Эстәлеккә күсергә

Гондурас

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гондурас Республикаһы
República de Honduras
Гондурас гербы
Флаг {{{Герб урынына}}}
Девиз: «Libre, Soberana e Independiente»
Гимн: «Tu bandera es un lampo de cielo»
Үҙаллылыҡ датаһы 1821 йылдың 15 һарысайы (иғлан ителгән)
1823 (ҡабул ителгән) ( Испания)
Рәсми тел испан
Баш ҡала Тегусигальпа
Эре ҡала Тегусигальпа
Идара итеү төрө Президент республикаһы
Президент
Вице-президент
Порфирио Лобо
Мария Антониета де Богран
Территория
• Бөтәһе
100
112 090 км²
Халыҡ
• Һаны (2013)
• Халыҡ тығыҙлығы

8 448 465[1] чел. (93)
63 чел./км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2004)
  • Бер кешегә

19 252 млн. долл. (109)
2 900 долл.
КПҮИ (2013) 0,632[2] (средний) (120 урын)
Этнохороним Гондурасовец
Валюта Лемпира (HNL,код 340)
Интернет-домен .hn
Код ISO HN
МОК коды HON
Телефон коды +504
Сәғәт бүлкәте -6

Гондурас Республикаһы (исп. Honduras [onˈduɾas]), рәсми атамаһы — Гондурас Республикаһы (исп. República de Honduras [reˈpuβlika ðe onˈduɾas]) — Латин Америкаһындағы дәүләт. Баш ҡалаһы — Тегусигальпа ҡалаһы (1880 йылға тиклем — Комаягуа). Элек ил испан Гондурасы булараҡ та билдәле була. уны Британияның Гондурасы һуңынан Белиз дәүләте булып китә[4]. Көньяҡ-көнсығышта Никарагуа, көньяҡ-көнбайышта Сальвадор һәм көнбайышта Гватемала менән сиктәш. Ярҙарын төньяҡта Кариб диңгеҙе һәм көньяҡта Тымыҡ океан (Фунсек ҡултығы) йыуа.

Испан теленән тәржемәһендә honduras («онду́рас») туранан-тура «тәрәнлектәр» тигәнде аңлата. Легендаларҙың береһенә ярашлы, 1502 йылда Яңы донъяға һуңғы, дүртенсе йөҙөү осоронда Христофор Колумбтың һүҙҙәренән илдең исеме килеп сыға. Уның карабы көслө дауылға эләгә, ҡотолғас, ул былай тигән: «Gracias a Dios que gemos de esas honduras!». («Был тәрәнлектән сыҡҡаныбыҙ өсөн Аллаға рәхмәт!»)[5][6][7]. Был фраза Алла мәрхәмәте моронона (мыс Милости Божьей), һуңыраҡ Грасьяс-а-Дьос департаментына һәм Гондурас иленә исем бирә. XVI быуат аҙағына тиклем Гондурас тип Алла мәрхәмәте мороно тирәләй асыҡ ерҙең көнсығыш өлөшө генә атала, һуңынан исеме бөтә территориянан күсә.

Хәҙерге Гондурас территорияһында элек-электән община ҡоролошо менән йәшәгән индеецтарҙың ленка, мискито-матагальпа, отоми-манге, майя, хикаке ҡәбиләләре йәшәгән. Уларҙың ауыл хужалығы, һунар һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

Беҙҙең эраның II быуатында майя ҡәбиләләре төркөмө индеецтары урындағы индеец ҡәбиләләрен уңдырышһыҙ тау битләүҙәренә ҡыҫырыҡлап сығара. Төп индеец ҡәбиләләренән айырмалы рәүештә, майяларҙың яҙма теле булған, һөнәрҙәр белгән, кукуруз үҫтергән, таш ҡоролмалар, юлдар төҙөгән, көслө һәм хәрәкәтсән армияға эйә булған. Гондурас биләмәһендә майяның иң ҙур мәҙәни үҙәктәренең береһе — Копан ҡалаһы урынлашҡан булған. Әммә IX быуатта майялар асыҡланмаған сәбәптәр арҡаһында был төбәктән Юкатан ярымутрауына (хәҙерге Мексиканың көньяғында) китәләр. Копан емереклектәрен археологтар Гондурас урмандарында 1839 йылда ғына таба.

2009 йылдағы сәйәси кризис

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Физик-географик ҡылыҡһырламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Гондурастың картаһы

Гондурас Үҙәк Америкала урынлашҡан һәм Үҙәк Америка муйынының төньяҡ өлөшөн биләй. Гондурас көньяҡта Никарагуа, көнбайышта Гватемала, көньяҡ-көнбайышта Сальвадор менән сиктәш; төньяҡта һәм көнсығышта Кариб диңгеҙе һәм уның Гондурас ҡултығы йыуа, көньяҡ-көнбайышта Тымыҡ океандың Фонсека ҡултығына сыға. Ил составына шулай уҡ Кариб диңгеҙендәге һәм Фонсека ҡултығындағы күп һанлы утрауҙар, шул иҫәптән төньяҡ-көнсығыштағы Суон утрауҙары инә.

Террриторияның күпселек өлөшөн — башлыса архей кристаллы һәм метаморфик тоҡомдарынан, ә көньяҡта кайнозой лаваларынан торған тау (бейеклеге 2870 м тиклем) тәшкил итә.

Гондурас киң яҫы таулыҡта урынлашҡан, ул көнсығыштан көнбайышҡа табан Монтесильос, Комаягуа һәм Опалака кеүек тау сылбырҙары менән киҫешә. Илдең иң юғары нөктәһе Серро-Лас-Минас тауы (2 870 м). Гондурас территорияһының 80 проценты тауҙар менән ҡапланған, ә уйпатлыҡтар башлыса яр буйында ғына осрай. Тәрән тектоник үҙән тау һырттарын төньяҡтан көньяҡҡа, Улуа йылғаһы башынан алып Фонсека ҡултығына тиклем бүлә. Кариб диңгеҙенән ҡултыҡҡа тиклем оҙонлоғо 280 км тәшкил итә. Гондурастың тағы ике иң ҙур йылғаһы — Патука һәм Агуан.

Илдең иң ҙур күле — Йохоа[8].

Кариб диңгеҙе яры буйында Сан Педро Сула тигеҙлеге һәм Москит яры (башлыса һаҙлыҡлы) урынлашҡан. Төньяҡ яр буйында банан плантациялары бар. Тымыҡ океан яры буйында ла тигеҙлек зонаһы урынлашҡан. Төньяҡ-көнсығыштағы уйһыулыҡта түбәндә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы тип танылған Ла Москития джунглиһы, шулай уҡ Рио-Платано милли паркы урынлашҡан; илдә бөтәһе 17 милли парк иҫәпләнә.

Файл:Гондурас.png
Гондурастың рельефы

Иң юғары нөктә: Серро-Лас-Минас — 2870 метр.

Иң түбән нөктә: Атлантик/Тымыҡ океан — 0 м.

Тәбиғәт байлыҡтары: урман, алтын, көмөш, баҡыр, ҡурғаш, цинк, тимер мәғдәне, һөрмә, күмер, балыҡ һәм гидроэнергия;

Дәүләттә ерҙе файҙаланыу:

һөрөнтө ерҙәр — 15 % даими уңыш алыу өсөн ер — 3 % даими көтөүлектәр өсөн ер — 14 % ҡурсаулыҡ һәм урмандар — 54 % башҡа маҡсаттарҙа ер — 14 %

Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәйәси партиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп мәҡәлә: Гондурастың тышҡы сәйәсәте

Административ-территориаль бүленеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1971 йылдан Гондурас биләмәһе 18 департаментҡа һәм 1 үҙәк округҡа бүленә. Һәр департаментты башлыҡ етәкләй, уға йәмғеһе 298 муниципалитет башлығы буйһона. Улар илдең 3731 тораҡ пункты һәм 27 969 ауылы эштәре менән етәкселек итә. Илдең баш ҡалаһын һәм йылғаның икенсе яғында урынлашҡан Комаягуэла биҫтәһе ойошторған Үҙәк федераль округ махсус закондар менән көйләнә.

