Эдинбург соборы
Изге Эгидий соборы (ингл. St. Giles' Cathedral, Сент-Джайлс) — Эдинбургтағы собор; Шотландия пресвитериан сиркәүенә ҡарай. Король миленең үҙәгендә урынлашҡан һәм маршруттың биҙәүесе булып тора. 900 йыл дауамында был собор Эдинбург ҡалаһының дини тормошоноң үҙәге була һәм хәҙерге көнгә тиклем пресвитерианлыҡ үҙәге булып иҫәпләнә[2].
Эдинбург соборы | |
Нигеҙләү датаһы | XIV быуат |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Святой Эгидий[d] |
Дәүләт | Бөйөк Британия |
Административ-территориаль берәмек | Эдинбург[d] |
Ассоциацияләшкән сайлау округы | Edinburgh East and Musselburgh[d] |
Историческое графство | Мидлотиан[d] |
Урын | Эдинбург |
Бағышланған | Святой Эгидий[d] |
Архитектура стиле | готик архитектура[d] |
Мираҫ статусы | реестровое здание категории A[d][1] |
Рәсми сайт |
stgilescathedral.org.uk stgilescathedral.org.uk |
Святой покровитель | Святой Эгидий[d] |
Географический код Великобритании | NT2572773590[1] |
Эдинбург соборы Викимилектә |
Статусы
үҙгәртергәСент-Джайлс соборы епископ кафедраһы урынлашҡан урын булып тормай, ә формаль рәүештә генә шулай тип аталған, сөнки xvii быуатта — бары тик 1635—1638 һәм 1661—1689 йылдарҙа ике тапҡыр был функцияны үтәп торған. Сент-Джайлста епископ англия властары тарафынан тәғәйенләнгән һәм төрлө сыуалыштар һәм һуғыштар килтереп сығарған. Урта быуаттарҙан алып Реформацияға тиклем был собор Эдинбургтың төп соборы булып тора һәм Сент-Эндрюс епископлығына ҡарай, епископ кафедра һы Сент-Эндрюс, Файф ҡалаһының Изге Андрей соборында урынлашҡан була. Реформациянан һуң оҙаҡ ваҡыт шотланд пресвитериан сиркәүе тарихында сиркәүҙәренең үҙ епископтары, епархиялары һәм кафедралары булмай, шуға Изге Джайлс ҡорамын хәҙерге заманда ла «Төп сиркәү» (ингл. kirk high) тип йөрөтәләр[3].
Тарих
үҙгәртергәСобор Изге Эгидий (Джайлс, Жиль) хөрмәтенә изгеләштерелә, ул зәғиф кешеләрҙең һәм шулай уҡ Эдинбург ҡалаһының ҡурсалаусыһы итеп һаналған. Джайлс Урта быуаттарҙа бик популыр булған[4].
Ҡорамдың иң иҫке бинаһының бер өлөшө — дүрт ауыр колонналы үҙәк — 1124 йылда төҙөлгән (бының дәлилдәре юҡ). 1385 йылда собор янғындан ныҡ зыян күрә, шуға уны тулыһынса тиерлек яңынан үҙгәртеп ҡоралар. Хәҙерге ваҡытта нәҡ шул соборҙың күп өлөшө һаҡланып ҡалған. 1466 йылда соборға коллегиаль статусы бирелә. Статусын күтәргәндән һуң, 1490 йылдар итрәһендә ҡорамға манара төкәтеп төҙөйҙәр[5].
