Ангидрит
Уҡыу көйләүҙәре
Ангидрит | |
---|---|
Ангидрит из Чиуауа (Мексика) | |
Формула | CaSO4 |
Сингония | Ромбическая |
Төҫө | Белый, голубой, серый, красный |
Һыҙат төҫө | Белая |
Ялтырауығы | Стеклянный |
Ҡатылығы | 3,0 - 3,5 |
Йәбешеүсәнлеге | совершенная |
Тығыҙлығы | 2,8 - 3,0 г/см³ |
Ангидрит (бор. грек. ἀν- — кире приставка һәм hydor — һыу)
- сульфаттар класы минералы, Ca[SO4], составында барий, стронций, магний ҡушылмалары булыуы мөмкин. Кристалдары пластинка, ҡалын пластинка һәм призма рәүешендә. Агрегаттары тығыҙ, бөртөклө, сүсле һ.б. Төҫһөҙ, аҡ, зәңгәрһыу. Быяла кеүек ялтыр, ҡатылығы 3,5—3,8; тығыҙлығы 2900—3000 кг/м³, йәбешмәлеге камил.
- минералынан торған ултырма тау тоҡомо. Көнбайыш Башҡортостанда аҫҡы пермдең көңгөр ярусында таралған. Ултырмалары Бәләкәй һәм Ҙур Ҡалпаҡ ҡаяһының (Иглин р‑ны Охлебинин ауылы тирә-яғы) түбәнге өлөшөндә өҫкә сыға.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Заварицкий А.Н. Избранные труды. Т.1. М., 1956; Годовиков А.А. Минералогия. М., 1975.
- Бетехтин А.Г. "Курс минералогии". Государственное Издательство геологической литературы, Москва, 1951, 542 с.
- Hardie, L.A. (1967), The gypsum-anhydrite equilibrium at one atmosphere pressure // American Mineralogist: 52: 171-200.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ангидрит // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Ангидрит в базе данных минералов