Йыл
Йыл — ваҡытты үлсәү берәмеге, тарихи күпселек мәҙәниәттәрҙә миҙгелдәр алмашыныуының бер тапҡыр ҡабатлана торған (яҙ, йәй, көҙ, ҡыш) циклы. Күпселек илдәрҙә йылдың календарь оҙайлылығы Ерҙең Ҡояш тирәләй бер тапҡыр әйләнеп сығыуына тиң, яҡынса 365,242199 тәүлеккә тура килә. Хәҙерге ваҡытта йыл шулай уҡ планетар системаларҙа йондоҙҙарҙың планеталар тирәләй, атап әйткәндә, Ерҙең Ҡояш тирәләй әйләнеүен ваҡытлыса ҡылыҡһырлау сифатында ҡулланыла.[1].
Этимологияһы
үҙгәртергәРәсәйҙә «йыл» рус һүҙе 1700 йылда (быға тиклем нисә «йыл» үткәнен һанағандар) григориан календарын индергәндән бирле ҡабул ителгән. Был һүҙ үҙе праслав. *godъ (сағыштыр иск.-слав. годъ «ваҡыт, йыл»). *Godъ лексемаһы, моғайын, праслав. *goditi — «ярау, ҡәнәғәтләндереү» мәғәнәһенә тиңләштерелә. Шуның өсөн тәүҙә *godъ күп ваҡытта «мәл, сәбәп йәки һылтау, уңайлы ваҡыт» тигәнде аңлатҡан, ә һуңғараҡ фәҡәт «ғөмүмән ваҡыт» мәғәнәһендә ҡулланыла башлай. *Godъ,күрәһең, үҙ аллы этимологияға эйә түгел, һәм уның герман телдәренән, йәнәһе, метатеза юлы менән *dogъ (немец телендәге Tag — «день» һүҙенә туғандаш) килеп сыҡҡан тигән теория бик икеле. Шулай уҡ *godъ һүҙен грек телендәге αγαθóς — «яҡшы» йәки боронғо һинд gádhyas — «кемде ныҡ тотор кәрәк, шул» һүҙе менән сағыштырыу теориялары ла шикле. Һинд-европа телдәрендәге *goditi һүҙе, ғәмәлдә, праславян *godъ һүҙенә тура килмәй[2][3].
«Лет» (Ҡалып:Lang-cu2) һүҙен күплектә ҡулланыу 1700 йылға тиклем ҡабул ителгән ваҡыт үлсәме менән бәйле. Йәғни, лето (йыл мәле) нисә тапҡыр ҡабатланғанын иҫәпләгәндәр. Мәҫәлән, 10 йыл үтте ти, тимәк, 10 тапҡыр йәй (лето) ҡабатланған. Артабан «лето» һүҙе уртаҡлыҡ мәғәнәһендә һәм ваҡыт арауығын (хәҙер «год» йәки «йыл») билдәләү өсөн ҡулланғандар. Ҡалып:Lang-cu2 һүҙенең килеп сығыуы аныҡ билдәләнмәгән[4][5].
«Год» һүҙенең инглиз варианты year боронғо инглиз теленең уэссек диалектына gē(a)r (jɛar) һәм артабан прагерман теленең *jǣram *jǣram (*jēram) барып тоташа. Боронғо үрге немец теле jar, боронғо скандинав ár һәм гот jer телдәре һәм немец теле һүҙҙәре Jahr праһинд теленең *yērom «йыл, миҙгел» һүҙенә барып тоташа. Башҡа тап килеүсе һүҙҙәр - авестий һүҙе yare «год», боронғо грек һүҙе ὥρα «йыл, миҙгел, ваҡыт периоды» (шунан hour «сәғәт»), иҫке славян һүҙе jaru һәм латин һүҙе hornus «быйылғы».
Латин Annus (икенсе склонение мужской род исеме; annum — винительный падеж, берлектә; anni берлектә родительный падеж һәм күплектә именительный падеж; anno берлектә дательный һәм творительный падеждар) праһинд телендәге Ҡалып:PIE, шулай уҡ гот һүҙе aþnam «год» исеменән килеп сыҡҡан.
Һәм *yē-ro- һәм *at-no- һүҙҙәренә ярашлы, хәрәкәтте сағылдырған тамырға нигеҙләнгән *at- и *ey-, дөйөм алғанда, улар «китеү, барыу» тигәнде аңлата.
«Йыл»ды аңлатҡан латин һүҙенә vetus «иҫке» (рус «ветхий, ветошь» һүҙҙәре менән сағыштыр) туғандаш грек һүҙендә ἔτος, санскритта vat-sa- IAST «бер айлыҡ (быҙау)» һәм vat-sa-ras IAST «год» был мәғәнәне һаҡлаған праһинд-европа телендә *wetus- «год»:
Латин теле annus һүҙенән бер нисә рус һүҙе миллениум (меңйыллыҡтар араһы), аннуитет һ.б. барлыҡҡа килгән.
Йылды астрономик һәм календарь билдәләү
үҙгәртергәЙылды Ерҙең Ҡояш тирәләй орбиталь әйләнеүе менән бәйле бер нисә астрономик ваҡиғаның ҡабатланыу осорона нигеҙләнгән астрономик билдәләү. Тәүлектә сағылған дәүерҙәр периоды матди һандарҙан тора, йәғни тәүлектең бөтөн һанын тәшкил итмәй. Календарь йылдар, киреһенсә, хужалыҡ эштәрен тәьмин итеү өсөн, — тәүлектең бөтөн һанын ғына тупларға тейеш.
Астрономик йылдар
үҙгәртергәТүбәндә астрономияла ҡулланылған йылдың төрлө төр билдәлмәләре килтерелгән. Тәүлектең атом ваҡытына бәйләнгән 86 400 секунд СИ өлөштәрен бөтә ерҙә лә эфемерид тәүлек тип аңлаталар. Бындай төгәлләү кәрәк, сөнки тәүлектең астрономик күҙәтеүҙәргә (уртаса ҡояш тәүлектәре, йондоҙ тәүлектәре һ.б.) ҡоролған бер нисә билдәләмәһе бар. Т символы менән үткән J1900 (1900 йылдың 0 ғинуары, эфемерид ваҡыттың 12 сәғәте, йәғни Гринвич буйынса 1899 йылдың 31 декабре көн үҙәге (төш ваҡыты) дәүеренән үткән ваҡыт, һәм ул юлиан быуаттарында (36 525 тәүлек) сағылған.
Түбәндә күрһәтелгән Т бәйләнгәнлеге менән сағылған төрлө йылдарҙың оҙайлылығы сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт арауығында (башланғыс осорҙан бер нисә быуат тәртибендә), был бәйләнеште әлегә яҡынса һыҙыҡлы тип иҫәпләгәндә генә эшләй.
- Тропик йыл — уртаса экваториаль Ҡояштың хәрәкәт осоро[6], шунан ары тропик оҙонлоҡ 360 градусҡа, йәғни 1 әйләнешкә (тропик оҙонлоҡ уртаса яҙғы көн-төн тигеҙлегенән иҫәпләнә) ҙурая. Фәҡәт был осор ғына йыл миҙгелдәренең алмашыныуын билдәләй. Иҫкергәне, артыҡ дөрөҫ булмағаны, ләкин тропик йылды Ҡояштың көн-төн тигеҙлеге нөктәһен ике эҙмә-эҙлекле үтеү арауығы иң аңлайышлы билдәләмә булып тора. Тропик йыл юлиан йөҙ йыллығы һайын бер тапҡыр яҡынса 0,53 секундҡа яйлап ҡыҫҡара. Уның J1900 осорона оҙайлығы 31 556 925,9747 секундҡа СИ тигеҙ булды[7], йә тәүлектең 365,24 219 878 бәйләнгән; J2000 (2000 йылдың 1 ғинар көн үҙәге TT) осорона тропик йыл 31 556 925,19 секунд, йәки 365,2 421 897 тәүлек тәшкил итте. 1900 йылдан артыҡ йырағаймаған теләһә ниндәй ваҡыт мәленә тропик йылдың оҙонлоғон (365,24 219 878 − 0,00 000 616T ) тәүлек йәки (31 556 925,9747 − 0,5307T ) секунд СИ тип сағылдырған [8]. Тап тропик йыл миҙгелдәрҙең һәм кешеләрҙең мөһим хужалыҡ эшмәкәрлеген сағылдырған тәбиғәт күренештәре миҙгелдәр ҡабатланыу осорона бәйле, шуның өсөн календарь системаларының күпселеге календарь йылдың уртаса оҙонлоғон тропик йылдың оҙонлоғона мөмкин тиклем яҡынлаштырып билдәләргә ынтыла.
