Башҡорт халыҡ ижады (китап серияһы)
Башҡорт халыҡ ижады | |
Файл:Башкирское народное творчество.png | |
Автор: |
Баимов Б. С., Галин С. Ә., Зарипов Н. Т., Мәмбәтов М. А., Минһажетдинов М. Х., Мәргән К., Нәҙершина Ф. А., Сагитов М. М., Сөләймәнов Ә. М., Сөләймәнов Р. С., Солтангәрәева Р. Ә., Харисов Ә. И., Хөсәйенов Ғ. Б., Шарипова З. Я., Шоңҡаров Н. Д. һ.б. |
---|---|
Жанр: |
фольклор |
Ил: | |
Оригинал теле: | |
Нәшриәт: | |
Баҫылып сығыу датаһы: |
1954—2009 |
Урыҫ телендә баҫылып сығыу датаһы: |
1987—2010 |
«Башҡорт халыҡ ижады» («Башкирское народное творчество») — күп томлы, системаға һалынған башҡорт фольклорының фәнни баҫма өлгөләре.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1954—1959 йылдарҙа башҡорт телендә беренсе баҫманың өс томы әҙерләп сығарыла[1]. Беренсе томы үҙ эсенә халыҡ иртәктәрен (эпостар), ҡобайырҙар, бәйеттәр, йырҙар, мәҡәлдәр һ. б. ала. Икенсе томға халыҡ әкиәттәре һәм анекдоттары, ә өсөнсөһөнә — совет осоро фольклоры индерелә.
Артабан, 1972—1985 йылдарҙа, Башҡорт китап нәшриәтендә баҫып сығарылған 18 китаптан торған яңы баҫма әҙерләнә; СССР-ҙың Фәндәр Академияһы Башҡорт филиалының тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында 1972—1975 йылдарҙа был серия өҫтөндә ғилми эш менән Ә. И. Харисов етәкселек итә, ә 1975—1985 йылдарҙа — Ғ. Б. Хөсәйенов һәм К. Мәргән.
«Эпос» дөйөм жанр тамғаланышы аҫтында тәүге өс китапта эпик әҫәрҙәр («Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Заятүләк менән Һыуһылыу» һәм башҡалар) тәҡдим ителә. «Әкиәттәр» үҙ эсенә 5 китап һыйҙыра: хайуандар тураһында һәм тылсымлы — героик, батырҙар, социаль-көнкүреш, сатирик әкиәттәр. «Йыр» жанры өс китапта күрһәтелә: эпик һәм лиро-эпик, йола таҡмаҡтары, йырҙар һәм көйҙәр. Ҡалған жанрҙар айырым китаптарға индерелә — «Бәйеттәр», «Риүәйәттәр, легендалар», «Йомаҡтар», «Мәҡәлдәр, әйтемдәр», «Анекдоттар». Хәҙерге ваҡыттағы фольклор ике китапта сығарыла: «Бәйеттәр, йырҙар, такмаҡтар», «Әкиәттәр, риүәйәттәр, телдән хикәйәләр, сәсәндәр ижады».
Баҫманы әҙерләүҙә һәм төҙөүҙә ҙур өлөш индергән ғалимдар 1987 йылғы Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булдылар: Әхнәф Харисов, Нур Зарипов, Лев Бараг, Фәнүзә Нәҙершина, Мөхтәр Сәғитов, Әхмәт Сөләймәнов. 1977 йылда премияға кандидат итеп Марат Минһажетдинов та күрһәтелә.
1987 йылдан алып 2010 йылға тиклем урыҫ теленә тәржемәләнгән «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығы нәшер ителә. Барыһы «Китап» нәшриәте 12 том сығарҙы. Һәр том түбәндәге айырым жанрҙарҙан тора: «Эпос», «Риүәйәттәр һәм легендалар», «Батырҙар тураһында әкиәттәр», «Тылсымлы әкиәттәр һәм хайуандар тураһында әкиәттәр», «Көнкүреш әкиәттәре», «Шаян әкиәттәр һәм анекдоттар», «Мәҡәлдәр, әйтемдәр, ырымдар һәм йомаҡтар», «Йырҙар (Октябргә тиклемге осор)», «Совет осоро йырҙары», «Тарихи эпос», «Бәйеттәр», «Йола фольклоры».
1995 йылдан Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө фәнни үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында Ә. М. Сөләймәновтың ғилми етәкселегендә яңы йыйынтыҡ баҫтырыла башлай — «Башҡорт халыҡ ижады» (үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр менән). Хәҙер башҡорт телендә 13 том баҫтырылды, бөтәһе 36 том баҫтырып сығарырға планлаштырыла.
