Эстәлеккә күсергә

Белоруссияның административ бүленеше

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Беларустың административ бүленеше

Белоруссия, рәсми исеме — Белару́сь Республикаһы (бел. Рэспубліка Беларусь) —  унитар дәүләт, беренсе кимәл административ-территориаль берәмек булып 6 өлкә (Брест, Витебск, Гомель, Гродно, Минск, Могилёв) һәм бер өлкәгә лә инмәгән Минск ҡалаһы тора.  

Өлкәләр 118 районға һәм өлкә буйһоноуындағы 10 ҡалаға бүленә (икенсе, база, кимәлендәге административ-территориаль берәмектәр). Административ-территориаль берәмектәрҙең өсөнсө, башланғыс, кимәлен ауыл, ҡасаба һәм ҡала Советтары хасил итә. Минск, өлкә үҙәктәре, шулай уҡ Бобруйск ҡалаһы ҡала райондарына бүленгән.

Административ-территориаль берәмектәрҙең төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белоруссияның административ-территориаль бүленеше «Беларусь Республикаһының административ-территориаль бүленеше һәм административ-территориаль ҡоролош мәсьәләләрен хәл итеү тәртибе тураһында» Беларусь Республикаһының 1998 йылдың 5 майындағы № 154-З Законы менән билдәләнә[1].

Был Законға ярашлы, Белоруссияның административ-территориаль берәмектәре булып түбәндәгеләр тора:

  • Беренсе кимәл:
 — Белоруссияның баш ҡалаһы  (Минск ҡалаһының статусы закон менән билдәләнә)
 — өлкәләр  (бел. вобласць);
  • Икенсе (база) кимәл:
 — өлкә буйһоноуындағы ҡалалар (бел. горад абласнога падпарадкавання) — халыҡ һаны 50 меңдән дә кәм түгел, административ һәм эре иҡтисади һәм мәҙәни үҙәк булып торалар, алға киткән производство һәм  социаль инфраструктураға эйәләр (халыҡ һаны кәмерәк булһа ла, мөһим сәнәғәт һәм тарихи әһәмиәткә, артабанғы үҫеш һәм халҡы артыу перспективаһына эйә ҡалаларҙың да был статусты алыуы мөмкин);
 — райондар (бел. раён);
  • Өсөнсө (башланғыс) кимәл:
 — район буйһоноуындағы ҡалалар (бел. горад раённага падпарадкавання) — халыҡ һаны 6 меңдән ашыу, сәнәғәт предприятиелары, социаль-мәҙәни һәм көнкүреш тәғәйенләнешле предприятиелары, артабанғы үҫеш һәм халҡының һаны артыу перспективаһы бар;
 — ҡала тибындағы ҡасабалар:
 — ҡала ҡасабалары (бел. гарадскія пасёлкі) — халыҡ һаны 2 меңдән ашыу, сәнәғәт һәм коммуналь предприятиелары, социаль-мәҙәни учреждениелары, сауҙа, йәмәғәт  туҡланыуы, көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү предприятиелары бар;
 — курорт ҡасабалары (бел. курортныя пасёлкі) — халыҡ һаны 2 меңдән ашыу,  территорияһында һауыҡтырыу учреждениелары, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы һәм көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү  предприятиелары, мәҙәни-ағартыу учреждениелары бар;
 — эшсе ҡасабалары (бел. рабочыя пасёлкі) — халыҡ һаны 500 кешенән ашыу, сәнәғәт предприятиелары, электр станциялары, төҙөлөш, тимер юл станциялары һәм башҡа объекттар эргәһендә урынлашҡан;
 — ауыл торама пункттары
 — агроҡаласыҡтар (бел. аграгарадок) — төҙөкләндерелгән торамалар, уларҙа һәм тирә-йүнендәге территорияларҙа йәшәүселәр  өсөн социаль стандарттарҙы тәьмин итерлек производство һәм социаль инфраструктуралары бар; ауыл Советы территорияһында  агроҡаласыҡ булһа,  административ үҙәк шунда урынлаша («агроҡаласыҡ» төшөнсәһе Белоруссияла «2005—2010 йылдарға ауылды тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһы» ҡабул ителеүгә бәйле барлыҡҡа килә);
 — ҡасабалар, ауылдар, утарҙар — бөтә башҡа торама  пункттар
 — ауыл Советтары (бел. сельсавет) — райондар составына инәләр, үҙ территорияһында бер нисә ауыл торама пунктын  берләштерәләр; ауыл Советының административ үҙәге — агроҡаласыҡта, агроҡаласыҡ булмаһа, ауыл Советы территорияһындағы торама пункттарҙың береһендә урынлаша. 