Ноксов Реформацияһынан һуң 1560 йылда йәмиғ ҡомартҡыһы, изге йөҙөклө Джайлстың уң ҡулы һәм башҡа ювелир биҙәүестәр Эдинбург ювелирҙары Майкл Гилбертҡа һәм Джон Хартҡа һатыла. Соборҙың эске өлөшө реформат пресвитериан ғибәҙәт ҡылыу йолаһына ярашлы күп һанлы залдарға бүлгеләнә[6]
Король Карл I был сиркәүгә көсләп дөйөм доға китабы (ингл. Common Prayer Book of) буйынса ғибәҙәт ҡылыуҙы индерә[7]. Был тәртип Шотландияла аңлау таба алмай, 1637 йылдың 27 июлендә Джон Ханна яңы китап буйынса ғибәҙәт ҡылыуҙы башлау менән баҙарҙа һатыу иткән ҡатын уның башына ултырғыс ташлай, шунан һуң күмәк сыуалыштар башлана[8]. Тәртипһеҙлек бөтә ҡалаларҙа тарала, был ковентан хәроәкәтен башлап ебәрә,ул тиҙ арала бөтә Шотландияны биләп ала. Ошо хәрәкәт арҡаһында хәрби конфликт башлана, ул епископ һуғышы тип атала.
XVII быуаттың аҙағында ҡорам өсөн ҡыңғырауҙар эшләнә. 1707 йылда Шотландия һәм Англия парламенттары араһында Уния тураһында актҡа ҡул ҡуйыла һәм яңы дәүләт — Бөйөк британия барлыҡҡа килә. Шотландия актҡа ҡул ҡуйғандың икенсе көнөнә ҡыңғырауҙарҙа саң уйнатыусы шотланд йырының «Почему мне должно быть так грустно в мой день свадьбы?» (ингл. Wedding sad should be so Why I on my day?) көйөн ҡыңғырауҙарҙа башҡара[9].
Реформациянан һуң 300 йыл дауамында собор дин өсөн генә файҙаланылмай, бында төрлө ваҡыттарҙа төрлө ойошмалар тора: полиция бүлеге, янғын һүндереү станциялары, мәктәп, күмер һатыу магазины. Шулай уҡ соборҙа гильотина (шотланд ҡыҙы) тора, соборҙың бер ҡанатында фәхишәләр өсөн төрмә эшләй[6].
1800 йылда соборҙың тышҡы ҡиәфәте ныҡ йәмһеҙләнгән була һәм Эдинбург ҡалаһының күренешен боҙоп тора. 1829 йылда реставрация үткәреү өсөн архитектор Уильям Берн тәғәйенләнә. Соборҙың күренешен матурлау маҡсатында уның бер нисә бәләкәй сиркәүен һүтәләр, тәҙрә уйымдарына матур витраждар ҡуялар, тышҡы яҡтан соборҙы яңы шымартылған таш менән көпләйҙәр[10].
1872—1883 йылдарҙа сэр Уильям Чемберс, Эдинбургтың лорд-провосты, соборҙы Вестминстер аббатлығының аналогы итеп реставрациялау өсөн аҡса бирә. Уильям Хэй, ремонт эштәре өсөн яуаплы була, ул боронғо архитектураға пиететһыҙ (вайымһыҙ) ҡарай, шунлыҡтан, мәҫәлән, соборҙың иҫке галереялары һәм Реформация осоронда күтәртелгән бүлкәттәре һүтелә[10][11].
Соборҙағы Шайтан таяғы (Чертополох) ордены сиркәүе
үҙгәртергә1911 йылда соборҙа Шайтан таяғы (Чертополох) ордены сиркәүе барлыҡҡа килә (был орден 1687 йылға тиклем булмаған). Һәр йылдағыса, июндә һәм июлдә, Эдинбургҡа монарх Холируд һарайында йәшәргә килә. Визит барышында Чертополох ордены менән бәйле төрлө тантаналар үткәрелә, сиркәүҙә яңы рыцарҙар ордены һәм яңы ханымдарға бағышлау үткәрелә. Һәр бер рыцарҙың сиркәүҙә бәләкәй генә үҙ бүлмәһе бар, унда уның ҡылысы, геральдик шлемы һәм гербы тора. Рыцарь вафат булғандан һуң уның гербы бүлмәнән сығарып ташланмай, ә артҡы стенаһының аҫтынараҡ күсерелеп ҡуйыла. Шулай итеп король ордены ағзаларының гербы менән 1911 йылдан алып сиркәүҙең бөтә бүлмәләре биҙәлгән[12].
