Мали империяһы
Мали империяһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1235 |
---|---|
Рәсми тел | языки манде[d] |
Донъя ҡитғаһы | Африка |
Административ үҙәк | Кангаба[d] |
Хәҙерге административ берәмек сиктәрендә урынлашҡан | Мали, Сенегал, Мавритания, Буркина-Фасо, Нигер, Гамбия, Гвинея-Бисау, Гвинея, Кот-д’Ивуар һәм Гана |
Идара итеү формаһы | империя |
Дәүләт башлығы | манса[d] |
Закондар сығарыу органы | Гбара[d] |
Валюта | алтын |
Алыштырған | Baté Empire[d] |
Ҡулланылған тел | сенегамбийские языки[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1670 |
Мали империяһы Викимилектә |
Мали (Куруфаба Манден; мандинго: Nyeni) — төньяҡ-көнбайыш Африкала (Судандың көнбайыш төбәгендә), Сахара сүллегенән көньяҡҡа ҡарай, XIII—XV быуаттарҙа йәшәгән дәүләт. Тарихи нигеҙҙә формалашҡан традицияларға ярашлы, Африка ҡитғаһындағы башҡа империялар кеүек Мали ҙа «империя» исеме менән аталып йөрөтөлә. Боронғораҡ дәүерҙә Гана империяһына буйһонған һәм мосолман динен (һәр хәлдә, юғары ҡатлам кимәлендә) ҡабул иткән малинке (шулай уҡ мандинка, мандингас, мандинго, малинка һәм башҡа шуға оҡшаш формала яҙылыштары ла бар) халҡы нигеҙендә дәүләт булараҡ ойоша.
Мали империяһының юғары хакимы — манс. Уның шәхси ғәскәре элекке ҡолдарҙан торған[1].
Империяға нигеҙ һалыусы тип манс Сундьята Кейта һанала, ул 1240 йылда Гананың баш ҡалаһы Кумби-Салены баҫып ала, уға бойһонған территория көнбайыштағы Атлантик океандан алып көнсығышта Чад күленә тиклем йәйрәп ята. Империя манс Муса һәм уның ағаһы Сөләймән ваҡытында ҙур үҫеш кисерә. Был осорҙа Тәҡрур, Соңгай дәүләттәре һәм Сахараның күп күсмә ҡәбиләләре Мали хакимының бойондороҡлоғонда була[1].
Империяның төп халҡы ирекле крәҫтиәндәрҙән һәм күсмә малсыларҙан тора. XV быуатта Мали халҡының дөйөм һаны 40-50 миллион кеше иҫәпләнә[2].
Бамбук һәм Бурелағы алтын ятҡылыҡтары арҡаһында Мали алтындың төп массаһын Урта диңгеҙ баҙарына тапшыра. Иҡтисад өсөн Томбукту, Дженне һәм Гао ҡалалары аша үткән каруан сауҙаның әһәмиәте ҙур була[1].
Даими үҙ-ара һуғыш империяны көсһөҙләндерә, шуның өсөн XV быуатта Соңғай империяһы бойондороғона эләгә, XVII быуатҡа бөтә территорияһын тиерлек юғалта һәм 1885 йылда француз биләмәһенә ҡушыла[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башланғысы. Кейта Сундиата
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мали башта Нигерҙың үрге ағымында, сосо халҡының ҙур дәүләте булған Каниага менән йәнәш урынлашҡан бәләкәй кенәзлектәрҙән тора. Күрәһең, Мали дәүләте Гана империяһының вассал бойондороҡлоғонда булған. Мали хакимы Муса Кейта (1200—1218 тирәһе) Нигерҙағы Кангаба ҡалаһына нигеҙ һалған тип иҫәпләнә. Хәҙер ул ҡала Мали Республикаһының баш ҡалаһы.
Кантеның тимерсе әһелдәре ырыуы етәкселегендәге сосо халҡы сонникеның ҙур булмаған дәүләттәрен үтеп китә һәм Альморавидтар тарафынан ҡыйратылған Гананың хакимиәтен тулыландыра. Тап сосоның XIII быуатта Сундиат Кейта етәкселегендәге манде төркөмөнән еңелеүе Мали империяһының барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә.
