Башҡорттарҙа айыу культы
Башҡорттарҙа айыу культы | |
Башҡорттарҙа айыу культы — кеше менән изгеләштерелгән хайуан — айыу араһындағы билдәле бер туғанлыҡты күҙ алдына килтереүгә, уға тәбиғи булмаған сифаттар биреүгә нигеҙләнгән дини табыныу. Башҡорттарҙа исламға тиклемге осорҙа дини инаныуҙар элементы булған. Үҙгәрештәргә дусар булып, өлөшләтә һаҡланған һәм традицион мәҙәниәттең төрлө өлкәләрендә сағылыш тапҡан.
Айыу һүҙенең килеп сығышы дөйөм төрки adiY-aduY-ajiy (айыу) һүҙенә барып тоташа. Төрлө фонетик варианттарҙа ул барлыҡ төрки телдәрҙә һәм ҡомартҡыларҙа һаҡланған[1].
Башҡорт фольклорында айыу мифик ата-баба, геройҙарҙы ҡотҡарыусы(«Еҙтырнаҡ» әкиәте), балаларҙы яҡлаусы, һаҡлаусы («Майсәрүәр» әкиәте) булып сығыш яһай.
Башҡорт мифологияһында айыу — эйә, хужа, ҡурсалаусы, урман тәңреһе. Уның айыу ҡиәфәтенә инә алыуы тураһында Әбделҡадир Инандың материалдарында мәғлүмәттәр бар.
Әле лә, айыуҙы изгеләштереп, Урман хужаһы, Урман эйәһе тип йөрөтәләр. Тағы ла тау-урман райондары башҡорттары уңышлы һунарҙан һуң Айыу байрамы, Айыутуй, Айыу туйы тигән йола байрамдары үткәргән[2].
Яман көстәрҙе ҡыуыу, ҡурҡытыу маҡсатында йәш баланың сәңгелдәгенә айыу тырнаҡтарын, тештәрен эләләр. Әле лә умарталыҡта айыуҙың баш һөйәген элеп ҡуялар йәки умартаның башына һалыу йолаһы һаҡланып ҡалған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорттарҙа айыу культы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Хисамитдинова Ф.Ғ. Башҡорт мифологияһы һүҙлеге. — Өфө, 2015. — 412 б.