Перл Бак
Перл Бак, тыумыштан Сайденстрикер (ингл. Pearl Sydenstricker Buck; ҡытайса исеме 赛珍珠, Sài Zhēnzhū; 26 июнь 1892 йыл — 6 март 1973 йыл) — Америка яҙыусыһы, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты. Миссионер ҡыҙы, бала сағы һәм йәшлеге Ҡытайҙа үтә, был ил уны ижадҡа илһамландыра.
1938 йылда «Ҡытай крәҫтиәндәре тормошон күп яҡлы, ысын мәғәнәһендә эпик һүрәтләгәне өсөн һәм биографик шедеврҙары өсөн» әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы ала. Ҡытайҙа уны йышыраҡ Ҡытай яҙыусыһы тип иҫәпләйҙәр[11].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Перл Сайденстрикер 1892 йылдың 26 июнендә Көнбайыш Виргиния штатының Хилсборо ҡалаһында тыуа. Ата-әсәһе миссионер була һәм туйҙары үткәс тә Ҡытайға китәләр. Әсәһе ауырға ҡалғас, ҡабат АҠШ-ҡа ҡайталар. Перл тыуып, өс айлыҡ булғас, яңынан Ҡытайға киләләр һәм Нанкин тирәһендә төпләнәләр.
Ҡытайҙа ихтилал башлана һәм сит ил кешеләренә унда ҡалыу хәүефле була. Перлдың атаһы китергә ашыҡмай, ул ғаиләһе менән Шанхайға күсә.
Перл Ҡытайҙа Miss Jewell’s School мәктәбенә йөрөй, әммә класташтарының расистик ҡарашлы булыуы арҡаһында уны ташлай. Перл инглиз телен, ҡытай теленең ерле диалектын һәм классик ҡытай телен белә. Ул күп уҡый, айырыуса Чарльз Диккенс романдары менән мауыға, әммә атаһы быны хупламай.
1911 йылда Перл АҠШ-ҡа китә, Виргиния штатында ҡатын-ҡыҙҙар колледжында уҡый. 1914—1933 йылдарҙа миссионерлыҡ эше менән була, ләкин уның ҡараштары үҙгәрә һәм ул миссионерлыҡтан баш тарта.
1914 йылда Перл Ҡытайға килә. Унда 1917 йылдың майында миссионер Джон Бакҡа кейәүгә бара, улар Сучжоуға күсенә. «Ер» һәм «Улдар» тигән романдарында ошо төбәкте һүрәтләй.
1920 йылда икеһе лә Нанкинда университетта уҡыталар. 1921 йылда яҙыусының әсәһе вафат була. 1924 йылда улар ҡабат АҠШ-ҡа ҡайта. Перл Корнелл университеты магистры дәрәжәһен ала. 1925 йылда Перл Дженис тигән ҡыҙсыҡты уллыҡҡа ала, көҙ ғаилә ҡабат Ҡытайға китә.
Һуғыш башланғас, уға ғаиләһе менән фәҡир ҡытайҙарҙың йорттарында йәшенеп көн күрергә тура килә, уларҙы Америка ғәскәрҙәре ҡотҡара. Перл Шанхайға, унан Японияға китә, бер йылдан тағы Ҡытайға килә. 1927 йылдан ул үҙен тулыһынса әҙәби эшкә бағышлай. Никахы ҡаҡшай, ә ҡыҙы ауыр сирле була. 1929 йылда Перл АҠШ-ҡа ҡайта. Нью-Йорк нәшерсеһе Ричард Уолш уның «Көнсығыш еле, көнбайыш еле» тигән китабын баҫмаға ала. Перл «Ер» тигән китабын яҙып бөтөр өсөн ҡабат Ҡытайға килә, 1934 йылда Америкаға бөтөнләйгә ҡайта һәм башҡаса Ҡытайға бармай.
1935 йылда яҙыусы беренсе ире менән айырыла һәм Ричард Уолшҡа сыға. Ғүмеренең ахырына тиклем ире менән Пенсильванияла йәшәй. 1973 йылдың мартында үпкә яман шешенән вафат була.
