Йөҙөү
Йөҙөү | |
Регулируется | Международная федерация плавания[d] |
---|---|
Тасуирлау биттәре | stadtlexikon.karlsruhe.de/…[1] |
Рекорд или история рекордов | мировые рекорды в плавании[d] |
Йөҙөү Викимилектә |
Йөҙөү — төрлө дистанцияларҙы кәмерәк ваҡытта йөҙөп үтеүҙе үҙ эсенә алған спорт төрө йәки спорт дисциплинаһы[2]. Хәҙерге ҡағиҙәләр буйынса старт бирелгәндән йәки кирегә боролғандан һуң (брасс менән йөҙгәндә бындай сикләү икенсе төрлө атала) һыу аҫтынан 15 метрҙан артыҡ йөҙөп барыу рөхсәт ителмәй; һыу аҫтында тиҙ йөҙөү төрҙәре йөҙөүгә түгел, ә һыу аҫты спортына ҡарай.
Халыҡ-ара олимпия комитеты (ХОК) классификацияһы буйынса («бер федерация — бер спорт төрө» принцибына ярашлы) спорт төрө булараҡ йөҙөү йөҙөүҙең үҙен, һыуҙа туп уйнауҙы (водное поло), һыуға һикереү һәм синхронлы йөҙөүҙе үҙ эсенә ала[3]; рус телендәге спорт әҙәбиәтендә «һыу спорты төрҙәре» һүҙбәйләнеше йөҙөү һүҙенең синонимы сифатында ҡулланыла. Донъяла һыу спорты төрҙәрен үҫтереүгә йүнәлеш биреү менән Халыҡ-ара йөҙөү федерацияһы (ФИНА, франц. FINA, Fédération Internationale de Natation, 1908 йылда төҙөлгән)[4][5] шөғөлләнә, ул Донъя чемпионаттарын (1973); Европала — Европа йөҙөү Лигаһын (ЛЕН, франц. LEN, Ligue Européenne de Natation, 1926 йылда төҙөлгән)[6], Европа чемпионатттарын (1926 йылдан алып) үткәрә.
Бөтә Рәсәй спорт төрҙәре реестрына ярашлы һыу төрҙәренең бөтәһе лә төрлө спорт төрҙәре, тип һанала.
Шулай уҡ йөҙөү хәҙерге заман бишбәйгеһенең (200 метрға йөҙөү), триатлондың (асыҡ һыуҙа төрлө дистанцияға йөҙөү) һәм ҡайһы бер ғәмәли күпбәйгенең бер өлөшө булып тора.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Археологик табыштарҙағы һүрәттәрҙә раҫланыуынса, кеше Боронғо Мысыр, Ассирия, Финикия һәм башҡа күп кенә илдәрҙә беҙҙең эраға тиклем бер нисә мең йыл элек йөҙә белгән, улар белгән йөҙөү ысулдары хәҙерге кроль һәм брассҡа оҡшаш. Ул заманда йөҙөү тормош көтөү өсөн кәрәк була — балыҡ тотоу, һыуҙа йөҙгән кейеккә йәки ҡошҡа, һыу аҫты кейегенә һунар итеү, хәрби эштәр өсөн талап ителә. Боронғо Грецияла йөҙөү мөһим физик тәрбиә[7] сараһы булараҡ файҙаланыла.
Йөҙөү буйынса тәүге ярыштар XV—XVI быуаттар араһына ҡарай (мәҫәлән, 1515 йылда Венецияла йөҙөүселәр ярышы үткәрелә). Тәүге йөҙөү спорт ойошмаһы 1869 йылда Англияла барлыҡҡа килә («Англия йөҙөү спортын яратыусылар Ассоциацияһы»), аҙаҡ ошондай ойошмалар Швеция (1882), Германия, Венгрия (1886), Франция (1887), Нидерландтар, АҠШ (1888), Яңы Зеландия (1890), Рәсәй (1894), Италия, Австрияла (1899) барлыҡҡа килә. XIX быуат аҙағында яһалма бассейндарҙың[8] төҙөлә башланыуына бәйле йөҙөү спортының популярлығы күтәрелә.
