Ассирия
Ассирия | |
Aššur | |
Б.э.т. XXIV быуат — Б.э.т. 609 йыл
| |
---|---|
Баш ҡала |
Ашшур (б.э.т. 2600—870 йй. тирәһе), |
Телдәр |
аккад теле, арамей теле, шумер теле |
Халҡы |
12 000 000 |
Преемственность | |
Мидия → | |
Ассирия Викимилектә | |
Ассирия (аккад теле: Aššur, ғәр. أشور Aššûr, йәһ. אַשּׁוּר Aššûr, арам. ܐܫܘܪ Ašur, арам. ܐܬܘܪ Atur, әрмән: Ասոր Asor, ассир.: Atur) — Төньяҡ Ике йылға араһындағы (Междуречье) (хәҙерге Ираҡ территорияһында) боронғо дәүләт. Ассирия, б.э.т. XXIV—VII быуаттарҙа (яҡынса б.э.т. 609 йылда), Мидия һәм Вавилония уны ҡыйратҡанға саҡлы, ике мең йыл самаһы йәшәй. Яңы Ассирия державаһы бөйөк дәүләте (б.э.т. 750—620 й.) кешелек тарихында беренсе империя булып һанала.
Б.э.т. IX быуаттың тәүге яртыһында ассирийлылар хәрби баҫып алыу походтарын башлай. Улар бөтөн Месопотамияны, Фәләстанды һәм Кипрҙы, хәҙерге Төркиә һәм Сүриә, шулай уҡ Мысыр территорияларын (уны 15 йылдан юғалтҡандар) яулап ала. Яуланған ерҙәрҙә, яһаҡ түләү йөкләмәләрен һалып, провинциялар барлыҡҡа килтерәләр, ә иң оҫта һөнәрселәрҙе ассирия ҡалаларына күсерәләр (моғайын, шуға күрә лә Ассирия сәнғәтендә тирә-яҡ халыҡтар мәҙәниәттәренең йоғонтоһо һиҙеләлер). Ассирийлылар үҙҙәренең империяһында, бөтөн баш күтәреүселәрҙе көсләп күсереп депортация һәм ҡаты язалап, бик ҡанһыҙ идара итә.
Ассирия б.э.т. VIII быуаттың өсөнсө сирегендә Тиглатпаласар III (б.э.т. 745—727 йй.) идара иткән осорҙа иң ҡеүәтле үҫешкә өлгәшә. Уның улы Саргон II Урартуны ҡыйрата, Төньяҡ Израиль батшалығын яулай һәм батшалыҡ сиктәрен Мысырға саҡлы киңәйтә. Уның улы Сеннахериб Вавилондағы ихтилалдан һуң был ҡаланы ер менән тигеҙләй. Иҫ киткес ҡупшылығы менән күҙҙең яуын алған үҙе төҙөткән Ниневияны баш ҡала итеп һайлай. Ҡала биләмәләре байтаҡҡа арттырыла һәм ҡеүәтле нығытмалар ҡалҡып сыға, яңы һарай төҙөлә, ғибәҙәтханалар яңыртыла. Ҡаланы һәм уның тирә-яғындағы баҡсаларҙы яҡшы һыу менән тәьмин итеү маҡсатында, бейеклеге 10 м булған һыу үткәргес акведук ҡорола.
Баш ҡалаһы Ниневия (хәҙерге Мосул ҡалаһы яны) булған Ассирия II меңйыллыҡ башынан алып яҡынса б.э.т. 612 й. саҡлы, Мидия һәм Вавилонияның берләшкән ғәскәрҙәре тарафынан емертелгәнсе, йәшәй. Шулай уҡ Ашшур, Калах һәм Дур-Шаррукин («Саргон һарайы») ҙур ҡалалар була. Тотош идаралыҡ Ассирия батшалары ҡулында була — улар бер үк ваҡытта баш ҡанбабалар (верховный жрец) һәм хәрби башлыҡ юғары вазифаһын биләй, хатта ҡайһы бер ваҡытта казначей ҙа була. Өҫтөнлөклө хәрби етәкселәр батша кәңәшселәре була (провинция идарасылары (управляющие), мотлаҡ армияла хеҙмәт иткәндәр һәм батшаға яһаҡ түләгәндәр). Игенселек менән ҡолдар һәм бойондороҡло хеҙмәтселәр шөғөлләнә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хронологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ассирия тарихында өс осор билдәләнә:
- Иҫке ассирий осоро (яҡынса б.э.т. 2600—1392 йй.), ҡайһы берҙә ике осорға бүленә:
- Иртә ассирий осоро (яҡынса б.э.т. 2600—2000 йй.) Ашшурҙағы Ура хакимлығы аҙағына саҡлы;
- Иҫке ассирий осоро (яҡынса б.э.т. 2000—1392 йй.) Пузур-Ашшур I династияһынан башлап батшалыҡ сифатында тиеү дөрөҫ булмай, Ашшур номовый дәүләт булараҡ һаҡланған;
- Урта ассирий осоро (б.э.т. 1392—935 йй.);
- Яңы Ассирия (б.э.т. 935—605 йй.).
Иҫке Ассирия осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| |
Тәүҙә, Иҫке Вавилон осоронда, Ашшур сағыштырмаса ҙур булмай, номовый, сауҙагәрҙәр төп ролде уйнаған башлыса сауҙа дәүләте үҙәге була. Б.э.т. XVI быуатҡа саҡлы Ассирия дәүләте «алум Ашшур», йәғни «Ашшур халҡы йәғни общинаһы» тип атала, а батша титулы фәҡәт Ашшур аллаһтың эпитеты була. Ашшурҙың иң боронғо тарихы (б.э.т. XXI быуатына саҡлы) деталдәрҙә билдәһеҙ. Иҫке Ассирия осоро тигән төшөнсә күбеһенсә яһалма булып тора, сөнки был ваҡыт арауығында Ассирия әлегә булмаған да. Ҡайһы бер йөҙйыллыҡтарҙа тарих локаль рәүештә бөтөнләй сәйәси үҙаллылығы булмаған Ашшурҙа бара. Шуға ҡарамаҫтан, һуңғы ассирия сығанаҡтары батшалар исемлегенә Ашшурға эйә булған державаларҙың гегемон батшаларының исемен дә индергән. Исемлеккә шулай уҡ Ашшурҙың монарх булмаған үҙ аллы ишшиаккумдары ла индерелгән. Дөйөм алғанда, Ассирияның был осорон, хронологик уңайлылыҡ маҡсатында, тарихҡаса тиклемге дәүер тип атау ҡабул ителә.
Б. э. т. ХХVI—ХХV быуаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Б.э.т. 3-сө меңйыллыҡтың икенсе яртыһында Ғәрәбстан ярымутрауында климаттың үҙгәреүе сим улдары ҡәбиләләренең Евфраттың урта ағымына, артабан төньяҡҡа һәм көнсығышҡа күсенеүенә килтерә. Сәми улдары төньяҡ төркөмөнә үҙенең сығышы һәм теле менән Месопотамияның Евфраттың Тигр йылғаһына яҡынлашҡан ерендә ултырған аккадтар тип аталған ҡәбиләләр менән тығыҙ бәйләнгән боронғо ассирийлылар ҡарай. Улар аккад теленең төньяҡ диалектында һөйләшә. Урта Тигрҙа (моғайын, субарей торағы йәки шумер колонияһы урынында) төҙөгән беренсе ҡаланы улар үҙҙәренең юғары аллаһы исеме менән Ашшур тип атай. Һуңғараҡ, б.э.т. XV быуатҡа саҡлы, Ассирия дәүләтенең нигеҙен тәшкил иткән ҡалаларға (Ниневия, Ашшур, Арбела һ. б.) нигеҙ һалына.
Б. э. т. ХХIV—ХХІ быуаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ашшур Аккад (б.э.т. XXIV—XXII бб.) батшалығына инһә лә, дәүләт эсендә әллә ни әһәмиәте булмай. Аккад ҡолатылғандан һуң, Ашшур, емерелгән булһа ла, Месопотамияның гутийҙар яулап алған үҙәктәренән киҫелеп ҡалғанлыҡтан, ҡыҫҡа осор бойондороҡһоҙлоҡта йәшәй. Һуңынан, б. э. т. XXI быуатта Ура III династияһы («Шумер һәм Аккад батшалығы») державаһына инә, Зәрҡүм наместнигының, "Ура батшаһы ҡоло"ноң, шул уҡ быуат менән билдәләнгән яҙыуы һаҡлана. Күрәһең, династияның йылъяҙмаларында тап шул Ашшур Шашрум — «Шүлгә батша Шашрумды юҡ иткән йыл», «Амар-Суэн батша икенсе тапҡыр Шашрумды һәм Шурудхумды юҡ иткән йыл», беренсе тапҡыр яулап алыу менән бәйле, б.э.т. 2052 йыл тирәһендә, икенсе тапҡыр б.э.т. 2040 йыл тирәһендәге күтәрелеш менән бәйле, — телгә алына. Яҡынса б.э т. 2034 йылда Урта Ике йылға араһы аша әмөриҙәрҙең баҫып алыуы башлана, Шу-Суэн уларға ҡаршы тороу маҡсатында Евфраттан Тигрға саҡлы «гипс» сүллеге ҡыры буйлап диуар төҙөй, уның Ашшур өҫтөнән контроль юғалтыу ваҡыты аныҡ билдәле түгел (Шу-Суэндың сановниктарының береһе Арбеланы контролдә тотҡан). Әмөриҙәр урап үткән Ашшур бары Ибби-Суэн дәүерендә азат булыуы ихтимал. Күпмелер ваҡытҡа ҡаланы хурриттар биләүе мөмкин, ә хөкөмдар Ушпия идаралығы был ваҡытҡа (б.э.т. XXI аҙағы) йәки иртәрәк дәүергә ҡараған тип фаразларға була.
Б. э. т. ХХ—ХІХ быуаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҡынса б.э.т. 1970 йылда власть төп ашшурлыларға күсә. Тап шул осорҙан тышҡы сауҙаға һәм кредит операцияларына дәүләт монополияһына эйә Шумер һәм Аккад «тоталитар» батшалағында мөмкин булмағанса аккад сауҙагәрҙәренә өҫтөнлөк биреүсе ишшиаккум Илушуманың яҙыуы беҙҙең көндәргә килеп еткән. Яҙыуҙа ҡала диуарын тергеҙеү хаҡында ла һүҙ бара, һәм был Ашшурҙың үҙ аллылығын асыҡ раҫлай. Б.э.т. XX—XIX быуаттар сауҙаның һәм тауар етештереүҙең, етештереүсәнлектең һөҙөмтәһе үҫеше менән билдәләнә. Ҡаланың мөһим сауҙа юлдарына яҡынлығынан файҙаланып, ашшур һәм аккад сауҙагәрҙәре сауҙа агенттары сифатында күрше илдәргә башта ашшур туҡымаларын һатырға ашыға, һуңғараҡ улар металл һәм кредит спекуляцияһы менән шөғөлләнә; ер һатып алыу килешеүҙәре тураһында мәғлүмәт юҡ. Кесе Азияла уларҙың мөһим сауҙа колонияһы (карум) булып Каниш ҡалаһы тора. Икенсе билдәле яҙыуҙы Илушуманың улы — ишшиаккум Эришум I ҡалдыра, ул шулай уҡ сауҙаның пошлинаһыҙлығын раҫлай, әммә шуға өҫтәп инеш өлөштә ҡала йыйылышы йәки кәңәше тураһында бәйән итә, тимәк, Эришум ҡарарҙы үҙе генә ҡабул итмәй. Шулай итеп, иртә Ашшур элекке осорға, б.э.т. 3-сө меңйыллыҡҡа, идара итеүҙең община һәм коллегиаль институтына кире әйләнеп ҡайта.
Б. э. т. ХVIII быуат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баҫып ингән әмөрейҙәр III Ура династияһын юҡ иткә, б.э.т. XIX быуат дауамында аҡрынлап Урта һәм Түбәнге Ике йылға араһы тәхеттәрен яулап ала. Улар Тигр һәм Евфрат йылғаларының үрге ағымдарын да урап үтмәй. Б.э.т. 1807 йылдар тирәһендә Ашшур яңы барлыҡҡа килгән, ләкин ныҡлығы булмаған бик ҙур Шамши-Адад I державаһына инә. Ашшур был дәүләттең үҙәге булмай, әммә Шамши-Адад I унда үҙенең улын ставленник итеп тәғәйенләй. Бөтөн территорияла урта евфрат диалектына нигеҙләнгән вавилон яҙмаһы индерелә, иҫке ассирий шына яҙыуы бөтөрөлә, пошлинаһыҙ сауҙа туҡтатыла. Б.э.т. XVIII быуат уртаһында Шамша-Адад I державаһы тарҡала һәм вавилон батшаһы Хаммурапи Ашшурҙы яулап ала. Урта Ике йылға араһына касситтарҙың баҫҡынсылығы Ашшурҙың Вавилон менән бәйләнешен өҙә. Б.э.т. 1720 йыл тирәһендә әмөрей Шамша-Адад I нәҫеле хакимы бойондороҡһоҙлоҡто тергеҙә. Артабанғы хакимдар көсһөҙ була йәки һис юғында тағы ла ҡала кәңәшмәһенә буйһона, шулай ҙа Ашшурҙың яңынан ҡалҡынып үҫерлек бөтөн мөмкинлеге була.
Б. э. т. ХVII—ХV быуаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Б.э.т. 1700 йыл тирәһендә Ашшурҙа Шамша-Адад I династияһын Адасидтар вариҫтары алмаштыра. Әмөрейҙәрҙең Экаллатум һәм Шубат-Энлилдәге таралышҡан ставкаларынан дәүләт үҙәге ахырҙа Ашшурға күсерелә. Ваҡыт-ваҡыт Ашшур тағы ла Вавилонға буйһона. Б.э.т. 1595 йыл тирәһендә Мурсили I-ҙең Вавилонға походы, Вавилонда әмөрейҙәрҙең еңелеүе һәм касситтар династияһының күтәрелеүе Ашшурға бик йоғонто яһамай. Ләкин б.э.т. XV быуатта ул көсәйгән Митанниҙың вассалына әйләнә, династия ставленик сифатында хакимлығын дауам итә. Митанний хакимлығынан ҡотолған дәүерҙә иҫке ассирий осоро тамамлана.
Урта Ассирия осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Б.э.т. XIV—IX быуаттарҙа Ассирия Төньяҡ Месопотамияны һәм уға сиктәш биләмәләрҙе бер нисә тапҡыр буйһондора.
- Ашшур-Убаллит I (б.э.т. 1353—1318 йй.) — империя формалаша башлай.
- Адад-Нирари I (б.э.т. 1295—1264 йй.) — империя формалаштырыуҙы тамамлай.
- Б.э.т. XIV—XIII бб. икенсе яртыһы — хеттар һәм вавилонлылар менән һуғыштар.
- Б.э.т. XII б. — Балҡандағы мушктар ҡәбиләләре менән көрәштә бөлгөнлөк осоро.
- Тиглатпаласар I (б.э.т. 1114—1076 йй.) — яңы күтәрелеш.
- Яҡынса б.э.т. — күскенсе арамейҙарҙың ҡыҫылыуы, сираттағы тарҡалыш. Тиглатпаласар I-ҙең вафатынан һуң ассирийлылар Евфраттың көнбайышында ғына нығынып ҡалмай хатта уның көнсығышындағы территорияларҙы яулай. Артабанғы ассирий батшаларының Вавилония батшалары менән әрһеҙ арамейҙарға ҡаршы берләшмә төҙөргә тырышыуы бер файҙа ла килтермәй. Ассирия үҙенең аҫаба ерҙәренә ҡабат ҡыҫырыҡлана, ә уның иҡтисади һәм сәйәси тормошо тулыһынса емерелә. Б.э.т. XI б. аҙағынан б.э.т. X б. аҙағына саҡлы Ассириянан беҙҙең көндәргә бер ниндәй ҙә документ йәки яҙма килеп етмәгән тиерлек.
Яңы Ассирия осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ассирия тарихында яңы осор арамейҙарҙың баҫып инеүенән һуң аяҡҡа баҫҡас башлана. Ассирияның иң ҡеүәтле осоро — б.э.т. VIII—VII быуат. Яңы Ассирия империяһы (б.э.т. 750—620 й.) кешелек тарихындағы беренсе империя була.
- Адад-Нирари II (б.э.т. 911—891 йй.) — илде көрсөктән сығара, артабанғы хакимдар — нигеҙҙә баҫҡынсылар.
- Адад-Нирари III (б.э.т. 810—783 йй.) — тәүҙәрәк әсәһе Шаммурамат ҡурсыуы арҡаһында идара итә.
- Б.э.т. VIII б. тәүге яртыһы — Урарту һөжүмдәре арҡаһында биләмәләрен юғалта.
- Тиглатпаласар III (б.э.т. 745—727 йй.) — Ассирияның яңынан күтәрелеүе, Урартуны тар-мар итеү.
- Салманасар V (яҡынса б.э.т. 727—722 йй.) — Израиль батшалығын яулап алыу.
- Б.э.т. 671 й. — Ассархаддон (б.э.т. 680—669 йй.) — Египтты яулап алыу.
- Ашшурбанапал (б.э.т. 668—627 йй.) — Ассирия власының Лидияға, Фригияға, Мидияға таралыуы, Фиваны ҡыйратыу.
- Б.э.т. 630 йй. — быға тиклем союзда торған мидийлыларҙың һөжүме.
- Б.э.т. 609 й. — һуңғы территория — Үрге Месопотамияның көнбайышындағы Харран — Вавилония тарафынан яулап алына.
Ассирия ғәскәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тиглатпаласар III (б.э.т. 745—727 йй.) идаралығы осоронда элек ер биләмәләре булған яугирҙарҙан торған ассирий ғәскәре үҙгәртеп ҡорола. Шул осорҙан армияның нигеҙен дәүләт иҫәбенә ҡоралланған ярлы ер биләүселәр тәшкил итә. Шулай, әсирҙәр ҙә ҡушылған, «батша отряды» тип аталған даими ғәскәр барлыҡҡа килә. Шулай уҡ батшаны һаҡлаған махсус яугирҙар отряды ла була. Даими армия һаны шул саҡлы үҫә, Тиглатпаласар III ҡайһы бер походтарын ҡәбилә ярҙамсы армияһын ылыҡтырмайынса ойоштора.
Ассирий ғәскәренә бер төрлө ҡоралланыу индерелә. Һалдаттар металл башаҡлы уҡ һәм йәйә, һиртмәктәр-боронғо таш атыу ҡоралы, осо бронзанан яһалған һөңгөләр, ҡылыстар, хәнйәрҙәр, тимер суҡмарҙар менән ҡораллана. Һаҡланыу саралары ла камиллаштырыла: торҡаның баштың соңҡаһын һәм яңаҡ өлөштәрен ҡаплаусы аҫылмалары була; ҡамауҙа ҡатнашҡан һуғышсылар оҙонса бронза пластинкалар һырып тегелгән сүстән эшләнгән оҙон тотош хәрби күлдәк кейә. Ассирий яугирҙарының ҡалҡандары формаһы һәм материалы буйынса ла, тәғәйенләнеше буйынса ла төрлө — еңел түңәрәк һәм дүрткелдәрҙән алып бейек япмалы тура мөйөшлө — була. Яугирҙың юлдар һалғанда, оборона ҡоролмалары төҙөгәндә, яулап алынған ҡәлғәләрҙе емергәндә (ғәҙәттә улар нигеҙенә саҡлы емерелгән) ҡулланылған оҙон ағас һаплы бронза кәйләһе, шулай уҡ тимер балтаһы була. Ҡорал һәм кәрәк-яраҡ, ҡорамалдар запастары батша арсеналдарында һаҡлана.
Кисир төп ғәскәр булып иҫәпләнә. Кисир тиҫтәләрҙән торған иллеләргә бүленә. Бер нисә кисир эмука (көс) барлыҡҡа килтерә.
Ассирий пехотаһы ауыр һәм еңелгә бүленә. Ауыр пехота һөңгөләр, ҡылыстар һәм һаҡланыу саралары — панцирҙар, торҡалар һәм ҙур ҡалҡандар менән ҡораллана. Еңел пехота уҡсыларҙан һәм һиртмәкселәрҙән-таш атыусыларҙан тора. Хәрби берәмекте ғәҙәттә ике яугир: уҡсы һәм ҡалҡан йөрөтөүсе тәшкил итә.
Шул уҡ ваҡытта ауыр ҡораллы хәрби берәмектәр була. Ассирий пехотаһы ҡалҡанлы ауыр пехота ышығында һуғышҡан уҡсыларҙың тығыҙ рәттәрендә хәрәкәт итә. Йәйәүле ғәскәр дошманға уҡтар, дротиктар һәм таштар сөйә.
Ассирий ғәскәренең мөһим өлөшөн б.э.т. 1100 йылдарҙан файҙаланылған ике тәгәрмәсле хәрби арбалар тәшкил итә. Уларға ике-дүрт ат егелә, ә кузовына уҡтар тултырылған һаҙаҡтар нығытыла. Экипажы ике һуғышсынан — һөңгө һәм ҡалҡан менән ҡоралланған уҡсынан һәм күсерҙән тора. Ҡайһы берҙә экипаж уҡсы менән күсерҙе ышыҡлаған ике ҡалҡан йөрөтөүсе менән нығытыла. Хәрби колесницалар тигеҙ урында ҡулланыла һәм регуляр булмаған ғәскәрҙәргә ҡаршы хәрәкәттең ышаныслы сараһы була.
Бынан тыш, ассирий ғәскәрендә бөтөнләй яңы ғәскәр төрҙәре — атлы ғәскәр һәм «инженер» ғәскәрҙәре — барлыҡҡа килә. Күп һанлы һыбайлылар ассирий ғәскәрендә тәүге тапҡыр б.э.т. IX быуатта күренә башлай. Башта һыбайлы атҡа эйәрһеҙ ултырған, ә һуңғараҡ өҙәңгеһеҙ бейек эйәр уйлап сығарыла. Һыбайлылар бер парҙа һуғышҡан: береһе — йәйә, икенсеһе һөңгө һәм ҡалҡан менән ҡораллана. Шулай уҡ ҡылыс һәм суҡмарҙары ла була. Әммә ассирийлыларҙың атлылары әлегә регуляр булмай һәм хәрби арбаларҙы ҡыҫырыҡламай.
Ассирий ғәскәрҙәрендә ер ҡаҙыу, юл, күпер һәм башҡа төрлө эштәрҙе башҡарыуҙа ҡулланылған инженер ғәскәрҙәре үҫешенә башланғыс һалына. Ғәскәрҙәр ҡәлғә диуарҙарын емереүҙә ҡулланылған тарандар һәм катапульталар, ҡамау башнялары һәм штурмлау баҫҡыстары, шулай уҡ һыу аша сығыу саралары — муртайҙар (ҡайһы бер һуғышсылар йылға аша ошо бурдюктарҙа сыҡҡандар, уларҙан шулай уҡ һалдар һәм йөҙөүсе күперҙәр ҡорғандар) менән ҡораллана.
Финикий оҫталары Ассирия өсөн дошман судноларын таранлаусы галера тибындағы осло моронло хәрби караптар төҙөй. Ишкәкселәр унда ике ҡатҡа урынлаша. Караптар Тигрҙа һәм Евфратта төҙөлә һәм Фарсы ҡултығына төшөрөлә.
Дин
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ассирия дине вавилондыҡынан аҙ айырыла. Вавилонға аккадлыларҙан ассирийҙарға мираҫ булып ҡалған бөтөн ассирий намаҙҙары, гимндары, имләүҙәре, мифик иртәктәре күсә. Ассирийлыларҙың изге урыны вавилонлыларҙың изге урынына әйләнә.
Ассирий хоҙайҙары пантеоны башында бөтөн аллаларҙы ғына түгел, үҙен дә булдырған — Ассирий батшалығының яҡлаусыһы — Ашшур тора. Ассирияла һуғыш алиһәһе Иштар һәм Рамман — дошмандарҙы ҡыйратыусы культы таралыу таба. Ассирияла аллалар менән бер рәттән бик күп һанлы ер һәм күк эйәләре — ануннактар һәм игигтар ололана.
Космогония, аллалар тураһындағы тәғлимәт кеүек, ихтимал, шулай уҡ байтаҡ үҙгәрештәргә дусар ителә: донъя тыуҙырыусы тип йә бер, йә икенсе хоҙай атала. Мәҫәлән, Бэла тураһында, ул тәүтормош хаосынан күк һәм ерҙе, яҡтыртҡыстарҙы, йәнлектәрҙе, ә ер менән ҡандың ҡатнашмаһынан кешене тыуҙырған, тиелә. Мардуктың күтәрелгәненән башлап донъяны ул тыуҙырған тигән миф барлыҡҡа килә. Вавилонлылар фекеренсә, донъя өс айырым өлкәнән: күктән, ерҙән һәм йәһәннәмдән тора. Донъяны Мардук тыуҙырыуы тураһындағы мифта уның тәүтормош хаос сағылышын кәүҙәләндергән Тиамат алиһә менән көрәше хикәйәләнә. Ул Тиаматты еңә һәм, яҙмыштың изге яҙма төшөрөлгән таҡтаһына эйә булып, уны урталай яра, һәм алиһәнең тәненән ер һәм һауа барлыҡҡа килтергән тиелә.
Теге донъя тормошона ышаныу етерлек сағыу һүрәтләнә, ләкин шумерҙарҙағы кеүек, бик тә төшөнкөлөк рухында бирелә: мәрхүмдәр ябылған зиндан ете ҡат диуар мненән уратып алынған; унда бер нур ҙа үтеп инмәй. Ҡайһы берҙә бер ғазаптар ҙа, сир ҙә һәм үлем дә булмаған бәхетлеләр утрауҙары иҫкә алына, ләкин ул утрауҙарға тик һирәктәр генә, һайланып алынғандар ғына, етә имеш.
Сәнғәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ассирия — ҡалалары башнялы ҡәлғә диуарҙары менән нығытылған һуғышсан дәүләт. Баш ҡалалары — Дур-Шаррукин, Ниневия — яһалма платформаларҙа төҙөлә. Һарайҙар диуарҙары арыҫландарға һунар һәм еңеү менән тамамланған ҡаты алыштар сәхнәләре менән биҙәлә. Ассирия мәҙәниәте күпселек ваҡытта вавилон традицияларына эйәрә. Вавилон һәм шумер әҙәбиәте әҫәрҙәре ассирий ғибәҙәтханаларында, мәктәптәрендә һәм китапханаларында өйрәнелә. Ҡайһы берҙә йылъяҙмалар тарихи романдарға оҡшап китә. Пейзаж һәм портрет һымаҡ әҙәби алымдар киң ҡулланыла. Батшалар һәр ваҡыт ҡыйыу һәм киң күңелле итеп һүрәтләнә, ә дошмандар мәкерле һәм ҡурҡаҡ итеп күрһәтелә. Сәнғәттә хәрби сюженттар өҫтөнлөк ала.
Ассирия әҙәбиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо Ассирияның иң мөһим әҙәби һәйкәлдәренең береһе булып б.э.т. VIII—VII быуаттарҙа Синахериб батша һарайында йәшәгән «Күсереүсе Ахикарҙың өгөт-нәсихәте» тора[1].
Ассирия хакимдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ашшур хаким ишшиаккум (шумер һүҙе энсиҙе аккадлаштырыу) титулын йөрөтә. Ысынбарлыҡта уның власы нәҫелдән килә, ләкин тулы булмай. Ул күпселеген тиерлек дини культ эштәре һәм уға бәйле төҙөлөш менән була. Ишшиаккум шулай уҡ ҡанбаба (шангу) һәм хәрби юлбашсы була. Ғәҙәттә ул тағы ла укуллу вазифаһын, йәғни, моғайын, юғары ер файҙаланыу белгесе һәм аҡһаҡалдар кәңәше башлығы бурысын башҡара. Был «ҡала йорто» тип йөрөтөлгән Кәңәш Ашшурҙа ҙур йоғонто менән файҙалана, мөһим дәүләт эштәрен атҡарыу уның вәкәләттәренә ҡарай. Кәңәш ағзалары үҙҙәрен «лимму» тип атай. Уларҙың һәр береһе сиратлап йыл дауамында идара итеү (үҙҙәренең Кәңәше күҙәтеүе аҫтында) ғәмәлдәрен башҡара һәм, моғайын, казначейство башында тора. Сираттағы лимму исеме шул йылдың атамаһына әйләнә (Шуның өсөн лиммуны йыш ҡына хәҙерге фәндә грек термины эпоним менән билдәләйҙәр). Ләкин яйлап Кәңәш составы хакимға яҡын торған кешеләр менән йыш алмаштырыла. Хаким власы көсәйгән һайын община үҙидараһы органдарының әһәмиәте төшә. Ишшиаккум ысын монархҡа әйләнгәндән һуң да лиммуға күрһәтеү тәртибе артабан да һаҡлана.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Балязин В. Мудрость тысячелетий. Энциклопедия.. — Москва: ОЛМА-ПРЕСС, 2004. — С. 16. — 848 с. — ISBN 5-224-00562-0.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нуреев Р. М. Ассирия: вопросы управления военной державой // Всемирная история экономической мысли: В 6 томах / Гл. ред. В. Н. Черковец. — М.: Мысль, 1987. — Т. I. От зарождения экономической мысли до первых теоретических систем политической жизни. — С. 61-64. — 606 с. — 20 000 экз. — ISBN 5-244-00038-1.