Төп эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Романдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Көнсығыш еле, көнбайыш еле (ингл. East Wind:West Wind, 1930)
- Ер (ингл. The Good Earth, 1931, Пулитцер премияһы)
- Улдар (ингл. Sons, 1933)
- Тарҡалып барған йорт (ингл. A House Divided, 1935)
- This Proud Heart (1938)
- Ҙур тулҡын (ингл. The Big Wave, 1938)
- Dragon Seed (1942)
- Pavilion of Women (1946)
- Peony (1948)
- Өлкәнәймәгән бала (ингл. The Child Who Never Grew, 1950)
- God’s Men (1951)
- Come, My Beloved (1953)
- Император ҡатын (ингл. Imperial Woman, 1956)
- China Sky (1956)
- Пекиндан хат (ингл. Letter from Peking, 1967)
- The Living Reed (1963)
- Ваҡыт — төштән кире (ингл. The Time is Noon, 1966)
- Matthew, Mark, Luke and John (1967)
- Мадам Ляндең өс ҡыҙы (ингл. The Three Daughters of Madame Liang, 1969)
Биографиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Автобиографиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- My Several Worlds (1954)
- A Bridge For Passing (1962)
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Перл Бак халыҡ-ара уллыҡҡа алыу тарихында һиҙелерлек роль уйнай. 1949 йылда ул донъяла беренсе халыҡ-ара уллыҡҡа алыу агентлығын (Welcome House) аса. Азиат расаһы һәм ҡатнаш ҡанлы балаларға айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Ул саҡта уллыҡҡа бала алыу Америка йәмғиәтендә популяр булмай. Әлегә тиклем раса-ара балаларҙы уллыҡҡа алыу буйынса махсуслашҡан Перл Бак исемендәге фонд эшләй[12].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118516817 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ LIBRIS — Национальная библиотека Швеции, 2012.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Blain V., Grundy I., Clements P. The Feminist Companion to Literature in English (ингл.): Women Writers from the Middle Ages to the Present — 1990. — P. 154.
- ↑ 5,0 5,1 Краткая литературная энциклопедия (урыҫ) — М.: Советская энциклопедия, 1962. — Т. 1.
- ↑ Бак Перл // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Pearl S. Buck // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Our hidden heritage : Pennsylvania women in history — American Association of University Women, 1983. — Б. 313. — ISBN 0-9611476-0-1
- ↑ https://norman.hrc.utexas.edu/fasearch/findingAid.cfm?eadid=00520
- ↑ Pearl Buck // https://www.centraalmuseum.nl/nl/maker/pearl-buck
- ↑ Meyers, Mike Pearl of the Orient (англ.) // New York Times. — 5 марта 2006.
- ↑ Владимир Абаринов Кого наказываете, господа?. — Международный ежемесячник «Совершенно секретно».
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Перл С. Бак
- Страница Перл Сайденстрикер Бак в литературном клубе «Пергам» 2020 йыл 20 октябрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лауреаты Нобелевской премии: Энциклопедия: Пер. с англ.- М.: Прогресс, 1992.
- Peter J. Conn. Pearl S. Buck: A Cultural Biography. Cambridge England ; New York: Cambridge University Press, 1996. ISBN 0521560802
- Hilary Spurling, Burying the Bones: Pearl Buck in China (London: Profile, 2010) ISBN 9781861978288
- Nora B. Stirling, Pearl Buck, a Woman in Conflict (Piscataway, NJ: New Century Publishers, 1983)
- Elizabeth Johnston Lipscomb, Frances E. Webb and Peter J. Conn, eds., The Several Worlds of Pearl S. Buck: Essays Presented at a Centennial Symposium, Randolph-Macon Woman’s College, March 26-28, 1992. Westport, CT: Greenwood Press, Contributions in Women’s Studies, 1994. ISBN 0313291527
- Liao Kang. Pearl S. Buck: A Cultural Bridge across the Pacific. (Westport, CT, London: Greenwood, Contributions to the Study of World Literature 77, 1997). ISBN 0-313-30146-8.
- Xi Lian. The Conversion of Missionaries: Liberalism in American Protestant Missions in China, 1907—1932. (University Park: Pennsylvania State University Press, 1997). ISBN 027101606X
- 26 июндә тыуғандар
- 1892 йылда тыуғандар
- АҠШ-та тыуғандар
- 6 мартта вафат булғандар
- 1973 йылда вафат булғандар
- АҠШ-та вафат булғандар
- Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- АҠШ яҙыусылары
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- Нобель премияһы лауреаты булған ҡатын-ҡыҙҙар