1889 йылда Венала бер нисә Европа иле спортсылары ҡатнашлығында ҙур халыҡ-ара ярыштар булып үтә; артабан был был ярыштар даими үткәрелә башлай һәм «Европа беренселеге»[9][10] тип атала. 1896 йылда йөҙөү беренсе Олимпия уйындары программаһына индерелә, шунан бирле йөҙөү мотлаҡ олимпия программаһына инә торған спорт төрө булып ҡала.
1908 йылғы Олимпия уйындары алдынан Халыҡ-ара йөҙөү федерацияһы (Фина) ярыштар үткәреү өсөн дистанциялар исемлеге, төрлө араға йөҙөүҙәрҙе туплау һәм үткәреү тәртибе, донъя рекордтарын теркәү тәртибе индерелгән "Фина ҡағиҙәләре"н әҙерләп раҫлай. Шунда уҡ йөҙөүҙә тәүге донъя рекордтары теркәлә, Золтан Халмаи 1905 йылдың 3 декабрендә Венала [11]өлгәшкән һөҙөмтәһен ҡабатлай — ирекле стиль менән 100 метрлыҡ дистанцияла 1.05,8 минутлыҡ беренсе һөҙөмтәне күрһәтә.
Йөҙөү төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ирекле стиль
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ирекле стиль — спортсыға теләһә ниндәй ысул менән, ярыш барышында үҙе теләгәнсе уларҙы алмаштырып йөҙөү рөхсәт ителгән йөҙөү дисциплинаһы. Әлеге ваҡытта бөтә йөҙөүселәр ҙә кролде ҡуллана.
Йөҙөүҙең үҫеү барышында түбәндәге стилдәр файҙаланыла:
- Брасс. Брасс техникаһын тәүге тапҡыр даниялы Николас Винман (лат. Nicolas Wynman) «Йөҙөү, йәки йөҙөү сәнғәте тураһында диалог» китабында (1538 йылда баҫылған)[12] анализлай; бер нисә быуат дауамында брасс бөтә йөҙөү мәктәптәрендә лә алдынғы урынды биләй.
- Овер-арм (ингл. overarm stroke) — XIX быуат уртаһында халыҡ ҡулланылышындағы ҡырын йөҙөүҙе (ингл. sidestroke) инглиздар камиллаштырыуҙан барлыҡҡа килгән ысул.
- Треджен-стиль (ингл. Trudgen; тәүге исеме — double overarm stroke) — тәүге тапҡыр 1873 йылда инглиз Джон Артур Треджен (ингл. John Arthur Trudgen, 1852—1902) күрһәткән йөҙөү стиле. Әкренләп треджен-стиль брасс менән овер-армды ҡулланылыштан ҡыҫырыҡлап сығара. Треджен-стиль әле 1920 йылда уҡ оҙон дистанцияларҙа ҡулланыла; 1912 йылғы Уйындарҙа 400 м һәм 1500 метрлы дистанцияларҙа донъя рекорды ҡуйып еңгән Канада спортсыһы Джордж Ходжсон, треджен-стилде файҙаланып, Олимпия чемпионы һәм донъя рекордсыһы булған һуңғы спортсы.
- Кроль стилен тәүге тапҡыр Австралия йөҙөүсеһе Ричмонд Кэвилл (ингл. Richmond Cavill, 1884—1938) күрһәтә; кролде файҙаланып тәүге эре еңеүгә венгр Золтан Халмаи һәм американлы Чарльз Дэниэльс өлгәшә, улар 1904 йылдағы Уйындарҙа 2-шәр дистанцияла ота. Америка йөҙөүселәре индергән камиллаштырыуҙар арҡаһында кроль 1920-се йылдарҙа башҡа стилдәрҙе бөтөнләй ҡыҫырыҡлап сығара.
Ирекле стилдә йөҙөүҙәге берҙән-бер сикләү йөҙөү ысулына ҡағыла — «боролош яһағанда һәм старттан һуң 15 метрҙан артмаған арала һәм һәр боролошта ғына»[13] спортсы тулыһынса һыуға сума ала.
Арҡала йөҙөү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арҡала йөҙөү беренсе тапҡыр үҙаллы спорт төрө булараҡ 1900 йылғы Олимпия уйындарында индерелә. Тәүге йылдарҙа йөҙөүселәр әйләндерелгән брассты файҙалана. 1912 йылғы Олимпия уйындарында еңгән американлы Гарри Хебнер арҡала кроль менән йөҙөүҙә беренсе булып ҙур уңышҡа өлгәшә; ошонан һуң арҡала кроль йөҙөүе тиҙ арала брассты ҡыҫырыҡлап сығара[14].