Картала номеры Департамент Адм. үҙәк Майҙан,
км²
Халҡы,
(2006)[9] кеше
Тығыҙлыҡ,
кеше/км²
1 Атлантида (Гондурас департаменты) Ла-Сейба 4 253 400 787 94,24
2 Чолутека (департамент) Чолутека 4 211 395 000 93,80
3 Колон (департамент) Трухильо (Гондурас) 8 875 230 000 25,92
4 Комаягуа (департамент) Комаягуа 5 196 400 000 76,98
5 Копан (департамент) Санта-Роса-де-Копан 3 203 300 000 93,66
6 Кортес (департамент) Сан-Педро-Сула 3 954 1 300 000 328,78
7 Эль-Параисо Юскаран 7 218 331 351 45,91
8 Франсиско Морасан (департамент)] Тегусигальпа[10] 7 946 1 350 000 169,90
9 Грасьяс-а-Дьос (департамент) Пуэрто-Лемпира 16 630 60 000 3,61
10 Интибука Ла-Эсперанса 3 072 180 000 58,59
11 Ислас-де-ла-Баия Роатан 261 35 000 134,10
12 Ла-Пас (Гондурас департаменты) Ла-Пас 2 331 150 000 64,35
13 Лемпира (департамент) Грасьяс 4 290 250 000 58,28
14 Окотепеке (департамент) Окотепеке (ҡала) 1 680 102 176 60,82
15 Оланчо Хутикальпа 24 351 450 000 18,48
16 Санта-Барбара (департамент) Санта-Барбара (Гондурас) 5 115 327 343 64,00
17 Валье (департамент) Накаоме 1 565 141 811 90,61
18 Йоро (департамент) Йоро (ҡала) 7 939 440 231 55,45
Бөтәһе 112 090 7 693 926 68,64
Округ (Франсиско Морасан департаменты составында) Үҙәк Майҙан,
км²
Халҡы,
(2006) кеше
Тығыҙлыҡ,
кеше/км²
Үҙәк Тегусигальпа 1 648 850 227 515,91

Гондурастың баш ҡалаһы Тегусигальпа — илдең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, 1682 725 кеше йәшәгән иң ҙур ҡала (шул иҫәптән Комаягуа биҫтәһе) (2006).

Әһәмиәте буйынса илдең икенсе ҡалаһы — Сан-Педро-Сула (халҡы: 491 мең кеше). Был ҡалаға 1536 йылдың 27 июнендә Педро-де-Альварадо нигеҙ һала. Тәүҙә Сан Педро Порт Кабалльос тип атала. Ҡала илдең сәнәғәт баш ҡалаһы булараҡ билдәле. Банан культураларын күпләп үҫтереүгә бәйле һәм тимер юлы төҙөлгәс, Сан-Педро-Сула һиҙелерлек үҫешә башлай һәм илдең төрлө мөйөштәренән, Үҙәк Американан һәм хатта Яҡын Көнсығыштан интенсив миграция ағымына килтерә. Ҡалала хәҙерге заман инфраструктураһы үҫешкән.

Сан-Педро-Сула
Тегусигальпа
Юскаран

Мөһимлеге буйынса өсөнсө ҡала — Ла-Сейба. Был ҡалаға 1877 йылдың 23 авгусында нигеҙ һалына һәм әлеге ваҡытта Атлантида департаментының төп ҡалаһы булып тора. Сан-Педро-Сула кеүек үк, Ла-Сейба быуат аҙағында банан плантацияларының үҫеше менән бурыслы. Хәҙер был ҡала — илдең иң мөһим туристик үҙәктәренең береһе.