Малиҙың барлыҡҡа килеүе тураһында тарихи «Сундиат тураһында эпос»та әйтелә, ҡайһы бер мәғлүмәттәр өс ғәрәп географы Аль-Умари, Ибн Баттут һәм Ибн Хальдундың хеҙмәттәренән билдәле. Малиға нигеҙ һалыусы Сундиата тип һанала, ул шулай уҡ Соголон Джара һәм Мари Диата булараҡ та билдәле, 1230 йылдан алып 1255 йылға хакимлыҡ иткән, әммә икенсе даталар ҙа күрһәтелә. Был хакимдың ҡиммәтле ҡаҙанышы булып Бамбуктың алтынға бай райондары тора, ошо финанс байлығы аҫтында дәүләттең ныҡлы нигеҙе һалына. Нигер йылғаһы ярындағы Дьелиба ауылы урынына яңы баш ҡала итеп ул Санкарани ярҙары буйына нигеҙ һалынған Ниани ҡалаһын һайлай, ул 1545 йылда соңғай хакимы — Дауд баҫып алғансы баш ҡала булып ҡала.
Сундиата ғәҙел һалымдар индерә һәм урмандарҙы ауыл хужалығы биләмәләре өсөн таҙартырға ҡуша, унда яңы культуралар, шул иҫәптән, мамыҡ үҫтерәләр. Ул шулай уҡ гриоттарҙы — һөнәри йырсылар кастаһын, музыканттарҙы һәм әкиәтселәрҙе үҙ яҡлауы аҫтына ала. Үҙенең һарайындағы гриот һәм кәңәшсеһе Балла Фасеке хәҙерге замандың иң абруйлы гриот ырыуына нигеҙ һалыусы була, ысын мәғәнәһендә, ошо телдән фольклор йолаларын таратыусылар арҡаһында «Сундиата тураһында эпос» һаҡланып ҡала.
Мали беренсе хакимдар ваҡытында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сундиата Кейтанан һуң уның өс улы хакимлыҡ итә, уларға ныҡ үҫешкән, көслө армияһы һәм күп тармаҡлы сауҙа юлдары булған юғары бойондороҡһоҙ дәүләт мираҫҡа ҡала. Уның туранан-тура вариҫы, Уали Кейта, ҡөҙрәтле хаким булып һүрәтләнә, ул Мысырҙың мамлюк солтаны Бейбарс хаким иткән осорҙа Мәккәгә хажға бара. Әммә уның хакимлығынан һуң тотороҡһоҙлоҡ башлана. Өсөнсө хаким Мансу Уатины үҙенең кешеләренә йәйәнән атып күңел асҡан аҡылға зәғиф ҡустыһы Хәлифә Кейта бәреп төшөрә. Әммә ул бер йылда хакимлыҡ итә алмай, ул Кейта кланының ҡолдар гвардияһы тарафынан үлтерелә. Тәхеткә Әбубәкер (Абу Бакр, Манде Бори) — Сундиатаның ҡыҙының улы ултыра, был әсәһе яғынан мираҫ булыуы тураһында һөйләй.
Тиҫтә йылдан һуң, 1285 йылда тәхетте ҡолдар гвардияһының вәкиле — иреккә ебәрелгән Сакура (Сабкар) тартып ала. Тарихтан билдәле булыуынса, уны Кейта династияһы ағзаларының идара итеүе менән ҡәнәғәт булмаған халыҡ массалары хуплай. Ибн Хальдун яҙып ҡалдырғанса, был ваҡытта Малиға Магрибтан күпләп сауҙагәрҙәр килә башлай, һәм сауҙа ныҡ үҫешә. Тап Сакура көнсығышта Сахара сүллеге аша Мысыр менән сауҙа итеүҙең мөһим үҙәге булған Гао ҡалаһын, киләсәктә ҡеүәтле Соңгай батшалығының баш ҡалаһын буйһондора. Тәүге тапҡыр Мали империяһы Уали ваҡытында Гао өҫтөнән контроль булдыра, әммә Нианилағы үҙ-ара ыҙғыштары арҡаһында унда аманат сифатында һаҡ аҫтына алынған батша улдары Али Колен һәм Слиман Нар ҡасып ҡотола һәм Соңгайҙа бойондороҡһоҙ тергеҙеүгә өлгәшә. 15 йылдан һуң Сакура Гаоға армияһы менән әйләнеп ҡайта һәм Соңгайҙы мали хакимдарына 1430 йылға тиклем тиерлек яһаҡ түләүсе вассаллыҡ дәүләтенә әйләндерә.
