Георгиос Караискакис
Гео́ргиос Караиска́кис (грек. Γεώργιος Καραϊσκάκης; 1782[1] — 1827) — 1820-се йылдарҙағы грек ихтилалсыларының юлбашсыһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғосман империяһы хеҙмәтендәге грек милицияһы (арматол) капитанының улы була. 15 йәшендә уны Али паша Янин һалдаттары тарафынан әсиргә алына. Пашаға шул тиклем көслө тәьҫир итә, хатта уны шәхси һаҡсылар төркөмөнөң командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Бер нисә йыл үткәс, Караискакис фаворҙан сыға һәм тауҙарға ҡаса, бында йәнә халыҡ ополчениеһы отряды менән етәкселек итә башлай.
Грек ихтилалы тоҡанғас, Караискакис баш күтәреүселәр рәтендә һуғыша һәм ҡаты яралана. 1822 йылда үҙенең отряды менән бергә Пётр монастырына килә һәм монахтар менән 1823 йылғы Пасханы ҡапшылай. Һуңынан ҡорал менән ваҡытлы хөкүмәткә ҡаршы сыға, был уны хөкөмгә тарттырыуҙы талап итеүгә килтерә, шуға ҡарамаҫтан Караискакис төрөктәргә алмашыусанлы уңыш менән ҡаршы хәрәкәт итеүҙе туҡтатмай.
Месолонги ҡолап дөйөм хәл мөшкөнләнгәс, 1826 йылдың июнендә грек хөкүмәте Караискакисты материкта баш командующий итеп тәғәйенләй. Аталанти янындағы алышта еңеүҙән һуң, Мусабейҙың сигенеүенә ҡамасаулай. Караискакистың 1826 йылдың 6 декабрендәге Арахова янындағы алышта еңеүе — бойондороҡһоҙлоҡ өсөн грек һуғышының иң мөһим алыштарының береһе булып тора.
1827 йылдың февралендә Караискакис Дистомо янындағы алышта йәнә еңеү яулай. Фалерон янындағы алышта йәрәхәтләнә һәм вафат була.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пирей ҡалаһындағы стадион Георгиос хөрмәтенә аталған. Шулай уҡ уның исемен Кардица ҡалаһындағы майҙан йөрөтә.
- Караискакистың шәхси сәркәтибе һәм көрәштәше Димитриос Эниан, аҙаҡ юлбашсы тураһында бер нисә китап яҙып, уның биографы булып китә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ҡайһы берҙә тыуыу датаһы тип 1780 йылдың 23 ғинуары күрһәтелә
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Георгиос Караискакис Викимилектә |
- Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге (1890—1907).
Был хәрби эшмәкәр тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.