Эстәлеккә күсергә

Быков Василь Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Василь Быков
бел. Васіль Быкаў
Тыуған урыны:

СССР, Белорус ССР-ы, Витебск өлкәһе, Ушачи районы, Бычки ауылы

Вафат булған урыны:

Белоруссия, Минск өлкәһе, Боровляны

Эшмәкәрлеге:

прозаик, публицист, йәмәғәт эшмәкәре

Ижад йылдары:

1940 йылдар аҙағында

Йүнәлеше:

проза (башлыса хәрби)

Жанр:

повесть, хикәйә, публицистика, эссе

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

белорус, рус

Премиялары:
Ленин премияһы — 1986 СССР Дәүләт премияһы — 1974 БССР-ҙың дәүләт премияһы — 1978
Наградалары:
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1984
Ленин ордены — 1984 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены  — 1994 Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңәүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңәүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 50 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 50 йыл» юбилей миҙалы
Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында

Василь (Василий) Владимирович Быков (бел. Васіль Уладзіміравіч Быкаў; 19 июнь 1924 — 22 июнь 2003 — совет һәм белорус яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Белруссияның халыҡ яҙыусыһы (1980), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1984), Ленин һәм дәүләт премиялары лауреаты (1986).

Күпселек әҫәрҙәре — повестар, улар ғәмәлдә Бөйөк Ватан һуғышы һәм уларҙа кеше тормошоноң иң драматик, сетерекле, ауыр йылдарында әхләҡ проблемаларын хәл итеү тураһында яҙылған.

Быков Василь Владимирович 1924 йылдың 19 июнендә Белорус ССР-ы, Витебск өлкәһе[1][2] Ушачи районы Бычки ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Бәләкәй сағынан уҡ һүрәт төшөрөргә яратҡан. Кубличи ауылындағы мәктәптең 8 класын тамамлағас, Витебск сәнғәт училищеһының скульптура бүлегендә уҡыған (19391940), тик, студенттарға стипендия биреү тыйылғас[3], ФЗО мәктәбендә уҡый (1941 йылдың майына тиклем). 1941 йылдың июнендә 10 класс өсөн иимтихандарҙы экстерн юл менән тапшырған.

Һуғыш башланғанда ул Украинала була, артабан оборона эштәрендә ҡатнаша. Белгородтан сигенгән саҡта үҙ колоннаһынан артта ҡала һәм ҡулға алына. Быковты, немец шпионы тип иҫәпләп, саҡ атып үлтермәйҙәр[4]. Инженер батальоны составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 19411942 йылдар ҡышында Салтыковка станцияһында һәм Һарытау өлкәһенең Аткарск ҡалаһында йәшәй, тимер юл мәктәбендә уҡый.

1942 йылдың йәйендә Саратов пехота училищеһын тамамлай. 1943 йылдың көҙөндә уға кесе лейтенант хәрби званиеһы бирелә. Кривой Рог, Александрия, Знаменка өсөн барған һуғыштарҙа ҡатнаша. Кировоград операцияһы ваҡытында аяғы һәм ҡорһағы яралана (уны яңылыш үлгәндәр иҫәбенә яҙып ҡуйғандар). Үҙе менән һуғышта булған хәлдәргә нигеҙләнеп, һуңғараҡ «Мертвым не больно» тигән повесын яҙған. 1944 йылдың башында өс ай госпиталдә дауалана. Терелеп сыҡҡас, өлкән лейтенант дәрәжәһендә Ясско-Кишинев операцияһында, Румынияны, Болгария, Венгрия, Югославия, Австрияны немецтәрҙән азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыш тураһында «Долгая дорога домой» (2003) тип атаған иҫтәлектәрендә яҙа.

Демобилизациянан һуң Гродно (1947 йылдан алып) ҡалаһында йәшәгән. 1947 йылда яҙған әҫәрҙәрен баҫтыра башлай. Башта төрлө оҫтаханаларҙа, һуңынан «Гродненская правда» өлкә гәзитендә эшләй (1949 йылға тиклем). 1949 — 1955 йылдарҙа яңынан Совет армияһы сафтарында хеҙмәт итеп, 1955 йылда майор дәрәжәһендә демобилизациялана. 1955—1972 йылдарҙа яңынан «Гродненская правда» гәзитендә эшләй. 1959 йылдан СССР яҙыусылар Союзы ағзаһы. 1972—1978 йылдарҙа — БССР яҙыусылар Союзының Гродно ҡала яҙыусылар бүлегенең сәркәтибе. Быковтың исеме 1973 йылдың 31 авгусында «Правда» гәзитенә Солженицын һәм Сахаровты яҡлап яҙыусы бер төркөм совет яҙыусылар исемлеге араһында телгә алына. Быков был хатты яҙыусылар араһында булмағанын дәлилләй.