Сакура Мәккә ҡалаһына хажға юлланыу өсөн үҙенең хәлен етерлек хәүефһеҙ тип һанай, әммә кире ҡайта торған юлда үлтерелә һәм тәхет яңынан Кейта династияһына күсә.
Манса Муса ваҡытында үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мали империяһының туғыҙынсы хакимы Әбубәкер II океан киңлектәрен тикшереү өсөн тәхеттән баш тарта. 1310 йылда Әбүбәкер Атлантик океандың «көнбайыш сиктәрен» тикшереү өсөн экспедиция юнәлтергә 200 карап төҙөүҙе финанслай, тип һөйләй уның алмашсыһы Манса Муса. Миссия һөҙөмтәһеҙ була, һәм 1311 йылда меңләгән караптарҙа, етерлек аҙыҡ-түлек алып, икенсе экспедицияны шәхсән етәкләп, солтан асыҡ океанға юллана.
Әбубәкер экспедицияһы Яңы Донъяға Атлантик океан аша визит ҡылды тигән фараз дөрөҫлөккә тап килмәй, ә караптар һаны саманан тыш арттырылып күрһәтелә. Нисек кенә булһа ла, беҙгә килеп еткән был мәғлүәмәттәр үҙҙәре генә лә ул осорҙағы Малиҙың хәтһеҙ генә матди байлығы тураһында һөйләй. Элекке хаким кире әйләнеп ҡайтмағас, уның вәзире Муса Манса үҙе император булып ҡала.
Мали империяһы тураһында төп мәғлүмәттәр, алда әйтелгәнсә, беҙгә ғәрәп ғалимдәре Әл-Умари, Әбү-сәид Ғосман ад-Дукали, Ибн Хальдун, Ибн Баттута һәм ҡайһы бер башҡа тикшеренеүселәр хеҙмәттәре аша килеп еткән. Мәҫәлән, Ибн Халдун билдәләүенсә, Манса Мусаның ҡартатаһы Әбү-Бәкер була. Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында ул тәхеткә күтәрелә алмағанлыҡтан, уның улы һәм Мусаның атаһы Фәғә Лей Мали империяһы тарихында ниндәйҙер эҙ ҡалдырыусы итеп ҡаралмай.
Мали империяһы бигерәк тә Муса Манса ваҡытында (1312—1337 йылдар) ҙур абруй ҡаҙана. Риүәйәттәр һәм тарихи сығанаҡтар буйынса, Малиҙан ситтә лә киң таныла, быға 1324 йылда ярандары менән хажға барғанда, юлдағы мосолман хакимдарына бүләктәр биреүе лә ниндәйҙер дрәжәлә йоғонто яһай.
Муса Манса
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Муса I (1280—1337), шулай уҡ Муса I Мали һәм бигерәк тә Манса Муса исеме менән нығыраҡ билдәле, унынсы манса йәғни Мали империяһы хакиме. Ул был вазифаға килгәндә, империя быға тиклем Гана империяһына ингән ерҙәрҙе, шулай уҡ Манде (Мали) һәм уның яҡын биләмәләрен үҙенә бойһондорған була. Мунсаға бер нисә исем-титул бирелә. Тарихи хеҙмәттәрҙә Канку Муса, Канкан Муса йәки Канку Муса тигәнде лә осратырға мөмкин. Һуңғыһы, билдәле булыуынса, «Муса, Канконың улы» тигән мәғәнәлә ҡулланыла, сөнки Канко — уның әсәһенең исеме. Башҡа исем-шәрифтәренән шулай уҡ Мали-кой Канкан Муса, Гонга Муса һәм Лев Мали тигәндәрҙе билдәләргә була.
Муса бик тә диндар булған һәм исламдың һәр мосолман үтәргә тейешле дини ҡанунын бик теләп тормошҡа ашырған. Мәккәгә хаж ҡылыуы тәү сиратта уны Төньяҡ Африкала һәм Яҡын Көнсығышта киң билдәле иткән. Был ғына түгел: Муса ислам динен Көнсығыш Урта диңгеҙ мәҙәниәте өсөн нигеҙ итеп һанаған һәм шуға ла үҙе хакимлек иткән осорҙа империяла ислам диненең ныҡлап таралыуы һәм артабан үҫеше өсөн бар ҡулай шарттар ҙа тыуҙырған.
Хаж ҡылыу өсөн Муса Манса 1324 йылда юлға сыға. Һыбай барған хакимды, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 60 меңдән алып («Ас-Судан тарихы») 80 меңгә тиклем («Ал-Фатташ тарихы») кеше оҙата бара. Улар араһында алтын, аҙыҡ-түлек, бүләктәр, ҡорал тейәлгән дөйәләрә каруаны һәм ҡолдар теҙмәһе була, өҫтәүенә, колонна башындағы һәр ярты мең ҡол алтын таяҡҡа таянып бара.
Мысырға килгәс, Муса Манса солтан Ан-Насир Мөхәммәт алдындағы ерҙе үбеүҙән, ғөмүмән, Алланан башҡа кемгәлер баш эйеүҙәнбаш тарта, шулай ҙа мысыр хакимы уны ысын күңелдән ҡаршы ала һәм бүләктәр бирә. Канку Муса ла бурыслы булып ҡалмай, солтанға 40 мең алтын динар ебәрә, тағы уның вәзиренә 10 мең һәм солтандың яҡын кешеләренә шундай уҡ йомарт бүләктәр тарата. Мусаның Каһирә аша барыуы, батшаның бәрәшәнлеге һәм уны уратып алған муллығы монархты данлай. Әммә һөҙөмтәлә, әле Мәккәгә лә барып етмәҫ элек, император бөтә алтын запасын сарыф итеп бөтә һәм хатта ҙур процентҡа мысыр риба алыусыларынан аҡса алып торорға мәжбүр була. Өҫтәүенә, Ғәрәпстанға китеп барғанда һәм кирегә юлда күп төрлө бәлә-ҡазаларға тарый, һөҙөмтәлә, мысыр тарихсыһы Тәҡиюддин әл-Мәҡрәзи иҫәпләүҙәре буйынса, каруан үҙенең өстән бер өлөш дөйәләрен юғалта. Ниһайәт, Мали ҡунаҡтары таратҡан алтын менән Урта диңгеҙ буйҙары һәм Мысырҙың затлы металл баҙары тула, был алтындың яҡындағы 12 йылға хаҡын төшөрә.
Хәҙерге иҫәпләүҙәр буйынса, Мали хакимы хажға барыуына кәм тигәндә 12750 тонна алтын ала һәм юлда тарата. Сelebrity Net Worth баҫмаһы эксперттары, 2012 йыл шарттарына ярашлы бөтә ваҡыттарҙың иң бай кешеләренең торошон баһалап, Мусаның байлығын 400 млрд АҠШ доллары тип иҫәпләйҙәр. Төрлө замандарҙағы 25 иң бай кешеһенең 2012 йылдың 13 октябрендә баҫылып сыҡҡан рейтингына ярашлы, ул Европаның йәһүд Ротшильдтарҙың банкирҙар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре династияһын һәм Америка миллионеры шәхсе эшҡыуар Рокфеллерҙы үтеп китеп, донъяла 1-се урында алып тора[3].