Хәкимйәнова Айгөл Мөжәүир ҡыҙы «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығына инеш мәҡәлә һәм комментарийҙар яҙа[2].
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1. Башҡорт халыҡ ижады. 1-се том / Төҙөүсе мөхәррире, инеш мәҡәлә яҙыусы һәм аңлатмалар биреүсе Ә. И. Харисов. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте. 1954. 304 б.
2. Башҡорт халыҡ ижады. 2-се том / Төҙөүсе мөхәррире, инеш мәҡәлә яҙыусы һәм аңлатмалар биреүсе Ә. И. Харисов. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1959. 282 б.
3. Башҡорт халыҡ ижады. 3-сө том. Совет осоро / Төҙөүсе мөхәррире, баш һүҙ яҙыусы һәм аңлатмалар биреүсе Кирәй Мәргән. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1955. 310 б.
1. Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. 1-се китап. / Төҙөүсе, баш һүҙ яҙыусы, аңлатмалар биреүсе М.М. Сәғитов. Яуаплы редакторы Ә.И. Харисов. Өфө, 1972. 242 б.
2. Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. 2-се китап. / Төҙөүсе, баш һүҙ яҙыусы, аңлатмалар биреүсе М.М. Сәғитов. Яуаплы редакторы Ә.И. Харисов. Өфө, 1973. 370 б.
3. Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. 3-сө китап. / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә яҙыусы, аңлатмалар биреүсе Н.Т. Зарипов. Яуаплы редакторы Ғ.Б. Хөсәйенов. Өфө, 1982. 342 б.
4. Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. 1-се китап. / Төҙөүселәре М.Х. Минһажетдинов менән Ә.И. Харисов, инеш мәҡәлә яҙыусы М.Х. Минһажетдинов, аңлатмалар биреүсе Л.Г. Бараг менән М.Х. Минһажетдинов. Яуаплы редакторы Н.Т. Зарипов. Өфө, 1976. 374 б.
5. Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. 2-се китап. / Төҙөүселәре М.Х. Минһажетдинов менән Ә.И. Харисов, инеш мәҡәлә авторы М.Х. Минһажетдинов, аңлатмалар биреүсе Л.Г. Бараг менән М.Х. Минһажетдинов. Яуаплы редакторы Н.Т. Зарипов. Өфө, 1976. 374 б.
6. Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. 3-сө китап. / Төҙөүселәре Н.Т. Зарипов менән М.Х. Минһажетдинов, инеш мәҡәлә авторы Н.Т. Зарипов, аңлатмалар биреүсе Л.Г. Бараг менән Н.Т. Зарипов. Яуаплы редакторҙары Ә.И. Харисов менән Ғ.Б. Хөсәйенов. Өфө, 1978. 351 б.
7. Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. 4-се китап. / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә авторы Ә.М. Сөләймәнов, аңлатмалар биреүсе Л.Г. Бараг менән Ә.М. Сөләймәнов. Яуаплы редакторы С.Ә. Галин. Өфө, 1981. 398 б.
8. Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. 5-се китап. / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә яҙыусы Ә.М. Сөләймәнов, аңлатмалар биреүсе Л.Г. Бараг менән Ә.М. Сөләймәнов. Яуаплы редакторы Н.Т. Зарипов. Өфө, 1983. 390 б.
9. Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1-се китап. / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә яҙыусы, аңлатмалар биреүсе С.Ә. Галин. Яуаплы редакторы К.Ә. Әхмәтйәнов. Өфө, 1974. 388 б.
10. Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 2-се китап. / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә яҙыусы һәм аңлатмалар биреүсе С.Ә. Галин. Яуаплы редакторы К.Ә. Әхмәтйәнов. Өфө, 1977. 294 б.
11. Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә яҙыусы, аңлатмалар биреүсе Р.С. Сөләймәнов. Яуаплы редакторҙары Р. В. Сәлмәнов менән М.М. Сәғитов. Өфө, 1983. 310 б.
12. Башҡорт халыҡ ижады. Бәйеттәр. / Төҙөүселәре М.М. Сәғитов менән Н.Д. Шоңҡаров, инеш мәҡәлә яҙыусы Ғ.Б. Хөсәйенов менән М.М. Сәғитов, аңлатмалар биреүсе М.М. Сәғитов. Яуаплы редакторы Ғ.Б. Хөсәйенов. Өфө, 1978. 398 б.
