Венесуэла тарихы
Венесуэла тарихы | |
Дәүләт | Венесуэла |
---|---|
Венесуэла тарихы Викимилектә |
Венесуэла тарихы 1522 йылдан башлап Испания тарафынан колонизацияланған Америка төбәктәрендә ерле халыҡтарҙың (Гуайкайпуро һәм Таманако) көрәшен сағылдыра. Көнбайыш Венесуэланың Анд төбәгендә, европалылар менән бәйләнешкә инер алдынан, тимото-кук халҡының анд цивилизацияһы булыуы билдәле. 1811 йылда бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткән тәүге испан-американ колонияларының береһе була, әммә 1821 йылда Венесуэла Бөйөк Колумбия Федераль Республикаһы департаменты булғанға тиклем ныҡлы ғәмәлгә инмәй. 1830 йылда айырым ил булараҡ тулы бойондороҡһоҙлоҡ ала. XIX быуатта Венесуэла сәйәси сыуалыштарҙан һәм автократиянан ҙур зыян күрә, XX быуат уртаһына тиклем унда төбәк каудильо (хәрби етәкселәр) өҫтөнлөк итә. 1958 йылдан алып илдә бер нисә тапҡыр демократик хөкүмәттәр алышына. 1980-сы һәм 1990-сы йылдарҙағы иҡтисади тетрәнеүҙәр бер нисә сәйәси кризисҡа, шул иҫәптән 1989 йылда — Каракасола ҡанлы сыуалыштарға, 1992 йыл дауамында — ике тапҡыр дәүләт түңкәрелешенә һәм 1993 йылда президент Карлос Андрес Перестың импичментына алып килә. Ғәмәлдәге партияларға ышаныстың кәмеүе 1998 йылғы һайлауҙарға килтерә. Венесуэланың яңы конституцияһы (1999) рәсми рәүештә илдең исемен República Bolivariana de Venezuela (Боливар Венесуэла Республикаһы) тип үҙгәртә.
Тарихҡаса дәүер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фалькон штатында Time Times петроглифтары табыла. Унда яҡынса 14 000 йыл элек кеше йәшәгән тораҡ пункттар барлыҡҡа килгән. Һуңғы Плейстоцен һәйкәле.
Испан колонизацияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы Донъя ярҙарына өсөнсө походын яһаған саҡта Христофор Колумб Көньяҡ Американың төньяҡ ярын аса, ә 1499 йылда инде унда испан конкистадоры Алонсо де Охеда барып етә. Маракайбо күлендә баҫып алыусылар ике тиҫтәләп индеецтар өйҙәрен күрәләр, аласыҡтар свайҙарҙа төҙөлә һәм үҙ-ара купер менән тоташтырылған була. Сығышы буйынса итальян кешеһе Америго Веспуччи (ул испандар менән бергә килә) әлеге аласыҡтарҙы Венецияға оҡшата, шуға ул әлеге ҡасабаны бәләкәй Венеция тип атай — испанса Венесуэла. XVI быуат уртаһында Венесуэла исеме менән Тик Лоро ҡалаһын йөрөтәләр, ул Маракайбо ҡултығына ингән ерҙә урынлашҡан була[1]. Һуңынан бөтә илде шулай тип йөрөтә башлайҙар.
Испания баҫып алыу мәленә Венесуэла территорияһын ярым күсмә һинд ҡәбиләләре биләй, улар тәүтормош коммуналь системаһы шарттарында һунар, балыҡсылыҡ һәм ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Уларҙың ҡоралдары бик ябай була һәм ағастан һәм һөйәктән яһала. Илдең күпселек өлөшөн аравак индеецтары биләй, әммә европалылар килгәнгә тиклем аравактарҙы төньяҡ райондарҙан көньяҡҡа кариб индеецтары ҡәбиләләре ҡыҫырыҡлап сығара.