- Сидерик осор (йыл) — Ерҙең Ҡояш тирәләй (сағыштырмаса «ҡатып ҡалған йондоҙҙар»ға) орбиталь хәрәкәтен иҫәпләүҙең инерциаль системаһы. Ул (Ер үҙәге прецессияһы менән ҡуҙғатылған көн-төн тигеҙлеген алдан иҫкәртеү) арҡаһында тропик йылдан бер ни тиклем оҙонораҡ; шулай, J2000 осорона сидерик һәм тропик йылдар оҙонлоғо араһындағы айырма 20 минут 24,5 секунд тәшкил итте. Сидерик йыл тропик йылға ҡарағанда күпкә яйыраҡ үҙгәрә, шуның менән бергә ул оҙоная, ә ҡыҫҡармай. Сидерик йыл оҙонлоғо a S = (365,25 636 556 + 0,00 000 011T ) тәүлек, йәки (31 558 149,984 + 0,010T ) секунд СИ тәшкил итә[8].
- Аномалистик йыл — Ер Ҡояшҡа яҡыныраҡ (2011 йылдың 3 ғинуары) булған апсидтар — перигелия һәм Ер Ҡояштан күберәк алыҫайған (2011 йылдың 4 июле) - афелия тип аталған Ерҙең үҙенең эллиптик орбитаһына ҡарата нөктәләр әйләнеше [1]. Аномалистик йыл ғәҙәттә перигелиялар араһында барыу ваҡыты булараҡ билдәләнә. Юлиан осоронан иҫәпләнгән J2011,0 осоро аномалистик йылының уртаса оҙонлоғо 365,259 636 тәүлек (365 тәүлек 6 сәғәт 13 мин 52,6 с) тәшкил итә. J1900,0 осоронан юлиан йөҙ йыллыҡтары менән иҫәпләнгән Т мәленә аномалистик йылдың оҙонлоғон a A = (365,25 964 134 + 0,00 000 304Т) тәүлек формулаһы буйынса иҫәпләп сығарырға мөмкин [8]. Аномалистик йыл сидерик йылдан планеталар сыуалышы һәм, иң аҙ дәрәжәлә, сағыштырмалыҡтың дөйөм теорияһы эффекттары ҡуҙғатҡан апсид һыҙығының яй быуат әйләнеше арҡаһында айырыла.
- Аждаһа (йәки тотолоу) йылы — уртаса Ҡояштың ай орбитаһы үҫә барыусы үҙәгенән үтеүе араһындағы осор — a D = (346,620 031 + 0,000 032Т) тәүлеккә тигеҙ[8]. Ағымдағы Аждаһа йылында ике ҡояш һәм ай тотолоу миҙгеле (Eclipse season) — тотолоуҙың бер миҙгеле йыл башында (аҙағында), икенсеһе күк сфераһында Ҡояш ай орбитаһының кәмеүсе үҙәге уртаһында тора. Аждаһа йылының сидерик йылдан мөһим айырмаһы ай орбитаһының сағыштырмаса ҙур тиҙлеге һәм прецессияһы менән (прецессия осоро, аждаһа осоро тип аталғаны йәмғеһе 18,6 йылға тигеҙ) бәйле.
Шулай итеп, аномалистик та, тропик та, аждаһа йылдарын да сидерик йыл билдәләнгән инерциаль системаға ҡарата мөйөш тиҙлеге менән әйләнеүсе инерциаль булмаған системаларҙа һанау билдәләнгән.
Календарь йылдар
үҙгәртергәТеүәл иҫәп алып барыу маҡсатында күпселек илдәрҙә ҡулланылған календарь йыл 365 көндән тора, бындай йыл ябай йыл тип атала. Һәр дүрт йыл һайын 366 көнлөк йыл, йәки кәбисә йыл була. Григориан һәм Юлиан календарҙарында кәбисә бүлмаған ябай йылдарҙа 365 тәүлеккә һәм кәбисә йылдарҙа 366 тәүлеккә тиң. Григориан календарында йылдың уртаса оҙонлоғо 365,2425 тәүлек һәм юлиан календары өсөн — 365,25 тәүлек тәшкил итә.
Ислам календарында календарь йылда 353, 354 йәки 355 тәүлек — 12 ай айы. Йылдың уртаса оҙонлоғо — 354,37 тәүлек, һәм был тропик йылдан һиҙелерлек кәмерәк, һәм шуның өсөн мосолман байрамдары йыл миҙгелдәре буйлап «күсеп йөрөйҙәр».
Йәһүд календарында календарь йыл ябай йылда 353, 354 йәки 355 тәүлек һәм кәбисә йылда 383, 384 йәки 385 тәүлек. Йылдың уртаса оҙонлоғо — 365,2468 тәүлек, һәм был тропик йылға яҡын.
