Камил (исем)
Уҡыу көйләүҙәре
Камил | |
Kamil пол. Kamil[1] | |
ХФА-лағы транскрицияһы | ˈkãmʲil |
---|---|
Әҫәрҙең теле | поляк теле[1], чех теле, Ғәрәп теле һәм Төрөк теле |
Яҙыу | Латин алфавиты |
Soundex | K540 |
Кёльнская фонетика | 465 |
Caverphone | KM1111 |
Фамилия с идентичным написанием | Kamil[d] |
Вариант личного имени для другого пола | Kamila[d] һәм Kamila[d] |
Подтверждено в | Wykaz imion używanych w Polskiej Rzeczypospolitej Ludowej[d][2] |
Лексема-субъект | Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 301: Неизвестный тип сущности.. |
Камил Викимилектә |
Камил — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Камил исеме осрай.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Камил исеме ғәрәп теленән кәмселекһеҙ тигәнде аңлата[3].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәхимов Камил Йософ улы (25 август 1900 йыл — 25 февраль 1978 йыл) — башҡорт композиторы. БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1969). 1943 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Йыһаншин Камил Фәрухша улы (15 март 1950 йыл) — Башҡортостандың рус телендә ижад иткән яҙыусыһы. 1995 йылдан Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының (2004) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (2012) һәм Степан Злобин исемендәге әҙәби премия (2002) лауреаты.
- Әхийәров Камил Шәйехмырҙа улы (19 февраль 1930 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-педагогы, юғары мәктәп эшмәкәре. педагогия фәндәре докторы (1974), профессор (1976), Белем биреүҙе гуманлаштырыу халыҡ-ара академияһының ғәмәлдәге ағзаһы (1995), Рәсәй Мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы.
- Баһаманов Камил Шакир улы (23 декабрь 1916 йыл — 28 октябрь 1998 йыл) — ғалим-иҡтисадсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1963). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976). II дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.
- Ғәниев Камил Сәмиғулла улы (10 ғинуар 1922 йыл) — СССР-ҙың хәрби, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, генерал-лейтенант, командарм.
- Вәлиев Камил Абдрахман улы (йырсы) (25 май 1930 йыл — 13 июнь 2016 йыл) — башҡорт СССР һәм Рәсәй башҡорт йырсыһы (тенор), мәҙәниәт эшмәкәре, педагог. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1970) һәм халыҡ артисы (1987). Республика йәштәр фестивалдәре (1956, 1959) лауреаты. Салауат Юлаев (2007) һәм Дуҫлыҡ (2011) ордендары кавалеры.
- Азиев Камил Ғәле улы (16 июль 1930 йыл — 9 ғинуар 1999 йыл) — агроном-ғалим. 1957—1999 йылдарҙа Себер ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты (Омск ҡалаһы) хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1981 йылдан — генераль директорҙың селекция эше буйынса урынбаҫары һәм бер үк ваҡытта 1973 йылдан башлап селекция үҙәге етәксеһе. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1988), профессор (1992), Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһы (РАСХН) ағза-корреспонденты (1990). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1980).
- Вәлиев Камил Абдрахман улы (физик) (23 февраль 1934 йыл — 26 март 2000 йыл) — ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).
- Низамов Камил Разетдин улы (13.11.1938) — СССР һәм Рәсәй инженер-нефтсеһе. Техник фәндәр докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1997), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1975).
- Сабитов Камил Басир улы (15 май 1951 йыл) — ғалим-математик, юғары мәктәп эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2006), физика-математика фәндәре докторы (1992), профессор (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2001), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1996).
- Ғөбәйҙуллин Камил Ғөбәй улы (9 ноябрь 1949 йыл) — рәссам-график, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1979 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған рәссамы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997).
- Ғирфанов Камил Вәли улы (18 сентябрь 1926 йыл) — юғары мәктәп ветераны; уҡытыусы, журналист, ғалим-педагог. 1967 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1967), доцент; Башҡорт дәүләт университетының почетлы профессоры (2006). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы.
- Ғүмәров Камил Әмир улы (рус. Гумеров Камиль Амирович; 10 ғинуар 1931 йыл) — хеҙмәт ветераны, хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Хөбөтдинов Камил Йосоп улы (31 май 1948 йыл) — йәмәғәт ойошмалары һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, 2005—2008 йылдарҙа Белорет район Советы секретары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре һәм 3-сө разрядле баш муниципаль кәңәшсеһе.
- Фазлетдинов Камил Нәжми улы (Камил Фазлый; 15.02.1949), мәғариф хеҙмәткәре, сатирик яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2005). Бәләбәй ҡалаһы һәм Бәләбәй районының почётлы гражданы.
- Ураҙаҡов Камил Рәхмәтулла улы (9.08.1949), ғалим-инженер‑механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1994), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1996).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Bubak J. Wykaz imion używanych w Polskiej Rzeczypospolitej Ludowej (пол.) // Język Polski. 1983, nr 1/2 (styczeń/kwiecień) / под ред. S. Urbańczyk — Kraków: 1983. — Т. 63, вып. 1, 2. — Б. 72–84.
- ↑ http://mbc.malopolska.pl/dlibra/docmetadata?id=24254
- ↑ Таңһылыу Күсимова. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит. 2018 йыл 16 май архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |