Эргма Эне
Эргма Эне | |
эст. Ene Ergma | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Эстония |
Тыуған көнө | 29 февраль 1944 (80 йәш) |
Тыуған урыны | Раквере[d] |
Атаһы | Vambola Ergma[d][1] |
Әсәһе | Helmi Ergma[d][1] |
Һөнәр төрө | физик, сәйәсмән, астроном |
Эш урыны | Тарту университеты[d] |
Биләгән вазифаһы | депутат Рийгикогу[d], депутат Рийгикогу[d][2], председатель Рийгикогу[d], председатель Рийгикогу[d] һәм депутат Рийгикогу[d][3] |
Уҡыу йорто |
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты Тарту университеты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Партия Res Publica[d][4], Отечество[d][4] һәм Партия реформ Эстонии[d][5] |
Участвовал в выборах | Президентские выборы в Эстонии (2016)[d] |
Ойошма ағзаһы | Эстонская академия наук[d] һәм Шведская королевская академия инженерных наук[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Эргма Эне Викимилектә |
Эргма Эне (эст. Ene Ergma) (29 февраль, 1944 йыл) — эстон астрофизигы һәм сәйәсмәне, Эстония Фәндәр академияһы ағзаһы. 2003—2006 һәм 2007—2014 йылдарҙа Рийгикогу (Эстония парламенты) рәйесе була. 2007 йылдың майынан — «Ватан союзы һәм Res Publica» партияһы рәйесе урынбаҫары.
Белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эне Эргма Вильянди (1962) ҡалаһында К. Р. Якобсон исемендәге урта мәктәпте тамамлай. Тарту университетының (1962—1964) физика факультетында һәм Мәскәү дәүләт университетының (1969) физика факультеты астрономия бүлеген тамамлай. Шунда уҡ физика-математика фәндәре кандидаты (1972) исемен ала, ә 1984 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Фәнни карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эргма Эстон ССР-ы Фәндәр академияһының Астрономия институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй (1972—1974), кесе, һуңынан өлкән ғилми хеҙмәткәр, ғилми секретарь, СССР Фәндәр академияһының (1974—1988) Астрономия институтының ғилми етәксеһе була. 1988—1992 йылдарҙа — Тарту университетының теоретик физика һәм астрофизика кафедраһы профессоры, 1992—1998 йылдарҙа — Теоретик физика институты мөдире. Фәнни карьераның юғары нөктәһе — Эстония Фәндәре академияһының вице-президенты вазифаһы була (1999—2004).
Эне Эргма ТЕА Эстон энциклопедияһының (2008) мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы булып тора.
Сәйәси эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2002 йылда «Res Publica» партияһына инә. 2003 йылда X Рийгикогу депутаты була. Шулай XI һәм XII Рийгикогу депутаты була. Һуңғы икеһендә парламент рәйесе вазифаһын биләй. 2006 йылда президентлыҡҡа дәғүә итә. Эстон парламентыныъң 2/3 тауышын йыя алмай еңелә. 2007 йылдан берләшкән «Ватан Союзы һәм Res Publica» фирҡәһенең рәйес урынбаҫары.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Alaküla A. Kes on kes? Eesti 2000 (эст.) — Tallinn: 2000. — 271 с. — ISBN 978-9985-60-789-3
- ↑ https://www.riigikogu.ee/tutvustus-ja-ajalugu/riigikogu-ajalugu/xii-riigikogu-koosseis/juhatus-ja-liikmed/
- ↑ Ene Ergma // (unspecified title)
- ↑ 4,0 4,1 Ene Ergma — Centre of Registers and Information Systems.
- ↑ Ene Ergma kandideerib valimistel Reformierakonna nimekirjas (эст.) — 2017.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сайт Парламента Эстонии (на русс. языке)
- Эне Эргма в радиопередаче «В рамках приличия» (mp3 из последнего проекта Урмаса Отта)
- Интервью с Эне Эргма, опубликованное в газете «Молодежь Эстонии»)
- 29 февралдә тыуғандар
- 1944 йылда тыуғандар
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- Тимерғаҙыҡ йондоҙоның ордены кавалерҙары
- Өс йондоҙ ордены менән бүләкләнеүселәр
- «Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены Ҙур тәре кавалерҙары
- СССР физиктары
- Тимерғаҙыҡ йондоҙоның Оло тәре ордены кавалерҙары
- МДУ-ның физика факультетын тамамлаусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр