Эстәлеккә күсергә

Биль (ҡала)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Биль
нем. Biel
франц. Bienne
БайраҡГерб
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы Biel/Bienne һәм Біль
Этнохороним biennesi
Рәсми тел Немец теле һәм Француз теле
Дәүләт  Швейцария[1]
Административ үҙәге Biel/Bienne administrative district[d]
Административ-территориаль берәмек Biel/Bienne administrative district[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Бильское озеро[d], Сюз[d], Аре[d] һәм Циль[d]
Хөкүмәт башлығы Erich Fehr[d]
Ойошма ағзаһы Climate Alliance[d][2] һәм KlimaBündnis-Städte Schweiz[d][3]
Халыҡ һаны 55 159 кеше (31 декабрь 2018)[4]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 434 метр һәм 441 метр
Туғандаш ҡала Изерлон
Мираҫ статусы Объекты культурного наследия Швейцарии[d][5][5]
Майҙан 21,21 км²,
21,19 км² (2005)[6]
Почта индексы 2500, 2502, 2503, 2504, 2505 һәм 2501[7]
Электрон почта info@biel-bienne.ch[8]
Рәсми сайт biel-bienne.ch
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн URL geo.ld.admin.ch/boundari…
Урынлашыу картаһы
Һәйкәлдәр исемлеге list of cultural properties in Bienne (new town)[d], list of cultural properties in Bienne (old town)[d], list of cultural properties in Bienne (outer districts)[d] һәм list of cultural properties in Biel/Bienne[d]
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1142, 1184, 1187, 1228, 1230, 1239, 1258 һәм 1299
Урындағы телефон коды 032
Номер тамғаһы коды BE
Карта
 Биль Викимилектә


Биль (шулай уҡ Бьен; нем. Biel, франц. Bienne, рәсми — Biel/Bienne) Швейцарияның Берн кантонындағы шул уҡ исемдәге күл ярында, төньяҡ-көнбайышта торған ҡала (нем. Bielersee, франц. Lac de Bienne).

Биль ҡалаһы французса һәм немецсә һөйләшкән ике телле халыҡ йәшәгән территорияла урынлашҡан. Биль ҡаланың немецсә исеме, ә Бьен — французса исеме. 2005 йылдың 1 ғинуарында рәсми исем итеп Biel/Bienne (Биль/Бьен) бирелә, ә уға тиклем рәсми рәүештә ҡала Биль тип аталған[9].

Ҡала Юра тау һырты массивында тора, уның аша Биль күленә табан хәүефһеҙ юл үтә, ул күлдең көнсығыш ситен туғандаш Нидау ҡалаһы менән тоташтырып тора. Невшатель, Золотурн һәм Берн (Швейцарияның баш ҡалаһы) Биль ҡалаһының көнбайышына, көнсығышына һәм көньяҡ-көнсығышына табан урынлашҡан. Уларға яҡынса 30 минутта машина йәки поезд менән барырға мөмкин.

Ҡала халҡы-55 меңгә яҡын кеше (2017), агломерацияһы — 106 меңгә яҡын (2014)[10]. XIX быуаттан алып Биль илдең эре сәнәғәт үҙәге булып тора, шул иҫәптән сәғәт етештереү үҙәге лә.

Биль — ҙурлығы буйынса Берн кантонының икенсе ҡалаһы, ул диңгеҙ бейеклегенән 434 метрҙа урынлашҡан. Майҙаны (Күл яны менән бергә) — 2162,7 га. Биль күленең уртаса һыу кимәле — 429,23 метр.

Билль Швейцарияның ике (немец һәм француз) тел ҡулланған ҡалаһы. Илдә немец теле өҫтөнлөк итә (55,4 процент), француз телен халыҡтың 28,1 % ҡуллана. Бөтә рәсми документтар, урамдар исемдәре, автобустар туҡталыштары ике телдә яҙылып йөрөтөлә. 2005 йылдың 1 ғинуарынан алып ҡаланың рәсми исеме документтарҙа ҡыя һыҙыҡ аша яҙыла: Biel/Bienne.

Биль ауылына нигеҙ кельттар тарафынан һалынған һәм Belenus тип кельт аллаһы хөрмәтенә уның исеме менән аталған; ошо исемдән ҡаланың хәҙерге исеменең ике варианты ла барлыҡҡа килгән. Ҡала XI быуатта төҙөлгән, ул 1275 йылда хартияһын алған. 1352 йылдан башлап ҡала Берн менән мәңгелек союзда тора (Базель епискобы контроле аҫтында), 1798—1814 йылдарҙа ҡаланы француздар баҫып ала. 1815 йылдан башлап ҡала Берн кантоны составына инә.

Биль — Швейцария телле иң ҙур ҡалаһы. УлЮра тауҙары итәгендә тора. Ҡаланың нигеҙен 14 квартал тәшкил итә:

  • Фингельц
  • Ребберг-Бомонт
  • Интерессенгемайншафт (IG) Плёнке
  • Ноймарктштрассе (Оберер Квай)
  • Штадтпарк
  • Цукунфт / Конгресхаус
  • Банхоф
  • Мюлефельд
  • Меесли
  • Боде
  • Метт
  • Остквартир
  • Бецинген
  • Альтштадт

Ҡала мэры — Эрик Фер — ШвейцарияныңСоциал-демократик партияһы вәкиле. Унан алдағы мэры, шулай уҡ социал-демократ, Ханс Штечь, 20 йыл ҡала башлығы булып эшләгәндән һуң, 2010 йыл аҙағында отставкаға китә.

Ҡаланың этник составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалала барыһы (2007 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса) 50 857 кеше йәшәй;

  • ҡала халҡының 27,6 проценты — 130 илдән килгән сит ил кешеһе;
  • итальяндар — 3904 кеше;
  • элекке Югославия илдәренән — 1345 кеше;
  • Испандар — 1258 кеше;
  • Төрөктәр — 807 кеше;
  • 1022 кеше төрлө Азия илдәренән килгән;

«Ике телле ҡала» донъяның 70-тән ашыу телендә һөйләшә.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡулсалағы Vennerbrunnen ҡоҙоғо (1401), готик сиркәү (1451), ратуша (1534), иҫке ҡала (Altstadt) һәм иҫке ҡаланың барлыҡ биналары: үрге һәм түбәнге тыҡрыҡтарҙың биналары, ҡапҡа, сәғәт башнялары, ҡоҙоҡтар Gerechtigkeitsbrunnen Burgplatz суд майҙаны(1535), театр, канцелярия (1530—1591), үрге тыҡрыҡтағы Engelsbrunnen ҡоҙоғо (1563). Йыл һайын ҡалала шахмат фестивале үткәрелә.

Биль ҡалаһы донъяның сәғәт етештереү үҙәге. Бында урынлашҡан:

  • Швейцария сәғәт сәнәғәте федерацияһының штаб-квартираһы
  • Swatch Group (шулай уҡ уның подразделениелары Swatch һәм Omega) штаб-квартираһы
  • Rolex производство компанияһы үҙәге
  • Glycine сәғәте производствоһы һәм штаб-квартираһы

Шулай уҡ Биль ҡалаһында союздаштарҙың коммуникациялар буйынса BAKOM (<a href="https://ru.wikipedia.org/wiki/Bundesamt_f%C3%BCr_Kommunikation(недоступная ссылка)" rel="mw:WikiLink" data-linkid="null">Bundesamt für Kommunikation</a>) департаменты тора. Ул телекоммуникациялар, радио һәм телевидение мәсьәләләре менән шөғөлләнә.

  • «Schwab» археология музейы.
  • «Müller» музейы— машиналар төҙөү музейы:
  • «Neuhaus» — XIX—XX быуаттар мәҙәниәте, индустрияһы, иҡтисады музейы.
  • «Сәғәт музейы» «Omega» сәғәт фабрикаһы музейы
  • CentrePasquArt — хәҙерге заман ҡала сәнғәт үҙәге (партнерҙары -Kunsthaus, Photoforum, Filmpodium, Visarte, Kunstverein).
  • Оптика музейы — дүрт быуат дауамындағы тарихлы оптика музейы, унда 300 объект ҡуйылған, шулар араһында монокль, күҙлек, телескоп, биноклдәр, барометр һәм башҡа экспонаттар бар.

Симфоник оркестры

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • OGB Orchestergesellschaft Biel — Биль симфоник оркестры. Уға 1969 йылда нигеҙ һалынған. Дирижеры: Jost Meier, Anguélov Ivan, Nowak Grzegorz, Tardue һәм Hans Urbanek Marc. Симфоник оркестрҙа Viotti Marcello, Armin Jordan, Heinz Holliger, Horvat Milan, Michel Corboz, Jun Märkl һәм Ventura Fabrizio уйнаған.
  • Йәй асыҡ һауала бушлай концерттар үткәрелә(OpenAir)
  • Биль-Золотурн (нем. Theater Biel-Solothurn, франц. Bienne-Soleur) ике телле Швейцарияның ике телдә уйнаған берҙән-бер театры. Бында XVII—XVIII быуаттарҙа уҡ спектаклдәр күрһәтелгән.
  • «Die Theater für Chlyne» — бәләкәй балалар өсөн театр, ҡурсаҡ һәм марионеткалар театры.

Йыл һайын үткәрелә торға саралар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Биль карнавалы (февраль аҙағы — март башында). Балаларҙың карнаваллы-костюмлы байрамы. Европаның иң ҙур карнавалдарының береһе.
  • 2012 йылдан алып «Арт Диалог» берекмәһе шул уҡ исемдәге сәнғәт фестивале үткәрә унда классик музыка, һынлы сәнғәт һәм шарап эшләү сәнғәте күрһәтелә. Фестиваль программаһы менән фестивалдең сайтында танышырға була[11].