Ер орбитаһы параметрҙары һәм уның әйләнеү үҙәгенең эклиптикаға ҡарата ориентацияһы ваҡыт үтеү менән яйлап үҙгәгәнлектән, йылдың был билдәләмәләре еңелсә айырыла. Әгәр ҙә Ерҙең Ҡояшҡа ҡарата (ҡояш календарҙары) йәки Ай һәм Ҡояштың Ергә ҡарата үҙ-ара урынлашҡан (ай-ҡояш календарҙары) тәүлек әйләнешенә бәйле булһа, ситуация ҡатмарлаша. (Теләһә ниндәй билдәләмәлә лә) Ерҙең Ҡояш тирәләй әйләнеш осоро, Ерҙең Ҡояшҡа ҡарата күсәр әйләнешенең уртаса осоро (уртаса ҡояш тәүлектәре) һәм Айҙың Ер тирәләй әйләнеш осорҙары (сидерик, синодик, аждаһа айҙары) дөрөҫ пропорцияларҙа ярашмағанлыҡтан, тәбиғи астрономик циклдарға (йыл, ай айы, ҡояш тәүлектәре) нигеҙләнгән ваҡыт һанау берәмектәренең үлсәнешлелеген һаҡлау маҡсатында, бөтә булған календарҙарға теге йәки был төҙәтмәләр (кәбисә көндәр, өҫтәмә айҙар һ.б.) индерергә тура килә.
Тарихы
үҙгәртергәБик боронғо замандарҙан алып ваҡытты үлсәгәндәр, бының өсөн билдәле бер дәүер һайын ҡабатланған ваҡиғалар файҙаланылған. Көн менән төндөң алмашыныуы кешеләргә тәүлек, Ай фазаларының алмашыныуы — айҙар, ә миҙгелдәр алмашыныуын — йыл тип һанау мөмкинлеген биргән. Кешеләр тарафынан ваҡыт арауығын һанау буйынса бик күп ысулдар булдырылған. Был күп төрлөлөк һанауҙың төп берәмектәре араһында ҡәтғи нисбәт булмауы менән аңлатыла. Ҡояш сығышы һәм байышы, Айҙың бер төрлө фазалары араһындағы араһы — синодик ай, күк йөҙөндә Ҡояш торошон ҡабатлау — тропик йыл сағыштырһығыҙ була. Кешеләрҙең һанау нигеҙе итеп нимә алыуына бәйле теге йәки был календарь булдырыла.
Йылиҫәп менән бәйле бурыс иң борон замандарҙан алып, беренсенән, тәбиғәт ваҡиғаһының ҡабатланыу мәлен дөрөҫ билдәләү, ә икенсенән, тәбиғәт күренештәре менән дөрөҫ тура килгән билдәле ваҡыт арауығын бөтөн состав өлөштәргә бүлеү һәм билдәле шундай эҙлеклелек системаһын билдәләү мөмкинлеген биргән. Шулай уҡ йылиҫәп өсөн һанау нөктәһен һайлау мөһим. Тәүҙәрәк кешеләр берләшмәһендә бының өсөн теге йә был мөһим ваҡиға ҡабул ителгән[9].
Йылдың төрлө оҙайлылығы (тәүлектәрҙә)
үҙгәртергә- 353, 354 или 355 — ҡайһы бер ай-ҡояш календарҙарында кәбисә булмаған йылдарҙың оҙонлоғо.
- 354,37 — ай йылы, 12 ай айы; ай календарҙарында уртаса йыл оҙонлоғо.
- 365 — күп кенә ҡояш календарҙарында кәбисә булмаған йыл; 31 536 000 секунд.
- 365,24220 — 1900,0 осорона уртаса тропик йыл.
- 365,24222 — яңы юлиан календарында йылдың уртаса оҙонлоғо.
- 3658⁄33 ≈ 365,24242 — Ғүмәр Хәйам эшкәрткән иран календарында йылдың уртаса оҙонлоғо.
- 365,2424 — 2000 йыл осорона ике яҙғы көн-төн тигеҙлеге араһындағы уртаса интервал.
- 365,2425 — григориан календарында йылдың уртаса оҙонлоғо.
- 3651⁄4 = 365,25 — юлиан календарында йылдың уртаса оҙонлоғо; дөрөҫ 31 557 600 секунд СИ тигеҙ, яҡтылыҡ йылын билдәләүҙә ҡулланыла. Оҙаҡ йәшәй торған радионуклидтарҙың ярымтарҡалыш осорҙары, шулай уҡ күк есемдәренең әйләнеш осорҙары юлиан йылдары аша сағыла.
- 365,2564 — йондоҙ (сидерик) йылы; ҡатып ҡалған йондоҙҙарға ҡарата Ерҙең Ҡояш тирәләй әйләнеш осоро.
- 366 — күп ҡояш календарҙарында кәбисә йылы; 31 622 400 с.
