Эстәлеккә күсергә

Иванов Иван Дмитриевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иванов Иван Дмитриевич
Башҡорт АССР-ы прокуроры
декабрь 1939 йыл — март 1943 йыл
 
Тыуған: 26 декабрь 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тверь губернаһының Вышний Волочёк ҡалаһы
Үлгән: 14 октябрь 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (65 йәш)
Дондағы Ростов, СССР
Партия: ВКП(б) (1927 йылдан)
Профессияһы: юрист
 
Наградалары:
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1947

Иванов Иван Дмитриевич (26 декабрь 1903 йыл14 октябрь 1963 йыл) — юрист. 1939—1943 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы прокуроры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1947).

Иван Дмитриевич Иванов 1903 йылдың 26 декабрендә Тверь губернаһының (хәҙерге Тверь өлкәһе) Вышний Волочёк ҡалаһында туҡыу фабрикаһы эшсеһе ғаиләһендә тыуған[1].

1912 йылда завод һөнәрселек мәктәбенә уҡырға инә, уны 1917 йылда тамамлай. Башта урман подрядсыһында эшләй, ә һуңынан ҡала халыҡ хужалығы советы бүлегенә курьер вазифаһына урынлаша.

1919 йылдың ғинуарынан 1920 йылдың декабренә тиклем Һарытау губернаһының Аткарск ҡалаһында йәшәй, тимер юлда эшләй. Бында 1919 йылда комсомолға инә.

Тыуған ҡалаһы Вышний Волочёкҡа ҡайтҡас, ВЛКСМ-дың өйәҙ комитеты инструкторы, артабан механика заводында слесарь булып эшләй, унда комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлана. 1927 йылда ВКП (б) сафына ҡабул ителә.

1928 йылдың ноябрендә ВКП (б)-ның өйәҙ комитеты ҡарары менән Вышний Волочёк өйәҙе прокуратураһына халыҡ тәфтишсеһе вазифаһына эшкә ебәрелә. 1929 йылда Тверь округы Спировский районы прокуратураһына халыҡ тәфтишсеһе итеп күсерелә, 1930 йылдың апрелендә Тверь ҡалаһы (1935 йылға тиклем Мәскәү өлкәһе составында була) прокуратураһына халыҡ тәфтишсеһе вазифаһына тәғәйенләнә.

1930 йылдың авгусынан Тверь округының Тургинов районы, 1931 йылдың июленән — Тверь округының Удомельский районы прокуроры.

1935 йылдың мартында, Калинин өлкәһе ойошторолғандан һуң, өлкә прокуратураһына эшкә күсерелә һәм сәнәғәт бүлеге прокуроры итеп тәғәйенләнә. 1937 йылдың майынан 1939 йылдың декабренә тиклем дөйөм күҙәтеү бүлеге һәм тәфтиш бүлеге начальнигы була.

1939 йылдың декабрендә И. Д. Иванов Башҡорт АССР-ы прокуроры итеп тәғәйенләнә[1], был вазифала 1943 йылдың мартына тиклем эшләй һәм Курск өлкәһе прокуроры урынбаҫары итеп күсерелә.

1944 йылдың декабренән 1949 йылдың июненә тиклем Ярославль өлкәһе прокуроры булып эшләй. Был осорҙа ул ВКП (б)-ның Ярославль өлкә комитеты ағзаһы, хеҙмәтсәндәр депутаттарының өлкә советы депутаты итеп һайлана.

СССР Юғары Советы Президиумының 1947 йылдың 27 майындағы Указы буйынса Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. ССР Союзы Генераль прокурорының 1948 йылдың 2 ноябрендәге бойороғо менән И. Д. Ивановҡа 3-сө класлы дәүләт юстиция советнигы дәрәжәһе бирелә.

1949 йылдың 14 июнендә СССР-ҙың Генераль прокуроры бойороғо менән Иван Дмитриевич Иванов Ярославль өлкәһе прокуроры вазифаһынан азат ителә һәм биш йылға Ростов өлкәһе прокуроры итеп тәғәйенләнә. Бында ул ике срок — 1949 йылдан 1959 йылға тиклем эшләй. Артабанғы биш йыл дауамында — Ростов өлкәһе прокуратураһының йәшерен бүлеге начальнигы һәм тағы ла биш йыл — судтарҙа енәйәт эштәрен ҡарауҙы күҙәтеү бүлеге прокуроры.

1969 йылдың 14 октябрендә Дондағы Ростов ҡалаһында вафат була.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хеҙмәтсәндәр депутаттарының Ярославль өлкә советы депутаты.
  • ВКП (б)-ның Ярославль өлкә комитеты ағзаһы.
  1. 1,0 1,1 Проект «Ярославская википедия». Иванов Иван Дмитриевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2024)
  • Ярославские прокуроры XVIII – XXI века / И.В. Ваганова и др. – Ярославль: Академия 76, 2010. – 192 с.
  • Прокуратура Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1996.