Гондурастың тағы бер төп ҡалаһы — Пуэрто-Кортес. Кариб диңгеҙе яры буйында урынлашҡан был порт иң заманса ҡорамалдарға эйә һәм Үҙәк Америкала заманса йыһазландырылған порттарҙың береһе һанала. Географик урынлашыуы арҡаһында Пуэрто-Кортес донъялағы иң хәүефһеҙ порттарҙың береһенә әүерелә һәм АҠШ Именлек департаментының хәүефһеҙлек танытмаһын ала.

Комаягуа ҡалаһы илдең үҙәгендә, диңгеҙ кимәленән 1650 метр бейеклектә урынлашҡан. Ҡалаға 1537 йылда капитан Алонсо де Касерес нигеҙ һалған. Тиҫтәләгән йылдар дауамында ул колониаль архитектура һыҙаттарын һаҡлап ҡала ала. Заманында Комаягуа Гондурастың баш ҡалаһы була. Бында 60 меңдән ашыу кеше йәшәй, уларҙың төп шөғөлдәре — малсылыҡ һәм ауыл хужалығы.

Гондурастың көньяғындағы иң мөһим ҡала — Чолутека. Был ҡала шулай уҡ Чолутек департаментының административ үҙәге булып тора һәм 1522 йылда нигеҙ һалынған, әммә ҡала статусын күпкә һуңыраҡ — 1845 йылда ала. Ҡаланың исеме чоллолан милләтен аңлатҡан «челотека» һүҙенән алынған. Чолутеканың халҡы 100 меңдән ашыу, улар ауыл хужалығы һәм күрше ил — Никарагуа менән сауҙа итеү менән шөғөлләнә.

Эль-Прогресо ҡалаһы — Йороның административ ведомствоһында. Ҡаланың әһәмиәте уның һуңғы йылдарҙа стратегик урынлашыуынан һәм коммерция үҫешенә бәйле. Уны сәйәхәтселәр, туристар һәм сауҙагәрҙәр Гондурастың мөһим ҡалалары араһында тоташтырғыс нөктә булараҡ файҙалана. Ҡала иҡтисады ауыл хужалығына, эре мөгөҙлө малсылыҡҡа, туҡыма етештереүгә һәм сауҙа итеүгә нигеҙләнгән.

Юскаран ҡалаһы — Гондурастың баш ҡалаһы Тегусигальпанан 65 км алыҫлыҡта. Был ҡала XVIIIXIX быуаттарҙа тау сәнәғәтенең төп үҙәге була. 1979 йылда Гондурас хөкүмәте ҡаланы милли ҡомартҡы тип иғлан итә. Бөгөнгө көнгә Юскарандың тарихи үткәненә хөрмәт күрһәтеп, 200-ҙән ашыу колониаль йорт һаҡланған. Юскаранда шәкәр сөгөлдөрөнән «янған һыу» тип тәржемә ителгән агуардиентет йәки «гваро» спиртлы эсемлек етештерелә[11].

Төп мәҡәлә: Гондурастар

2020 йылда Гондурас халҡының йәш пирамидаһы
Гондурастың этнос-раса составы
Этник төркәмдәр проценттар
Метистар
  
90 %
Индеецтар
  
7 %
Негрҙар и мулаттар
  
1,2 %
Аҡ тәнлеләр
  
1 %
Гарифуна
  
0,8 %

Халыҡ һаны динамикаһы — 1,534 млн (1950)[12]; 7,4 млн (2007)[13]; 8,0 млн (оценка на июль 2010 года); 8,0 млн (июль 2010 йыл баһаһы).

Йыллыҡ үҫеш: 1,9 % (тыуым — бер ҡатын-ҡыҙға 3,2 бала).

Уртаса ғүмер оҙонлоғо: ирҙәр өсөн — 69, ҡатын-ҡыҙҙарға — 72 йәш.