- 383, 384 йәки 385 — ҡайһы бер ай-ҡояш календарҙарында кәбисә йылы оҙонлоғо.
- 383,9 — 13 ай айы; ҡайһы бер ай-ҡояш календарҙарында кәбисә йыл.
Был билдәләмәләрҙә 1 тәүлек 86 400 (24×60×60) с тигеҙ, ә секунд бер ниндәй ҙә астрономик осор менән бәйләнмәгән атом стандартына нигеҙләнеп билдәләнгән Халыҡ-ара берәмектәр системаһы берәмеге (СИ). Бындай дөрөҫләү мөһим, сөнки, мәҫәлән, уртаса ҡояш тәүлеге һәм улар аша билдәләнгән секунд даими дәүмәл түгел.
«Йыл» Һүҙен ҡулланыу
үҙгәртергәҠайһы саҡта (сит ил ғилми әҙәбиәтендә — йыш, рус телендәге ғилми хеҙмәттәрҙә — һирәк) ҡабатлы берәмектәр: килойыл, мегайыл, гигайыл һ. б. (шуға ярашлы мең, миллион, миллиард… йыл) ҡулланыла, һанау формаһында һан һүҙ төркөмө менән ҡулланыла: «килойыл», «мегайыл», «гигайыл» (мәҫәлән: биш мегайыл). Рус телендәге хеҙмәттәрҙә бындай берәмектәрҙе ҡулланыу «Рәсәй Федерацияһында ҡулланыу рөхсәт ителгән үлсәү берәмектәре тураһында положение»ла яҙылғанса, йыл (мәҫәлән, аҙна, ай, быуат, меңйыллыҡ) ваҡыт берәмеге СИ приставкалары, ҡабатлы һәм өлөшлө приставкалар менән ҡулланыла алмай йәғни уға ҡапма-ҡаршы килә[10]. Бынан тыш, ун йыллыҡ (декада), меңйыллыҡ (быуат) һәм меңйыллыҡ үлсәмдәре ҡулланыла. «Ярты йыллыҡ» һәм «кварта́л»дан башҡа, өлөшлө берәмектәрҙе ҡулланыу теркәп яҙып ҡуйылмаған.
Йөҙ йыл сиктәрендә год һәм лет һүҙҙәрен ҡулланыу:
- беренсе тиҫтә йылда, 5 йылға (лет) тиклем: 1 год (йыл), 2 года (йыл), 3 года (йыл), 4 года (йыл); 5 йылдан 10 йылға тиклем: 5 лет (йыл), …, 10 лет (йыл);
- икенсе тиҫтә йылда: 11 лет (йыл), 12 лет (йыл), …, 20 лет (йыл);
- өсөнсө тиҫтә йылдан, һәр тиҫтә йылдың тәүге дүрт йылындагод һүҙе менән, мәҫәлән: 21 год (йыл), 22 года (йыл), 23 года (йыл), 24 года (йыл); ә һәр тиҫтәнең ҡалған бащҡа йылдарында лет һүҙе менән, мәҫәлән: 25 лет (йыл), …, 29 лет (йыл), 30 лет (йыл).
Символы
үҙгәртергәЙылдың ваҡыт берәмеге булараҡ дөйөм ҡабул ителгән символы юҡ. Халыҡ-ара үлсәү системаһы йыл өсөн бер ниндәй ҙә шартлы тамға индермәгән. Стандарттар һәм технологиялар Милли институты стандарттары(NIST) SP811[11] һәм Стандартлаштырыу буйынса халыҡ-ара ойошма (ISO) 80000-3:2006[12] латин һүҙенән: annus ҡыҫҡартылған a символын ҡуллана [13].
Ниглиз телендәге хеҙмәттәрҙә ҡайһы берҙә «y» йәки «yr» аббревиатураһы ҡулланыла[13][14][15], бигерәк тә геологияла, археологияла һәм палеонтологияла, уларҙа «kyr, myr/m.yr/m.y., byr/b.yr/b.y.» ҡыҫҡартыуҙары (шуға ярашлы, мең, миллион һәм миллиард йылдар) һәм шуларға оҡшаш тамғалар ҡайһы берҙә формаль булмаған осраҡтарҙа ваҡыт интервалдары оҙайлығын күрһәтеү өсөн ҡулланыла [14][15].
a символы
үҙгәртергәNIST SP811 стандарттары [16] и ISO 80000-3:2006[17] a символын ҡулланыуҙы тәҡдим итә (a шулай уҡ ар майҙан берәмеге итеп ҡулланылһа ла, әммә ҡулланыу контексы ғәҙәттә ыл үлсәүҙәрҙе еңел айырыу мөмкинлеген бирә).
