Эстәлеккә күсергә

Текстиль

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
11:30, 14 август 2024 өлгөһө; MR973 (фекер алышыу | өлөш) (Яңы бит: '''Текстиль''' (лат. textus “туҡыма, материя” һүҙенән) – һығылмалы, йомшаҡ сүстәрҙән һәм ептәрҙән эшләнгән әйберҙәр (туҡымалар, мамыҡ, селтәрҙәр һ.б.), ғәҙәттә туҡыу станогында ептән эшләнә. Текстилгә шулай уҡ туҡыма булмаған материалдар ҙа инә: трикотаж, Кейеҙ баҫ...)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)

Текстиль (лат. textus “туҡыма, материя” һүҙенән) – һығылмалы, йомшаҡ сүстәрҙән һәм ептәрҙән эшләнгән әйберҙәр (туҡымалар, мамыҡ, селтәрҙәр һ.б.), ғәҙәттә туҡыу станогында ептән эшләнә. Текстилгә шулай уҡ туҡыма булмаған материалдар ҙа инә: трикотаж, кейеҙ, заманса туҡылмаған һәм башҡа материалдар[1].

Тарих

Тәүге текстиль сүстәре,моғайын, эшкәртелмәгән үлән үренделәре булғандыр. Боронғо замандарҙа уларҙан ширмалар, сумкалар, балыҡ тотоу селтәрҙәре һәм бауҙар үрелгән. Һуңыраҡ кешеләр нәҙекерәк материалдарҙы - етен, киндер (ҡәнәфер), джут сүстәрен, хайуан йөнөн ҡулланырға өйрәнгәндәр.

Фәнгә билдәле иң боронғо туҡымалар Боронғо Мысырҙа барлыҡҡа килгән - уларҙы 7 мең йылдан ашыу элек етендән етештергәндәр.

Беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡтан башлап башҡа сүстәр ҡулланыла башлаған, атап әйткәндә, Ҡытайҙа ебәк һәм Һиндостанда мамыҡ. Моғайын, унан да алдараҡ Яҡын Көнсығышта йөн туҡымалар барлыҡҡа килгән. Был текстиль әйберҙәре боронғо заманда мөһим алмашыу һәм сауҙа предметы булған.

XIX быуат аҙағынан яһалма (тәбиғи полимерҙар нигеҙендә) һәм синтетик (углеводород сеймалынан) сүстәр киң тарала башлай, улар араһында иң билдәлеләре - вискоза, нейлон һәм лайкра.

Текстиль етештереү

Текстиль етештереү бер нисә этаптан тора:

  • Сүстәрҙе әҙерләү: Сүстәр таҙартыла, тетелә, иләнелә.
  • Еп иләү: Сүстәрҙән еп иләнелә.
  • Туҡыма туҡыу: Ептән туҡыма туҡыла.
  • Буяу һәм баҫма төшөрөү: Туҡымаға төҫ бирелә, һүрәттәр төшөрөлә.
  • Текстиль әйберҙәрен тегеү: Туҡыманан кейем-һалым, йорт кәрәк-ярағы һ.б. әйберҙәр тегелә.

Һылтанмалар

  1. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты. Башҡорт теленең академик һүҙлеге. II Том. — Өфө: Китап, 2012. — С. 490-сы б..