Эстәлеккә күсергә

Тикеев Данис Солтан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тәкәев Данис Солтан улы битенән йүнәлтелде)
Данис Солтан улы Тикеев
Тыуған көнө

10 ноябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Иглин районы Иҫке Ҡобау ауылы

Вафат көнө

9 сентябрь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (67 йәш)

Вафат урыны

Башҡортостан Республикаһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

филология

Эшләгән урыны

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтыСтәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Тикеев Данис Солтан улы (10 ноябрь 1940 йыл9 сентябрь 2008 йыл) — тел белгесе, педагог. 1976—1977 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты деканы урынбаҫары, 1983 йылдан әҙерлек бүлеге мөдире, 1987 йылдан — башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2003 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының башҡорт филологияһы факультеты деканы. Филология фәндәре докторы (2000), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).

Данис Солтан (Әхмәтсолтан) улы Тикеев 1940 йылдың 10 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Иглин районы Иҫке Ҡобау ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Әхмәтсолтан Вәлиәхмәт улы, математика уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, әсәһе — Сәймә Ғабдулла ҡыҙы, башланғыс кластар уҡытыусыһы, ҡустыһы — Тикеев Фаил Солтан улы, тарихсы. Шәжәрәһе XVII—XVIII быуаттар сигендә йәшәгән ҡобау-мең ырыуы вәкиле Тикәйгә барып тоташа[1].

1967 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.

1967 йылдан «Башкнигоиздат» нәшриәтендә эшләй.

1967 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡыта: ассистент, 1976—1977 йылдарҙа тел һәм әҙәбиәт факультетының декан урынбаҫары, 1983—1987 йылдарҙа әҙерләү бүлеге мөдире, 1987—2008 йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2003 йылдан башҡорт филологияһы факультеты деканы булып эшләй.

1975 йылда кандидатлыҡ, 2000 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

2008 йылдың 9 сентябрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат була. Иглин районы Яңы Ҡобау ауылында ерләнә.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Данис Солтан улының фәнни эшмәкәрлеге башҡорт телен уҡытыу методикаһына, уның синтаксисына, стилистикаһына һәм телмәр мәҙәниәтенә арналған. 10 монография, 150-нән ашыу фәнни һәм фәнни-методик мәҡәләләр, 5 уҡыу китабы, 10-дан ашыу уҡыу әсбабының авторы[1].

  • Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: һайланма мәҡәләләр. — Өфө, 2002.
  • Современный башкирский язык. Синтаксис простого предложения. — Уфа: Гилем, 2002.
  • Основы синтаксиса современного башкирского языка. — М.: Наука, 2004. — 312 с.
  • Структурно-семантические особенности неглагольных сказуемых в современном башкирском языке. — М., 2007. (авторҙаш)
  • Хәҙерге башҡорт теле. Синтаксис. — Өфө: Ғилем, 2008. — 376 б. (Ф. С. Тикеев менән берлектә)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1998)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006)
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001)
  • Иглин ауылының 4-се урта мәктәбенә уның исеме бирелә. Бында музей булдырыла, Данис Тикеев уҡыуҙары ойошторола[2].
  1. 1,0 1,1 Рашит Шакур Постигая тайны родного языка // Ватандаш : журнал. — 2008. — № 8. — С. 37—41. — ISSN 1683-3554.
  2. Ишбулды Әбйәлилбаш. Тынғыһыҙ шәхес // Ватандаш : журнал. — 2020. — № 8. — С. 88. — ISSN 1683-3554.
  • Закиев М. З. Данис Тикеев — новатор в изучении синтаксического строя башкирского языка // Профессор Д. С. Тикеев и проблемы башкирского языкознания: сб. научных трудов / Отв. ред. З.И. Саляхова; зам. отв. ред. Г.А. Басырова. — Стерлитамак: Стерлитамакский филиал БашГУ, 2015.
  • Шакур Р. Постигая тайны родного языка // Истоки духовности. — Уфа, 2009.