1978 йылда Минскигә күсеп килә. 1978—1989 йылдарҙа БССР-ҙың Юғары Советына депутат итеп һайлана.

1988 йылда Белоруссия халыҡ фронты партияһын ойоштороусыларҙың береһе була. 1989 йылда СССР халыҡ депутаттарының съезына депутат итеп һайлана, Төбәк-ара депутаттары төркөмөнә инә. Белоруссияның ПЕН-үҙәгендә рәйес була. 1990—1993 йылдарҙа — Бөтә донъя белорустары «Бацькаўшчына» Берләшмәһенең президенты (башҡ. Тыуған ил). 1993 йылдың октябрендә «Ҡырҡ икенең» асыҡ хатына үҙенең имзаһын ҡуйҙы. 1994 йылдың Президент һайлауҙарында Зенон Позняктың ышаныслы кешеһе булды.[5]

24 март, 1996 йыл. Беларусь менән Рәсәйҙең интеграцион ярашыуҙары алдынан митинг ойоштороу комитетының башында торҙо. Был митинг «Минский яҙының бер өлөшө ине. Белорус Халыҡ Фронты митингтың ойоштороусы партияһы булды[6].

1997 йылдың аҙағында сит илдә сәйәси эмиграцияла йәшәй, башта -Финляндиялағы Хельсинки ситендә, артабан Германияла, һуңынан Чехияла. Тыуған иленә үлере алдынан ғына әйләнеп ҡайта. Күп тапҡырҙар Александр Лукашенконың сәйәсәтен тәнҡитләп сыға. Ул Белоруссия Рәсәй менән түгел, ә Европа менән союздаш булырға тейеш тип иҫәпләй.

Минскиҙең Көнсығыш зыяратындағы Быковтың ҡәбере.

22 июнь, 2003 йыл. 20 сәғәт 30 минутта Минск янындағы Боровляне ҡалаһындағы онкология госпиталенең реанимация бүлегендә вафат була[7]. Минскиҙәге Әҙиптәр Йортонда грек-католик диненсә йыназа уҡыла[8]. Минскиҙа Көнсығыш зыяратында ерләнгән.

Өсөнсө ракета» (1961) повесы Быковҡа билдәлелек алып килә. Шул уҡ 60-сы йылдарҙа ул бөтә донъяға танылған «Альпийская баллада», «Мертвым не больно», 70-се йылдарҙа «Сотников», «Һәйкәл», «Дожить до рассвета» һәм «Пойти и не вернуться» повестарын ижад итте.

«Облава» повесы «Новый мир» журналында1990йылда баҫылып сыҡты.

Күпселек әҫәрҙәрен Василь Быков белорус телендә яҙған һәм уларҙың күбеһен үҙе рус теленә тәржемә иткән. Уның әҙәби хеҙмәттәре күп кенә донъя телдәренә тәржемә ителеп баҫылып сыҡҡан.

  • На тропе жизни (бел. «На сцяжыне жыцця»«На сцяжыне жыцця», 1958)
  • Эстафета (1959)
  • Полководец
  • Ход конём (бел. «Ход канём»«Ход канём», 1960) — сборник
  • Фронтовая страница (1960)
  • Сваякі (1966)
  • На крыжах (1992) — сборник статей и интервью
  • Крыжовы шлях (1998) — сборник статей и интервью
  • Пахаджане (1999) — цикл рассказов
  • Долгая дорога домой (бел. «Доўгая дарога дадому»«Доўгая дарога дадому», 2002) — книга воспоминаний