Үлсәү берәмектәрен унификациялап билдәләү йәки АҠШ стандарты (Unified Code for Units of Measure)[18] ISO 1000, ISO 2955 and ANSI X3.50 стандарттарында күрһәтелгән төрлө символдар араһындағы төрлө мәғәнәлелекте юҡҡа сығара[19], ҡулланыу юлдары:
- ar арҙар өсөн һәм:
- at = уртаса тропик йылдың тәүлеге өсөн - Ҡалып:Gaps
- aj = юлиан йылы тәүлеге өсөн - 365,25
- ag = уртаса григориан йылы тәүлеге өсөн - {gaps|365,242|5}}
- a = 1 aj йыл (артабан дөрөҫләмәйенсә лә)
Теоретик һәм прикладная химия халыҡ-ара союзы һәм Геология фәндәре халыҡ-ара союздарының берлектә ҡабул ителгән билдәләмәһе йыл өсөн 2000 йылда тропик йыл тип аныҡланған annus (a ҡыҫҡартыуы) ҡулланыуҙы тәҡдим итә[20][21]: a = Ҡалып:Gaps тәүлек = Ҡалып:Gaps секунд.
Геофизиктар араһында a-ны фәҡәт «йыл элек» әйтелештәре өсөн, ә y йәки yr — бер йыл арауығына ҡулланыу тураһында алдараҡ килешелгәнгә бындай нотация ҡаршылыҡлы була[21].
СИ приставкаһы менән ҡулланыу
үҙгәртергәТүбәндәгенән сығып, тоташтырыусы һуҙынҡы ҡыҫҡарған берәмектәрҙең альтернатив формалары ҡулланылыуы мөмкин, мәҫәлән, kilannum, megannum һ.б.:
- ka (килойыл kiloannum), бер мең йылға тиң (103). Ғәҙәттә геологияла, палеонтологияла, археологияла голоцен һәм плейстоцен осорҙары өсөн теге йәки был объекттарҙы тикшереп, йәшен билдәләү маҡсатында радиоуглерод анализ эшләгәндә ҡулланалар, мәҫәлән, боҙло керндарҙы, дендрохронологияны, миҙгел ҡатламдарына дата ҡуйғанда уран-торий методын (Uranium-thorium dating) файҙаланып. Әгәр йәше радиоуглерод анализ ярҙамында билдәләнһә, ул ваҡытта йә радиоуглерод йә календарь (дөрөҫләнгән) бөгөнгө көнгә саҡлы булырға тейеш.
- Ma (мегайыл megaannum), бер миллионға тиң ваҡыт берәмеге (106). Геология, палеонтология һәм күк механикаһы кеүек фәнни дисциплиналарҙа үткән һәм киләсәк осорҙарҙың бик оҙайлы ваҡыт арауыҡтары өсөн киң ҡулланыла. Мәҫәлән, тираннозавр яҡынса 65 Ma (65 миллион йыл) элек таралған булған. Астрономик ҡушымталарҙа йыл тигәндә ғәҙәттә юлиан йылы, геологияла һәм палеонтологияла төрлө авторҙар йылдың төрлө оҙайлығын күҙ уңында тотола.
- Ga (гигайыл gigaannum), бер миллиардҡа тиң ваҡыт берәмеге (109). Физик космология һәм геология фәндәрендә бик оҙайлы күптәнге осорҙарҙы билдәләгәндә ҡулланыла. Мәҫәлән, Ер яҡынса 4,57 Ga (4,57 миллиард йыл) элек барлыҡҡа килгән.
- Ta (терайыл teraannum), 1012 (бер триллион йыл) йылға тиң. Был Йыһан йәшенән яҡынса 70 тапҡырға олораҡ колоссаль осор, Ҡыҙыл карлик йәшенә тиң осор.
- Pa (петайыл petaannum), 1015 (меңдең дәрәжәләре исемле атамалары йәки квадриллион йыл) йылға тиң ваҡыт берәмеге. Кадмий-113-төң ярымтарҡалыш осоро яҡынса 8 Pa[22] тәшкил итә. Был символ паскалдәрҙе үлсәү берәмегенә оҡшаған, әммә контекст буйынса береһен икенсеһенән айырыуы ҡатмарлы түгел.
- Ea (эксайыл exaannum) 1018 (меңдең дәрәжәләре исемле атамалары йәки квинтиллион йыл) йылға тиң ваҡыт берәмеге. Период полураспада Вольфрам-180-дең ярымтарҡалыш осоро 1,8 Ea[23] тәшкил итә.