Венесуэлала, Яңы донъяның башҡа илдәрендәге кеүек үк, испан конкистадорҙарын «алтын биҙгәк» йәлеп итә. Яйлап, индеецтар ҡәбиләләренең ҡаршылығын еңеп, илдең эсенә үтеп инәләр. Ҡайһы бер урындарҙа табылған алтын тиҙ арала бөтә, ә XVI быуаттың беренсе яртыһында уҡ испандар игенселеккә күсә. Европанан килтерелгән һәм урындағы культуралар үҫтерелә. Улар араһында иң файҙалыһы тип шәкәр ҡамышы һәм индиго һанала, әлеге культуралар XVI—XVII быуаттарҙа колонияла хужалыҡтың төп нигеҙе булып тора.
1520 йылда Венесуэлала (ғөмүмән Көньяҡ Америкала) Куман исемле беренсе испан ултырағы барлыҡҡа килә. 1528—1546 йылдарҙа Венесуэла территорияһында Кляйн-Венедиг немец колонияһы булдырыла.
XVI быуаттың икенсе яртыһында Каракас, Валенсия, Баркисимето, Мерида һәм башҡа ҡалаларға нигеҙ һалына. XVIII быуатта, илдең төньяғын һәм төньяҡ-көнбайышын үҙләштереп, испандар көньяҡҡа табан юлланалар — Льянос һәм Ориноко яғына. Ул ваҡытҡа ҡаршылыҡ күрһәткән күп кенә индеецтар юҡ ителә, бик күптәр ҡыҙылсанан һәм сәсәк ауырыуҙарынан һәләк булалар, иҫән ҡалған индеецтар джунглиға инеп юғала.
Конкистадорҙар һәм тәүге испан күскенселәре һинд ҡатындарын ҡатын итеп ала. Был никахтарҙың тоҡомдары — метистар — европалылар индергән ауырыуҙарға нығыраҡ иммунитетҡа эйә булған. XVI быуат аҙағынан XIX быуат башына тиклем плантация хужалығы үҫешенә бәйле плантация райондарында шәкәр ҡамышы, тәмәке һәм индиго үҫтерә башлайҙар, ошо ваҡытта ҡол негрҙар ҙа килтерелә. Негрҙарҙың аҡтар менән ҡушылыуы — мулаттарҙы, ә негрҙарҙың индеецтар менән ҡушылыуы самболарҙы барлыҡҡа килтерә. Шулай итеп, ил халҡының антропологик тибындағы составы ярайһы уҡ сыбарбулып формалаша. XVIII—XIX быуаттар башында Венесуэлаға килгән Александр Гумбольдт фекеренсә, бындағы хаыҡтың яртыһынан күберәге — метис, мулат һәм самбо, дүрттән бер өлөшө — аҡ тәнлеләр, 15 % — индеецтар, 8 % — ҡара тәнлеләр.
Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Испаниянан бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш башта (1806 йылдан) Франсиско де Миранда (1750—1816) етәкселегендә бара, ул 1811 йылда Венесуэланың бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә.. Испания властары уны әсирлеккә алғандан һуң (1812 йылда) был көрәш менән Симон Боливар етәкселек итә (1783—1830)[2].
Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн ҡанлы һуғыш ун йыл дауам итә һәм 1821 йылда тамамлана. Азат итеүсе ҡушаматын алған Боливар бөйөк Колумбия дәүләте президенты итеп һайлана, дәүләт составына Венесуэла, хәҙерге Колумбия, Панама һәм Эквадор инә.
1830 йылда Боливар вафат булғандан һуң Колумбия дәүләте тарҡала һәм Венесуэла үҙаллы республикаға әүерелә.
Венесуэла XIX быуатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Венесуэланың тәүге президенты генералы Хосе Антонио Паэс була. Президентлыҡ мөҙҙәте тамамланғас, Паэс үакимлыҡты уның урынына һайланған Хосе Мария Варгасҡа тапшыра һәм Сан-Паблолағы үҙенең биләмәләренә күсеп китә, әммә илдә болғаныштар башлана һәм Варгас хакимлыҡтан баш тартырға мәжбүр була. Халыҡ араһында абруйлы булған Паэс ғәскәрҙәр йыя һәм конституцион тәртипте тергеҙә.
