Венгрия короллеге
Венгрия короллеге | |||||
мадьярса Magyar Királyság | |||||
| |||||
1001 — 1918
| |||||
---|---|---|---|---|---|
Венгрия короллеге Викимилектә | |||||
Венгрия короллеге (мадьярса Magyar Királyság) — Үҙәк Европала 1001 йылдан 1918 йылға тиклем (1920—1944 йылдарҙа регент Миклош Хорти етәкселегендәге Венгрия Короллеге) йәшәгән дәүләт. Бөгөнгө көнбайыш Венгрия ерҙәрендә барлыҡҡа килә һәм биләмәләрен бөтә Венгрия, Трансильвания, Словакия, Воеводина, Карпат аръяғы, Хорватия (Далмациянан тыш), Истрияға һәм башҡа ерҙәргә киңәйтә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]900—1000 йылдар тирәһендә венгр ҡәбиләләре урта-дунай тигеҙлегенә, шулай уҡ венгрҙарға ҡәрҙәш секей һәм чангоштар биләгән Карпат тауҙары буйына (Трансильванияға) килеп урынлашалар. Быға тиклем өс-дүрт быуат элек был ерҙәрҙә күсеп йөрөгән славян ҡабиләләренән айырмалы венгрҙар ерҙәрҙе һуңғараҡ яулай. Был халыҡ славяндар (төньяҡтан һәм көньяҡтан), немецтар (көнбайыштан) һәм румындар/валахтар менән (көнсығыштан) тәбиғи байлыҡтар өсөн ҡаты конкуренция шарттарында, ярайһы уҡ һуғышсанлыҡ күрһәтеп, яулай был ерҙәрҙе. Мадьярҙарҙы, улар артынан хазарҙарҙы, бәшнәктәрҙе һәм ҡомандарҙы (ҡыпсаҡтарҙы) тарихи аренаға сығарыу процесы биш быуат элек һундарҙы, шулай уҡ башҡа дала халҡын дәртләндергән процесҡа үтә ныҡ оҡшаған. Шул уҡ социал мотивация, хәрби тактика, иҡтисади билдәләр, хатта барып етеү урыны — паннон бассейнына тиклем оҡшағандар. Тимәк урта быуат венгр тарихын яҙыусыларының Аттила вариҫтарына һылтаныуҙары һис тә осраҡлы түгел[1].
Венгрияның тәүге короле Арпадтар династияһынан Изге Иштван I була. Ул король итеп 1001 йылда, рим папаһы Сильвестр II «апостол ғәли йәнәптәре» титулын биргәс кенә ысынлап таныла. 1102 йылда венгр короле Кальман I хорват бейҙәре менән килешеү төҙөй. Уның буйынса Шәхси уния һөҙөмтәһендә ике дәүләттең короле тип билдәләнә. Хорват ерҙәренә идара итеү менән башлыса хорват Бандары шөғөлләнә. XII—XIII быуаттарҙа венгр короллеге словак, хорват, румын һәм украин ерҙәренең бер ни тиклемен үҙенә буйһондора.
Арпадтар династияһы көсһөҙләнгәс венгр коронаһын Анжуй династияһы вариҫҡа ала. Ә Анжуйҙарҙан һуң поляк Ягеллондары һәм башҡа династияһыҙ етәкселәр вариҫ булалар. Янош Хуньяди бер юлы етәксе лә полководец та була һәм 1456 йылда Белградты яуларға теләгән ғосмандар яуын кире ҡаға. Бының менән ул Венгрияға 70 йылға етерлек бәйһеҙлек бирә. Вафатынан һуң уның улы Матьяш Хуньядины король итеп һайлайҙар. Ул Европалағы Яңырыу осороноң иң сағыу етәкселәрнең береһе була. 1527 йылда сабор Цетин замогында Габсбургтар ырыуынан эрцгерцог Фердинандты Хорватия короле итеп һайлай. 1526 йылдан Габсбургтар венгр коронаһына ла эйә булалар; Австро-Венгрия 1918 йылда тарҡалғанға тиклем уны үҙҙәрендә һаҡлайҙар.
1541—1699 йылдарҙа боронғо Венгр короллеге хәрби-иҡтисади бөлгөнлөк кисерә һәм дунай алды Венгрияһының күп өлөшө төрөк-ғосман ҡулына күсә. Австрия ҡайһы бер сиктәш региондарҙы контролгә ала. Ғосман империяһы регионды исламлаштырыу буйынса әүҙем (ярайһы уҡ уңышлы) кампания йәйелдерә. Әммә уларҙы Габсбург империяһының ҡаршылыҡ күрһәтеүе тотҡарлай. XVIII быуат башына төрөктәр тулыһынса илдән ҡыуыла, ә Венгрия Австрия империяһы составына ҡушыла, әммә венгр башлыҡтары буйһонмай һәм автономия өсөн көрәшеүен дауам итә.
Австро-Венгрия 1867 йылда австрия немецтары һәм венгрҙар араһындағы ике яҡлы килешеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Был дәүләт 1805 йылда барлыҡҡа килгән Австрия Империяһын реформалау була. Империя составында Венгр короллеге киң автономия, шулай уҡ барыһы бергә венгр Транслейтанияһын барлыҡҡа килтергән «ярым-колониаль» биләмәләрҙе (Трансильвания, Хорватия, Словакия) ала. Венгрҙар был ерҙәрҙә йәшәгән халыҡтың 45 процентын ғына тәшкил иткән була. Венгр элитаһы үҙенең официаль телен — венгр телен — һаҡлау хоҡуғын яулай, мадьяризация -Транслейтания халҡының күп өлөшөн тәшкил иткән халыҡ телен ассимиляциялау — буйынса агрессив кампания йәйелдерә.
Австро-Венгрия Беренсе Бөтә Донъя һуғышында еңелгәндән һуң йәшәүҙән туҡтай. Император Карл IV 1918 йылдың 12 ноябрендә ил менән идара итеүҙән ситләштерелә. Венгрия короллеге Венгр Халыҡ Республикаһына әйләнә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мюссе Л. Варварские нашествия на Западную Европу. — СПб.: Евразия, 2006. — С. 14 −15. — ISBN 5-8071-0211-8
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Венгрия короллеге Викимилектә |
- Richard Frucht. Encyclopedia of Eastern Europe: From the Congress of Vienna to the Fall of Communism (2000)