Мәмерйә — ер ҡабығы эсендәге тәбиғи бушлыҡ; Ер аҫтында барлыҡҡа килгән ҡыуышлыҡ; тау тишеге[1]. Мәмерйәнән ер өҫтөнә бер йәки бер нисә сығыу юлы бар. Мәмерйәләрҙе спелеология исемендәге фән тармағы өйрәнә.

Шүлгәнташ мәмерйәһе

Мәмерйәләрҙе барлыҡҡа килеүе буйынса бер нисә төргә бүлергә мөмкин:

  • Тектоник мәмерйәләр — ер ҡабығының һыныуы, ярылыуы сәбәпле барлыҡҡа килә.
  • Эрозия мәмерйәләре — һыуҙа иремәй торған тау тоҡомдарының механик йыуылыуы сәбәпле барлыҡҡа килә.
  • Боҙ мәмерйәләре — боҙлоҡ иреү сәбәпле хасил була.
  • Вулкан мәмерйәләре — һүнгән вулкан кратерында барлыҡҡа килә.

Башҡортостанда бөтә донъяға билдәле бер нисә мәмерйә бар. Күптәре тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Улар барыһы ла — карст мәмерйәләре.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)