13. Башҡорт халыҡ ижады. Йомаҡтар. / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә яҙыусы, аңлатмалар биреүсе Ф.А. Нәҙершина. Яуаплы редакторы Кирәй Мәргән. Өфө, 1979. 348 б.
14. Башҡорт халыҡ ижады. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә яҙыусы, аңлатмалар биреүсе Ф.А. Нәҙершина. Яуаплы редакторы Кирәй Мәргән. Өфө, 1980. 470 б.
15. Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр һәм легендалар. / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә яҙыусы, аңлатмалар биреүсе Ф.А. Нәҙершина. Яуаплы редакторы Кирәй Мәргән. Өфө, 1980. 414 б.
16. Башҡорт халыҡ ижады. Совет осоро. Бәйеттәр, йырҙар, таҡмаҡтар. / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә яҙыусы, аңлатмалар биреүселәре М.М. Сәғитов менән М.Ә. Мәмбәтов. Яуаплы редакторы Кирәй Мәргән. Өфө, 1981. 392 б.
17. Башҡорт халыҡ ижады. Совет осоро. Әкиәттәр, риүәйәттәр, хәтирәләр, сәсәндәр ижады. / Төҙөүселәре, инеш мәҡәлә яҙыусы, аңлатмалар биреүсе Н.Т. Зарипов менән Ә.М. Сөләймәнов. Яуаплы редакторы Ғ.Б. Хөсәйенов. Өфө, 1982. 422 б.
18. Башҡорт халыҡ ижады. Көләмәстәр. / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә яҙыусы, аңлатмалар биреүсе Ә.М. Сөләймәнов. Өфө, 1985. 381 б.
1. Башкирское народное творчество. Эпос. / Сост. М.М. Сагитов. Коммент. Н.Т. Зарипова, М.М. Сагитова и А.М. Сулейманова. Уфа, 1987. 541 с.
2. Башкирское народное творчество. Предания и легенды. / Сост., автор вступительной статьи и комментариев Ф.А. Надршина. Уфа, 1987. 573 с.
3. Башкирское народное творчество. Богатырские сказки. / Сост. Н.Т. Зарипов. Вступ. ст., коммент. Л.Г. Барага и Н.Т. Зарипова. Уфа, 1988. 448 с.
4. Башкирское народное творчество. Волшебные сказки. Сказки о животных. / Сост. Н.Т. Зарипов. Вступ. ст., коммент. Л.Г. Барага и Н.Т. Зарипова. Уфа, 1989. 510 с.
5. Башкирское народное творчество. Бытовые сказки. / Сост. А.М. Сулейманов. Вступ. ст., коммент., указатели Л.Г. Барага и А.М. Сулейманова. Уфа, 1990. 494 с.
6. Башкирское народное творчество. Шуточные сказки и кулямасы. / Сост. А.М. Сулейманов. Вступ. ст., коммент. Л.Г. Барага и А.М. Сулейманова, Уфа, 1992. 462 с.
7. Башкирское народное творчество. Пословицы, поговорки, приметы, загадки. / Сост., автор вступ. ст. и коммент. Ф.А. Надршина. Уфа, 1993. 464 с.
8. Башкирское народное творчество. Песни (дооктябрьский период). / Сост., авт. вступ. ст. и коммент. С.А. Галин. Уфа, 1995. 400 с.
9. Башкирское народное творчество. Песни советского периода. / Сост., авт. вступ. ст. и коммент. Б.С. Баимов, М.А. Мамбетов. Уфа, 1996. 400 с.
10. Башкирское народное творчество. Исторический эпос. / Сост., автор вступительной статьи и комментариев Н.Т. Зарипов. Уфа, 1997. 395 с.
11. Башкирское народное творчество. Баиты. / Сост. Б.С. Баимов. Вступ. ст. Г.Б. Хусаинова, Б.С. Баимова. Коммент. Б.С. Баимова. Уфа, 2004. 424 с.
12. Башкирское народное творчество. Обрядовый фольклор / Сост., авт. вступ. ст. и коммент. Р.А. Султангареева и А.М. Сулейманов. Уфа, 2010. 590 с.
1. Башҡорт халыҡ ижады. Йола фольклоры. / Төҙ., башһүҙ һәм аңлатмалар авт. Ә. М. Сөләймәнов и Р.А. Солтангәрәева. Яуаплы ред. Г.Б. Хөсәйенов Өфө, 1995. 557 б.