1838 йылда Паэс ҡабаттан президент һайлауҙырында еңеп сыға һәм 1839—1843 йылдарҙа дәүләт башлығы вазифаһын биләй. Был осорҙа 1838 йылдағы халыҡ-ара иҡтисади көрсөккә дусар булған иҡтисадты нығытыу менән шөғөлләнә. 1848 йылда Симон Боливарҙың кәүҙәһен Колумбиянан тыуған Каракасҡа алып килеүҙе ойоштора.
1846—1847 йылдарҙа Паес хөкүмәт ғәскәрҙәре башында тора, хөкүмәткә ҡаршы фетнәне баҫтыра. 1848 йылда президент итеп һайланған либералдар вәкиле Жозе Тадео Монагас конгресты тарҡата һәм үҙен диктатор тип иғлан итә. Хәҙер Паэс фетнә күтәрә, әммә еңелә һәм илде ташлап китергә мәжбүр була.
1858 йылда Венесуэлала революция була, либералдар хөкүмәте ҡолатыла. Яңы хөкүмәт Паэстың титулдарын тергеҙә, һәм ул тыуған иленә ҡайта ала. Күп тә үтмәй илдә яңы граждандар һуғышы башлана. Паэс хөкүмәт көстәрен етәкләй, ә 1861 йылда юғары диктатор була. 1863 йылда граждандар һуғышы тамамланғандан һуң, Паэс властан баш тарта һәм ҡабаттан илдән сығып китә.
1870 йылда Либераль партияһы вәкиле Антонио Гусман Бланко власҡа килә, ул 1887 йылға тиклем хакимлыҡ итә. 1887 йылда дөйөм ризаһыҙлыҡ арҡаһында Гусман Бланко президент вазифаһынан китергә мәжбүр ителә.
Бынан һуң бер нисә йыл дауамында президент вазифаһына дәғүә итеүселәр араһында көрәш бара. Генерал Хоакин Креслоның власҡа килеүе ҡыҫҡа ваҡытҡа (1892—1899 йылдарҙа) илдә тыныслыҡ һәм тәртип булдыра . Был осорҙа Венесуэла һәм Британия Гвианаһы араһындағы 50-йыллыҡ сик буйы бәхәсе тамамлана. 1895 йыл низағ көсәйә, сөнки был төбәктә алтын табыла. АҠШ баҫымы аҫтында Бөйөк Британия халыҡ-ара арбитражға ризалашырға мәжбүр була. Һөҙөмтәлә Британия Гвианаһы бәхәсле территорияның күп өлөшөн үҙенә ҡушып ала, ә Венесуэлаға Ориноко эләгә.
Президент Сиприано Кастро диктатураһы (1899—1908)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1899 йылда анд плантаторы Кастро Сиприано дуҫы Хуан Вмсенте Гомес ярҙамында Венесуэла президентын ҡолата. 23 октябрҙә Кастро президент итеп тәғәйенләнә. Уның власҡа килеүе граждандар һуғышы башланыуына сәбәпсе була, һуғыш өс йыл дауамында бара.
Алдағы хакимиәттән Кастроға бик ҙур дәүләт бурысы күсә. шулай уҡ уның заемдар тураһында яңы килешеүҙәр төҙөүе бурыс күләмен арттыра. 1902 йылда Венесуэла сит ил кредиттарҙан баш тарта. быға яуап итеп, Бөйөк Британия, Германия, Италия Ввенесуэла порттарын ҡамап ала. Һөҙөмтәлә Венесуэла ризалашырға мәжбүр була, ә кредиторҙарҙың дәғүәләре уларға Ла-Гуайра һәм Пуэрто-Кабелло таможня пошлиналарының 30 процентын тапшырыу юлы менән көйләнә.
