Назаров Михаил Семёнович
Назаров Михаил Семёнович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 19 ноябрь 1897 |
Тыуған урыны | Болхов[d], Орёл губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1 ғинуар 1978 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | полководец |
Уҡыу йорто | Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Назаров Михаил Семенович (17 ноябрь 1897 йыл — 17 апрель 1978 йыл) — СССР-ҙың хәрби начальнигы, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, генерал-майор (1944).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Михаил Семенович Назаров 1897 йылдың 17 ноябрендә Орел губернаһы Болхов ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған. 12 йәшенән күн заводында эшләй башлай[1].
РККА-ла 1918 йылдың октябренән. 1919 йылдың 4 ғинуарынан Көнбайыш фронтында Орел 4-се артдивизионы разведчигы. Кавалерия курсын тамамлағандан һуң, полк хәрби комиссары итеп тәғәйенләнә. Поляк һәм Төркөстан фронттарында һуғыша. 1933 йылда Фрунзе исемендәге РККА Хәрби академияһын, артабан, 1941 йылда, К. Е. Ворошилов исемендәге Ҡыҙыл Армия Генераль штабы академияһын тамамлай.
1941 йылдың 1 июленән 1942 йылдың 31 ғинуарына тиклем 182-се уҡсылар дивизияһы командиры була. 1942 йылдың 17 февраленән1942 йылды 8 майына тиклем 163-се уҡсылар дивизияһы менән командалыҡ итә. Яралана. Госпиталгә эләгә. 1942 йылдың ноябрь айында , һауыҡҡандан һуң, Өфө пехота училищеһы начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1944 йылдың 17 ғинуарында уға «генерал-майор» дәрәжәһе бирелә. 1956 йылда училище тарҡатылғанға тиклем хеҙмәт итә. 1957 йылдың апрель айынана запаста.
Михаил Семенович Назаров Башҡорт АССР-ы Юғары советы 2, 3 һәм 4 саҡырылыш депутаты .
1978 йылда Мәскәүҙә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнгән[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин ордены (21.02.1945).
- Өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены (03.11.1944, ...).
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (22.02.1944).
- СССР миҙалдары.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1993 йылда Өфө ҡала Советы ҡарары буйынса Ленин урамындағы 51 йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла. Уның тексы: «Был йортта 1942-1955 йылдарҙа Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, Өфө пехота училищеһының начальнигы генерал-майор Назаров Михаил Семенович йәшәгән».
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Коллектив авторов. Великая Отечественная: Комдивы. Военный биографический словарь. Командиры стрелковых, горнострелковых дивизий, крымских, полярных, петрозаводских дивизий, дивизий ребольского направления, истребительных дивизий. (Ибянский — Печененко).. — М.: Кучково поле, 2015. — Т. 4. — С. 932-934. — 330 экз. — ISBN 978-5-9950-0602-2.
- Кузнецов П.Г. Дни боевые. — М.: Воениздат, 1959.
- Старшов Ю. Памяти генерала Назарова. // «Вечерняя Уфа». — 7 июля 1993 года.
- Сайфуллин З. Ш. А мы с тобой, брат, из пехоты...// «Советская Башкирия». — 23 июня 1998 года.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Бикмеев М.А. История Уфимского пехотного училища. — Уфа, 1999. — С. 86-88. — 112 с.
- ↑ Фотография из колумбария .
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Назаров Михаил Семёнович на сайте Память народа 2021 йыл 17 ғинуар архивланған..
- 19 ноябрҙә тыуғандар
- 1897 йылда тыуғандар
- Орёл губернаһында тыуғандар
- 1 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1978 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Генераль штабтың Хәрби академияһын тамамлаусылар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- 4-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 3-сө саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 2-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Бөйөк Ватан һуғышында дивизия командирҙары
- «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы менән наградланыусылар
- «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Генерал-майорҙар (СССР)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 17 апрелдә вафат булғандар