Эстәлеккә күсергә

Аҡбауыр турғай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡбауыр турғай
Аҡбауыр турғай
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Суб-тип: Умыртҡалылар
Класс: Ҡоштар
Суб-класс: Новонёбные
Отряд: Турғай һымаҡтар
Подотряд: Һайраусы турғайҙар
Ғаилә: Аҡбауыр турғай
Ырыу: Ҡыҙылтүштәр
Төр: Аҡбауыр турғай
Латинса исеме
Fringilla montifringilla Linnaeus, 1758
ITIS 179167
NCBI 36255
Аҡбауыр турғай йомортҡалары

Аҡбауыр турғай (рус. Вьюрок, йәки юрок) (лат.  Fringilla montifringilla) - Европала һәм Азияла йәшәгән, ата турғайҙарының төҫө йылтыр ҡара, аҡ һәм ҡыҙыл-көрән аралаш ала булған турғай.

Турғай ҙурлыҡ. Яҙлы-йәйле йоплашып (парлашып), көҙлө-ҡышлы тупланып йөрөйҙәр. Ата ҡоштоң башы, ҡанаттары, ҡойроғо ҡара. Өҫ яҡтан ҡойроҡ төбө, ҡорһағы, ҡанаттарының сите аҡ. Түшендә, яурындарында, ҡанаттарында нәҙек ҡыҙғылт һыҙыҡтар бар. Инә ҡош тоноғораҡ төҫтә. Алағанат турғайҙан ҡара башы, аҡ ҡорһағы менән айырыла. Тауышы киҫкен; «шжәәә», осҡанда «тк-тк-тк» тигән тауыштар сығара, һайрауы дауамлы: «кжжж». Ҡайынлы урмандарҙа йәшәй. Бөжәктәр, ағас һәм үлән орлоҡтары менән туҡлана, йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Бик һирәк осрай. Ҡыш күбәйә төшә. Ағаста оялай. Көрән таплы 4—6 йәшкелт зәңгәр йомортҡаһы була.