Ганс Гольбейн
Ганс Гольбейн | |
нем. Hans Holbein | |
Тыуған: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Үлгән: | |
Үлгән урыны: | |
Ил: | |
Работы |
Ганс Гольбейн (Кинйә Ганс Гольбейн 1497, Аугсбург — 1543, Лондон) — рәссам, иң бөйөк немец рәссамдарының береһе. Был ғаиләнең иң билдәле вәкиле.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Германияның Аугсбург ҡалаһында тыуған, атаһы рәссам Ганс Гольбейнда (Өлкән) уҡый. Уға Ганс Бургкмэйр йоғонто яһай.
Һуңыраҡ ағаһы Амбросий Гольбейн менән Базель ҡалаһына (Швейцария) күсенә. Унда ул шул осорҙоң күп гуманистары һәм ғалимдары, шул иҫәптән Эразм Роттердамский менән таныша. Уның үтенесе буйынса ул әҙиптең «Ахмаҡлыҡты маҡтау» әҫәрен иллюстрациялаған. Гольбейн башҡа китаптарға ла иллюстрациялар эшләй, Библияның немец теленә тәржемәһен нашер итеүҙә ҡатнаша, витраждар һәм буялған портреттар ижад итә.
1516 йылда бургомистр Мейер һәм уның ҡатынының, шулай уҡ рәссам Ганс Гербстерҙың портретын яҙа, киләһе йылда Люцернда Гертенштейн йорто эсендә һәм тышҡы стеналарында фрескалар төшөрә. 1519 йылдың көҙөндә Базелгә ҡайтҡас, йорттарҙың тышҡы фасадтарын биҙәү өҫтөндә күп эшләй.
Гольбейндың Базель осорондағы иң мөһим әҫәрҙәре: юрист Бонифас Амербах портреты; «Христостың һуңғы ыҙаланыуҙары»(10 картина), «Христос тыуыу» һүрәттәре һәм «Мәжүси руханиҙар Христосҡа тәүбә килтерә»; Солотурн ҡалаһы өсөн Изгеләр менән Мадонна; ниһайәт, Мейер ғаиләһе өсөн яҙылған данлыҡлы Мадонна.
Ошо ваҡытта ижад ителгән әҫәрҙәре: Эразм Роттердамский, Доротея Оффенбург портреттары, ағаста яһалған грвюралар: Иҫке Ғәһед (Ветхий Завет) өсөн һәм «Үлем бейеүе» һүрәттәре.
1526 йылда Гольбейн Англияға күсенә һәм унда портреттар ғына төшөрә. 1528 йылда Базель ҡалаһына ҡайтҡас, Гольбейн ратуша залындағы фрескаларҙы тамамлай һәм бер нисә портрет төшөрә.
1532 йылда дини сыуалыштар Гольбейнды яңынан Базелдән Англияға китергә мәжбүр итә, унда хәҙерге ваҡытта Берлинда, Виндзорҙа, Гаагала, Брунсвикта һәм Вена[[]]ла һаҡланған портреттарҙы яҙа. Уның Морретт (Дрезден[[]]), сэр Ричард Сутвелл, Томас Уайетт һәм «Яҙмыш тәгәрмәсе» портреттары ошо ваҡытта яҙылған. Король Генрих VIII уны һарай рәссамы итеп тәғәйенләй.
Портретсы булып эшләүҙән тыш, Гольбейн монарх өсөн тантаналы һарай кейемдәре эскиздарын эшләй, Генрих VIII, королева Джейн Сеймур, Эдуард VI, Говард (3-сө герцог Норфолк) һәм башҡаларҙың бер нисә портретын яҙа.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул Базелдә һәм Лондонда йәшәй. 1543 йылда (7 октябрь-29 ноябрь тирәһе) ул Лондонда таралған тағун (чума) сиренән вафат булған.
Рәссам ижадының үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гольбейн картиналары ентекле һүрәттәр, пластик моделләштереү, кьяроскуроның (яҡтылыҡ һәм күләгә аралашыуы) асыҡлығы, төҫтәр байлығы һәм рәссам бумалаһының киңлеге менән айырыла. Уның һүрәттәрендә сарказм, нескә күрә белеү, тойомлау һәләте һиҙелә, тормош хәҡиҡәте һәм шәхси үҙенсәлектәргә ҡарамаҫтан, уларҙағы форма һәм биҙәлеш матурлығы һоҡландыра. Гольбейндың немец сәнғәтенә, Германияға, милли һыҙаттарын юғалтмайынса, Италиялағы Яңырыуҙың (итал. Renaissance) сәскә атҡан дәүере йоғонтоһон килтереп еткереүе бик юғары баһалана. Уның әҫәрҙәрендә Альбрехт Дюрер портреттарында моронлаған йүнәлештәр һиҙелә.
Үҙенең портреттары өсөн рәссам башта бик ентекле ҡәләм эскиздары эшләгән, уларҙың ҡайһы берҙәре һаҡланып ҡалған. Күләгәләр һәм яҡтылыҡ күмер, аҡбур һәм сангин менән төшөрөлгән. Эскиздарҙа Гольбейн ҡулдарҙы ентекләп төшөрмәй,башлыса, персонаждың йөҙөнә иғтибар итә.
«Үле Христос табутта» картинаһы тураһында Ф.М.Достоевскийҙың «Идиот» романы геройы кенәз Мышкин «уны күргән ҡайһы берәү хатта уға инаныуҙан баш тартыр хәлгә етеп ҡуйыуы бар» тигәнерәк фекер әйтә.
1524–1526 йылдарҙа Гольбейн «Үлем образдары» («Үлем бейеүе») серияһын яҙа. Был шул осорҙа Германияла булған Крәҫтиәндәр һуғышына аллегория. (Ағаста эшләнгән гравюраларҙан 1538 йылда нәшер ителә) |
Былар ҡыҙыҡлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәссам хөрмәтенә сигеү стиле һәм көнсығыш келәмдәренең төрө аталған, сөнки Гольбейн уларҙы йыш ҡына портреттарында һүрәтләгән.
Гольбейн исеме менән Меркурийҙағы кратер аталған; Был атама 1979 йылда раҫланған[6].
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
«Венера менән Купидон», 1516—1526. Базель сәнғәт музейы, Базель
-
«Илселәр», 1533. Лондон милли картиналар галереяһы, Лондон
-
Сэр Томас Мор портреты, 1527. Фрик коллекцияһы, Милли портреттар галереяһы. Нью-Йорк
-
«Дармштадт мадоннаһы», 1526. Йоханнитерхалле, Швебиш-Халль (Германия)
-
Англия короле Генрих VIII, 1536—1537. Тиссен-Борнемиса музейы, Мадрид
-
Сауҙагәр Георг Гитц портреты, 1532. Берлин картиналар галереяһы, Берлин
-
Англия короле Эдуард VI бала саҡта, 1538. Милли сәнғәт музейы, Вашингтон
-
Томас Говард, герцог Норфолк, 1539—1540 йылдар тирәһе. Король коллекцияһы. Лондон
-
Дама тейен менән, 1526—1528 йылдар тирәһе. Милли картиналар галереяһы, Лондон
-
Моретт портреты, 1534—1535. Боронғо оҫталар музейы, Дрезден
-
Золотурн мадоннаһы Изге Мартин Турский (һул яҡта) һәм Урс Золотурнский менән, 1522. Золотурн сәнғәт музейы.Швейцария
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ https://www.webumenia.sk/autor/4001 (словак.)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 RKDartists (нидерл.)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
- ↑ Holbein, Hans (der Jüngere) // https://www.sikart.ch/KuenstlerInnen.aspx?id=4022819&lng=en — 2006.
- ↑ Planetary Names: Crater, craters: Holbein on Mercury . planetarynames.wr.usgs.gov. Дата обращения: 27 сентябрь 2020. Архивировано 22 май 2022 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- рус телендә
- Гольбейн Г. мл. Пляска смерти / Вступ. ст. А. Могилевского. — М. : Ритм, 1923. — 89 с. : ил.
- Бенсьюзан С. Л. Гольбейн / С. Бенсюзан; пер. Е. Боратынской. — М. : Ю. И. Лепковский, 1910. — 79 с.: ил. — (Художественная библиотека).
- Булгаков, Ф. И. Ганс Гольбейн младший // Сто шедевров искусства. — СПб. : изд. ред. «Нового журнала иностранной литературы», 1903. — С. 23.
- Власов В. Г. Хольбайн, Гольбейн // Стили в искусстве : Архитектура, графика. Декоративно-прикладное искусство. Живопись, скульптура : словарь : в 3 т. / В. Г. Власов. — СПб. : Кольна, 1997. — Т. 3 : Словарь имён : М—Я. — С. 477. — 655 с., [8] л. ил. — ISBN 5-88737-010-6. — Ҡалып:OCLC.
- Истомина Н. А. К вопросу о функции и бытовании портретных рисунков Ганса Гольбейна Младшего // Актуальные проблемы теории и истории искусства: сб. науч. статей. Вып. 7. / Под ред. С. В. Мальцевой, Е. Ю. Станюкович-Денисовой, А. В. Захаровой. — СПб.: Изд-во СПбГУ, 2017. — С. 573—580. ISSN 2312—2129. DOI:10.18688/aa177-5-58
- Хольбейн, Ганс / Истомина Н. А. // Хвойка — Шервинский [Электронный ресурс]. — 2017. — С. 136-137. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 34). — ISBN 978-5-85270-372-9.
- Камчатова А. В., Котломанов А. О., Кроллау Н. Е. Германия. Англия. XV–XIX века : биографический словарь / А. В. Камчатова, А. О. Котломанов, Н. Е. Кроллау. — СПб. : Азбука-Классика, 2008. — С. 16, 18, 19, 67–75, 157, 228, 436. — 480 с. : ил., цв. ил. — (Художники Западной Европы). — ISBN 978-5-91181-907-1.
- Либман М. Я. Дюрер и его эпоха. Живопись и графика Германии XV и первой половины XVI века. — М.: Искусство, 1972. — 240 с.: ил.
- Неустроев А. А. Гольбейн, немецкие художники // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Пахомова В. А. Графика Ганса Гольбейна Младшего. — Л.: Искусство, 1989. — 228 с. : ил. — Библиогр.: с. 126—133.
- башҡа телдәрҙә
- Bätschmann O. (нем.)баш. Hans Holbein : Sein Leben u Werk / Oskar Batschmann u. Pascal Griener. — Koln : DuMont, 1997. — 256 c.
- Foister S. Holbein and England. — New Haven ; London : Yale University Press for the Paul Mellon centre for studies in British art, 2004. — 308 p. : ill.
- Pettegree A. Holbein: Court painter of the Reformation // History today. — 1998. — Vol. 48. — P. 22-28.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ганс Гольбейн Викимилектә |