Бөрйән районы
Бөрйән районы — Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш районы. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң аҙ үҙләштерелгән үҙәк өлөшөндә урынлашҡан.
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Статус | |||
Урынлашҡан урыны | |||
Берләштерә |
12 ауыл биләмәһе | ||
Административ үҙәк |
Иҫке Собханғол ауылы | ||
Хакимиәт башлығы |
Шәрипов Рөстәм Динислам улы | ||
Халҡы (2010) |
18 166 | ||
Милли состав |
башҡорттар (96,2 %)[1]. | ||
Майҙаны |
4 442 км² (5 урын) | ||
Ваҡыт бүлкәте | |||
Автомобиль номерҙары коды |
02, 102 | ||
Төньяҡта — Белорет, көнсығышта — Әбйәлил һәм Баймаҡ, көньяҡта — Йылайыр һәм Күгәрсен, көнбайышта Мәләүез һәм Ишембай райондары менән сиктәш.
Майҙаны 4442 км². Үҙәге — Иҫке Собханғол ауылы. Өфөнән көньяҡ-көнсығышҡа 360 км һәм Белорет тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 136 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәБөрйән районы 1930 йылдың 20 авгусында ойошторола. Йылайыр кантонының Бөрйән (улусына) волосына ингән ауылдар яңы райондың нигеҙен тәшкил итә.
Тамъян-Түңгәүер волосының Аҫҡар, Брәтәк, Мәһәҙей һәм Ҡолғана, Ҡананикольский волосының Ырғыҙлы ауылдары ла ҡушыла Бөрйәнгә.
Шулай уҡ, Стәрлетамаҡ кантонының Маҡар һәм Арыҫлан улустары ере инеп китә.
Барлығы шул осорҙа 7 ауыл Советына ҡараған 46 ауыл иҫәпләнә. Халыҡ һаны 7793 була.
Ауыл һанына утарҙар ҙа ҡушып индерелә, бөтәһе 1778 шәхси хужалыҡ иҫәпләнә.
Район үҙәге итеп тәүҙә Яңы Собханғол ауылы (1930), аҙаҡ Иҫке Собханғол ауылы(1935) билдәләнә.
1963 йылдың 1 февралендә райондарҙы эреләтеү сәйәсәте арҡаһында Белорет районыны ҡушалар. 1965 йылдың 4 ноябрендә Бөрйән районы яңынан тергеҙелә.
Халыҡ һаны
үҙгәртергә1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
2010 йылғы мәғлүмәттәр буйынса халыҡ һаны 18,16 мең кеше булған. Күпселек башҡорттар йәшәй. 34 ауыл бар. Улар араһынан халыҡ сағыштырмаса күп йәшәгән ауылдар: Иҫке Собханғол (4923), Байназар (1475) һәм Иҫке Монасип (635) ауылдары.
Милли составы
2010 йылда халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса : башҡорттар — 96,2 %, урыҫтар— 2,1 %, татарҙар — 1,3 %, башҡа милләт вәкилдәре — 0,4 %.
Демография
2010 йылда Бөрйән районы Башҡортостан Республикаһында халыҡтың тәбиғи үҫеше буйынса беренсе урынға сыға:1000 кеше иҫәбенә — 10,9.
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Алтыншин Ғаяз Сәғит улы (23 апрель 1966 йыл — 20 август 2008 йыл), башҡорт театр актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995).
- Бүләкова Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы (11 апрель 1957), ғалим-педагог, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
- Вәлиуллин Ғәли Фәйзрахман улы (25 сентябрь 1951), 2000 йылдан Башҡортостан Республикаһының Милли музейы генераль директоры. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре»(2009)."Башҡортостан Республикаһының Милли музейы: төҙөлөш һәм үҫеш тарихы" китабының авторы.
- Ғарифуллина Айһылыу Рәжәп ҡыҙы (1 ғинуар 1968), башҡорт шағиры. 2000 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Ғәбиҙуллин Самат Мәһәҙи улы (30 октябрь 1939 йыл — 21 март 1997 йыл), журналист, шағир. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Сабирйән Мөхәмәтҡолов исемендәге премия лауреаты (1994).
- Ғәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улы(25 ноябрь 1939 йыл), хужалыҡ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән. «Почёт Билдәһе» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы(3 август 1964 йыл), башҡорт шағиры, драматург һәм журналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014). Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар (1992) һәм Журналистар (2000) союздары ағзаһы.
- Ишбулатов Мөнир Сибәғәт улы(19 ғинуар 1935 — 23 октябрь 2010), мәғариф хеҙмәткәре, яҙыусы. 1994 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы[1]. Мәләүез районының Булат Рафиҡов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2007).
- Йәһүҙин Инсур Ғаззали улы(псевдонимы Инсур Артур; 26 март 1951 — март 2011), башҡорт шағиры һәм журналисы. СССР-ҙың Журналистар, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Ҡарамышева Таңһылыу Фаяз ҡыҙы(псевдонимы Таңһылыу Ҡарамыш; 3 март 1948), башҡорт шағиры. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001). Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты.
- Ҡәҙерғолов Мөхәмәт Нурғәле улы (10.03.1919—16.10.19989), ҡурайсы, уҡытыусы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре. Район мәҙәниәт һарайының «Мәсем таш» халыҡ ҡурайсылар ансамлен ойоштороусы һәм уның 1946—1980 йылдарҙағы етәксеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989). Республика ҡурайсылар конкурсы лауреаты (Өфө, 1954). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Темәс ауылынан[14].
- Маликова Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы(1.05.1941), ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, ауыл хужалығы малдарын туҡландырыу һәм аҙыҡ технологиялары лабораторияһында баш ғилми хеҙмәткәр.
- Мөхәмәтҡолов Сабирйән Мөхәмәтзакир улы (1890—1934), сәсән, ҡобайырсы, шағир, композитор, оҫта ҡурайсы һәм ҡумыҙсы, мөғәллим, мәғрифәтсе.
- Рәхмәтуллин Айбулат Дәүләтбай улы(12 май 1967), ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014), Нефтекама дәүләт филармонияһының художество етәксеһе.
- Рәхмәтуллин Дәүләтбай Абдрахман улы(15 сентябрь 1937—1 ғинуар 2022), башҡорт музыканты, ҡурайсыһы, йырсы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974).
- Сөйәрғолов Муллайән Зыяитдин улы(21 ноябрь 1934 йыл), Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры артисы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986). Театр эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы (1984).
- Сөләймәнов Йәлил Әхмәт улы (16 март 1968), рәссәм, 1996 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2011). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997).
- Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы(15 март 1939 — 21 ноябрь 2016), башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре. Филология фәндәре докторы (1991), профессор (1995). Рәсәй Гуманитар Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (академик, 1995). Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1987) һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014).
- Сәғитов Мөхтәр Мофаззал улы(27 август 1933 —20 июнь 1986), фольклорсы-ғалим, филология фәндәре кандидаты (1965). Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1987).
- Сәғитов Рәсүл Хәсән улы (14 март, 1964 йыл), журналист, яҙыусы, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре. Ике юғары белемле: филолог һәм юрист. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар, Яҙыусылар союздары, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы. Башҡорт, рус, инглиз телдәрендәге ун бишләгән әҙәби һәм публицистик китап авторы. Хеҙмәт юлын ун ете йәшендә райондың «Таң» гәзитендә башлай. Бөгөн — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһына ҡараған «Юлдаш» радиоһының ижтимағи-сәйәси бүлеге етәксеһе.
- Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәле улы(15.10.1937 — 1. 08.2003), Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы) — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре», йырсы, зоотехник, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы һәм «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
- Теләүембәтов Иршат Әнүәр улы (26 март 1962), башҡорт журналисы, политолог, яҙыусы. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Шәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы (10 июнь 1948), әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, балалар яҙыусыһы, телевизион тапшырыуҙар авторы һәм алып барыусыһы. Филология фәндәре докторы (2006). 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004).
- Юлсурина Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы (25 апрель 1960), башҡорт йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010).