2. Башҡорт халыҡ ижады. Легенда һәм риүәйәттәр. / Төҙ., башһүҙ һәм аңлатмалар авт. Ф.А. Нәҙершина. Яуаплы ред. К. Мәргән һәм Ә. М. Сөләймәнов. Өфө, 1997. 439 б.
3. Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. / Төҙөүсе А.М. Сөләймәнов. Инеш һүҙ яҙыусы М.М. Сәғитов, һүҙ ахыры Ә.М. Сөләймәнов менән Р. Рәжәпов. Аңлатмалар М.М. Сәғитов менән Ә.М. Сөләймәнов. Яуаплы редакторы Н.Т. Зарипов. Өфө, 1998. 448 б.
4. Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. / Томға материалдар һайлап алыу, коммент. авторҙары М.М. Сәғитов, Б.С. Байымов. Инеш мәҡәлә авторҙары М.М. Сәғитов, Б.С. Байымов, С.Ә. Галин. Яуаплы редакторҙары. Ә.И. Харисов, С.Ә. Галин. Өфө, 1999. 400 б.
5. Башҡорт халыҡ ижады. 5-се том. Тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр, иртәктәр. / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә, коммент., глоссарий авторы Н.Т. Зарипов. Яуаплы редактор З.Ғ. Ураҡсин. Өфө, 2000. 391 б.
6. Башҡорт халыҡ ижады. 6-сы том. Эпос: ҡисса һәм дастандар. / Төҙөүсе, комментарийҙар һәм һүҙлек авторҙары Н.Т. Зарипов, Ә.М. Сөләймәнов, Ғ.Б. Хөсәйенов, З.Я. Шәрипова. Инеш мәҡәлә яҙыусы. Н.Т. Зарипов, һүҙ ахыры Ә.М. Сөләймәнов. Өфө, 2002. 552 б.
7. Башҡорт халыҡ ижады. 7-се том. Яҙма ҡисса һәм дастандар. // Төҙөүселәре Ә.М. Сөләймәнов, Ғ.Б. Хөсәйенов, М.Х. Нәҙерғолов. Инеш һүҙ яҙыусы Ә.М. Сөләймәнов. Һүҙ ахыры Ә.М. Сөләймәнов, Ғ.Б. Хөсәйенов, М.Х. Нәҙерғолов, Ф. Сибәғәтов. Яуаплы редакторы Ә.М. Сөләймәнов. Өфө, 2004. 624 б.
8. Бшҡорт халыҡ ижады. 8-се том. Эпос: иртәктәр һәм эпик ҡобайырҙар. / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә һәм комментарийҙар авторы Ә.М. Сөләймәнов. Яуаплы редакторы Р. Бикбаев. Өфө: Китап, 2006. 491 б.
9. Башҡорт халыҡ ижады. 9-сы том. Йомаҡтар. / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә һәм комментарийҙар авторы Ф.А. Нәҙершина. Яуаплы редакторы Ф.Ғ. Хисамитдинова. Өфө: Китап, 2007. 416 б.
10. Башҡорт халыҡ ижады. 10-сы том. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә һәм комментарийҙар авторы Ф.А. Нәҙершина. Өфө: Китап, 2006. 543 б.
11. Башҡорт халыҡ ижады. 11-се том. Новеллистик әкиәттәр / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә һәм комментарийҙар авторы Ә.М. Сөләймәнов. Яуаплы редакторы С.Ә. Галин. Өфө: Китап, 2008. 566 с.
12. Башҡорт халыҡ ижады. 13-сө том. Хайуандар тураһында әкиәттәр / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә һәм комментарийҙар авторы Г.Р. Хөсәйенова. Яуаплы редакторы Ф.А. Нәҙершина. Өфө: Китап, 2009. 199 б.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зарипов Н. Т. Научный свод башкирского фольклора //Башкирский фольклор. Исследования последних лет. — Уфа, 1986.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Статья «Башкирское народное творчество» в Башкортостан: краткая энциклопедия(недоступная ссылка)
- ↑ ХАКИМЬЯНОВА Айгуль Мужавировна
- ↑ Отдел фольклористики ИИЯЛ УНЦ РАН 2016 йыл 15 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирское государственное унитарное предприятие «Башкирское издательство «Китап» о серии Башкирское творчество 2012 йыл 12 июль архивланған.
- Зарипов Н. Т., Хөсәйенова Г. Р. «Башҡорт халыҡ ижады» (башҡорт телендә ғилми баҫма) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Зарипов Н. Т., Хөсәйенова Г. Р. «Башҡорт халыҡ ижады» (урыҫ телендә ғилми баҫма) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.