Ульяновск өлкәһе
Ульяновск өлкәһе (рус. Ульяновская область) — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Волга буйы федераль округы составына инә. Административ үҙәк — Ульяновск ҡалаһы.
Рәсәй Федерацияһы субъекты | |||||
Ульяновск өлкәһе
| |||||
| |||||
Административ үҙәк |
Ульяновск | ||||
59-сы | |||||
- Барлығы |
37 181 км² | ||||
- Барлығы |
↘1 257 621[1] (2016) 33.82 кеше/км² | ||||
- Барлығы (ағым. хаҡ.) |
174,7[2] млрд. һум (2010) 115,5 мең һум | ||||
Волга буйы | |||||
Волга буйы | |||||
Губернатор |
Сергей Иванович Морозов | ||||
Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары |
Светлана Владимировна Опенышева | ||||
Ҡанундар сығарыу йыйылышы рәйесе |
Анатолий Александрович Бакаев | ||||
73 | |||||
RU-ULY | |||||
UTC+4:00[d] һәм Европа/Ульяновск[d][3] | |||||
Бүләктәре: |
1943 йылдың 19 ғинуарында СССР Юғары Советы Президиумы фарманы менән ойошторолған[4].
География
үҙгәртергәУльяновск өлкәһе Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяҡ-көнсығышында, Урта Волга буйында урынлашҡан. Төньяҡтан көньяҡҡа — 250 км-ға (52o 31' — 54o 53' так как), көнбайыштан көнсығышҡа 290 км-ға (45o 48' — 50o 15' к.о.) һуҙылған. Өлкәнең дөйөм майҙаны 37,2 мең км² тәшкил итә. Территорияһы буйынса Рәсәй Федерацияһында 59-сы урынды[5] һәм Волга буйының һигеҙ төбәктәре араһында һуңғы урынды биләй[6].
Көнсығышта — Һамар өлкәһе, көньяҡта — Һарытау өлкәһе, көнбайышта — Пенза өлкәһе һәм Мордовия, төньяҡта — Сыуашстан һәм Татарстан менән сиктәш.
Волга йылға өлкә территорияһын ҡалҡыулы Уң яр буйы һәм уйһыулы Һул яр буйына (Волга аръяғы) бүлә.
Административ-территориаль бүленеш
үҙгәртергәУльяновск өлкәһендә муниципаль берәмектәрҙең дөйөм һаны 167 тәшкил итә, шуларҙан:
- Беренсе дәрәжәләге муниципаль берәмектәр — 3 ҡала округтары һәм 21 муниципаль райондар;
- Икенсе дәрәжәләге муниципаль берәмектәр — 31 ҡала һәм 112 ауыл биләмәләре.
Ҡала округтары
үҙгәртергә- Димитровград ҡала округы
- Новоульяновск ҡала округы
- Ульяновск ҡала округы
Муниципаль райондары
үҙгәртергә
|
|
|
Халҡы
үҙгәртергәРәсәй дәүләт статистика комитеты мәғлүмәттәре буйынса өлкәнең халыҡ иҫәбе 1 257 621[1] кеше тәшкил итә. (2016). Халыҡ тығыҙлығы — 33,82 кеше/км2 (2016). Ҡала халҡы — 74,77 % (2015).
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса өлкәнең милли составы түбәнгесә[7]:
- Урыҫтар — 901 272 (73,6 %)
- Татарҙар — 149 873 (12,2 %)
- Сыуаштар — 94 970 (7,7 %)
- Мордвалар — 38 977 (3,2 %)
- Украиндар — 10 484 (0,9 %)
- Әзербайжандар — 5 006 (0,36 %)
- Башҡалар — 20 164 (1,6 %)
Ульяновск өлкәһендә 1989 йылда — 1393, 2002 йылда — 1217 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[8].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Дмитриев Александр Семёнович (26.08.1912—30.11.1983) — юғары мәктәп хеҙмәткәре, ғалим-физиолог, биология фәндәре докторы (1951), профессор (1952). 1957—1981 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1980 йылға тиклем кафедра мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Хәҙерге Ульяновск районының Ундора ауылынан[9].
- Етеханов Билал Исмәғил улы (12.03.1934—12.02.2011), инженер-механик. 1959—1986 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы «Авангард» заводының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1970 йылдан — махсус конструкторлыҡ-технология бюроһы начальнигы, 1984 йылдан — баш инженер. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1985). «Почёт Билдәһе» ордены (1976) кавалеры. Хәҙерге Иҫке Кулатка районы Александровка ауылынан[10].
- Шамуҡов Ғабдулла Рухулла улы (11.12.1909—22.12.1981), театр актёры, педагог. 1930—1946 йылдарҙа бөгөнгө Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, бер үк ваҡытта 1933 йылдан Башҡорт сәнғәт техникумы (хәҙер Өфө сәнғәт училищеһы) уҡытыусыһы. 1946 йылдан Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры актёры. СССР-ҙың (1980), РСФСР-ҙың (1957), Татар АССР-ының (1950) халыҡ, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1943) артисы. Ленин ордены кавалеры (1966). Сарҙаҡлы районы Әсән ауылынан[11].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Оценка численности постоянного населения на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год . Дата обращения: 27 март 2016. Архивировано 27 март 2016 года.
- ↑ Валовой региональный продукт по субъектам Российской Федерации в 1998-2010гг. (xls). Росстат.
- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 19.01.1943 г.
- ↑ Административно-территориальное деление России на 1 января 2005 г. 2012 йыл 15 октябрь архивланған.
- ↑ Территориальное устройство РОССИИ :: АТУ Поволжского экономического района(недоступная ссылка)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года (xls) 2012 йыл 30 май архивланған.
- ↑ Йосопов Р. М. Башҡорт диаспоралары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Дмитриев Александр Семёнович 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 19 август 2017)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Етеханов Билал Исмәғил улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 11 март 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Шамуҡов Ғабдулла (Абдулла) Рухулла улы 2019 йыл 8 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 8 декабрь 2019)
Һылтанмалар
үҙгәртергәУльяновск өлкәһе Викимилектә | |
Ульяновск өлкәһе Викигид |
- Губернатор и Правительство Ульяновской области 2014 йыл 18 декабрь архивланған.
- Законодательное собрание Ульяновской области 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
- Законодательство Ульяновской области