Ҡомартҡылар
үҙгәртергәЭдинбург Король милендә торғанлыҡтан бында туристар бик күп килгән урын булып тора. Бындағы урта быуат архитектура ҡомартҡыһынан тыш собор бинаһындағы ҡомартҡылар үҙенә күп һанлы туристарҙы йәлеп итеп тора. Шулай уҡ соборҙа Шотландияның күп кенә билдәле һәм почетлы граждандары ерләнгән. Мәҫәлән, граждандар һуғышында Карл I яғында ҡатнашҡан Джеймс Грэм, уның дошманы, инглиз парламенты һуғышында ҡатнашҡан Арчибальд Кэмпбелл, шулай уҡ яҙыусы Роберт Льюис Стивенсон[13] һәм просвитерианлыҡҡа нигеҙ һалыусы Джон Нокс (уның кенотаф кеүек итеп эшләнгән ҡәбер ташы ла бар) ерләнгән
Витраждар
үҙгәртергә1870-се йылдарҙа соборҙың тәҙрә уйымдарына Библия сюжеттары төшөрөлгән витраждар ҡуйыла. Был просвитериан динендәге йолаларға ярашлы булмай, шунлыҡтан ҡайһы бер тәҙрәләр баштағыса тороп ҡалған. ХХ быуат урталарында ғына витраждар тулыһынса ҡуйыла, иң һуңғы ҡуйылған витражда Изге Андрей —Шотландияның ҡурсалаусыһы төшөрөлгән. Изге Андрей зәңгәр төҫлө кейемдә һүрәтләнгән, уның ҡиәфәтендә Эдинбург табибы Джеймс Джеймсонды төҫмөрләргә мөмкин, сөнки витражды докторҙың бай пациенты рәхмәт йөҙөнән төҙөткән.[14][11]
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 St Giles Cathedral, High Street, Edinburgh // https://portal.historicenvironment.scot/designation/LB27381
- ↑
- ↑ Cathedral Giles St — Scotland Edinburgh 2020 йыл 21 декабрь архивланған.
- ↑ http://www.catholic-forum.com/saints/golden266.htm 2010 йыл 30 август архивланған. Легенда о святом Эгидии
- ↑ Mediaeval Stonework . Дата обращения: 8 октябрь 2010. Архивировано 17 февраль 2011 года. 2011 йыл 17 февраль архивланған.
- ↑ 6,0 6,1 Reformation 2007 йыл 3 ноябрь архивланған.
- ↑ The Church becomes a Cathedral . Дата обращения: 8 октябрь 2010. Архивировано 7 август 2011 года. 2011 йыл 7 август архивланған.
- ↑ Jenny Geddes . Дата обращения: 8 октябрь 2010. Архивировано 17 июль 2011 года. 2011 йыл 17 июль архивланған.
- ↑
- ↑ 10,0 10,1 19th Century Restoration . Дата обращения: 8 октябрь 2010. Архивировано 17 июль 2011 года. 2011 йыл 17 июль архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «autogenerated2» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ 11,0 11,1
- ↑ The Thistle Chapel . Дата обращения: 8 октябрь 2010. Архивировано 8 август 2011 года. 2011 йыл 8 август архивланған.
- ↑ Robert Louis Stevenson Memorial 2008 йыл 28 август архивланған.
- ↑ Victorian Windows . Дата обращения: 8 октябрь 2010. Архивировано 17 февраль 2011 года. 2011 йыл 17 февраль архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт собора
- Фотографии собора 2020 йыл 21 декабрь архивланған.
- Сент-Джайлс на сайте Undiscovered Scotland