Бөтә финанс юғалтыуҙар булһа ла, Мусаның хажға барыуы Мали өсөн бөтөнләй һәләкәт булмай — сөнки император булмағанда 1325 йылда мали ғәскәр башлығы Сагаманджи Соңғайҙың баш ҡалаһы Гаоға ғәскәре менән инеп, төньяҡтағы Соңғай ҡулында булған үҙәк сауҙа районын ҡулға төшөрә. Муса Канку Гао аша ҡайтҡас, унда ул соңғай батшалығынан, юғары ҡатламдан һәм Томбуктунан буйһоноу билдәләре ҡабул иткәйне, уны алыҫ походта һатып алған мөһим тауарҙары — күп талантлы шағирҙар, дини белгестәр һәм төҙөүселәр (шул иҫәптән сығышы менән испанлы булған архитектор Әбу Исхак Ибраһим әл-Сәхили лә бар, ул Томбуктула көмбәҙле мәсет Санкоре һәм батша һарайы төҙөй, шулай уҡ ҙур китапхана ла) оҙатып бара. Килгән кешеләр араһында дүрт шәриф (Мөхәммәт пәйғәмбәр нәҫеленән) үҙенең ғаиләһе менән була, Муса уларға Малиға күсеп килгәне өсөн меңешәр мыҫҡал алтын тәҡдим итә.
Муса нәҫеленең һуңғы көндәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Муса Мансаның улы Мәғән вариҫ булып ҡала, ул дүрт йыл идара итә (1337—1341), шуның өсөн моси халҡының ғәскәре Насеге етәкселегендә Томбуктуны талай һәм яндыра. Аҙаҡ тәхеткә Мусаның ҡустыһы— Сөләймән Кейта (1341—1360) ултыра, ул яңынан емерелгән Томбуктуны төҙөй. Нәҡ ул хакимлыҡ иткән осорҙа дипломатик миссия менән Марокко солтаны Әбу Инандан билдәле сәйәхәтсе Ибн Баттута (1352—1353 йылдар) килә, ул ошо илдең тасуирламаларын ҡалдыра. Бөтәһенән элек ул урындағы юғары ҡатламдың бәрәшәнлегенә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың әҙәпһеҙлегенә хайран ҡала, мали һарайының гүзәллеге һәм батшаның төп ҡатыны (Касаның) Сөләймәнгә ҡаршы заговоры тураһында һөйләй.
Был асыҡланһа ла, тәхеткә дәғүәсе, Диата, (ғәҙәттә Мари Диата II— Мари Диата I булып Сундиата үҙе һанала), ҡыҫҡа ғына граждандар һуғышы һөҙөмтәһендә була, сөнки Сөләймәндең туранан-тура вариҫы Камба Кейта (Каса) идара итеүенең туғыҙынсы айында яуҙа һәләк була (1360). Тиҫтә ярым тиерлек Мари Диата II хакимлыҡ иткән осор, Сөләймән ваҡытына ҡарағанда ла үҙенең иҙгенлеге менән айырылып тора. Ибн Хальдун Диата тураһында шаһиттарҙың уның мәрхәмәтһеҙ, яуыз йыртҡыс һәм «империяны емергән, ҡаҙнаны сарыф иткән һәм уға тиклем булған бөтә нәмне лә юҡҡа сығарған» кеүек ҡырҡа баһа биреүҙәрен һөйләп бирә.
Мансаның вафатынан һуң уның улы һәм вариҫы Муса II властан ситләтелә, үҙенең кәңәшсеһе һәм ғәскәр башлығы тарафынан һаҡ аҫтына ҡуйыла, ул да Мари Диата тип атала. Был көнсығыш сиктәрен нығытып һәм санхаджа күсмә халыҡтары менән көрәшергә Сахараға ғәскәр ебәреп, Малиның көсөн тергеҙергә уйлай. Ошо сәбәпле XIV быуатта Мали империяһына тоҙ һәм баҡыр ятҡылыҡтары булған Такедда ҡушыла, әммә унан да тиҙҙән яҙа. Киләһе манса, Мәғән II , тәхеткә ултырғандан һуң күп тә тормай үлтерелә, быны тәхетте үҙ ҡулына төшөрөгә теләгән империя кәңәшмәһенең ағзаһы башҡара Ибн Хальдунг уны вәзир тип атай); узурпатор үҙенең хакимлығын бәреп төшөрөлгән мансаның әсәһенә өйләнеп раҫлап ҡуйырға маташа, әммә тиҙҙән үҙе лә «Мари Диата туғандары иҫәбендәге» ҡатил ҡулынан үлеп ҡала.
