Эстәлеккә күсергә

Садыкова Саламат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
08:03, 1 март 2023 өлгөһө; Таңһылыу (фекер алышыу | өлөш)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Садыкова Саламат
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Ҡырғыҙстан
Тыуған көнө 28 сентябрь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Баткән өлкәһе[d], Ҡырғыҙстан
Һөнәр төрө йырсы
Музыка ҡоралы комуз[d] һәм вокал[d]
Жанр фольклор[d] һәм эстрада[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Саламат Садиҡова (ҡырғ. Саламат Садыкова; тыу. 28 сентябрь 1956 йыл Ҡыҙыл Юл ауылы, Баткен өлкәһе, Ҡырғыҙстан) — ҡырғыҙ йырсыһы. Ҡырғыҙстан Республикаһының халыҡ артисы (1995). Ҡаҙағстандың атҡаҙанған артисы (1995). Ҡырғыҙ Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Токтокул исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004). Ҡырғыҙстанда «Эл Энеси» (Милләт әсәһе) координация советы етәксеһе. Бик күп халыҡ ара һәм милли конкурстар лауреаты.

Саламат Садыкова 1956 йылдың 28 сентябрендә Баткен өлкәһенең Ҡыҙыл-Юл ауылында тыуған. Уға ике йәш булғанда атаһы вафат була, ә әсәһе ҡыҙға туғыҙ йәш тулғанда вафат була. Ул башта Ҡара-Һыуҙағы мәктәп-интернатта, ә һуңынан Ош музыка мәктәбендә уҡый. 1973 йылда Баткен район мәҙәниәт йортонда эшләй башлай, бик күп ижади конкурстарҙа ҡатнаша.

1988 йылда Садыкова «Тогуз кайрык» республика фестивалендә ҡатнаша һәм жюриҙың юғары баһаһына лайыҡ була. Һуңынан уны Токтогул Сатылғанов исемендәге Милли филармония ҡарамағындағы «Камбаркан» ансамбленә солист сифатында саҡыралар һәм ул әле лә шунда эшләй.

Үҙенең ижади уңыштары һәм таланты, ҡырғыҙ милли музыка сәнғәтен үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн 1995 йылда Ҡырғыҙ Республикаһының халыҡ артисы исеме ала. Шул уҡ йылда Ул Ҡаҙағстандың атҡаҙанған артисы була.

Репертуарында өс йөҙгә яҡын йыры булған артистың ижадын Сыңғыҙ Айытматов юғары баһалай. 1980-се йылдарҙа Фрунзелағы мәҙәни сараларҙың береһендә яҙыусы бер нисә тапҡыр «бис» ҡа бер йырҙы башҡарыуын һорай. Бынан һуң да улар бик яҡшы мөнәсәбәттә булалар.

Саламат Садыкова концерттары менән Рәсәйҙә, Испанияла, Оманда, Украинала, Нидерландта, Бельгияла, Люксембургта була, унда музыкаль конкурстарҙа ҡатнашты. ТӨРКСОЙ халыҡ-ара премияһы менән бүләкләнгән.

Шәхси тормошо Йырсы үҙе ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Оло ҡыҙы журналист, икенсеһе бөгөн сит илдә эшләй. Саламат Садыкова-дүрт ейәненең өләсәһе. Хәҙер ул филармонияла «Камбаркан» фольклор-этнографик ансамбль менән етәкселек итә һәм йырлауын дауам итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- III дәрәжә "Манас " ордены (30 август 2016) — Ҡырғыҙстан халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫын, республиканың социаль-иҡтисади, интеллектуаль һәм рухи потенциалын үҫтереүгә индергән өлөшө, күп йыллыҡ емешле хеҙмәте, батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, Ҡырғыҙстан Республикаһы бойондороҡһоҙлоғоноң 25 йыллығы хөрмәтенә[1].

- Ҡырғыҙстан Республикаһының халыҡ артисы (21 август 1995) — ҡырғыҙ милли музыка сәнғәтен үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн[2].

- Ҡырғыҙстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1992 йылдың 6 марты) — ҡырғыҙ фольклор сәнғәтен үҫтереүгә һәм байытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн[3].

- Ҡаҙағстандың атҡаҙанған артисы (1995).

- Ҡырғыҙ Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Токтогул исемендәге дәүләт премияһы (21 ноябрь, 2004) — концерт-башҡарыу программаһы өсөн[4]..

- «Манас-1000» иҫтәлекле алтын миҙалы (15 август 1995)[5]

  1. Указ Президента Кыргызской Республики от 30 августа 2016 года УП № 196 «О награждении государственными наградами Кыргызской Республики». Дата обращения: 26 март 2021. Архивировано 9 сентябрь 2016 года.
  2. Указ Президента Кыргызской Республики от 21 августа 1995 года УП № 198 «О присвоении почётного звания «Народный артист Кыргызской Республики» Садыковой С.» Дата обращения: 26 март 2021. Архивировано 14 август 2021 года.
  3. Указ Президента Кыргызской Республики от 6 марта 1992 года УП № 86 «О присвоении почётного звания «Заслуженный артист Республики Кыргызстан» Садыковой С.»
  4. Указ Президента Кыргызской Республики от 21 ноября 2004 года УП № 391 «О присуждении государственных премий Кыргызской Республики имени Токтогула в области литературы, искусства и архитектуры»
  5. Распоряжение Президента Кыргызской Республики от 15 августа 1995 года № РП-142 (О награждении медалью). Дата обращения: 31 август 2021. Архивировано 31 август 2021 года.