Ҡала халҡы — 48 %.

ВИЧ-инфекция күрһәткесе — 0,7 % (2007 йыл баһаһы).

Телдәр — испан (рәсми), индей телдәре ҡулланыла.

Дини составы (2013) — 47 % католиктар, 41 % протестанттар, башҡалар — 3 %. Халыҡтың 8 проценты үҙҙәренең динен билдәләмәй, 1 проценты һорауға яуап бирмәй. 1995 йылдан 2013 йылға тиклем католиктар һаны 30 процентҡа кәмей (77 — нән 47 %-ҡа тиклем) — был Латин Америкаһы илдәре араһында рекорд булып тора[14].

Грамоталылыҡ кимәле — 80 % (2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса).

Сан Рамона мәктәбе уҡыусылары. Чолутека

Сәйәси тотороҡһоҙлоҡ һәм бәйләнеш юлдарының булмауы мәғарифтың үҫешен әкренәйтә, һәм 1995 йылдың рәсми мәғлүмәттәре буйынса, өлкән халыҡтың яҡынса 27 проценты наҙан була. 7 — 12 йәштәрҙәге балалар өсөн бушлай һәм мотлаҡ уҡытыу индерелеүгә ҡарамаҫтан, уларҙың күбеһе, йәшәүгә аҡса эшләр өсөн, мәктәпте ташларға мәжбүр. Мәктәпкә барыу мотлаҡ түгел. Урта мәктәптәрҙә тейешле йәш төркөмөндәге үҫмерҙәрҙең 31 проценты иҫәпләнә.

Тегусигальпа ҡалаһындағы Гондурас милли автономиялы университеты 1847 йылдан алып эшләп килә; 1996 йылда уҡыусылар һаны яҡынса 40 000 кеше тәшкил итә. Саморанола ауыл хужалығы өлкәһендә белгестәр әҙерләүсе юғары уҡыу йорто — Панамерика ауыл хужалығы мәктәбе асыла. 1978 йылдан Тегусигальпала шәхси университет эшләй башлай.

Гондурас иҡтисади йәһәттән ныҡ үҫешмәгән. Ул Американың иҡтисадына (Гондурастың ҙур сауҙа партнеры) һәм төп экспорт тауарҙарына (тәү сиратта, банан һәм кофеға) донъя хаҡтары тирбәлеүгә бәйле Латин Америкаһы иле. 2009 йылда Гондурастың эске тулайым продукты 33,1 миллиард доллар (халыҡ иҫәбенә 4200 доллар — донъяла 142-се урын) тип баһалана. 2008 йылда халыҡтың 59 проценты рәсми билдәләнгән ярлылыҡ сигендә йәшәй. Эшһеҙлек кимәле (2009 йылда) — 6 %.

1998—2001 йылдарҙағы көслө дауыл һәм ташҡын һөҙөмтәһендә Гондурас ҙур матди юғалтыуҙар кисерә. Был йәһәттән ҡайһы бер донор дәүләттәр, Үҙәк Америка буйынса Консультатив төркөм ҡарарҙарына ярашлы, Гондурасҡа йылына 300—600 миллион доллар күләмендә даими иҡтисади ярҙам күрһәтә башлай, 2006 йылда ул 490 миллион доллар тип баһалана.

Гондурастың иҡтисад нигеҙен экспорт тауарҙары: банан, кофе, шәкәр, тропик емеш-еләк, пальма майы, тәмәке изделиелары, һыйыр ите һәм туңдырылған диңгеҙ продукттары (күбеһенсә креветкалар), шулай уҡ уларҙы эшкәртеү буйынса предприятиелар етештереүгә махсуслашҡан агросәнәғәт өлкәһе тармаҡтары тәшкил итә. Уларҙа иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡтың яртыһынан ашыуы мәшғүл. Эшкә һәләтле халыҡтың ҡалған өлөшө ағас әҙерләү, мебель, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, шулай уҡ төҙөлөш материалдары етештереү буйынса предприятиеларҙа эшләй.

