — Абдулғәзе, Абдулғәзенең улдары — Ғөбәйҙулла, Ғәлиулла, Мөхәмәтғәәни. Хәбиҙең улдары — Динмөхәмәт, Фәтҡулла, Кәлимулла. Дусмөхәмәттең улы Бикмөхәмәт[4].
Биләмә берәмектәренә инеүе
үҙгәртергәТеркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Ҡошсо улусы | Себер даруғаһы | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -сы йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -сы йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -сы йорт | -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -сы йорт | -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Дыуан улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Дыуан улус Советы (1918 й.), Ҡарлыхан ауыл Советы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Ҡарлыхан ауыл Советы (1923 йылдан) | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Ҡарлыхан ауыл Советы | Балаҡатай районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Ҡарлыхан ауыл Советы | Балаҡатай районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Ҡарлыхан ауыл советы | Балаҡатай районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Айҙаҡай ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше
үҙгәртергә1834 йылда — 37 йортта 229, 1859 йылда - 26 йортта 311, 1865 йылда 55 йортта 336 кешк йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Ауылда мәсет, училище булған. 1870 йылда - 55 йортта 336, 1895 йылда - 79 йортта 422 кеше донъя көткән.
XIX быуатта игенселек системаһыҙ алып барылған. Ике атлы ағас һабан менән ер һөргәндәр. 2-шәр һуҡҡыс һәм елгәргес, дегет етештереү оҫтаханаһы булған. Мәсет эргәһендә мәктәп эшләгән[5].
Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше
үҙгәртергәАйҙаҡай ауылында 1920 йылда - 117 йортта 629 кеше йәшәгән[6].
Әлеге ваҡытта ауылда төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[7].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәАйҙаҡай ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 629 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 485 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 439 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 284 | 142 | 142 | 50,0 % | 50,0 % |
2002 йыл 9 октябрь | 338 | 164 | 174 | 48,5 % | 51,5 % |
2010 йыл 14 октябрь | 336 | 164 | 172 | 48,8 % | 51,2 % |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
үҙгәртергәБайышев Фәнил Нафиҡ улы (15 ғинуар 1956 йыл, Балаҡатай районы, Монас ауылы — 6 ғинуар 1993 йыл, Балаҡатай районы, Айҙаҡай ауылы) — тел белгесе, шәрҡиәтсе. 1987 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 1992 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Ҡөрьәнде башҡорт телендә баҫтырып сығарыуҙа ҡатнашыусы (1993). Тарих фәндәре кандидаты (1992). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994, үлгәндән һуң).
Урамдары
үҙгәртергә- Зәки Вәлиди урамы (рус. Заки Валиди (улица)
- Таулы урамы (рус. Нагорная (улица)
- Фәнил Байышев урамы (рус. Фаниля Баишева (улица)
- Туғай урамы (рус. Луговая (улица)
- Нәжип Моғафин урамы (рус. Нажипа Мугафина (улица)
- Шайморатов урамы (рус. Шаймуратова (улица)
- Йәшлек урамы (рус. Молодёжная (улица)
- Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица)[8]
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Айҙаҡай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 565. — ISBN 978-5-295-04683-4. 565 б.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 120—121 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Айҙаҡай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 565. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 565. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 565. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Айҙаҡай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Карта д. Айдакаево. Улица
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |