Ингрид Шведская
Ингрид Шведская (Швеция принцессаһы Ингрид) (ингл. Ingrid of SwedenOf Sweden Ingrid), Луиза София Виктория Ингрид Маргарет (ингл. Ingrid Victoria Sofia Louise Margareta)); 28 март 1910 йыл — 7 ноябрь 2000 йыл) — Швеция принцессаһы һәм Дания короле IX Фредериктың ҡатыны, королева Маргрете II әсәһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Принцесса Ингрид Стокгольмда король Густав VI Адольф һәм уның беренсе ҡатыны, принцесса Маргарита Коннауттың өсөнсө балаһы була. Ул шулай уҡ королева Викторияның бүләсәре. Ингрид әсәһе 1920 йылда вафат була. Өс йылдан һуң атаһы леди Луиза Маунтбеттенға өйләнә. Луиза Ингридтың өс туған апаһы була. Икенсе никахта уның атаһының балалары булмай. Ингрид бала саҡта уҡ үҙен бик етди тотоусан һәм үҙ бурысына намыҫ менән ҡараусан булып үҫә.
1928 йылда Ингрид Уэльс принцын осрата, һәм ҡайһы бер кешеләр Ингридты принц ҡатыны булып китә тип уйлай. Уэльс принцы уның өс туған ағаһы була. Уның әсәһе, Маргарита Коннаутская, һәм король Георг V — ике туған апалы-энеле була, һәм уоларҙың икеһе лә — королева Виктория ейәндәре. Әммә йәрәшеү килеп сыҡмай.
Дания принцы Фредерик һәм Ингридт 1935 йылда Швеция өсөн иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе була. Ингрид 1935 йылда шулай уҡ радиола үҙ шиғырҙарын уҡый. Быға матбуғатта ҙур иғтибар бүленә.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Принцесса Ингрид Дания һәм Исландия тәхете вариҫы принц Фредерикка 1935 йылдың 24 майында кейәүгә сыға. Улар Швеция короле Оскар I аша өс туғандар була. Бадендың бөйөк герцогы Леопольд I аша ла улар өс туғандар. Ә Рәсәй императоры Павел I аша Фредерик — Ингридтың әсәһенең биш туған энеһе. Ире 1947 йылдың 20 апрелендә тәхеткә ултырғас, Ингрид Дания королеваһы була. Улар ғаиләһендә өс бала булған:
- Принцесса Маргрете Александра Торхильдур Ингрид (тыуған 1940), һуңғараҡ королева Маргрета II, 1967 йылда принц-консорт Хенрик Датский булған француз графы Анри де Лаборд де Монпезаға кейәүгә сыға.
- Принцесса Бенедикта Астрид Ингеборга Ингрид (тыуған 1944), 1968 йылда принц Рихард фон Саин-Виттгенштейн-Берлербургҡа кейәүгә сыға.
- Принцесса Анна-Мария Дагмар Ингрид (тыуған 1946), грек короле Константин II 1964 йылда кейәүгә сыға.
Данияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ингрид яҡшы белем ала һәм спорт менән ҡыҙыҡһына, бигерәк тә һыбай йөрөү, саңғы, теннис менән. Ул бик иртә водитель хоҡуғы ала.
1940 йылда, оккупациға тиклем, ул «Дания ҡатын-ҡыҙҙары хәрби йәмғиәте» лидеры була. Дания немец оккупацияһы ваҡытында Ингрид батырлыҡ һәм намыҫлылыҡ күрһәтә. Дания король йорто баҫҡынсыларға ҡаршы көрәшеүсе көстәр символы була. Ингрид дат халҡына теләктәшлек күрһәтеп килә, һуғыш ваҡытында ул йыш ҡына Копенгаген урамдарында велосипедта йөрөй йәки балаһы менән тышта йөрөй. Ул асыҡтан-асыҡ оккупацион көстәр менән иҫәпләшмәй. Олатаһы, Швеция короле, уның хәүефһеҙлеге тураһында борсолоп, 1941 йылда «династия өсөн» Ингридтың үҙен тыйнағыраҡ тотоуын һәм хәүефһеҙлек һаҡлауын талап итеп хат ебәрә , ә Ингрид асыуланып быға буйһоноуҙан баш тарта. Ҡатын үҙе ҡараштарын иренең уртаҡлашыуы менән файҙалана.
Ингрид 1947 йылда Дания королеваһы була. Ул Дания короллегенең традицияларын реформалаштыра, бик күп иҫке йолаларҙы юҡҡа сығара һәм рәсми ҡабул итеүҙең атмосфераһын йомшарта. Ул баҡсасылыҡ һәм сәнғәт менән ҡыҙыҡһына.
1972 йылда Ингрид тол ҡала. Шул уҡ йылда уның ҡыҙҙары һәм ейәне өйҙә булмағанлыҡтан уларҙың регенты итеп тәғәйенләнә. Был ғәҙәттән тыш хәл була, сөнки 1871 йылдың конституцияһы буйынса, монарх булмаған саҡта, бары тик вариҫ принцҡа ғына регент булыу рөхсәт ителгән була. Ул бик күп йәмәғәт ойошмаларының яҡлаусыһы була. Был ойошмаларҙы ул бер-бер артлы принцесса Бенедиктаға тапшыра. Королева бик ныҡ энергиялы һәм төрлө хәлдәргә лә әҙер торған ҡатын-ҡыҙ була. Дат телен яҡшы белгән Ингрид, феминистка булып, ҡатын-ҡыҙҙарҙҙың, ир-аттың һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың тигеҙлеге өсөн сығыш яһай.
Королева Ингрид 2000 йылдың 7 ноябрендә Фреденсборг һарайында вафат була һәм Копенгагендан алыҫ булмаған Роскилдағы кафедраль собор стенаһы янында ире Фредерик I менән йәнәшә ерләнә.
Шәжәрәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Ingrid // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Lundy D. R. Ingrid Victoria Sofia Louise Margareta Bernadotte, Princess of Sweden // The Peerage (ингл.)
- ↑ 3,0 3,1 Ingrid // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=14289 (нем.)
- 28 мартта тыуғандар
- 1910 йылда тыуғандар
- Швецияла тыуғандар
- 7 ноябрҙә вафат булғандар
- 2000 йылда вафат булғандар
- Данияла вафат булғандар
- «ГФР алдындағы ҡаҙаныштар өсөн» орденының махсус дәрәжәле Ҙур тәреһе кавалерҙары
- «Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены Ҙур тәре кавалерҙары
- Австрия Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн Почёттың ҙур йондоҙо кавалерҙары
- Фил ордены кавалерҙары
- Серафимдар ордены кавалерҙары
- Нидерланд арыҫлан орденының Ҙур тәреһе кавалерҙары
- Данеброг орденының Ҙур тәреһе кавалерҙары
- Изабелла Католичка орденының Ҙур тәреһе кавалерҙары
- Леопольд I Ҙур тәре ордены кавалерҙары
- Почётлы легион Оло Тәре ордены кавалерҙары
- Изге Олаф Ҙур тәре ордены кавалерҙары
- Чакри Король йорто ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр