Баш командующий
Баш командующий |
Баш командующий:
- ниндәй ҙә булһа һуғыш театрында (хәрби хәрәкәттәр театрында) йәки стратегик йүнәлештә (төбәктә) ваҡытлыса йәки даими юғары хәрби вазифа;
- Дәүләттең ҡораллы көстәре (айырым ғәскәрҙәр (көстәр) төрө, дәүләттең берләшкән ҡораллы көстәре начальнигы вазифаһы.
Урыҫса главком булараҡ ҡыҫҡартыла. Элек Рәсәйҙә Баш командующий йәки Ҙур воевода Төп көстәр йәки Ҙур полк менән идара иткән[1].
Тарихы
Донъяның төрлө дәүләттәре һәм илдәре, Ҡораллы Көстәрҙең һаны артыу менән бәйле, даими (хәрби хеҙмәткә саҡырылыу, хеҙмәткә йыйнау) ҡораллы көстәр ойошторған осорҙа тыныс һәм һуғыш ваҡытында оператив һәм стратегик берекмәләргә етәкселек итеү өсөн етәксе кешеләрҙең (командирҙарҙың) яңы вазифалары индерелә башлай. Шундай хәрби вазифаларҙың береһе булып дәүләттең йәки илдең Ҡораллы Көстәрен ойоштороу атамаһы өҫтәлгән «Баш командующий» вазифаһы тора. Түбәндә төрлө дәүләттәрҙә һәм илдәрҙә төрлө тарихи осорҙағы ҡайһы бер (бөтәһе лә түгел) хәрби вазифалар килтерелә.
Рәсәй империяһы
Рәсәй империяһында баш командующий императорҙың туранан-тура ихтыяры, бойороғо һәм указы менән тәғәйенләнә. Ул ғәҙәттән тыш власҡа эйә булып, үҙендә монархтың йөҙөн кәүҙәләндерә. Император ғәскәргә килһә, баш командующий вазифаһын автоматик рәүештә һала һәм ул саҡта, ғәскәрҙәр менән етәкселек итеүҙе һаҡлау тураһында махсус бойороҡ булмаһа, Ғали йәнәптәренең штабы начальнигы вазифаһын башҡара[2].
Рус император армияһында баш командующий үҙ ғәмәлдәрендә туранан-тура императорға буйһонған, бер ниндәй хөкүмәт кешеһе лә, учреждениеһы ла унан хисап талап итә алмай. Ул бөтә ғәскәрҙәр, идаралыҡтар һәм чиндарҙың иң юғары, тулы начальнигы була. Әгәр император ғаиләһе ағзалары хәрби хеҙмәттә булһа, улар ҙа буйһонған[3].
Рәсәй сиктәрендә лә, сит илдәрҙә лә, биләгән өлкәләрҙә лә һуғыш театры районына ингән губерналар һәм өлкәләр уның ҡарамағында була. Вазифаға тәғәйенләгәндә Хакимдан хәрби операциялар йүнәлеше буйынса дөйөм күрһәтмәләрен, ә хәрби министрҙан уға ышанып тапшырылған ғәскәрҙәр составы һәм уларҙы тәьмин итеү буйынса дөйөм мәғлүмәттәр ала[4].
Хәрби хәрәкәттәр йүнәлешендә баш командующий, Юғары күрһәтмәләргә таянып, үҙ ихтыяры менән эш итә.
Баш командующий, әгәр хәрби шарттар кисектергеһеҙ рәүештә быға мәжбүр итһә, үҙенең власы менән дошман менән ваҡытлыса килешеү төҙөй ала һәм кисекмәҫтән Ғали йәнәптәренә хәбәр итә. Баш командующий Юғары вәкәләттәрһеҙ тыныслыҡ тураһындағы һөйләшеүҙәр алып бара алмай[5].
Һуғыш барышында баш командующий кәрәк булған осраҡта мобилизациялау һәм ғәскәр командующийы ҡарамағына тапшырылған райондарҙың сиктәрен үҙгәртә, приказда бының тураһында иғлан итә. Үҙ теләге буйынса армия һәм айырым корпус составын алмаштыра һәм ғәмәлдәге штаттарҙы ваҡытлыса үҙгәртә. Армия баҫып алған дошман районында уға генерал-губернаторҙарҙы үҙ аллы тәғәйенләү хоҡуғы бирелә. Һуғыш ваҡытында ул вазифаларҙы ваҡытлыса төҙәтеүгә, бынан һуң уларҙы Юғары власть раҫлағанға тиклем: армия командующийҙарын, хәрби округтарҙың баш начальниктарын һәм айырым корпустарҙың командирҙарын һайлай һәм рөхсәт итә[6].
Хәрби батырлыҡтары һәм башҡа ҡаҙаныштары өсөн ул унтер-офицерҙарҙы — офицер чиндары, ә офицерҙарҙы һәм чиновниктарҙы армия капитаны, штабс-капитан һәм VIII класлы дәрәжәләргә, 4 дәрәжә Изге Владимир орденына һәм алтын ҡоралға тиклем наградлау хоҡуғына эйә була[7].
Дошман өлкәләренә һуғыш законы буйынса ингән саҡта баш командующий, кәрәк тип тапһа, яңы һалымдар һала. Финанс министры менән килешеү буйынса армиялар биләгән союздаш һәм дошман райондарында әйләнештә торған Рәсәй һәм сит ил аҡсаларының сағыштырма ҡиммәтен билдәләй һәм иғлан итә[8].
Йыл һайын йәки кампания тамамланғас, баш командующий императорға үҙенә ышанып тапшырылған армияларҙың хәле һәм хеҙмәте тураһында отчёт, армия командующийҙарының отчёттарын ҡушып, тәҡдим итә[9].
Баш командующий шулай уҡ үлемгә хөкөм ҡарарын раҫлау хоҡуғы менән файҙалана[10].
Хужалыҡ идаралығы буйынса уға подрядсыларҙы һәм теләһә ниндәй суммаға һатып алыуҙы раҫлау, аукционды бөтөрөү һәм тәғәйенләү, аҡсалата сумма сығымдары өсөн яуаплы кешеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу хоҡуғы бирелә[11][12].
СССР
Совет Рәсәйендә Республиканың бөтә ҡораллы көстәренең Баш командующийы була.
Баш командующийҙар йүнәлештәр ғәскәрҙәренең Баш командованиеһын етәкләй. Ул 1941—1942 — Бөйөк Ватан һуғышында Ставка һәм фронттар, флоттар һәм флотилиялар араһында СССР Ҡораллы Көстәренең стратегик етәкселегенең аралаш органы була. 1941—1942 йылдарҙа хәрби хәрәкәттәрҙең төп театрҙарында ойошторола.
Рәсәй Федерацияһы
Ваҡытлыса һәм даими вазифалар
Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә баш командующийҙың түбәндәге ваҡытлыса һәм даими вазифалары була:
Формированиелар:
- Беренсе донъя һуғышы башына гвардия ғәскәрҙәренең баш командующийы, гвардия ғәскәрҙәренең баш командующийы һәм Санкт-Петербург хәрби округы кавалерия генерал-адъютанты бөйөк кенәз Николай Николаевич була;
- 1918 йылдың 1 сентябренән 1919 йылдың 9 июленә тиклем РСФСР-ҙың бөтә ҡораллы көстәренең баш командующийы — Иоаким Иоакимович Вацетис. 1919 йылдың ғинуар — март айҙарында бер үк ваҡытта Совет Латвияһы армияһы командующийы була.
СССР Ҡораллы Көстәрендә түбәндәгеләр була:
- Бөйөк Ватан һуғышы осоронда стратегик йңнәлештәр буйынса совет ғәскәрҙәренең баш командующийы.
- 1945 йылда:
- Алыҫ Көнсығышта совет ғәскәрҙәренең Баш командованиеһының баш командующийы Советтар Союзы маршалы Василевский Александр Михайлович була;
- 1946 йылдан:
- СССР Ҡораллы Көстәренең ҡоро ер ғәскәрҙәре баш командующийы;
- СССР Ҡораллы Көстәренең Һауа һөжүменә ҡаршы оборона баш командующийы;
- СССР Ҡораллы Көстәренең Хәрби һауа көстәре баш командующийы;
- СССР Ҡораллы Көстәренең Хәрби-Диңгеҙ Флоты баш командующийы;
- 1956 йылдан:
- СССР Ҡораллы Көстәренең Стратегик ракета ғәскәрҙәре баш командующийы;
Баш командующийҙарҙың барыһы ла бер үк ваҡытта СССР оборона министрҙары урынбаҫары вазифаһын башҡара.
- Германияла совет ғәскәрҙәре төркөмө (ГСВГ):
- Бынан тыш, Германияла Союз ғәскәрҙәренең оккупацион төркөмөнөң айырым статусы арҡаһында (башланғыс осорҙа), уның етәксеһе вазифаһында ГСОВГ-ның (ГСВГ) баш командующийы була. Әммә ул СССР Оборона министры урынбаҫары булмай.
Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә әлеге ваҡытта бар:
- Рәсәй Ҡораллы Көстәренең ҡоро ер ғәскәрҙәре баш командующийы;
- Рәсәй Һауа-йыһан ғәскәрҙәренең баш командующийы;
- Рәсәй Ҡораллы Көстәре Хәрби-диңгеҙ флотының баш командующийы;
- Рәсәй Милли гвардия ғәскәрҙәренең баш командующийы;
Варшава килешеүе
Варшава килешеүе илдәренең Берләшкән Ҡораллы Көстәре баш командующийы була.
АҠШ
АҠШ Ҡораллы Көстәрендә була:
- Союздаш оккупацион ғәскәрҙәренең баш командующийы;
- Европала Берләшкән Ғәскәрҙәр Баш командующийы;
- һәм башҡалар.
«Оккупация армияһы Америка тәғәйенләгән баш командующийға буйһона». Һәм артабан: «Төп союздаш державалар араһында килешмәүсәнлек килеп тыуһа, Америка сәйәсәтенә таянырға кәрәк». Шулай итеп, был пункттарҙа, илдәге иң юғары власть Америка армияһына ҡарай, тип һыҙыҡ өҫтөнә алына.
НATO
Әлеге ваҡытта НАТО-ның берләшкән ҡораллы көстәренең баш командующийы бар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Командир
- Командующий
- Юғары баш командующий
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ҡалып:ВТ-ТСД
- ↑ Главнокомандующий // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- ↑ Главнокомандующий // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- ↑ Главнокомандующий // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- ↑ Главнокомандующий // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- ↑ Главнокомандующий // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- ↑ Главнокомандующий // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- ↑ Главнокомандующий // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- ↑ Главнокомандующий // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- ↑ Главнокомандующий // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- ↑ Положение о полевом управлении войск 1890 год
- ↑ Главнокомандующий // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- ↑ Сайт милитера, История войны на Тихом океане (в пяти томах). — М.: Издательство Иностранной литературы, 1957, 1958.
Әҙәбиәт
- «Учреждение для управления большой действующей армией», СПб., 1812 год.
- «Положению о полевом управлении войск в военное время», СПб.
- Ҡалып:ВТ-ТСД
- Повеления главнокомандующего // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Главнокомандующий // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- Главнокомандующий флотом // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- История войны на Тихом океане (в пяти томах). — Москва: Издательство Иностранной литературы, 1957, 1958 года.
Һылтанмалар
- Сайт милитера, История войны на Тихом океане (в пяти томах). — М.: Издательство Иностранной литературы, 1957, 1958.