Арҡала йөҙөүгә старт һыуҙа бирелә: спортсы, йөҙө менән тумбочкаға ҡарап, аяҡтары менән бассейн ситенә этенеп тороп, ике ҡулы менән старт таянғысына тотона. Боролошто үтәгән мәлдән башҡа, спортсы арҡала йөҙөргә тейеш; «арҡала нормаль хәл кәүҙәнең горизонталь яҫылыҡта 90°-ҡа тиклемге әйләнеү хәрәкәтен башҡарыуҙы ла үҙ эсенә алыуы ихтимал; баш торошо күрһәтелмәй». Спортсы «боролош мәлендә, финишта, старттан һуң 15 метрҙан ашмаған арауыҡта һәм һәр боролошта» ғына тулыһынса һыуға сума ала.
Брасс, баттерфляй
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Брасс йөҙөүе 1904 йылғы Олимпия уйындарында программаның үҙаллы төрө тип таныла. 1930-сы йылдар уртаһында АҠШ-та һәм (саҡ ҡына һуңыраҡ) СССР-ҙа брасстың яңы, юғарырыҡ тиҙлектәге төрө — баттерфляй барлыҡҡа килә, ул классик брассты ҡыҫырыҡлап сығара. 1953 йылдан ФИНА баттерфляйҙы үҙаллы дисциплина итеп билдәләй (СССР-ҙа бындай бүленеш 1949 йылдан күҙәтелә)[15].
Комплекслы йөҙөү, ҡатнаш эстафета
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Комплекслы йөҙөү — йөҙөүсе дистанцияның бер тигеҙ өлөштәрен баттерфляй (1953 йылда өҫтөлгөн), арҡала, брасс һәм ирекле стилдәрҙә үткән дисциплина. Ҡатнаш эстафета — ҡатнашыусылар үҙ этаптарын төрлө стилдәрҙә: арҡала, брасс, баттерфляй (1953 йылда өҫтәлде), ирекле стилдә үткән эстафета. Шул уҡ ваҡытта «ирекле стиль», арҡала, брасс һәм баттерфляйҙан башҡа, теләһә ниндәй стилде аңлата.
Рәсми халыҡ-ара ярыштар программаһына комплекслы йөҙөү 1961 йылдан, ҡатнаш эстафета — 1957 йылдан инә. Рәсәй һәм СССР чемпионаттары программаһына ҡатнаш эстафета электән ингән була: 1914—1934 йылда — 4×100 метр (шулай уҡ ҡырын йөҙөү ҙә инә), 1936 һәм 1947—1951 йылдарҙа — 3×100 м, 1953 йылда — 4×100метр.
Башҡа төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ярыштар программаһын билдәле бер тәртипкә һалған ФИНА ойошторолғанға тиклем 1896—1904 йылдарҙағы Олимпия уйындары йөҙөү программаһына йөҙөүҙең ҡалыплашмаған төрҙәре ингән:
- 1896 — кейемдә 100 метрға;
- 1900—200 метрға тотҡарлыҡлы йөҙөү һәм 60 метрға сумыу;
- 1904 — алыҫлыҡҡа сумыу
Һуңыраҡ та Рәсәй һәм СССР чемпионаттары программаһына әле ҡулланылмаған йөҙөү төрҙәре индерелә — 1913—1951 йылдар чемпионаттарында ҡырын йөҙөүҙә бүләктәр отторола, 1920—1940 йылдар чемпионаттары программаһына күп тапҡыр 50 метрға сумыу[16] һәм ғәмәли төрҙәр индерелә.
