Фуюй ҡырғыҙҙары
Фуюй ҡырғыҙҙары (үҙ атамаһы — ҡырғыҙ, хергес, тиртиз) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының Хэйлунцзян провинцияһы Фуй өйәҙендә төрки этник төркөм. Уларҙы ҡырғыҙҙар менән бутарға ярамай, сөнки улар сығышы һәм теле буйынса себер төркиҙәре, айырыуса хакастар менән, туғандаш. Туған теле — фуюй-ҡырғыҙ теле. 1997 йылда уларҙың һаны яҡынса 1200 кеше булған.
Үҙ атамаһы |
кыргыс, хэргэс, тиртиз |
---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
Тел |
Фуюй ҡырғыҙ теле |
Раса тибы | |
Халыҡ | |
Туғандаш халыҡтар |
Тарихы һәм хәҙерге заман
үҙгәртергәУлар 1703—1706 йылдарҙа Хакасиянан Жуңғарға ҡыуылған Йәнәсәй ҡырғыҙҙарының[1] тоҡомдары тип һанала.
Жуңғар ханлығы юҡ ителгәс, Цин империяһы властары тарафынан 1755—1757 йылдарҙа Маньчжурияға күсерелә.
Хәҙерге ваҡытта (исеменән билдәле) Ҡытайҙың Фуюй өйәҙе Юи-Даур-Маньчжур-Ҡырғыҙ милли улусында (友谊达斡尔族满族柯尔克孜族乡|友谊达斡尔族满族柯尔克孜族乡) йәшәйҙәр.
Өйрәнеү
үҙгәртергәФуюй ҡырғыҙҙары тураһында тәүге фәнни мәғлүмәттәр япондарҙың Маньчжурияны оккупациялауы ваҡытында (1931—1945) теркәлә. Япон ғалимы Масато Сухара (яп. 栖原正人, иероглифтарҙы ҡытайса уҡыу — «Циюань Чжэнжэнь») ҡырғыҙ ауылдарында 1944 йылдың июлендә була, ә 1945 йылдың майында «Ҡырғыҙҙарға сәйәхәт» мәҡәләһен баҫтыра[2].
1945 йылда Хэйлунцзянға совет ғәскәрҙәре ингәндән һуң, ҡырғыҙ милләтле совет һалдаттары һәм офицерҙары урындағы халыҡ араһында үҙҙәрен ҡырғыҙ тип атаған һәм үҙҙәре аңлаған телдә һөйләшкән кешеләр барлығы тураһында үҙҙәренең етәкселегенә хәбәр итә.
1952 йылда Юй Ифтың «Нэньцзян болондары ҡырғыҙҙары» мәҡәләһе сыға, унда тарих, миграция, социаль һәм сәйәси хәл, мәҙәниәт һәм халыҡ хәтере, тел, иҡтисад, йолалар һәм көнкүреш тормошо буйынса төп материал тупланған.
1957 йылдан алып халыҡты Ҡытай ҡырғыҙ белгесе Ху Чжэнхуа өйрәнә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Языки мира: Тюркские языки / Институт языкознания РАН. — Москва: Индрик, 1997. — С. 456. — 542 с. — ISBN 9785857590614. Архивная копия от 4 июнь 2020 на Wayback Machine
- ↑ 黑龙江柯尔克孜族研究综述 2020 йыл 17 июнь архивланған. (Обзор исследований хэйлунцзянских кыргызов), «Хэйлунцзянский этнический бюллетень», 2005-03
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Тенишев Э. Р. О языке кыргызов уезда Фуюй // Вопросы языкознания. 1961. № 1. С.88-95.
- Янхунен Ю. К вопросу о зарубежных хакасах // Проблемы сохранения природы и культурно-исторического наследия Хакасии. Абакан, 1994. Вып. 1. С. 99-107.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Краткое описание кыргызов, проживающих в уезде Фуюй провинции Хэйлунцзян 2013 йыл 9 март архивланған.
- М. А. Чертыков. Фуюйские кыргызы (историко-этнографический очерк)(недоступная ссылка)