- Za (зеттайыл zettaannum), единица времени, равная 1021 лет (меңдең дәрәжәләре исемле атамалары йәки секстиллион йыл). Теллур-130-ҙың ярымтарҡалыш осоро яҡынса 0,7 Za[24] тәшкил итә.
- Ya (иоттайыл yottaannum), единица времени, равная 1024 лет (меңдең дәрәжәләре исемле атамалары йәкиодин септиллион йыл). Теллур-128-ҙең ярымтарҡалыш осоро яҡынса 7,7 Ya[25] тәшкил итә.
Башҡа төр ҡулланыш
үҙгәртергәФискаль йыл
үҙгәртергәФискаль (финанс) йыл — бизнеста һәм башҡа ойошмаларҙа ҡулланылған йыллыҡ финанс күрһәткестәрен иҫәпләп сығарыу һәм финанс иҫәп-хисап эшләүҙе формалаштырыу. Күп илдәрҙә шуға оҡшаш отчёттарҙы һәр ун ике ай һайын сығарыырға ҡушҡан закондар бар. Финанс йылының календарь йылға тап килеүе мотлаҡ түгел, йәғни мотлаҡ 1 ғинуарҙан башланып 31 декабрҙә тамамланмауы ла мөмкин, әммә АҠШ һәм Бөйөк Британияның, Рәсәйҙәге кеүек, күпселек эре компаниялары өсөн фискаль йыл[26] календарь йылға тиңдәш. Төрлө илдәрҙә төрлө формалағы ойошмалар өсөн финанс йылының төрлө варианты булыуы мөмкин. Шулай уҡ фискаль йыл һалым иҫәп-хисап эшен биреүгә ҡулланылыуы мөмкин. Күп уҡыу йорттарының финанс йылы йәй (уҡыу йылы бөтөү менән бергә) тамамлана. Ҡайһы бер медиа-ойошмалар үҙҙәренең финанс йылы базаһы булараҡ теле-, радиопрограммалар һәм реклама хәбәр итеү календарын файҙалана.
Уҡыу йылы
үҙгәртергәТөрлө уҡыу йорттарында уҡыу процесын ойоштороу маҡсатында уҡыу йылы ҡулланыла. Уҡыу йылы ағымында мәктәптең бер класында, юғары уҡыу йәки урта махсус уҡыу йортоноң бер класында уҡытыу алып барыла. Күпселек уҡыу йорттарында уҡыу йылы иртә көҙҙән башлана һәм иртә йәй тамамлана. Уҡыу йылында уҡыу һәм каникул ваҡыттары бар. Уҡытыу программаларын төҙөгәндә уҡыу йылына бүлеү иҫәпкә алына.
Астрономияла
үҙгәртергә«Йыл» Ергә генә ҡарата түгел, Йыһандың башҡа объекттарына ҡарата ла ҡулланыла. Мәҫәлән, Ҡояш системаһының беҙҙең Галактика (Ҡош юлы) үҙәге эргәһендә бер әйләнеш яһау осоро галактик йыл тип атала. Йыл тип шулай уҡ ниндәй ҙә булһа есемдең сидерик осоро атала, бындай осраҡта, мәҫәлән, марс йылы, юпитер йылы һ.б. тиҙәр.
Яҡтылыҡ йылы — (бында күрһәтелгән башҡа үлсәү берәмектәренең барыһынан да айырмалы рәүештә), яҡтылыҡтың бер йылда үткән арауығына тиң системанан тыш арауыҡты үлсәү берәмеге.
Башҡа күренештәр
үҙгәртергәЙыл даими ҡабатланып тороу менән бәйле бик күп төрлө күренештәрҙе һанап китергә була. Мәҫәлән, йылға ташыу, сәскә атыу, ҡоштарҙың йыл һайын йылы яҡҡа китеүе һәм әйләнеп ҡайтыуы, теге йәки был саралар үткәреү. Ҡайһы бере өсөн «сезон» һүҙе ҡулланыла, мәҫәлән, спорт сезоны (Season sports), телесериалдар күрһәтеү сезоны, театр сезоны.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәгод Викиһүҙлектә | |
Йыл Викидәреслектә | |
Год Викиөҙөмтәлә | |
Йыл Викимилектә |
- Яңы йыл
- Яҡтылыҡ йылы
- Кәбисә йыл
- Календарь
- Ай
- Йыллыҡ (мәғәнәләре)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Витковский В. В., Прозоровский Д. И. Год // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Этимологический словарь славянских языков. — М.: Наука, 1979. — Т. 6. — С. 191—192.
- ↑ Фасмер М. Этимологический словарь русского языка. — М.: Прогресс, 1986. — Т. 1. — С. 426.
