Эстәлеккә күсергә

Ампир

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ампи́р ( франц. empire style — «империя стиле»)) — XIX быуат башында Европа архитектураһы һәм сәнғәтендәге стиль. 18-19 быуат аҙағында Францияла барлыҡҡа килә, классицизм стиле үҫешен тамамлай.

Ампир Боронғо Рим сәнғәтен идеал итеп ала, шулай уҡ унда боронғо Мысыр сәнғәте мотивтары ла сағылыш таба. Ампирҙың композицияһы монументаль классик ордер формаларының тигеҙ диуар өҫлөгө менән контрастлашыуына, ошо стильгә хас формаларҙың һәр өлөшөн конструктив яҡтан айырымлап күрһәтеүсе тар биҙәк поястары ҡулланыуға ҡоролған. Ампирга архитектура ансамбльдәре ҡоролошонда, урам-майҙан композицияларын төҙөгәндә киң ҡоласлылыҡ һәм тәүәкәллек хас. Ҡоролмаларҙың монументальлығы, формаларҙың ҙурлығы, үҙәк күсәргә нигеҙләнгән композициянең тотороҡлолоғо, биҙәктәрҙең ҡупшылығы (ликтор бәйләгестәре, таждар, балталар, уҡтар, бөркөт-ҡоштар һ.б.), асыҡ төҫтәр (ҡыҙыл, зәңгәр, алтын төҫлө, аҡ) − ампирҙы характерлаусы сифаттар. Рәсәйҙә ампир баш ҡала һәм провинция йүнәлешендә үҫеш ала.

  • Ампир — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  • Александр Спельц. Орнаменты Ампира. — 1924. Иллюстрации 2016 йыл 6 март архивланған.
  • Bourgeois E. Le style Empire, ses origines et ses caractères. P- ., 1930.
  • Некрасов А. И. Русский ампир. — М., 1935.