Гондураста иҡтисадтың ике төрө бергә йәшәй; береһе үҙәк таулыҡ сиктәрендәге колониаль тораҡ пункттарына хас, икенсеһе Кариб диңгеҙе ярҙарына хас, унда америка банан компаниялары экспорт плантациялары янында үҙ анклавтарын булдырған. Ауыл хужалығы өлкәләрендә америка компанияларының плантациялары етештереүҙең заманса ысулдарын ҡуллана, плантацияларҙы һәм экспорт продукцияһын хеҙмәтләндереү өсөн тимер юлдар һәм автомобиль юлдары селтәре төҙөлә.

Милли валюта — гондурас лемпираһы. 1931 йылда әйләнешкә индерелә һәм индеецтар юлбашсыһы хөрмәтенә аталған.

Гондураста минималь эш хаҡы секторға һәм эшселәр һанына ҡарап үҙгәрә. 2020 йылдың 1 ғинуарынан ул 6762,70 лемпиранан ($275,37) 12357,84 лемпира ($503,20) тиклем тәшкил итә[15][16][17][18]. Гондураста 2020 йылдың 1 ғинуарынан айына 17123,50 лемпира ($697,26) эш хаҡына килем һалымы һалынмай[19][20].

2017 йылда экспорт — 8,17 миллиард доллар[21].

Төп экспорт тауарҙары — кофе, креветка, диңгеҙ ҡыҫалаһы, сигара, банан, алтын, пальма майы, емеш-еләк һәм үҙағас.

Төп һатып алыусылар — 34,5 %, Германия — 8,9 %, Бельгия — 7,7 %, Сальвадор — 7,3 %, Нидерланд — 7,2 %, Гватемала — 5,2 %, Никарагуа — 4,8 %.

2017 йылда импорт — 10,87 млрд доллар.

Төп импорт тауарҙары — автомобилдәр, төрлө транспорт саралары, химик продукттар, яғыулыҡ һәм аҙыҡ-түлек продукттары.

Төп тәьмин итеүселәр — АҠШ — 40,3 %, Гватемала — 10,5 %, Ҡытай — 8,5 %, Мексика — 6,2 %, Сальвадор — 5,7 %, Панама — 4,4 %, Коста-Рика — 4,2 %.

2017 йылда экспорт — 8,17 миллиард доллар[22].

Төп экспорт тауарҙары — кофе, диңгеҙ ҡыҫалаһы, омар, сигара, банан, алтын, пальма майы, емеш-еләк һәм ағас.

Төп һатып алыусылар — 34,5 %, Германия — 8,9 %, Бельгия — 7,7 %, Сальвадор — 7,3 %, Нидерланд — 7,2 %, Гватемала — 5,2 %, Никарагуа — 4,8 %.

2017 йылда импорт — 10,87 млрд доллар.

Төп импорт тауарҙары — автомобилдәр, төрлө транспорт саралары, химик продукттар, яғыулыҡ һәм аҙыҡ-түлек продукттары.

Төп тәьмин итеүселәр — АҠШ — 40,3 %, Гватемала — 10,5 %, Ҡытай — 8,5 %, Мексика — 6,2 %, Сальвадор — 5,7 %, Панама — 4,4 %, Коста-Рика — 4,2 %.

Киң мәғлүмәт саралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Майя цивилизацияһы емереклектәре Гондурастың төп иҫтәлекле урыны булып тора. Илдең иң боронғо ҡалаларының береһе булған Копанда пирамидаларҙың ҡалдыҡтары, церемония ғибәҙәтханалары, стелалар һаҡланған. Баш ҡалалағы Милли музейҙа уникаль археологик табылдыҡтар экспозицияһы урынлашҡан.