Экранизациялар һәм спектаклдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кино — һәм телефильмдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Балет «Альпийская баллада» (1967, музыка Евгения Глебова)
  • Опера «Тропою жизни» (1980, музыка Генриха Вагнера, по «Волчьей стае»)
  • Герой Социалистического Труда (1984)
  • Орден Ленина (1984)
  • Орден Отечественной войны 1 степени (1985)
  • Орден Дружбы народов (1994)
  • Орден Трудового Красного Знамени (1974)
  • Орден Красной Звезды (1945)
  • Медали, в том числе:
    • Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
    • Юбилейная медаль «Двадцать лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
    • Юбилейная медаль «Тридцать лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
    • Юбилейная медаль «Сорок лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
    • Юбилейная медаль «50 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
    • Медаль Франциска Скорины (1994)

Премиялары һәм маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ленинская премия (за повесть «Знак беды»; 1986)
  • Государственная премия СССР (за повести «Дожить до рассвета» и «Обелиск»; 1974)
  • Государственная премия БССР имени Якуба Коласа (за повести «Волчья стая», «Его батальон»; 1978)
  • Литературная премия БССР имени Якуба Коласа (за повесть «Третья ракета»; 1964)
  • Народный писатель Беларуси (1980)
  • Гродно, Белосток, Жданович, Смолевичи ҡалаларындағы урамдар уның исемен йөрөтә.
  • Витебск балалар сәнғәт мәктәбе № 1 (1923 −1941 йылдарҙа Витебск сәнғәт училищеһы, унда 1939—1940 йылдарҙа Василь Быков уҡыған) йортонда таҡтаташ ҡуйылған.
  • 2014 йылда Жданович-6 дача ҡасабаһында Дәүләт музейының белорус әҙәбиәте филиалы асылды[9].
  • 2007 йылда Бычки ауылында Василь Быковтың йорт-музейы асылды.
  1. Василь Владимирович Быков на сайте Большой Советской Энциклопедии.
  2. В некоторых источниках ошибочно указана дер.
  3. Пётр Тузков. «Василь Быков — писатель с мировым именем, мог стать великим скульптором» (23 октябрь 2008). Дата обращения: 11 август 2011. Архивировано 27 август 2011 года. 2016 йыл 28 октябрь архивланған.
  4. Василь Быков. Долгая дорога домой. Отрывки из книги. С белорусского. Перевод и вступительная заметка Натальи Игруновой // «Дружба народов» 2003, № 8.
  5. Лукашэнка ніколі не выйграваў справядліва — нават у 1994 і 1995.
  6. Шрайбман А.. "Минской весне" — 20 лет. История уличных протестов Беларуси в инфографике TUT, TUT.BY (24 март 2016). 2016 йыл 4 апрель архивланған.
  7. Газета „Витебский проспект“, № 25(314) от 19.06.08(недоступная ссылка)
  8. Государство ушло с похорон Быкова (27.06.2003)(недоступная ссылка)
  9. Музей Василя Быкова открылся под Минском 2014 йыл 7 июль архивланған. // Белорусское телеграфное агентство.
  • Адамович А. Васіль Быкаў = Василь Быков. — Мінск: Беларусь, 1986.
  • Бугаёў, Д. Я. Васіль Быкаў : Нарыс жыцця і творчасці / Д. Я. Бугаёў. — Мінск: Народная асвета, 1987. — 206 с.
  • Буран В. Васіль Быкаў. Нарыс творчасці. — Мінск: Мастацкая литаратура, 1976.
  • Гимпелевич Зина. Василь Быков: Книга и судьба. — М.: Новое литературное обозрение, 2011. — ISBN 978-5-86793-853-6
  • Дедков И. Василь Быков. Очерк творчества. — М.: Советский писатель, 1980.
  • Лазарев Л. Василь Быков. Очерк творчества. — М.: Художественная литература, 1979.
  • Наш Быкаў: Кніга ўспамінаў / уклад. Г. Бураўкін. — Мінск: Кніга, 2004.
  • Шагалов А. Василь Быков. Повести о войне. — М.: Художественная литература, 1989. — ISBN 5-280-00721-8
  • Шапран Сяргей. Васіль Быкаў. Гісторыя жыцця ў дакументах, публікацыях, успамінах, лістах. В 2-х тт. — Мінск: Гародня, 2009. — ISBN 978-83-61617-89-1 ; 978-83-61617-84-6
  • Zina J. Gimpelevich. Vasil Bykau: His Life and Work. Montreal: McGill-Queen’s University Press 2005. ISBN 0-7735-2900-4

Быков Василь Владимирович. «Герои страны» сайты.