Бассейндағы ярыштар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ярыш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дистанция | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Олимпия уйындары (под эгидой ФИНА) |
ФИНА үткәргән ярыштар |
Донъя рекордтары | Олимпия уйындары (под эгидой ФИНА) |
Ярыштар под эгидой ФИНА |
Донъя рекордтары | |||
ирекле стиль | 50 м | 1988— | 1986— | (1987)— | 1988— | 1986— | (1986)— | |
100 м | 1908— | 1908— | 1912— | 1908— | ||||
200 м | 1968— | 1967— | 1908— | 1968— | 1967— | (1918)— | ||
400 м | 1908— | 1908— | 1920 (300 м), 1924— | (1919)— | ||||
800 м | —— | 2001— | 1908— | 1968— | 1967— | (1919)— | ||
1500 м | 1908— | 1908— | —— | 2001— | (1922)— | |||
4×100 м | 1964— | 1961— | 1937— | 1912— | 1932— | |||
4×200 м | 1908— | 1932— | 1996— | 1983— | 1983— | |||
арҡала | 50 м | —— | 2001— | 1999— | —— | 2001— | 1999— | |
100 м | 1908—1960, 1968— | 1908—1960, 1967— | 1908— | 1924— | (1923)— | |||
200 м | 1964— | 1961— | 1908— | 1968— | 1967— | (1922)— | ||
брасс | 50 м | —— | 2001 | 1999 | —— | 2001 | 1999 | |
100 м | 1968— | 1967— | 1908— | 1968— | 1967— | (1921)— | ||
200 м | 1908— | 1908— | 1924— | (1921)— | ||||
баттерфляй | 50 м | —— | 2001— | 1999— | —— | 2001— | 1999— | |
100 м | 1968— | 1967— | 1953— | 1956— | 1953— | 1953— | ||
200 м | 1956— | 1953— | 1953— | 1968— | 1967— | 1953— | ||
комплекслы йөҙөү |
200 м | 1968—1972, 1984— | 1967— | 1966— | 1968—1972, 1984— | 1967— | 1966— | |
400 м | 1964— | 1961— | 1953— | 1964— | 1961— | 1953— | ||
ҡатнаш эстафета 4×100 м |
1960— | 1957— | 1953— | 1960— | 1957— | 1953— | ||
Микст (ҡатнаш эстафеталар — 2 ир-егеттәр, 2 ҡатын-ҡыҙҙар | ||||||||
ирекле стиль 4×100 м | —— | 2014— | 2013— | |||||
ҡатнаш 4×100 м | —— | 2014— | 2013— | |||||
|
Донъя рекордтарын теркәү тыйылған ярыштар[17]:
- 1949 йылдың 1 ғинуарынан — 300 ярд (1 ярд 91,44 см-ға тигеҙ), 300 м, 1000 ярд һәм 1000 метрға ирекле стилдә, 400 м арҡала, 400 м һәм 500 м брасс менән;
- 1953 йылдың 1 ғинуарынан — 500 ярд һәм 500 м ирекле стилдә, 150 ярд арҡала, 200 м брасс, 300 метр комплекслы йөҙөү, 3×100 м һәм 3х100 ярд ҡатнаш эстафета;
- 1957 йылдың 1 майынан — 100 ярд ирекле стилдә, арҡала, брасс, баттерфляй менән, 1 миль, 4×100 һәм 4х200 ярд ирекле стилдә 400 ярд комплекслы йөҙөү;
- 1969 йылдың 1 майынан — 110, 220, 440, 880, 1650, 4×110 һәм 4х220 ирекле стилдә, 110 һәм 220 ярд арҡала, брасс, баттерфляй менән, 220 һәм 440 ярд комплекслы йөҙөү, 4х110 ярд ҡатнаш эстафета.
Бассейн оҙонлоғо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ФИНА-ның1908 йылда ҡабул ителгән ҡағиҙәләренә ярашлы, донъя рекордтары оҙонлоғо 25 ярдтан кәм булмаған теләһә ниндәй бассейнда (400 м-лыҡ ярышта — 50 ярдтан кәм булмаҫҡа тейеш), әммә рәсми халыҡ-ара ярыштарҙы 50 йәки 100 метр оҙонлоғондағы ғына бассейда үткәрергә мөмкин була. Ҡыҫҡа бассейндарҙа, боролоштарҙың күп булыуы арҡаһында һөҙөмтәләр юғарыраҡ була, шуға күрә Олимпия уйындарында һәм континенталь беренселектәрҙә рекордтар сағыштырмаса һирәк ҡуйыла. 1956 йылда ФИНА конгресында ошо хәлде үҙгәртеүгә йүнәлтелгән ҡарар ҡабул ителә, уға ярашлы 1957 йылдың 1 майынан донъя рекордтары тик оҙонлоғо 50 метрлыҡ һәм 50 ярд булған бассейндарҙа теркәлә; ҡыҫҡараҡ бассейндарҙа ҡуйылған рекордтарҙы теркәү яңынан башлана.