1908 йылдың 19 декабрендә, президент Чиприано Кастроның Европаға дауаланыу өсөн китеүенән файҙаланып, вице-президент Хуан Гомес власты үҙ ҡулына ала.
Хуан Гомес диктатураһы (1909—1935)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1909 — Венесуэла яңы конституция ҡабул итә.
1910 — Хуан Гомес 1910—1914 йылдарға президент итеп тәғәйенләнә.
1913 — ике хөкүмәткә ҡаршы фетнә баҫтырыла, Х. Гомес барлыҡ сәйәси партия һәм профсоюздарҙы тыя һәм илдә ҡанлы террор урынлаштыра.
1914 — Каракас. Ж. Гомес үҙен «конституцион диктатор» тип иғлан итә.
Маракайбо. «Панорама» («Panorama») гәзите барлыҡҡа килә.
31 июль, 1914 — Маракайбо күлендә нефть табыла.
1917 — Физика, математика һәм тәбиғи фәндәр академияһы һәм Сәйәси һәм социаль фәндәр академияһы асыла.
1919 — Х. Гомес диктатураһына ҡаршы ихтилал.
10 октябрь 1919 — Германия, Швеция, Дания, Норвегия, Нидерланд, Финляндия, Испания, Швейцария, Мексика, Чили, Аргентина, Колумбия менән бер рәттән Венесуэла Совет Рәсәйе блокадаһы буйынса мөрәжәғәткә ҡул ҡуя.
1928 — Венесуэла нефть сығарыу буйынса донъя кимәлендә 2 урынға сыға (11 %, АҠШ-тан һуң).
1929 — донъя иҡтисади көрсөгө нефть сығарыуҙы ҡыҫҡарта, Х. Гомесҡа ҡаршы сығыштар йышая.
1931 —Венесуэла Компартияһы ойошторола.
13 ноябрь 1933 — Венесуэлала Америка осоусыһы Д. Эйнджел Сальто-Анхель шарлауығын аса.
17 декабрь 1935 — диктатор Х. Гомес вафат була. Дәүләт башлығы вазифаһына уның вариҫы элекке хәрби министр генерал Э. Контрерас (1935—1941) тәғәйенләнә.
Президент Э. Контрерас хакимлығы (1935—1941)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Президент И. Ангарита хакимлығы (1941—1945)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Президент Р. Бетанкура ваҡытлыса хакимлығы (1945—1947)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Президент Р. Гальегоса хакимлығы (1947—1948)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәрби хунта хакимлығы (1949—1952)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Перес Хименес диктатураһы һәм уны ҡолатыу (1952—1958)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғинуар ихтилалы һәм демократияға күсеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Президент Ромуло Бетанкура хакимлығы (1958—1963)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Президент Р. Леони (1963—1968)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Президент Рафаэль Кальдера (1968—1973)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Президент Луис Эррера Кампинс хакимлығы (1978—1983)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Президент Х. Лусинчи хакимлығы (1983—1988)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Президент Карлос Перес хакимлығы (икенсе тапҡыр, 1988—1993)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Президент Р. Кальдера хакимлығы (1993—1998)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Президент Уго Чавеса хакимлығы (1998—2013)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Президент Николас Мадуро хакимлығы(с 2013)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәйәси көрсөк
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Codice J.15 // Coleccion de documentos ineditos. Tomo XV. — Madrid, 1871, p.435
- ↑ Симон Боливар. Манифест из Картахены (1812). www.kuprienko.info (А. Скромницкий) (6 сентябрь 2010). Дата обращения: 17 ноябрь 2012. Архивировано 8 ғинуар 2013 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- История Венесуэлы 2018 йыл 6 февраль архивланған.
- В. Я. Гельман. Венесуэла и Мексика: нефть, авторитаризм и популизм. — 2008.
- Что такое Боливарианская революция? (интервью с профессором Центрального университета Венесуэлы) // Всероссийская Ассоциация клубов дружбы с Венесуэлой им. Ф. Миранды, 2007
- Венесуэла в XX веке (хронология)