- ↑ Черных П. Я. Историко-этимологический словарь современного русского языка. — М.: Русский Язык, 1999. — С. 478.
- ↑ Этимология слова лето (рус.), ΛΓΩ. 24 май 2017 тикшерелгән.
- ↑ Среднее экваториальное Солнце — воображаемая точка небесной сферы, равномерно движущаяся по экватору в ту же сторону, что и истинное Солнце по эклиптике, таким образом, что в моменты весеннего равноденствия эта точка совпадает с центром истинного Солнца (которое движется по эклиптике неравномерно ввиду эллиптичности земной орбиты и возмущений от планет).
- ↑ Тропик йылды һәм секундты бәйләгән дәүмәл дөрөҫ була, сөнки ваҡыттың атом шкалаһы барлыҡҡа килгәнгә тиклем секундты билдәләү 1900,0 осорона ҡарата фәҡәт тропик йылдың оҙайлығына
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 Аллен К. У. Астрофизические величины. — Москва: «Мир», 1977. — С. 28. Архивная копия от 16 апрель 2018 на Wayback Machine
- ↑ Климишин И. А. Календарь и хронология. — М.: Наука: Главная редакция физико-математической литературы, 1985. — С. 7—9.
- ↑ Положение о единицах величин, допускаемых к применению в Российской Федерации 2013 йыл 2 ноябрь архивланған.. Утверждено Постановлением Правительства РФ от 31 октября 2009 г. № 879.
- ↑ {{{заглавие}}}.
- ↑ ISO 80000-3:2006, Quantities and units – Part 3: Space and time . Geneva, Switzerland: International Organization for Standardization (2006). Архивировано 10 май 2013 года.
- ↑ 13,0 13,1 Russ Rowlett. Units: A . How Many? A Dictionary of Units of Measurement. University of North Carolina. Дата обращения: 9 ғинуар 2009. Архивировано 10 май 2013 года. 2008 йыл 20 декабрь архивланған.
- ↑ 14,0 14,1 AGU Editorial Style Guide for Authors . American Geophysical Union (21 сентябрь 2007). Дата обращения: 9 ғинуар 2009. Архивировано 14 июль 2008 года. 2008 йыл 14 июль архивланған.
- ↑ 15,0 15,1 North American Commission on Stratigraphic Nomenclature North American Stratigraphic Code (билдәһеҙ) // Article 13 (c). — 2005. — Т. 89. — № 11. — С. 1547—1591.
- ↑ Ambler Thompson, Barry N. Taylor. Special Publication 811 – Guide for the Use of the International System of Units (SI) . National Institute of Standards and Technology (NIST) (2008). Архивировано 7 ноябрь 2004 года. 2008 йыл 11 май архивланған.
- ↑ ISO 80000-3:2006, Quantities and units . Geneva: International Organization for Standardization (2006). Архивировано 10 май 2013 года.
- ↑ Gunther Schadow, Clement J. McDonald. Unified Code for Units of Measure . Архивировано 8 май 2008 года. 2008 йыл 20 май архивланған.
- ↑ http://aurora.regenstrief.org/~ucum/ucum.html#para-31 2010 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Norman E. Holden, Mauro L. Bonardi, Paul De Bièvre, Paul R. Renne, and Igor M. Villa IUPAC-IUGS common definition and convention on the use of the year as a derived unit of time (IUPAC Recommendations 2011) (инг.) // Pure and Applied Chemistry : journal. — 2011. — Т. 83. — № 5. — С. 1159—1162. — DOI:10.1351/PAC-REC-09-01-22
- ↑ 21,0 21,1 Celeste Biever Push to define year sparks time war (инг.) // New Scientist : magazine. — 2011.
- ↑ P. Belli et al. Investigation of β decay of 113Cd (инг.) // Phys. Rev. C : journal. — 2007. — Т. 76. — № 6. — С. 064603. — DOI:10.1103/PhysRevC.76.064603 —
- ↑ F. A. Danevich et al. α activity of natural tungsten isotopes (инг.) // Phys. Rev. C : journal. — 2003. — Т. 67. — С. 014310. — DOI:10.1103/PhysRevC.67.014310 — — Ҡалып:Arxiv
- ↑ DOI:10.1103/PhysRevLett.107.062504
Вы можете подставить цитату вручную или с помощью бота. - ↑ DOI:10.1103/PhysRevC.47.806
Вы можете подставить цитату вручную или с помощью бота. - ↑ Thomson ONE Banker, Thomson Reuters Datastream and individual companies. FT UK 500 2011 (PDF) (31 март 2011). 14 август 2012 тикшерелгән.