17 декабрь
көнө
17 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 351-се көнө (кәбисә йылында 352-се). Йыл тамамланыуға 14 көн ҡала.
17 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
17 декабрь Викимилектә |
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Беларусь: Беларусь киноһы көнө.
- Бутан: Милли көн.
- Ираҡ: Курдистан флагы көнө.
- Куба: Изге Лазарь көнө.
- Тунис: Милли революция көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре көнө.
- Дәүләт фельдъегер хеҙмәтендә эшләүселәр көнө.
- Риэлторҙар көнө (декабрҙең өсөнсө шәмбеһе).
- Украина: Хөкөм язаһын бойомға ашырыу дәүләт хеҙмәтендә эшләүселәр көнө.
- 1860: Өфө ҡалаһында ҡыҙҙар өсөн ҡаҙна училищеһы асыла, 1865 йылдан — ҡыҙҙар гимназияһы, хәҙер 3-сө мәктәп-гимназия.
- 1903: Ағалы-ҡустылы Райттар беренсе самолёт эшләй.
- 1926: СССР беренсе Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу башлана.
- 1959: СССР-ҙа Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре булдырыла.
- 1962: Монако конституцияһы иғлан ителә.
- 1974: Ленинградта Дәүләт йәштәр театры асыла.
- 1989: АҠШ-тың «FOX» (Fox Broadcasting Company) телеканалында «Симпсоны» мультсериалының 1-се серияһы күрһәтелә.
- 1995: Рәсәй Федерацияһының 2-се саҡырылыш Дәүләт думаһына депутаттар һайлау.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Горшков Василий Николаевич (1920—31.08.1944), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының отделение командиры, кесе сержант (1943), курс тамамлағандан һуң кесе лейтенант (1944). Советтар Союзы Геройы (1943).
- Сөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улы (1980), башҡорт спортсыһы, профессионал боксёр. Бөтә донъя бокс берлегенең алтын билбауын яулаусы һәм «WBO NABO вакант» титулын алыусы. Кикбоксинг буйынса донъя, бокс буйынса Нью-Йорк ҡалаһы чемпионы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мансур Зия (Мансуров Зия Мансур улы; 1916—11.11.1965), шағир, тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1937—1939 йылдарҙа Дүртөйлө район гәзите хеҙмәткәре; 1946 йылдан — урындағы радио дикторы; 1948 йылдан — район мәҙәниәт йорто директоры; 1949 йылдан Ҡазанда: Татар АССР-ы радиокомитетының әҙәби тапшырыуҙар мөхәррире, 1953—1955 йылдарҙа «Чаян» журналының әҙәби хеҙмәткәре. 1955 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Етембәк ауылынан.
- Хафизов Нәжибәк Шаһикамал улы (1921—1983), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусы, драматург һәм сатирик. 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1963—1967 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, 1967—1978 йылдарҙа — хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры. Кәтүк менән Бағанай образдарының авторы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
- Мағазов Азат Шәйехйән улы (1926—13.12.2015), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, йәмәғәт эшмәкәре һәм яҙыусы. Авиация полковнигы. 1981—1996 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй тыныслыҡ фонды Башҡортостан республика бүлексәһенең идара рәйесе. 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәинәт хеҙмәткәре (1984). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1968) ордендары кавалеры. Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы (1997) һәм Муса Гәрәев исемендәге (2013) премия лауреаты.
- Баязитова Әминә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы (1946), педагогик хеҙмәт ветераны. 1974—2008 йылдарҙа Бөрйән районы Байназар мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Рәсәйҙең мәғариф отличнигы һәм почётлы мәғариф хеҙмәткәре, уҡытыусы-методист, юғары категориялы уҡытыусы.
- Ноғоманов Рәүеф Сәмиғулла улы (1956), хужалыҡ һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 2019 йылдың ғинуарынан 2022 йылдың 18 майынаса «Башспирт» йәмғиәтенең генераль директоры. 2000—2003 йылдарҙа Өфө ҡала хакимиәте башлығы; 2012—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-Министрының беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2021). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ишбулатов Альберт Наил улы (1981), спортсы. 1999—2001 йылдарҙа кикбоксинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Өфөләге «Йәшел күл» спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Сорхандарья виләйәтенең Шәрғүн ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Шәрифуллин Фаяз Гәбдрәй улы (1922—???), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районынан.
- Чернов Николай Федорович (1927—16.08.2007), спортсы. 1959 йылдан мотоспорт буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. СССР-ҙың спорт мастеры (1957), боҙҙа уҙышыу буйынса бер нисә тапҡыр (1965, 1967, 1968) СССР чемпионы. Сығышы менән Башҡорт АССР-ы Өфө кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовещен районының) Орловка ауыл советы составында булған һәм 1968 йылда бөткән Вознесенский ауылынан.
- Березовский Андрей Константинович (1957), композитор. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры музыкаль бүлегенең элекке мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Һиндостандың Сәнғәт өлкәһендәге Джавахарлал Неру исемендәге халыҡ-ара премияһы (1988) һәм Йәш композиторҙарҙың Бөтә Союз конкурсының 1-се дәрәжә лауреаты (1983).
