Никанорова Татьяна Леонидовна
Никанорова Татьяна Леонидовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 28 апрель 1966[1] (58 йәш) |
Тыуған урыны | Яңы Балаҡатай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | йырсы |
Йырсы тауышы | меццо-сопрано[d] |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Никанорова Татьяна Леонидовна (28 апрель 1966 йыл) — опера йырсыһы (контральто), Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татьяна Леонидовна Никанорова [2] 1966 йылдың 28 апрелендә Башҡорт АССР-ы Балаҡатай районы Яңы Балаҡатай ауылында тыуа. 1973 йылдан алып 1981 йылға тиклем Кушнаренко мәктәбендә уҡый, 1981 йылдан алып 1985 йылға тиклем Благовещен педагогия колледжында уҡый.
Белем алыуын Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында дауам итә. 1991 йылдан алып 1997 йылға тиклем «яңғыҙ йырлау» һөнәре буйынса уҡый (РФ атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. С. А. Асҡаров класында уҡый).
1997 йылдан — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының күренекле опера йырсыһы. 2007 йылдан алып Екатеринбург дәүләт опера һәм балет академия театрында эшләй. Хәҙерге ваҡытта ике театрҙа ла эшләй.
Мәскәүҙә «Алтын битлек» милли театр фестиваленең «Яңы опера» театры сәхнәһендә спектакль-номинанттарҙа: В. А. Моцарттың «Тылсымлы флейтаһы» (2006) һәм Дж. Вердиның «Бал-маскарады» (2007), театр сәхнәһендә камера-вокаль музыкаһы программалары менән Й. Әбделмәнов, «Мәрәкә» ансамбле, В. Л. Мортазин менән берлектә сығыш яһай.[3].
Татьяна Леонидовнаның камера-вокаль репертуары бик киң. Спектаклдәрҙең ағымдағы репертуарынан һәм Өфө менән Екатеринбург опера һәм балет театрының яңы постановкаларынан бушамай.
«Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған артисы» (2002), «Башҡортостан республикаһының халыҡ артисы» (2008) маҡтаулы исемдәре бирелгән.
Ғаиләлә өс бала.
Операларҙағы ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Амнерис (Дж. Верди, «Аида»),
- Убырлы ҡарсыҡ (Э. Хумпердинк, «Гензель һәм Гретель»)
- Яҙ (Н. Римский-Корсаков, «Ҡарһылыу»),
- Граф Орловский (И. Штраус, «Ярғанат»),
- Графиня, Гувернантка (П. Чайковский, «Ҡарға дама»),
- Кончаковна (А. Бородин, «Кенәз Игорь»),
- Ксантипа (С. Низаметдинов, «Mемеnto»)
- Лола (П. Масканьи, «Ауыл намыҫы»),
- Любаша (Н. Римский-Корсаков, «Батша кәләше»),
- Маддалена (Дж. Верди, «Риголетто»),
- Марта (П. Чайковский, «Иоланта»),
- Марта (Ш . Гуно «Фауст»),
- Марфа (М. Мусоргский, «Хованщина»),
- Марцелина («Фигароның туйы», В. А. Моцарт),
- Наина (М. Глинка, «Руслан һәм Людмила»),
- Ольга, Ларина, Тәрбиәсе. (П. Чайковский, «Евгений Онегин»),
- Принцесса Клариче (С. Прокофьев, «Өс әфлисунға һөйөү»),
- Рагонда (Дж. Россини, «Граф Ори»),
- Розина, Берта (Дж. Россини, «Севилье цирюльнигы»),
- Ҡарт сиған ҡатыны (С. Рахманинов, «Алеко»),
- Сузуки (Дж. Пуччини, «Чио-Чио-сан»),
- Тәңкәбикә (С. Низаметдинов, «Ай тотолған төндә»),
- Өсөнсө ханым (В.-А. Моцарттың «Тылсымлы флейта»),
- Ульрика (Дж. Верди, «Бал-маскарад»),
- Флора (Дж. Верди, «Травиата»).
Концерт репертуары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Stabat Mater», А. Вивальди,
- Л. Бетховендың Туғыҙынсы симфонияһы
- С.Прокофьевтың «Александр Невский»
- Р. Сабитовтың «Лорка-симфония»
- М.Мусогрскийҙың «Үлем йырҙары һәм бейеүҙәре»
- Г. Малер «Вафат булған балалар тураһында йырҙар»
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» (2002)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008)
- XI халыҡ-ара конкурс призеры. П.Чайковский («Халыҡ йырын иң яҡшы башҡарған өсөн» махсус призы, Мәскәү, 1998)
- V халыҡ-ара опера йырсылары конкурсында II премия (Alkamo, Италия, 2002)
Гастролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Никанорова Татьяна Леонидовна театр труппаһы составында Төркиәгә (1999), Мысырға (2003), Португалияға(2006), Таиландҡа (2006, 2008) гастролгә сыға. 2008 йылда гастроль менән Көньяк Африка республикаһына бара.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Tatâna Nikanorova // MAK (пол.)
- ↑ http://img-fotki.yandex.ru/get/6510/36256508.22/0_64bdc_f87bbcfa_orig
- ↑ Камерный оркестр Провинция " Татьяна Никанорова(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ахметшина Э. А. Никанорова Татьяна Леонидовна.// Статья в Башкирской энциклопедии.
- Выступления Т. Л. Никаноровой 2011 йыл 5 ноябрь архивланған.
- http://102vechera.ru/pages/photo.html(недоступная ссылка)
- http://www.bashvest.ru/articles/1007128/
- http://www.bashinform.ru/news/218337/
- http://www.afisha.ru/concert/546515/
- http://www.afisha.ru/concert/551934/