Бөлгөнлөк
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәрәп географтары иҫкә алған,1390 йылда тәхеткә ултырған Кейта династияһы вәкиле Мәғән III (Мәхмүт) һуңғы мали мансаһы була. Шулай итеп, быуат аҙағында Мали эске ығы-зығылар һәм күрше ҡәбиләләр (көньяҡтан Малины моси халҡы ҡыҫырыҡлай) баҫып инеүе арҡаһында үҙенең абруйын юғалта. Империянан Гао төшөп ҡала, ул икенсе бөйөк дәүләт Көнбайыш Судандың —Соңғайҙың барлыҡҡа килеү үҙәге була.
XV быуат башынан Соңғай Малины ҡыҫымға ала, һәм уның уртаһында төбәктә баш дәүләт булып тора. 1433 йылға Мали туарегтар биләгән Томбукту, Араван, Уалату кеүек эре ҡалаларҙың өҫтөнән контролде юғалта, ә 1460 йылдар самаһында соңғай хакимы (ши) Сөләймән Дама оҙаҡ ваҡыт Мали империяһының элекке өлөшө булған Мему өлкәһен баҫып ала. Уның вариҫы Сонни Әбу Бер ваҡытында Соңғай тулыһынса Малины уҙып китә. 1545 йылда соңғай хакимы аския Дауд Мали башҡалаһын ҡулға төшөрә, ә 1558 йылда мали батшаһы ҡыҙына өйләнә.
Хәйер, әле 1510 йылдарҙа самаһы географ Лев Африканский Соңғай һәм Мали биләмәләренә барып, Малиҙың башҡалаһын етеш тормошло, бойҙай, мал-тыуар һәм һөнәрселек продукциялары менән бай тип таба. Шул уҡ ваҡытта яңы хәүеф барлыҡҡа килә— сенегал иленең Тәҡрурынан Малиҙың элекке яһаҡ түләүселәре 1530—1535 йылдарҙа Сенегалдан көньяҡҡа ҡарай ерҙәрҙе бөлгөнлөккә төшөрә.
Мали дәүләте марокко солтаны Әхмәт әл-Мансурҙың Соңғай дәүләтен тар-мар итеүен дә файҙалана алмай. Манса Мамаду III соңғай мираҫы өсөн көрәшергә тырыша һәм ҡыҫҡа ваҡытҡа Дженнены баҫып ала, әммә марокко ғәскәрҙәре уны ҡаланы ташлап китергә мәжбүр итә. 1598 йылда Мали һәм Масина Томбукту районында нығынырға маташа, ләкин киләһе йылда Марокко көстәре менән тулыһынса тар-мар ителә. Мәхмүт IV үлгәндән һуң 1610 йылдар тирәһендә Мали империяһы юҡҡа сыға.
1630 йылда Баман батшалығы Дженнелағы үҙәге менән Мали территорияһында йыһатты башҡа мосолман дәүләте тип иғлан итә, һәм 1645 йылдағы һуңғы кампаниянан һуң мандинка халҡының берҙән-бер көсө булып Кангаба ҡала. 1667 йылда кангаба мансаһы, Мама Мәғән IV хатта Бамандың баш ҡалаһы Сегу-Короға һөжүм итә, әммә өс йыллыҡ ҡамауҙан һуң сигенергә мәжбүр була. Фульбе һәм бамбара халыҡтарының ғәскәрҙәре контрһөжүм башлай, Малиның баш ҡалаһы Ниананы ҡамай һәм яндыра. Манса Мәғәнды камбаралар Кангабаға тиклем эҙәрлекләй, һәм ул баш ҡаланы ҡалдырырға мәжбүр була.
Ҡасандыр ҡөҙрәтле булған империянан көнбайыш Нигерҙың эске дельтаһын һәм Атлантик океан ярҙарындағы провинцияларҙы индергән ҙур булмаған дәүләт кенә ҡала. XVII быуатта Кейта династияһының хакимдары ҡулында Санкарани йылғаһының ярҙарында Кангабаның тирә яғындағы ауылдар ғына ҡала. XIX быуаттың икенсе яртыһында был ерҙәр Франция тарафынан баҫып алына, һәм 1895 йылда Француз Көнбайыш Африкаһына ҡушыла[1]..