Географияһы
үҙгәртергәРельефы йырғыланған, таулы: майҙанының 1,3%-тан ашыуы диңгеҙ кимәленән 700 м бейеклектә урынлашҡан.
Көнсығышта район территорияһы һыу айырғыс Уралтау һырты, көнбайышта Арҙаҡты, Баҙал, Ҡалыу, Ҡыраҡа, Ушарлаҡ, Үтәнеш һырттары һәм Мәсем тауы менән сикләнгән. Райондың үҙәк өлөшө Йылайыр синкланорийы, көньяҡ-көнсығыш өлөшө Уралтау зонаһы, төньяҡ-көнбайыш өлөшө Юрматау антиклинорийы сиктәрендә ята.
Айырым урындарҙа абсолют бейеклек 850—1040 метрға етә.
Район территорияһының ҡап уртаһынан тиерлек төньяҡтан — көньяҡ-көнбайышҡа табан Ағиҙел йылғаһы үтә. Гидрографик селтәрҙе Ҡушылдыҡтары: Алағуян, Ҡана, Ҡурығас, Нөгөш, Үҙән йылғалары менән райондың гидрографик селтәрен барлыҡҡа килтерә.
Ярҙары карстлы ҡалын эзбизташ ҡатламдарынан тора. Шуға ла, мәмерйәләр күп. Иң билдәлеһе — Шүлгәнташ мәмерйәһе.
Таулы өлөшө Уралтау, Ҡыраҡа, Баштау, Юрматау һәм башҡа һырттарҙан ғибәрәт. Урта, өҫкө рифей һәм палеозойҙың кварцитлы ҡомташ, башҡа ҡомташ, алевролит, доломит, эзбизташ, һәүерташ, ультраһелтеле һәм һелтеле тоҡомдарынан тора.
Асыҡ ылыҫлы һәм киң япраҡлы урмандарҙа һоро тау-урман тупрағы, көлһыуланған һәм йыуылған ҡара тупраҡ таралған.
Райондың төньяҡ- көнбайыш өлөшөндә Нөгөш йылғаһы аға. Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы.
Юрматау һыртының көнбайыш битләүендә башлана. Белорет, Бөрйән, Мәләүез райондары буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай аға.
Мәләүез районы Эткөсөк ауылы эргәһендә төньяҡ-көнбайышҡа борола һәм Ағиҙелгә (тамағынан 837 км алыҫлыҡта) ҡоя.
Төп ҡушылдыҡтары: уң яҡтан — Оло Ҡоҙаш, Үрек, Үсҡаныш, Тор; һулдан — Берәтәк, Оло Шәйек, Кесе Нөгөш, Күжә йылғалары.
Нөгөш бассейнының рельефы үрге ағымда уртаса һәм тәпәш таулы. Протерезой тоҡомдарынан (ҡомташ, доломит, конгломерат) тора.
Түбәнге ағымда — убалы тигеҙлек. Ҡазан ярусы тоҡомдарынан (мергель, ҡомташ, конгломерат) ғибәрәт.
Район сиктәрендә ландшафты ҡараһыу һоро урман тупрағындағы ҡара ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙан (үрге ағымда) тора. Түбәнге ағымда һоро урман тупрағында киң япраҡлы урмандар китә.
Нөгөш бассейнында махсус һаҡланыусы Шүлгәнташ ҡурсаулығы, «Алтын Солоҡ» һәм Башҡортостан милли паркы биләмәләре урынлашҡан.
Дөйөм алғанда, райондың ландшафтына вертикаль зоналыҡ хас. Үҫемлектәр донъяһының байлығы райондың киң япраҡлы, ҡарағай-ҡарағас һәм ҡайын урмандарының ҡушылған ерендә урынлашыуына һәм Урал аръяғы далаларының яҡын булыуына бәйле.
Хайуандар донъяһы урман төрҙәренән тора.
Климаты
үҙгәртергәКлиматы ҡырҡа континенталь, дымлылығы тигеҙ түгел. Уртаса йыллыҡ температура 1,5°С. Ғинуарҙа уртаса температура −16°С, июлдә 18°С.
Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары көнсығыш өлөшөндә 500—600 мм, көнбайыш өлөшөндә 700 мм, йылы осорҙа 350—400 мм.