  1. Census.gov. Country Rank. Countries and Areas Ranked by Population: 2013. U.S. Department of Commerce (2013). Дата обращения: 9 май 2013. Архивировано 9 май 2013 года.
  2. Human Development Report 2013. United Nations Development Programme (14 март 2013). Дата обращения: 14 март 2013. 2014 йыл 8 июль архивланған.
  3. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/northamerica
  4. Archeological Investigations in the Bay Islands, Spanish Honduras (ингл.). Aboututila.com. Дата обращения: 27 июнь 2010. Архивировано 22 сентябрь 2010 года.
  5. Columbus's quote. Honduras.com. Дата обращения: 27 июнь 2010. Архивировано из оригинала 7 октябрь 2015 года. 2015 йыл 7 октябрь архивланған.
  6. Davidson traces it to Herrera. Historia General de los Hechos de los Castellanos (исп.). — Buernos Aires: Editorial Guarania, 1945–47. — Т. VI. — С. 24. — ISBN 8474913322.
  7. Davidson, William. Honduras, An Atlas of Historical Maps (билдәһеҙ). — Managua, Nicaragua: Fundacion UNO, Colección Cultural de Centro America Serie Historica, no. 18, 2006. — С. 313. — ISBN 978-99924-53-47-6.
  8. Гондурас / Баранчиков Е. В., Копа-Овдиенко Н. В. и др // Гермафродит — Григорьев. — М. : Большая российская энциклопедия, 2007. — С. 397–404. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 7). — ISBN 978-5-85270-337-8.
  9. Censo de 2001. Архивировано из оригинала 13 ноябрь 2009 года. 2009 йыл 13 ноябрь архивланған.
  10. Juntas forman la capital hondureña, según la Constitución de Honduras, Art.8.
  11. Гондурас. Архивировано из оригинала 19 декабрь 2009 года. 2009 йыл 19 декабрь архивланған.
  12. Большая Советская Энциклопедия. / редколл., гл. ред. Б. А. Введенский. 2-е изд. Т.12. М., Государственное научное издательство «Большая Советская энциклопедия», 1952. стр.40-44
  13. Страны и регионы мира: экономико-политический справочник. — 3-е изд. / под ред. А. С. Булатова. М., «Проспект», 2009. стр.285
  14. Архивированная копия. Дата обращения: 29 июль 2017. Архивировано из оригинала 7 февраль 2017 года. 2017 йыл 7 февраль архивланған.
  15. Radio HRN — Del Grupo Emisoras Unidas. Дата обращения: 12 ғинуар 2020. Архивировано 12 ғинуар 2020 года.
  16. 2020: se estima un aumento del 5 al 7 % en el salario mínimo de empleados a partir de este mes — Noticias Cholusat Sur. Дата обращения: 12 ғинуар 2020. Архивировано 12 ғинуар 2020 года.
  17. Conoce el Salario Mínimo en Honduras para 2020 — Honduras. Дата обращения: 12 ғинуар 2020. Архивировано 12 ғинуар 2020 года.
  18. Tabla de Salario Mínimo 2020 y Tabla del Bono Educativo 2020 — Secretaría de Trabajo y Seguridad Social. Дата обращения: 12 ғинуар 2020. Архивировано 11 ғинуар 2020 года. 2020 йыл 11 ғинуар архивланған.
  19. Radio HRN — Del Grupo Emisoras Unidas. Дата обращения: 12 ғинуар 2020. Архивировано 12 ғинуар 2020 года.
  20. Exentos del ISR salarios menores a 17,123 lempiras — Diario La Tribuna. Дата обращения: 12 ғинуар 2020. Архивировано 12 ғинуар 2020 года.
  21. По данным Книги фактов ЦРУ. Дата обращения: 9 ноябрь 2018. Архивировано из оригинала 15 май 2020 года. 2020 йыл 15 май архивланған.
  22. По данным Книги фактов ЦРУ. Дата обращения: 9 ноябрь 2018. Архивировано из оригинала 15 май 2020 года. 2020 йыл 15 май архивланған.