Миңлеғолов Шәрип Хәби улы
Миңлеғолов Шәрип Хәби улы (14 июнь 1928 йыл — 7 ғинуар 2003 йыл) — хәрби хеҙмәткәр һәм йәмәғәт эшмәкәре, отставкалағы полковник. Венгрия (1956) һәм Чехословакиялағы (1968) ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашыусы. 1976—1985 йылдарҙа ДОСААФ-тың Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе. Ҡыҙыл Байраҡ (1969), Александр Невский (1956), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1968, 1975) ордены кавалеры.
Шәрип Хәби улы Миңлеғолов | |||||||
Тыуған ваҡыты | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй кантоны, Һыуыҡҡул ауылы | ||||||
Үлгән ваҡыты | |||||||
Вафат урыны |
Башҡортостан, Өфө ҡалаһы | ||||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||||
Ғәскәр төрө |
һауа-десант ғәскәрҙәре | ||||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1943—1985 | ||||||
Хәрби звание | |||||||
Командалыҡ итеү | |||||||
Хәрби алыш/һуғыш |
1956 йылғы мадьяр ихтилалы | ||||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Биографияһы
үҙгәртергәШәрип Хәби улы Миңлеғолов 1928 йылдың 14 июнендә Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районы) Һыуыҡҡул ауылында тыуған.
1943 йылда үҙенә ике йәш өҫтәп Совет Армияһына бара, 1943 йылдың декабренән Өфөлә дислокацияланған 28‑се өйрәнсек уҡсылар полкында хеҙмәт итә. 1948 йылда Тбилиси пехота училищеһын тамамлай. Лейтенант званиеһын ала.
1948 йылдан СССР Һауа-десант ғәскәрҙәренең 31‑се гвардия дивизияһы 114‑се полкының взвод командиры булып хеҙмәт итә, 1951 йылдан шул уҡ полктың рота командиры. Рота командиры булараҡ Будапештта 1956 йылғы мадьяр ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша, дүрт тапҡыр яралана, күрһәткән батырыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
1960 йылда Мәскәүҙәге М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлай. Рязань юғары хәрби-десант училищеһында курсанттар батальоны менән командалыҡ итә, курсанттарҙы хәрби һәм сәйәси әҙерләүҙә уңыштары өсөн 1968 йылдың февралендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
1966—1970 йылдарҙа 119‑сы гвардия парашют-десант полкы командиры вазифаһын үтәй, полковник званиеһын ала. 1968 йылдың 21 авгусында Прагала Чехословакия Коммунистар партияһы Үҙәк комитетының 1‑се секретары Александр Дубчекты ҡулға алыу операцияһы менән етәкселек итә.
1969 йылдан Балтик буйы хәрби округында Һауа-десант ғәскәрҙәре дивизияһы командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә, полковник званиеһын ала.
1976—1985 йылдарҙа ДОСААФ‑тың Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе улып эшләй.
1985 йылда отставкаға китә. Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының Башҡортостан республика советында эшләй.
2003 йылдың 7 ғинуарында вафат була. Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнгән.
Бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1969)
- Александр Невский ордены (1956)
- 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1968, 1975)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы.
Ғаиләһе
үҙгәртергәҠатыны Галина Харис ҡыҙы менән бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтергән.
Хәтер
үҙгәртергә2013 йылда Өфөлә ул йәшәгән йортҡа (Революция урамы, 66) мемориаль таҡтаташ асылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Смирнов Е. А. Миңлеғолов Шәрип Хәби улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Состоится открытие мемориальной доски Шарипу Минигулову // Официальный сайт Администрации городского округа город Уфа Республики Башкортостан.
- Хузиахметова Ильвина. Звезда полковника Минигулова // Вечерняя Уфа : газета. — 2013, № 149 (12297).