Бакалавр
Бакалавр — юғары белем биреүҙең тейешле программаһын үҙләштергән кешеләргә бирелгән беренсе, башланғыс академик дәрәжә йәки квалификация. Болон процесында ҡатнашҡан, хәҙерге Рәсәй Федерацияһын да индереп, илдәрҙә беренсе баҫҡыстағы таммаланған юғары белем[1].
Бакалавриат — бакалавр академик дәрәжәһе йәки бакалавр квалификацияһы бирелеп, бакалавр дипломы менән раҫланған юғары белем[1][2].
Ғәмәли бакалавриат — махсус уҡытыу методикаһы, юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар өҫтәмә стажировкаларҙан башҡа һөнәре буйынса шунда уҡ эшләй башлаһын өсөн кәкәрле белем һәм тәжрибә, белгес өсөн стандарт белем тупланмаһы. Ғәмәли бакалавриат тәжрибәһе белем биреү учреждениеларына Рәсәй Федерацияһының 2009 йылдың 19 авгусындағы 667-се ҡарарына ярашлы индерелә[3]
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Бакалавр» һүҙе оус телендә XVIII быуаттан билдәле — ул тәүге тапҡыр «бакалаврея» формаһында 1757 йылда «Мәскәү хәбәрҙәрендә» («Московские ведомости») иҫкә алына. Урта быуаттарҙа лат. baccalaureus < baccalarius — «ярлы йәки йәш рыцарь, поместье хужаһы» һүҙенән килеп сыға. Латин һүҙен ҡайһы бер филолог<тар (Брюкнер, Младенов, Фасмер) уны bacca laurea — «лавр ботағынан» лат. baccalaureatus — «лавр менән биҙәлгән» т ип килетерп сығара. Башҡалар (атап әйткәндә Блох һәм Доза) baccalarius-тың baccalaureus булып китеүен шик аҫтына ҡуя һәм бындай аңлатманы халыҡ этимологияһы менән бәйләй[4].
Килеп сығыу версияһы күп булыуға ҡарамаҫтан, бакалавр һүҙе рус телендә инглиз телендәге «'s degree bachelor'» — бакалавр дәрәжәһе тигәндең рәсми юридик тәржекмәһе булараҡ ҡулланыла. Хәҙерле рус телендә бакалавр юғары белемдең халыҡ-ара дәрәжәһе булараҡ ҡулланыла[5].
Бакалавр дипломы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бакалавр дипломы эшкә урынлашҡанда, квалификация талаптары буйынса юғары белем талап ителгән вазифа биләү хоҡуғын бирә[1].
- Шулай уҡ бакалавр дипломы магистратурала белем алыуҙы дауам итеү хоҡуғын бирә.
Бакалавр дипломы уға эйә булыусының юғары белемле булыуын раҫлай[6] һәм юғары профессиональ белем алыуҙы дәлилләүсе документ булып тора[1][7].
Рәсәй Империяһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Революцияға тиклем Рәсәйҙә бакалавр ғилми дәрәжәһе ҡулланыла, әммә ул хәҙерге заман менән сағыштырғанда икенсе мәғәнәгә эйә була. Бакалавр академик дәрәжәһе Рәсәй империяһында беренсе ғилми дәрәжә була. Ул XVIII быуатта Европа университеттарына оҡшатып, Уставта ҡаралмаһа ла Мәскәү университетында бирелә. Мәскәү университетының беренсе философия бакалавры дәрәжәһе 1764 йылда университет гимназияһының кесе уҡытыусыһы Иван Федорович Яковлевҡа бирелә. 1779 йылда университет гимназияһы уҡытыусылары әҙерләү өсөн Уҡытыусылар семинарияһы асыла. Ул хәйриә аҡсаһына тотола. Семинария ҡарамағына күскән студенттарға бакалавр дәрәжәһе бирелә. XIX быуат башындағы реформалар барышында педагогик семинария тәжрибәһе Рәсәй университеттарында Педагогик институттар асҡанда иҫәпкә алына. 1804 йылғы Устав буйынса Мәскәү университетында бакалавр урындарын тулыһынса ҡаҙна ҡарамағында булған кандидаттары биләй[8].
Рәсәй Федерацияһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә бындай әҙерлек кимәле 1996 йылда индерелә. «Бакалавр» дәрәжәһен алыу өсөн — 4 йыл уҡырға кәрәк. Квалификация сығарылыш эшен яҡлау һөҙөмтәләре буйынса Дәүләт аттестация комиссияһы ултырышында бирелә. Рәсәйҙә «бакалавр» дәрәжәһе — юғары профессиональ белемде раҫлай. Был квалификация граждандарға эшкә урынлашҡанда квалификация талаптары буйынса һөнәри юғары белем талап ителгән вазифаларҙы биләү хоҡуғын бирә. Бакалавр дәрәжәһенә эйә булыусыларға Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарары менән фән кандидаттары ғилми дәрәжәһен алыу өсөн диссертация яҡлау рөхсәт ителә[9].
Рәсәйҙә бакалаврҙар 1996 йылдың 22 авгусынан башлап әҙерләнә, әммә 2010 йылдың 31 декабренән һуң Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы, бакалавр һәм магистр дәрәжәһе Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн төп квалификация булып тора.
Европа союзында һәм инглиз телле илдәрҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрлө илдәрҙә төрлө йүнәлештәр буйынса бакалаврҙар әҙерләү 3 йылдан 6 йылға тиклем билдәләнгән. Белем алыу ваҡыты мәктәп, вузға әҙерлек үҙенсәлектәренән һәм алған һөнәрҙең ҡатмарлығынан сығып билдәләнә. Европа союзында, Канадала һәм АҠШ-та күпселек һөнәрҙәргә — 4 йыл, әммә медицина йүнәлешендә әҙерлек, ғәҙәттә, 5 йылдан 6 йылға тиклем[7]. «Бакалавр» дәрәжәһен алғандан һуң гражданин һөнәре буйынса эшләргә йәки уҡыуын магистратурала дауам итергә хоҡуҡлы. Төньяҡ Америка һәм Европа союзы илдәренең юғары уҡыу йорттарының бакалавриатын тамамлаусыларҙың күбеһе магистратураға бармай, сөнки бакалавриат сифатлы юғары белем булыуын раҫлай[10]. Йыш ҡына фәнни тикшеренеү һәм вузда педагогик эшмәкәрлеген дауам итергә теләүселәр магистратураға инә[11]. Канадала, Ирландияла, Бөйөк Британияла һәм башҡа илдәрҙә бакалавр дәрәжәһе Pass Degree (ябай дәрәжә) һәм Honours Degree (почетлы дәрәжә) бүленә[12].
Францияла «бакалавриат» һүҙенең (франц. baccalauréat, һөйл. bac) башҡа мәғәнәләре бар — был илдә ул урта белем тураһында аттестатты аңлата. Шуға ҡарамаҫтан, Франция Болон процесында ҡатнашҡанлыҡтан, уның белем биреү системаһында башҡа илдәрҙәге бакалавр төшөнсәһенә тап килгән лиценциат (франц. licence)[13], төшөнсәһе бар. Сит телдәрҙәге (иң беренсе — инглиз теле) сығанаҡтарҙа лицензиат ҡайһы берҙә «бакалавриат» (ингл. bachelor's degree) тип атала[14].
Ҡаҙағстанда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юғары профессиональ белем биреү программалары буйынса уҡыған кешеләргә «бакалавр» академик дәрәжәһе бирелә һәм улар ошоға ярашлы вазифа биләй ала[2]. Юғары һөнәри белем биреү уҡыу программаһына дөйөм белем дисциплиналары циклы, төп дисциплиналар циклы, профилле дисциплиналар циклы, шулай уҡ профессиональ һөнәр буйынса практика үтеү инә. Дисциплиналарҙың һәр циклы мотлаҡ һәм һайлау компонентынан тора. Һайлау компоненттары мотлаҡ уҡытылырға тейешле дисциплиналар циклын тулыландырырға тейеш. Университеттар конкурс нигеҙендә яңы сифат йәһәтенәнн камиллаштырылған технологияларға, ысулдарға һәм формаларға нигеҙләнгән инновацион белем биреү программаларын эшләргә һәм индерергә хоҡуҡлы. Һөнәри юғары белем биреү программаларын үҙләштереү дәүләт стандарттары менән билдәләнә һәм 4 йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш.
Грузияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бакалавр — академик юғары белем биреү программаһының беренсе баҫҡысын үҙләштереүселәргә бирелгән дәрәжә. Бакалавриат — академик юғары белем биреү программаһының тейешле һөнәр алыуҙың теоретик нигеҙҙәрен өйрәнеүҙе һәм артабан магистратурала уҡыуҙы күҙаллаған беренсе баҫҡыстағы академик белем программаһы[15].
Башҡортостанда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юғары белем программаһын (4 йыл) үҙләштергәндән һуң бирелгән һәм магистр дәрәжәһе алыр өсөн уҡыуҙы артабан дауам итеү хоҡуғын биргән был дәрәжә Башҡортостан Республикаһында 1992 йылдан БДУ-ла, Көнсығыш иҡтисад-юридик гуманитар акададемияһында, ӨДАТУ, ӨДНТУ һ.б. вуздарҙа ҡулланыла[16].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кесе бакалавр
- Белгес дәрәжәһе
- Магистратура
- Докторантура
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Федеральный закон «О высшем и послевузовском профессиональном образовании» . Минобрнауки РФ (1 март 2012). Дата обращения: 18 июль 2019. Архивировано из оригинала 10 май 2012 года. 2012 йыл 10 май архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 Закон Республики Казахстан от 27 июля 2007 года № 319-III «Об образовании» (с изменениями и дополнениями по состоянию на 03.12.2015 г.) . Zakon.kz. Дата обращения: 8 июнь 2018. 2018 йыл 12 июнь архивланған.
- ↑ Приказ Минобрнауки РФ от 16.10.2009 N 423 . rulaws.ru. Дата обращения: 22 февраль 2020.
- ↑ Этимологический словарь русского языка Московского университета / Автор-составитель Н. М. Шанский. — М.: Издательство Московского университета, 1965. — Т. I, выпуск 2. — С. 13—14. — 272 с. — 20 000 экз.
- ↑ Бакалавр . Дата обращения: 8 июнь 2018. 2020 йыл 15 июль архивланған.
- ↑ Письмо Министерства образования и науки России от 04.04.2012 № 09-484 «О требованиях к уровню образования соискателей учёных степеней» 2017 йыл 22 апрель архивланған.
- ↑ 7,0 7,1 Bachelors degrees . Дата обращения: 8 июнь 2018. Архивировано 15 октябрь 2012 года.
- ↑ Императорский Московский университет, 2010, с. 46
- ↑ Постановление Правительства Российской Федерации от 24 сентября 2013 г. № 842 О порядке присуждения учёных степеней 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Bachelor’s degree or higher (инг.)
- ↑ Postgraduate qualifications (инг.)
- ↑ Bachelor's Degree — Степень Бакалавра . Дата обращения: 8 июнь 2018. 2018 йыл 8 июнь архивланған.
- ↑ Licence (фр.). Dictionnaire de français Larousse.
- ↑ 2016 йыл 27 ноябрь [https://web.archive.org/web/20161127121306/http://www.diplomatie.gouv.fr/en/coming-to-france/studying-in-france/presentation-1988/the-french-education-system/article/the-higher-education-system архивланған. 2016 йыл 27 ноябрь архивланған. 2016 йыл 27 ноябрь архивланған. 2016 йыл 27 ноябрь архивланған. 2016 йыл 27 ноябрь архивланған. The French Education System (инг.)] 2016 йыл 27 ноябрь архивланған.
- ↑ Закон Грузии О высшем образовании (21.07. 2010 N 3528)
- ↑ Бакалавриат 2020 йыл 24 октябрь архивланған. // Башҡорт энциклопедияһы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бакалавр // Анкилоз — Банка [Электронный ресурс]. — 2005. — С. 668. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов ; 2004—2017, т. 2). — ISBN 5-85270-330-3.
- Андреев А. Ю. БАКАЛАВР // А. Ю. Андреев, Д. А. Цыганков Императорский Московский университет: 1755—1917 : энциклопедический словарь. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 46. — ISBN 978-5-8243-1429-8.