Биль ҡалаһында туристик инфраструктура ныҡ үҫешкән, шул иҫәптән велосипед спорты, роликтарҙа шыуыу, ат спорты, парашют менән һикереү һәм һыу спорты төрҙәре.

Күл һәм йылға флотында бер нисә карап бар. Туристар араһында иң билдәлеләренең береһе — «Сиеста».

St. Petersinsel (Изге Петр утрауы). Ярымутрау был төбәктең иҫтәлекле урыны булып тора. Ул көнбайыш Европала жан жак Руссо (J.-J. Rousseaus) һүрәтләүе арҡаһында билдәлелек алған.

Төбәктә аш-һыу бик күп төрлө, сөнки унда төрлө ҡитғаларҙан төрлө этник төркөм вәкилдәре йәшәй. Швейцария, немец, француз, итальян, төрөк, япон, иран, ҡытай, мексика, испания, рус, африка халыҡтары аш-һыуы һәм башҡалар бар.

Биль ҡалаһында теркәлгән 60 спорт клубы бар.

Ҡала спорт клубының ҡайһы берҙәре:

  • Biel Swim Team/Bienne — йөҙөү;
  • EHC Biel/Bienne — хоккей клубы;
  • Karate-Biel Do/Bienne — каратэ-до;
  • Seeland Triathlon Club — триатлон;
  • Bötzingen спорт гимнастикаһы клубы;
  • Madretsch ҡатын-ҡыҙҙар спорт гимнастикаһы клубы;
  • Yachtclub Bielersee — яхта клубы;
  • USZ Bielersee — һыу аҫтында йөҙөү;
  • бер нисә теннис клубы: Tennisclub Biel/Bienne, Tennisclub Schlossmatte;
  • Biel club aikido/Bienne — айкидо;
  • karatedo Biel kashiva kan-Bienne — каратэ-до;
  • Damen Biel Eishokey Club — Биль ҡатын-ҡыҙҙар хоккей клубы;
  • 8 футбол клубтары : (Bienne Azzurri АС, AURORE FC — Bienne, FC Mett һәм башҡалар);
  • Biel-Bikers Bienne — велосипедсылар клубы;
  • Fechtclub Biel — фехтование клубы;
  • Gym Biel/Bienne — ҡатын-ҡыҙҙар ритмик гимнастика клубы. Был шулай уҡ бейеү (Hip-Hop һ. б. бейеү) клубы;
  • Handballsport Biel — гандбол (ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары);
  • AFC Bienna Jets — америка футбол клубы;
  • FSG Bienne RomandeBienne — аэробика һәм тай-чи;
  • HotWhells — inlineclub (видео);
  • VCB Biel-Bienne — ҡатын-ҡыҙҙар волейбол клубы;
  • Schachklub Biel — Биль шахмат клубы;
  • Leichtathletikclub Biel — еңел атлетика;
  • Schachgeselschaft Biel — Биль шахмат йәмғиәте;
  • SAC Biel — Швейцария альпинистар клубының Биль секцияһы.

Марафондар

  • «Төнгө» 100 километр Биль ультрамарафонынан тыш, төрлө дистанцияларға йүгереү үткәрелә: классик «төнгө» марафоны (42,195 км), «ярым марафон», тауҙа йүгереү, 100 километрлыҡ армия марафоны һәм башҡалар. Ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар араһында йүгереү ярыштары.

Йүгереү буйынса түбәндәге ярыштар үткәрелә:

  • Кросс la. Heutte (мәктәп уҡыусылары);
  • Kerzerslauf (балалар);
  • Ярым марафон. Nidau;
  • Classic' Ааr (13,3 км);
  • Херман Флюкигер — Швейцарияның 1945—1947 йылдарҙа Мәскәүҙәге хәрби дипломаты
  • Николас Хайек — Group Swach президенты. Биль почетлы гражданы.
  • Самуэль Шмид — Швейцария Федераль советы ете ағзаһының береһе (2000—2008 йылдарҙа). Уның ҡулы аҫтында оборона министрлығы, граждандар оборонаһы һәм спорт торған була.
  • Рикардо Луменго — Швейцарияла сәйәсәте тарихында беренсе ҡара тәнле депутат —Анголанан күскән сәйәси ҡасаҡ. Швейцарияның Социал-демократик партияһы (SP) ағзаһы.
  • Ханс Штёкли— 1991 йылдан алып 2010 йылға тиклем Биль ҡалаһы мэры.
  • Андреа Фроммхерц — педагог, Frac ойошмаһының кәңәшсеһе һәм идарасыһы. Дүрт китап авторы.
  • Барбара Швикерт — сәйәси эшмәкәр. Биль Volkshochschule Халыҡ университеты етәксеһе. Биль ҡала советы ағзаһы.