Географияһы һәм иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мали дәүләтенең географияһы һәм иҡтисады тураһында фекер йөрөткәндә төп тарихи сығанаҡ булып ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Баттуттың хәтирәләре тора, ул Малиға 1352 йылда, мансы Сөләймән хакимлыҡ иткән осорҙа бара[4].
Империя хәҙерге Мали, Гвинея, Сенегал, Нигер, Мавритания дәүләттәре территорияһында урынлашҡан була. Төп транспорт артерияһы булып Нигер йылғаһы була, төп уңдырышлы райондар уның эске дельтаһында урынлаша.
Малиҙың байлығы Сахара аша каруан юлы буйлап Төньяҡ Африка илдәре менән сауҙа итеүгә, шулай уҡ алтын һәм тоҙ табышына һәм уны экспортлауға нигеҙләнгән. Бамбук һәм Буре ятҡылыҡтары арҡаһында алтындың төп массаһын урта диңгеҙ баҙарына Мали сығара. Шулай уҡ сүллек аша Малинан сауҙагәрҙәр фил һөйәген, мөгөҙморон һәм башҡа африка хайуандарының тиреһен ташығандар
Малиның эре ҡалалары — Томбукту, Гао, Дженне. Император (манса), хакимлыҡ итеүсе ҡатлам һәм сауҙа ҡатламы ислам динен тотҡан, ҡалған халыҡ шаманлы дини ҡарашта булған.
Мали империяһында Кейта династияһының мансалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе манса титулын яулаусы («батшаларҙың батшаһы») Мали империяһына нигеҙ һалыусы легендар Сундиата Кейта иҫәпләнә. Ул башлаған Кейта династияһы сығышы менән Билали Бунамаға барып тоташа, ә уны Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең арҡалашы Билаль ибн Рабах менән тиңләштерәләр.
Шуға ҡарамаҫтан, был мәғлүмәттәр абсолют тип һаналмай, һәм академик фәндә төрлө ҡараштар өҫтөнлөк итә. Түбәндәге исемлектә күрһәтелгән хакимлыҡ ваҡыттары Морис Делафоссҡа ҡайтып ҡала һәм йөҙ йыл элек иҫәпләнгән — ул үтә шартлы. Делафосстың иҫәпләүҙәре тунис тарихсыһы Ибн Хальдунг яҙған мәғлүмәттәргә нигеҙләнгән, хәҙерге тарихсылар тарафынан тәнҡиткә эләгә һәм шаҡтай дәрәжәлә төҙәтелә[5].
- (1235—1255) Мари Диата (Сундиат Кейта— «Батша — арыҫлан», Сундиат Конате(?), Сонголон Диата), улы фа Мәғән, 1235 йылда Сосо дәүләтенең ғәскәрҙәрен тар-мар итеп, Нигер һәм Сенегал үрендәге биләмәләрҙе ҡуша, яңы баш ҡалаға нигеҙ һала — Ниани ҡалаһына</ref> (Сундиата Кейта — букв. «Царь — лев»[6],
- (1255—1270) Ули Кейта (Уали Кейта), Мари Диатаның улы
- (1270—1274) Уати Кейта, Мари Диатаның улы
- (1274) Хәлифә Кейта, Мари Диатаның улы
- (1274—1285) I Әбубәкер (Манде Бори), Мари Диатаның ҡыҙының улы
- (1285—1300) Сакура (Сабкара), Кейта династияһынан түгел, иреккә ебәрелгән кеше
- (1300—1305) Ку Кейта (Гао), Ули йәки Мариның улы
- (1305—1310) I Мөхәммәт (Мамаду Ниани), Ку улы
- (1310—1312) Әбубәкер II, Ули йәки Мари Диатаның улы улы
- (1312—1337) I Муса (Канку Муса), Мәғәндең бүләһе, беренсе «манс» титулын алыусы
- (1337—1341) Мәғән, Муса улы
- (1341—1360) Сөләймән, Мусаның ҡустыһы
- (1360) Камба Кейта (Каса), Сөләймәндең улы
- (1360—1374) Мари Диата II, Мәғәндең улы
- (1374—1387) Муса II , Мари Диатаның улы
- (1387—1388) Мәғән II, Мари Диатаның II улы
- (1388—1390) Сантики (Сантиги, Сантаки), тол ҡатын Мари Диатаның II ире
- (1390) Мәғән III (Мәхмүт I), Куның ейәне һәм бүләһе