1980-се йылдар уртаһында ҡыш һәм яҙ башында 25 метрлы бассейндарҙа ярыштар үткәреү популярлаша. 1988/89 миҙгеленән башлап ФИНА «ҡыҫҡа һыуҙа» күп этаплы Донъя кубогы ярыштарын, ә 1993 йылдан — донъя чемпионатын үткәрә башлай. Хәҙерге программаға «оҙон һыуҙағы» ярыштарҙан тыш 100 метрға комплекслы йөҙөү ярыштары ла инә.
Ярыш системаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2001 йылдан рәсми ярыштарҙа түбәндәге система эшләй. Иртәнге программаға алдан үткәрелгән ярыштар инә, киске программаға — ярымфинал һәм финал ярыштары. Алдан үткәрелгән ярыш һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы ваҡыт күрһәткәндәр киләһе стадияға эләгә. Алдан үткәрелгән ярыш һөҙөмтәләре буйынса һайлап палынған 16 ҡатнашыусы ике ярымфиналда, 50 м, 100 м һәм 200 м-ҙа ярышып (алдан үткәрелгән ярыш менән бер үк көндә үтә), финалда көс һынашасаҡ 8 кешене асыҡлай (был ярыш икенсе көн үтә). Оҙон дистанцияларҙа һәм эстафеталарҙа алдан ярыштар һөҙөмтәләре буйынса финалда ҡатнашасаҡ 8 спортсы асыҡлана (800 м һәм 1500 м дистанцияларында ярыштар икенсе көндө, ҡалғандарында — шул уҡ көндө). Һөҙөмтәләр тигеҙ булған осраҡта ярымфиналсы һәм финалсылар өсөн ҡабатлап ярыш үткәрелә; ә финалда күрһәткестәре тигеҙ булғандар бер урынды уртаҡлаша.
2001 йылға тиклем ярымфинал ярыштары үткәрелмәй, уның ҡарауы В финал ярыштары була (9-16 урындар өсөн). Ярыштарҙың көйәрмәндәргә ҡарауға ҡыҙыҡлылығын арттыу кәрәклеге һәм көслө спортсы, алдан ярыштарҙа көсөн һаҡлап ҡалырға тырышып, А финалына эләкмәй ҡалған осраҡтарҙан һуң ҡағиҙәләрҙе үҙгәртергә тура килә.
Рекордтарҙың алдан ярыштарҙың теләһә ниндәй стадияһында, шулай уҡ алдан ярыш мәлендә лә теркәлеүе ихтимал (мәҫәлән, ир-егеттәрҙә 800 метрға ирекле стилдә йөҙөү буйынса күп кенә донъя рекордтары 1500 метрға алдан йөҙөү барышында теркәлгән). Шәхси йөҙөү эстафетаһында рекордтар тик беренсе этапта ғына теркәлә.
Асыҡ һыуҙа йөҙөү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Асыҡ һыу ятҡылыҡтарында шәхси ярыштар, аҙаҡ үтә оҙон дистанцияларға ярыштар XIX быуат аҙағында үткәрелә башлай. Моғайын, улар араһында иң билдәлеләре — Ла-Манш боғаҙы аша ярыштыр; 1875 йылда Ла-Маншты беренсе булып инглиз Мэттью Уэбб[en] (21 сәғәт 45 минут)[18] йөҙөп сыға.
1991 йылдан асыҡ һыуҙа йөҙөү спорттың һыу төрҙәре буйынса донъя чемпионаты программаһына индерелә, ә 2000 йылдан йоп йылдарҙа шулай уҡ айырым асыҡ һыуҙа йөҙөү буйынса донъя чемпионаттары үткәрелә. Дистанциялар: 5 км (1998 йылдан), 10 км (2000), 25 км (1991 йылдан). 2008 йылдан 10 км-ға ярыш Олимпия төрөнә әйләнә.
Йөҙөү костюмы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йөҙөү костюмы (купальник, плавки) — йөҙөү өсөн күҙлектәр менән бергә йөҙөүсе өсөн спортсы кейеменең иң мөһим өлөшө.