Административ-территориаль берәмектәр һаны

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Белорус ССР-ында 1926 йылда округтар картаһы
Белоруссия 1940 йылда (ҡыҙыл һары менән  Көнбайыш Белоруссия территорияһы билдәләнгән)
Белоруссия 1944 йылда  (ҡыҙыл һары менән Көнбайыш Белоруссия территорияһы билдәләнгән)
БССР-ҙың 1946—1954 йылдарҙағы административ бүленеше

Әлеге ваҡытта Белоруссияла төрлө кимәлдә билдәләнгән административ-территориаль берәмектәр түбәндәгеләр:

  • 6 өлкә;
  • 118 район;
  • 1 республика буйһоноуындағы ҡала (баш ҡала - Минск);
  • 10 өлкә буйһоноуындағы ҡала (уларҙың 5-е —  өлкә үҙәге, 3-ө — район  үҙәге, Жодино ҡалаһы һәм  Новополоцк ҡалаһы);
  • 102 район буйһоноуындағы ҡала;
  • 90 ҡала тибындағы ҡасаба;
  • 1295 ауыл Советы;
  • 24 ҡала районы —  өлкә буйһоноуындағы 6 ҡалалағы һәм ил баш ҡалаһындағы райондар.

Белоруссия законы торама пунктты халыҡтың ойошоп йәшәгән территорияһы, граждандар даими йәшәй торған һәм уларҙың йәшәүе өсөн кәрәкле торлаҡ һәм башҡа биналары һәм ҡоролмалары, үҙ атамаһы һәм тейешле тәртиптә нығытылған территориаль сиктәре булған урын (уларға ҡалалар, ҡала тибындағы ҡасабалар һәм ауыл торама пункттары инә) тип билдәләй. Ҡалаларҙың территориялары үҙ аллы административ-территориаль берәмек булмаған райондарға бүленергә мөмкин.  

Өлкәләрҙең, райондарҙың йәки ауыл Советтарының власть органдары урынлашҡан торама пункттар уларҙың административ үҙәктәре булып тора (шул уҡ ваҡытта уларҙың был административ-территориаль берәмектәр составында булыуы мотлаҡ түгел).

Территориаль берәмектәр иҫәбенә депутаттарҙың урындағы Советтары, башҡарма һәм етәкселек органдары булмаған торама пункттар, шулай уҡ махсус файҙаланыу режимындағы территориялар (ҡурсаулыҡтар, милли парктар, заказниктар, тарихи ҡомартҡылар һәм тәбиғәт ҡомартҡылары территориялары, оборона тәғәйенләнешендәге территориялар һ.б.) инә. 

Белоруссия өлкәләренең төҙөлөү тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1919 — Белорус ССР-ы ойошторола
  • 1924 — Белоруссия  түбәндәге 12 округҡа бүленә: Бобруйск, Борисов, Витебск, Гомель, Калинин, Минск, Могилёв, Мозырь, Орша, Полоцк, Речица, Слуцк.
  • 1930 — округтарға бүленеш бөтөрөлә.
  • 1938 йылдың 15 ғинуары — тәүге өлкәләр барлыҡҡа килә: Витебск, Гомель, Минск, Могилёв, Полесье (үҙәге — Мозырь ҡалаһы).
  • 1939 йылдың 4 декабре — яңы ҡушылған территорияла Барановичи, Белосток, Брест, Вилейка һәм Пинск өлкәләре төҙөлә[2]
  • 1944 йылдың 20 сентябре —  Бобруйск, Гродно  һәм Полоцк өлкәләре ойошторола[3];  Вилейка өлкәһенең атамаһы Молодечно өлкәһе тип үҙгәртелә[4]
  • 1945 — Белосток өлкәһе территорияһының ҙур өлөшө 1945 йылдың 16 авгусындағы Совет-Польша договорына ярашлы Польшаға тапшырыла, өлкә бөтөрөлә.
  • 1946 йылдың 14 майы — Минск ҡалаһы республика буйһоноуындағы ҡалалар иҫәбенә индерелә.[5]
  •  1954 йылдың 8 ғинуары —  Барановичи, Бобруйск, Пинск, Полесье һәм Полоцк өлкәләре бөтөрөлә.[6]
  • 1960 йылдың 20 ғинуары — Молодечно өлкәһе бөтөрөлә.[7]

Беренсе кимәл административ берәмектәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белоруссияла беренсе кимәл административ берәмектәр булып 6 өлкә һәм айырым статусҡа эйә булған  Минск ҡалаһы тора. 

Белоруссияның өлкәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Флаг Өлкә

(башҡ.)

Өлкә

(белор.)

Майҙаны,

км²

Халҡы,

кеше (2016)

Административ

үҙәге


ISO 3166-2

кодтары

1 Минск Мінск 348,84 1 959 781 Минск BY-HM
2 Брест өлкәһе Брэсцкая вобласць 32 786,44[8] 1 386 982  Брест
BY-BR
3 Витебск өлкәһе Віцебская вобласць 40 051,34[8] 1 193 587 Витебск
BY-VI
4 Гомель өлкәһе Гомельская вобласць 40 369,51[8] 1 422 941 Гомель
BY-HO
5 Гродно өлкәһе Гродзенская вобласць 25 126,98[8] 1 050 125 Гродно
BY-HR
6 Минск өлкәһе Мінская вобласць 39 853,80[8]

(Минск ҡ. башҡа)

1 417 303

(Минск ҡ. башҡа)

Минск BY-MI
7 Могилёв өлкәһе Магілёўская вобласць 29 067,62[8] 1 067 645 Могилёв
BY-MA
Бөтәһе 207 600[8] 9 505 200

Иҫкәрмә. Минск өлкәһенең майҙаны  Минск ҡ. менән бергә 40238 км² тәшкил итә.

Икенсе кимәл административ берәмектәр  

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белоруссияла икенсе кимәл административ берәмектәр булып өлкә буйһоноуындағы райондар һәм ҡалалар тора.  

  1. Закон Республики Беларусь от 5 мая 1998 года № 154-З «Об административно-территориальном делении и порядке решения вопросов административно-территориального устройства Республики Беларусь» 2010 йыл 16 июнь архивланған.
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 20 сентября 1944 года «об образовании Барановичской, Белостокской, Брестской, Вилейской и Пинской областей в составе Белорусской ССР»
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 20 сентября 1944 года «Об образовании Бобруйской, Гродненской и Полоцкой областей в составе Белорусской ССР»
  4. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 20 сентября 1944 года «О перенесении областного центра Вилейской области Белорусской ССР и переименовании Вилейской области»
  5. Указ Президиума Верховного Совета БССР от 14 мая 1946 года «Об отнесении города Минска к городам республиканского подчинения»
  6. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 8 января 1954 года «Об упразднении Барановичской, Бобруйской, Пинской, Полесской и Полоцкой областей Белорусской ССР»
  7. Указ Президиума Верховного Совета БССР от 20 января 1960 года «Об упразднении Молодечненской области Белорусской ССР»
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 8,6 Реестр земельных ресурсов Республики Беларусь (по состоянию на 1 января 2016 года) 2016 йыл 26 ноябрь архивланған.