- (1404—1440 тирәһе) Муса III
- (1460—1480/1481) II Ули (Буле)
- (1480/1481—1496) Мәхмүт II (I Мамаду)
- (1496—1559) III Мәхмүт (II Мамаду)
- (1559 — яҡынса 1590) билдәһеҙ манса
- (яҡынса 1590—1610 й. тирәһе) Мәхмүт IV (III Мамаду)
Империя Мәхмүт IV үлгәндән һуң тарҡала
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бамбара (дәүләт)
- Империя Сонгай
- Империя Гана
- Томбукту
- Гао
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Мали / Г. О. Витухина // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- ↑ Walker, Sheila S., African roots/American cultures: Africa in the creation of the Americas, Published by Rowman & Littlefield, p. 127. (2001)
- ↑ 25 самых богатых людей в истории . Рейтинг. Дата обращения: 17 октябрь 2012. Архивировано 17 октябрь 2012 года.
- ↑ Цивилизации долины Нигера: легенды и золото. Часть II — Мали 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Levtzion N. The Thirteenth and Fourteenth-Century Kings of Mali : [англ.] // Journal of African History. — 1963. — Vol. IV, no. 3. — P. 341—353.
- ↑ Sammis K. Focus On World History: The Era Of Expanding Global Connections — 1000—1500 C.E. : [англ.]. — Portland, ME : J. Weston Walch Publishing, 2002. — P. 66. — 146 p. — ISBN 0-8251-4369-1, ISBN 978-0-8251-4369-4.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Белл Навал Моркос (1972), «Эпоха Манса Мусы Мали: проблемы преемственности и хронологии», Международный журнал африканских исторических исследований 5 : 221—234, JSTOR 217515.
- Гудвин, AJH (1957), «Средневековая империя Ганы», Южноафриканский археологический бюллетень 12 : 108—112, JSTOR 3886971.
- De Villiers, Marq и Hirtle, Шейла. Тимбукту: «Сердце золота в Сахаре». Уокер и компания: Нью-Йорк. 2007.
- Дэвидсон Бэзил. Новое открытие древней Африки / Пер. с англ. М. К. Зеновича. Под ред. И. И. Потехина. — М.: Изд-во восточной литературы, 1962. — 316 с. — Серия «По следам исчезнувших культур востока». Бэзил Дэвидсон.
- Конрад Дэвид. Империи Африки. — М.: ООО ТД «Издательство Мир книги», 2007. — 128 с.
- Левцион Нехемия (1963), «Короли Малайского тринадцатого и четырнадцатого веков», журнал «Африканская история» 4 : 341—353, « JSTOR 180027» .
- Levtzion Nehemia (1973), Древняя Гана и Мали , Лондон: Methuen, ISBN 0-8419-0431-6 .
- Левцион Нехемия; Хопкинс Джон Ф. П., ред. (2000), Корпус ранних арабских источников для Западной Африки , Нью-Йорк: Маркус Вайнер Пресс, ISBN 1-55876-241-8 . Первоначально опубликовано в 1981 году.
- Непомнящий Н. Н. Тайны древней Африки. — М.: Вече, 2002. — 480 с. — Серия «Тайны древних цивилизаций». — ISBN 5-94538-213-2
- Stride, G.T. & C. Ifeka Peoples and Empires of West Africa: West Africa in History 1000—1800 — Edinburgh: Nelson, 1971. — 373 p. — ISBN 0-17-511448-X.
- Oliver, Roland & Anthony Atmore Medieval Africa 1250—1800 — Cambridge: Cambridge University Press, 2001. — 251 p. — ISBN 0-521-79372-6.
- Хунвик Джон О. (1999), Тимбукту и Империя Сонгай: Тарих аль-Судан Аль-Сади до 1613 года и другие современные документы , Лейден: Брилл, ISBN 90-04-11207-3 .