Райондың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре
үҙгәртергәРайонда Башҡорт ҡурсаулығы һәм Шүлгәнташ ҡурсаулығы ойошторолған. Райондың көньяҡ-көнбайыш өлөшө Башҡортостан милли паркы составына инә.
Шүлгәнташ, Күлйорттамаҡ мәмерйәһе, Туҡмаҡ аҡланы, Оло һәм Кесе Бәшәке инештәрендәге йылға бағырының тәбиғәт резерваты — тәбиғәт ҡомартҡылары.
Әсебар заказнигы һәм «Алтын Солоҡ» заказнигы ойошторолған. Махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре район майҙанының 19,4%-ын алып тора (республика буйынса иң юғары күрһәткес).
Райондың ер аҫты байлыҡтары
үҙгәртергә- Хром рудаһы (Оло Башарт),
- Барит (Күжә),
- Кварца (Берәтәк),
- Кирбес сеймалы (Алағуян, Иҫке Собханғол),
- Ҡом-ҡырсын (Туғай),
- Доломит («13 км»),
- Агрономик руда (Кесе Нөгөш),
- Ҡыйыҡ сланцы (Әтек, Үҙән, Тимер),
- Төҙөлөш таштары, һәүер таштар, мергель, магнезит ятҡылыҡтары.
Хужалыҡ
үҙгәртергәЕр өҫтөнөң таулы, тупрағының ярлы, уҡмашып ҡатҡан һәм йоҡа булыуы, территоряһының күп өлөшө урмандар менән ҡапланыуы һөҙөмтәһендә ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 41,3 мең га ғына (бөтөн территоряһының 9,3 %), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр 8,0 мең га тәшкил итә. Ауыл хужалығы тәбиғи көтөүлектәр һәм сабынлыҡтар нигеҙендә малсылыҡтың ит-һөт тармағы буйынса махсуслашҡан. Умартасылыҡ үҫешкән.
Урман майҙаны 208,1 мең га, ағас запасы 45,5 млн м³. Ағас әҙерләү эше менән Бөрйән урман хужалығы шөғөлләнә.
«Шүлгәнташ», «Башҡортостан» ҡурсаулыҡтары ойошторолған. "Шүлгәнташ"та Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм ҡырағай солоҡ бал ҡорттары һаҡланып ҡалған, ә "Башҡортостан"да һирәк осрай торған хайуан, балыҡ (бөркөт, ҡарағош, ҡыҙылғанат, бәрҙе һ.б.) һәм үҫемлек (оҫҡон йыуаһы, яҫы ҡыяҡлы бойҙан һ.б.) төрҙәре һаҡланып ҡалған. Оло һәм Кесе Бешәке йылғаларында бағыр балығы тәбиғи ысул менән һаҡлана һәм үрсетелә.
Шүлгәнташ һәм Космонавтар мәмерйәләре — комплекслы тәбиғәт ҡомартҡылары. Район территорияһы туризмды үҫтереү өсөн ҡулайлы. (Шулай уҡ уҡығыҙ: «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы).
Транспорт
үҙгәртергәРайонды Иҫке Собханғол—Сәрмән автомобиль юлы республика әһәмиәтендәге Стәрлетамаҡ—Белорет — Магнитогорск автомагистрале менән тоташтыра. А
Иҫке Собханғол менән Баймаҡ, Ҡананикольский һәм Мораҡ араһын тоташтырыусы таш түшәлгән юлдар һалынған.
Социаль-мәҙәни өлкә
үҙгәртергәРайонда 34 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 17 урта мәктәп; Иҫке Собханғолда музыка мәктәбе, һөнәрселек училищеһы һәм Мөхтәр Сәғитов музейы бар; 23 дөйөм китапхана, 20 клуб, Үҙәк район һәм 2 ауыл участка дауаханаһы эшләй.
Бөрйән районы ауыл биләмәләре һәм ауылдары
үҙгәртергәӘлеге ваҡытта районда 34 ауылды берләштергән муниципаль ауыл берәмеге кимәлендәге 12 ауыл советы бар.