- Ascalone, Enrico. Mesopotamia: Assyrians, Sumerians, Babylonians (of Dictionaries Civilizations; 1). Berkeley: University of California Press, 2007 (paperback, ISBN 0-520-25266-7).
- Grayson, Albert Kirk: Chronicles Babylonian Assyrian and (ABC), Locust Valley, Y. N.; Augustin (1975), Winona Lake, In.; Eisenbrauns (2000).
- Healy, Mark (1991). The Assyrians Ancient. London: Osprey. ISBN 1-85532-163-7. OCLC 26351868. http://books.google.com/?id=Hodh6fgx-DMC&printsec=frontcover&dq=isbn=1855321637(недоступная ссылка).
- Leick, Gwendolyn. Mesopotamia.
- Lloyd, Seton. Of The Archaeology Mesopotamia: Age to the Stone From the Old Persian Галактика.
- Rosie Malek-Yonan (2005). The Field Crimson. Publishing Pearlida. ISBN 0-9771873-4-9. OCLC 2005906414. http://books.google.com/?id=tMpAAAAACAAJ&dq=the+Crimson+Field(недоступная ссылка).
- Nardo, Don. The Assyrian Empire.
- Nemet-Nejat, Rhea Karen. Ancient in life Mesopotamia Daily.
- Oppenheim, A. Leo. Mesopotamia Ancient: Dead Portrait of a Civilization.
- Parpola, Simo (2004). «In the National Identity Neo and Ethnic-in s Identity Assyrian Assyrian Empire Post-Empire Times» (PDF). Academic 18 Studies Journal of Assyrian (2). http://www.jaas.org/edocs/v18n2/Parpola-identity_Article%20-Final.pdf 2007 йыл 28 ноябрь архивланған..
- Roux, Georges. Ancient Iraq. Edition Third. Books Penguin, 1992 (paperback, 0-14-012523 ISBN-X).
- Saggs, H. F. W., Might Assyria Was That The, ISBN 0-283-98961-0
- Virginia Schomp (2005). Mesopotamia Ancient: The Sumerians, Babylonians, and Assyrians. New York: Pub Scholastic Library. ISBN 0-531-16741-0. OCLC 60341786.
- Spence, Lewis. Myths and Legends of Babylonia and Assyria.
Башҡорт ғалимдарының хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Салават Галлямов. Башкорды от Гильгамеша до Заратуштры. Уфа: РИО РУМНЦ, РБ ISBN 5-295-03513-1
- Салават Галлямов. Введение в сопоставительное изучение грамматики башкордского, кордского и английского языков. Уфа: РИО РУМНЦ, РБ, 1999
- Салават Галлямов. Башкордский язык и санскрит. М.-СПб, 2003, 308 с.
- Салават Галлямов. Башкордская философия (в 4-х томах). Уфа: Китап, 2005 ISBN 5-295-03698-7
- Салават Галлямов. Древние арии и вечны Курдистан (серия «Тайны древней цивилизации»). М.,Вече, 2007, 555 с. ISBN 978-9533 1407-7
- Салават Хамидуллин. Бурджаны в истории Евразии. — Уфа: Гилем, 2013[1]
- Салават Хамидуллин. История башкирских родов. Многотомник. (Составитель и редактор). — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2014—2015. (авторҙаш)
Салауат Хәмиҙуллин фильмографияһынан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Из глубины веков»;
- «На стыке времен»;
- Цикл телевизионных документальных фильмов «Историческая среда»; на официальном сайте телеканала БСТ
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- / Д. Ч. Садаев. История древней Ассирии Ассирия // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907. НЕ Центральный Ассирийский Ресурс. Портал BAR-ATRA.ru Популярная статья об Ассирии Армяно-Греко-Ассирийский СОЮЗ