1930-сы йылдарға тиклем тәбиғи материалдан тегелгән йөҙөү костюмы йөҙөүсенең тәнен тулыһынса тиерлек ҡаплап торған. 1930-сы йылдар уртаһынан мода алмашыныуға бәйле, ебәк плавкиҙар популяр була — йөҙөүсенең тәне тулыһынса тиерлек асыла. 1950-се йылдарҙа яһалма материалдар: нейлон, лайкра һәм башҡалар тәбиғи материалдан тегелгән купальник менән плавкиҙарҙы ҡулланылыштан ҡыҫырыҡлап сығара. 1990-сы йылдар уртаһынан юғары технологик йөҙөү кейемдәре күренә башлай. Тәүҙә был кейем ир-егет йөҙөүсе тәненең түбәнге өлөшөн, һуңынан бөтә тәнен тиерлек ҡаплай. Кеше тәне менән сағыштырғанда синтетик материалдарҙан ҡуйылған махсус өҫтәмәләр йөҙөүсе өсөн һыуҙағы ҡаршылыҡты яҡшыраҡ кәметә[19].
2008 йылда барлыҡҡа килгән яңы костюм йөҙөүселәргә һөҙөмтәләрен ҡырҡа яҡшыртыу мөмкинлеген бирә. Полиуретан йөҙөү кейеме йөҙөүсәнлекте яҡшыртып ҡына ҡалмай, ә спортсының ауырлығын да бер ни тиклем арттыра. Шуға бәйле йөҙөү белгестәре араһында бәхәс ҡуба, бындай кейемдәге спортсылар технологик допинг ала, һөҙөмтәләр тәбиғи күнекмәләр ярҙамында түгел, ә шундай кейемдә булғанға яҡшыра, тигән фекер ҙә яңғырай. 2009 йылғы донъя чемпионаты барышында FINA-ның конгресы булып үтә, унда 2010 йылдан йөҙөүселәргә тик туҡыу материалдарынан тегелгән кейем генә[20][21] кейергә рөхсәт ителә, тигән ҡарар ҡабул ителә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://stadtlexikon.karlsruhe.de/index.php/De:Lexikon:ereig-0033
- ↑ Ҡалып:Книга:Толковый словарь спортивных терминов
- ↑ Ҡалып:Из БОЭ
- ↑ Ҡалып:Из БОЭ
- ↑ FINA (официальный сайт) (инг.)(англ.)
- ↑ LEN (официальный сайт) (инг.)(англ.)
- ↑ Справочник, 1976, с. 12—1512—15
- ↑ Справочник, 1976, с. 16—17,2916—17,29
- ↑ Справочник, 1976, с. 1717
- ↑ Robert Crego. Sports and Games of the 18th and 19th Centuries. — Greenwood Publishing Group, 2003. — P. 176.
- ↑ Справочник, 1976, с. 7575
- ↑ Nicolas Wynman. Colymbetes, sive de arte natandi, dialogus & festiuus & iucundus lectu. — 1538.
- ↑ Правила соревнований Всероссийской федерации плавания (17 февраль 2008). Дата обращения: 27 октябрь 2012. Архивировано 21 ноябрь 2012 года. 2011 йыл 21 октябрь архивланған.
- ↑ Справочник, 1976, с. 2424
- ↑ Справочник, 1976, с. 2020
- ↑ Впоследствии ныряние на 50 м (в ластах) стало проводиться в программе соревнований по скоростным видам подводного плавания.
- ↑ Справочник, 1976, с. 45, 9245, 92
- ↑ Первая финская женщина покорила Ла-Манш // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 19 июль 2013. (Тикшерелеү көнө: 19 июль 2013)(Тикшерелгән 19 июль 2013)
- ↑ История костюма для плавания // triathlonmasters.ru (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2009)(Тикшерелгән 31 июль 2009)
- ↑ Speedo и NASA создали совершенный плавательный костюм // Lenta.ru. — 15 февраля 2008 (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2009)(Тикшерелгән 31 июль 2009)
- ↑ FINA запретила плавательные костюмы, сшитые не из текстиля // NEWSru.com. — 24 июля 2009 (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2009)(Тикшерелгән 31 июль 2009)