- Аҫҡар ауыл советы (административ үҙәк: Аҫҡар):Аҫҡар, Исламбай, Берәтәк ауылдары (1245 кеше)
- Әтек ауыл советы (административ үҙәк: Әтек):Әтек (471 кеше)
- Байғаҙы ауыл советы (административ үҙәк:Байғаҙы):Байғаҙы, Яңы Уҫман ауылдары (755 кеше)
- Байназар ауыл советы (административ үҙәк: Байназар):Байназар, Ҡурғашлы, Мәһәҙей, Мораҙым, Яуымбай ауылдары (2756 кеше)
- Ғәлиәкбәр ауыл советы (административ үҙәк:Ғәлиәкбәр):Ғәлиәкбәр, Үрге Нөгөш ауылдары (494 кеше)
- Ырғыҙлы ауыл советы (административ үҙәк:Ырғыҙлы):Ырғыҙлы, Ҡотан, Мәҡсүт ауылдары (775 кеше)
- Кейекбай ауыл советы (административ үҙәк:Кейекбай):Кейекбай, Ғәҙелгәрәй, Мәндәғол, Аҡбулат ауылдары (820 кеше)
- Ҡыпсаҡ ауыл советы (административ үҙәк:Әбделмәмбәт):Әбделмәмбәт, Бәләкәй Ҡыпсаҡ, Килдеғол ауылдары (1088 кеше)
- Ҡолғана ауыл советы (административ үҙәк:Ҡолғана):Ҡолғана, Һарғая ауылдары (416 кеше)
- Иҫке Монасип ауыл советы (административ үҙәк:Иҫке Монасип):Иҫке Монасип, Нәби, Яңы Монасип ауылдары (1346 кеше)
- Иҫке Собханғол ауыл советы (административ үҙәк:Иҫке Собханғол):Иҫке Собханғол, Яңы Собханғол, Иҫке Мөсәт, Яңы Мөсәт, Ишдәүләт ауылдары (5938 кеше)
- Тимер ауыл советы (административ үҙәк: Тимер):Тимер(455 кеше) (*Тимер ауылынан Аралбай, Байғаҙы, Бикташ ауылдары)[15] утар булып бүленеп сыҡҡан.
Урындағы үҙидаралыҡ
үҙгәртергә2014 йылдың 27 июнендә Бөрйән районы Советы Рөстәм Шәриповты контракт буйынса район хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итте.[16]
Район хакимиәте
үҙгәртергәАдресы: 453580, Иҫке Собханғол ауылы, Ленин урамы, 61
Телефон/факс: (34755) 3-52-40, (34755) 3-52-52
E-mail: adm13@presidentrb.ru
Сайты: http://www.burzyan.ru
Хакимиәт башлығы: Шәрипов Рөстәм Динислам улы.
Район Советы
үҙгәртергәАдрес: 453580, Иҫке Собханғол ауылы, Ленин урамы, 61
Телефон/факс: (34755) 3-62-00, (34755) 3-52-52
E-mail: Sovet-burzyan@mail.ru Э
Совет рәйесе: Гүмәрова Роза Шәриф ҡыҙы, (34755) 3-53-95
Совет сәркәтибе: Рыҫҡолов Азамат Ағзамов улы, (34755) 3-53-95
Район матбуғаты
үҙгәртергә«Таң» — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының ижтимағи-сәйәси гәзите. Ойоштороусылары: Депутаттарҙың Бөрйән район Советы. 1935 йылдың майынан башлап аҙнаға 3 тапҡыр сыға.
Башта «Еңеү юлында» тип атала. Тәүге номеры 1935 йылдың 1 майында донъя күрә. Тиражы 644 экземпляр була. Айына 6 тапҡыр сыға.
Беренсе редакторы Хажи Минниғәле улы Кинйәғолов була. Был вазифаға тәғәйенләгәнгә тиклем, ул «Башҡортостан» гәзитенең ауыл хужалығы бүлеген етәкләй.
Унан һуңғы йылдарҙағы редакторҙар: Дәүләтбай Мөхәмәтйән улы Юлмөхәмәтов, Зата Сафа улы Юлдашев.
1944—1945 йылдарҙа редактор булып, аҙаҡ Башҡортостандың данлыҡлы яҙыусыһы булараҡ билдәлелек алған Ярулла Вәлиев эшләй.
Уны Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡан Иҫке Собханғол ауылы кешеһе З. Я. Сафин алмаштыра (1945—1953).
1953 йылдан 1956 йылға тиклем арауыҡта редакцияны Рамаҙан Һиһиәт улы Ҡондоҙбаев етәкләй.
1959 йылдан гәзит 4 битле вариантта, аҙнаһына 3 тапҡыр сыға башлай. 1962 йылдағы райондарҙы эреләтеү сәйәсәте арҡаһында район Белорет районына ҡушыла. Гәзиттең эшмәкәрлеге туҡтатыла.
1965 йылда Бөрйән районы яңынан тергеҙелә. Типография һәм редакция менән гәзит тә яңынан булдырыла.
Редактор итеп Белорет районының «Урал» гәзите редакторы урынбаҫары булып эшләп йөрөгән Абдулла Мөхәмәтйән улы Юлмөхәмәтов ҡайтарыла.
1966 йылдың мартынан гәзит «Таң» исеме аҫтында сыға башлай. 1966—2008 йылдар арауығында редакторҙар булып А. М. Юлмөхәмәтов, Ю. Х. Манапов, И.Ғ.Йәһүҙин эшләй. 2008 йылдан бирле баш редактор вазифаһын Р. С. Шамигулов алып бара.
2009 йылда «Таң» ауыл хужалығы тематикаһын яҡтыртыу буйынса иң һәйбәт гәзит тип табыла. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең дипломы һым аҡсалата премия менән бүләкләнә.
Үҙенсәлекле спорт ярыштары
үҙгәртергә- Бөрйән районында үҙенселәкле ҡышҡы ярыш — Башҡорт аттары бәйгеһе үтә. Ябай санаға егелгән юртаҡтарҙа 15 саҡрым арала ярышалар. Сара беренсе тапҡыр «Бөрйән» совхозының директоры Исмәғил Ғәбитов тарафынан ойошторола һәм 2014 йылда 45-се тапҡыр үткәрелә[17].
- Бөрйән районында үҙенсәлекле һабантуй ярышы — ауыр ташты бейеклеккә ташлау бәйгеһе уҙғарыла. Һабантуйҙарҙа таш ырғытыу бәйгеһе 1950 йылдарҙа Килдеғол ауылында йәшәгән Рәхимйән Яхин исеме менән бәйле. Ул ҡыҙыҡ күреп юл буйында ятҡан ҙур аҡ ташты эйәрле ат аша алып ташлай. Был таш әлеге көндә Килдеғол мәктәбе музейында һаҡлана. Беренсе тапҡыр таш 1994 йылда Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуы йыйынында бейеклеккә ташлана. Йолаға әүерелгән таш ырғытыу бәйгеһе һәр һабантуйҙа ойошторола[18].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
Галерея
үҙгәртергә-
Шүлгәнташ мәмерйәһе эсендәге күл
-
Шүлгәнташ мәмерйәһе
-
Урман
-
Бөрйән_урманы
-
Бөрйән_ҡарағайҙары
-
Бөрйән_районы_сиге
-
Алағуян_йылғаһы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность населения СССР, РСФСР и ее территориальных единиц по полу (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ҡәҙерғолов Мөхәмәт Нурғәле улы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 9 март 2019)
- ↑ [1] 2021 йыл 26 июль архивланған.
- ↑ Бөрйән районында яңы хакимиәт башлығы. Башинформ
- ↑ Елдәй елә, Толпарым! Р.Мусин. Башҡортостан гәзите, 2014 йыл, 14 март, № 46-47
- ↑ Арғыҙмала — муллыҡ байрамы. «Таң» Бөрйән районы гәзите. 30.05.2012. 2013 йыл 25 май архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. Өфө, 2007.
- Бурзянский район 2008 йыл 28 декабрь архивланған.
- На сайте Республики Башкортостан 2011 йыл 30 ғинуар архивланған.