- Шаһбалова Фирүзә Вәлит ҡыҙы (1962), журналист, йәмәғәтсе. 1986 йылдан Стәрлетамаҡ районының «Знамя коммунизма» (хәҙер «Сельские нивы») гәзите хеҙмәткәре, хаттар бүлеге мөдире, күп йылдар урындағы профсоюз ойошмаһы рәйесе. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Рәхмәтов Салауат Кипай улы (1967), спортсы. Ҡаяға үрмәләү спорты буйынса 1986 йылдан СССР, 1992 йылдан — БДБ (1992) һәм 1998—2010 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. 1998—2010 йылдарҙа Өфөләге 11-се СДЮСШОР өсөн сығыш яһай. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2010). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2001). Сығышы менән Алма-Ата ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Вострецов Степан Сергеевич (1883—3.05.1932), хәрби хеҙмәткәр, корпус командиры. Революцион хәрәкәттә, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Өс Георгий тәреһе һәм дүрт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Вострецов ауылынан.
- Ғөбәй Дәүләтшин (1893—10.07.1938), яҙыусы, юғары мәктәп һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Ваҡытлы Революцион Советын ойоштороусыларҙың береһе. 1935—1937 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы мәғариф халыҡ комиссары, хәҙерге «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
тулы исемлек
- Яхимович Варвара Львовна (1913—19.08.1994), геолог-ғалим. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1991), геология‑минералогия фәндәре докторы (1959), профессор (1969). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1950), РСФСР-ҙың атҡаҙанған геологы (1984), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976). Сығышы менән хәҙерге Польшаның баш ҡалаһы Варшаванан.
- Утин Василий Ильич (1918—10.12.1941), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. Совет ғәскәрҙәренең Бессарабияға һәм Төньяҡ Буковинаға 1940 йылдағы хәрби походында ҡатнашыусы. СССР Эске эштәр халыҡ комиссариатының махсус тәғәйенләштәге сик буйы полкы автоматсыһы, политрук урынбаҫары. Советтар Союзы Геройы (1942, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Ивановка ауылынан.
- Сәйетбатталов Ғәлей Ғәлей улы (1928—31.07.2010), башҡорт теле белгесе-ғалим. 1957—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1974—1977 йылдарҙа — башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1991), филология фәндәре докторы (1969), профессор (1971). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988) һәм мәғариф отличнигы (1988), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998). Жәлил Кейекбаев исемендәге (1995) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге (2018, үлгәндән һуң) премиялар лауреаты.
- Хәмиҙуллин Әҡсән Абдрахман улы (1928—27.12.2000), нефтсе, йәмәғәтсе. 1952—1987 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында быраулаусы, мастер. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш (1971—1975) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының почётлы гражданы (1998). Сығышы менән Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны Смаҡай ауылынан (хәҙер Ишембай ҡалаһы микрорайоны).
- Коршак Алексей Анатольевич (1953), инженер‑механик-ғалим. 1976 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2001 йылдан гидравлика һәм гидромашиналар кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта ӨДНТУ ҡарамағындағы Өҫтәмә һөнәри белем биреү институтының «Нефть һәм газ торба үткәргес транспорты» йүнәлеше етәксеһе. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1987). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Йәғәфәрова Гөлсинә Азат ҡыҙы (1963), педагог, биолог-ғалим. 1986 йылдан Баймаҡ районы мәктәптәре, 2001 йылдан Сибай ҡалаһының 13-сө мәктәбе, 2002 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты уҡытыусыһы. Биология фәндәре кандидаты (2006). Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән ошо райондың Йомаш ауылынан.
- Ҡотлоғәлләмова Гөлнур Абдулла ҡыҙы (1973), педагог. 1995 йылдан Баймаҡ районы Иҫке Сибай урта мәктәбе, 2007 йылдан — Сибай ҡалаһының 7-се мәктәбе, 2009 йылдан — 2-се гимназия уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2007). «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы лауреаты (Өфө, 2007). Сығышы менән Иҫке Сибай ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғәниев Хәбиб Абдрахман улы (1909—20.12.1970), СССР-ҙың хәрби начальнигы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Генерал-майор (1944). Ике Ленин (1944, 1945), өс Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1945), ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1940, 1941) һәм I дәрәжә Ватан һуғышы (1943) ордендары кавалеры.
- Вечерова Людмила Алексеевна (1939), педагогик хеҙмәт ветераны. 1964 йылдан Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумы (хәҙер тармаҡ-ара колледжы) уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Заһиҙулин Рауил Рөстәмбәк улы (1959), ғалим-инженер-механик. 1983 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2007).
- Хәзиев Айрат Шәймулла улы (1959), ғалим-табип, йәмәғәтсе. 2003 йылдан Бүздәк үҙәк район дауаханаһының баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2019). Сығышы менән ошо райондың Яңы Аҡтау ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1830: Жюль де Гонкур, Франция яҙыусыһы.
- 1749: Доменико Чимароза, Италия композиторы.
- 1889: Николай Светловидов, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1965).
- 1924: Отар Коберидзе, СССР һәм Грузияның театр һәм кино актёры.
- 1944: Вячеслав Ганелин, СССР һәм Израиль пианисы, композитор һәм педагог.
- 1949: Пол Роджерс, Британия йырсыһы, музыкант, йырҙар авторы.
- 1969: Лори Холден, АҠШ һәм Канада актрисаһы.
- 1974: Ника Турбина, СССР һәм Рәсәйҙең бала сағынан уҡ билдәлелек алған шағиры.
- 1974: Антонино Джованни Рибизи (1974), АҠШ актёры.
- 1974: Сара Полсон, АҠШ актрисаһы.
- 1975: Милла Йовович, АҠШ актёры.
- 1273: Джалаладдин Руми, фарсы шағиры.
- 1907: Уильям Кельвин, Бөйөк Британия физигы.
- 1987: Аркадий Райкин, СССР актёры, режиссёры.
- 2011: Ким Чен Ир, 1994—2011 йылдарҙа Төньяҡ Корея башлығы.