Байрамов Әхнәф Арыҫлан улы
Байрамов Әхнәф Арыҫлан улы (30 сентябрь 1923 йыл — 18 февраль 2010 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы. 1945 йылдан — ВКП(б), 1956 йылдан —СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983). 1‑се (1985) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1945) ордены кавалеры.
Әхнәф Байрамов | ||||||
Исеме: |
Байрамов Әхнәф Арыҫлан улы | |||||
---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған көнө: | ||||||
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны Саҡмағош районы Сейәлеҡул ауылы | |||||
Вафат булған көнө: |
18 февраль 2010 (86 йәш) | |||||
Вафат булған урыны: | ||||||
Гражданлығы: | ||||||
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы | |||||
Дебют: |
«Еңеүселәр» (1954) | |||||
Премиялары: |
ВЦСПС премияһы, СССР Яҙыусылар союзы премияһы | |||||
Наградалары: |
| |||||
Биографияһы
үҙгәртергәӘхнәф Арыҫлан улы Байрамов 1923 йылдың 30 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны[1] Сейәлеҡул ауылында тыуған. Урындағы һәм күрше Рәжәп ауылындағы урта мәктәптә уҡый. 1941 йылда Ҡыҙыл Армияға алына. Златоуст хәрби инженерҙар мәктәбен тамамлағандан һуң, полктың инженер хеҙмәте начальнигы вазифаһында Бөйөк Ватан һуғышының ауыр юлдарын, һынаулы йылдарын үтә. Сталинград һаҡсыһы була. Ике тапҡыр яралана, Волга ярҙарынан Прагаға хәтлем ут эсенән атлай. Гитлерсы илбаҫарҙарға ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлыҡтары өсөн I[2] һәм II[3] дәрәжә Ватан һуғышы ордендары", ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены[4][5] һәм миҙалдар менән наградлана. 1945 йылдың яҙында фронттың алғы һыҙығында була. Коммунистар партияһына ҡабул ителә.
Бөйөк Еңеүҙән һуң Әхнәф Байрамов туған Башҡортостанына ҡайтып, Өфө паровоздар ремонтлау заводында эшләй, эшселәр тормошо менән яҡындан таныша һәм үҙенең әҫәрҙәрендә ана шул кешеләрҙең хеҙмәттәге батырлыҡтарын тасуирлай. 1950 йылда журналислыҡ эшенә күсеп, байтаҡ йылдар «Ҡыҙыл таң» һәм «Башҡортостан пионеры» гәзиттәрендһ әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.
Әхнәф Байрамовтың тәүге шиғыры 1940 йылда «Йәш төҙөүсе» гәзитенда баҫыла. «Еңеүселәр» исемле тәүге китабы 1954 йылда сыға. Ул «Күмелмәҫ эҙҙәр» (1957), «Ынйылар» (1969) тигән очерк китаптарын, «Ҡала күстәнәсе» (1978) исемле хикәйәләр йыйынтығын, «Һуҡмаҡтағы йондоҙҙар» (1976) һәм «Оксана» (1982) исемле повестар, «Сынығыу йылдары» (1972) исемле роман ижад итте.
Әхнәф Байрамов — ВЦСПС һәм СССР Яҙыусылар союзы премияһы лауреаты. Уға «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән почетлы исем бирелгән.
2010 йылдың 18 февралендә вафат була.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 сентябрь 2018)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 сентябрь 2018)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 21 сентябрь 2018)
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 сентябрь 2018)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Байрамов Әхнәф Арыҫлан улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.