Крумлов замогы
Крумлов замогы йәки Чески-Крумлов замогы (чех. Krumlov Zámek Český) — замок. Көньяҡ Чехияяның Чески-Крумлов ҡалаһында, Праганан 170 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Чехияның Пражский град замогынан һуң ҙурлығы буйынса икенсе урындағы замок.
Замок тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Замок, моғайын, Витковичи феодаль ырыу вәкиле — өлкән II Витек тарафынан нигеҙләнгән. Замок тураһындағы тәүге яҙма 1240 йылдға ҡараған. 1253 йылда замок тулыһынса реконструкциялана. 1274 йылда замок тирәһендәге биҫтәләр Чески-Крумлов ҡалаһы тип берләшә.
1302 йылда Крумловтағы Витковичи ыуыуы бөткәс, Чески-Крумлов мираҫ буйынса Рожмберктағы Витковичтарға (Розенберг) күсә. Һарай хужаһы Был ырыуҙың иң беренсе һарай хужаһы Рожмберктан Йиндржих i була., Түбәнге замок уның ярҙамы менән киңәйтелә. Уның улы Петр замокты яңыртып төҙөй. Крумлов замогы Рожмберктарҙы милеге булып 300 йыл дауамында тора. Улар хатта ҡан ҡойғос Гуситтар һуғышы ваҡытында ла замокты үҙ ҡулдарында тотоп ҡала. Улай ғына ла түгел, был ваҡытта улар яңы эре поместье һатып алған, биләмәһен күпкә киңәйткән. Рожмберк панлығы идара иткән ваҡытта Вилем һәм, бигерәк тә, уның туғаны Петр Вока идара иткән саҡта, уларҙың уңышһыҙ сәйәси уйындар алып барыуы арҡаһында ғаиләнең бурысы арта. Вок Петр 1601 йәки 1602 йылда Крумлов замогын король II Рудольфҡа һатырға мәжбүр була.
1622 йылда император II Фердинанд Крумлов панлығын австрия кенәздәре нәҫеле Эггенберг Ганс Ульрих фон Эггенбергҡа тапшыра, уға Крумлов герцогы титулын бүләк итә. XVII быуаттың икенсе яртыһында Иоганн Кристиан I фон Эггенберг замокта бер нисә реконструкция үткәрә, һөҙөмтәлә замок күркәм барокко стилендәге резиденция төҫөн ала. Шулай уҡ бында ағастан театр бинаһы төҙөлә.
Эггенберг ырыуы 1719 йылда бөтә, артабан уларҙың биләмәһе һәм титулы кенәз Йозеф Адам Шварценберг тарафынан мираҫҡа алына. Йозеф Адам Шварценберг замокта күләмле реконструкция үткәрә, һөҙөмтәлә уның стиле вена бароккоһы стилендә үҙгәрә.
1947 йылда Крумлов замогы Көньяҡ Чехия өлкәһе биләмәһе була, бер аҙ ваҡыт үткәс, Чехословакия республикаһының милкенә әйләнә.
1992 йылда барлыҡ был тарихи комплекс ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелә.
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Замок башняһы
-
Панорама
-
Йылға яғынан ҡарағанда замок күренеше
-
Крумлов замогоның барокко стилендәге театр интерьеры
-
Замок эсе
-
Театр коридоры
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чески-Крумлов
- Розенберги
- Шварценберги
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Durdík T. Ilustrovaná encyklopedie českých hradů (чеш.) — 2 — Praha: Libri, 2002. — Б. 104. — ISBN 80-7277-003-9
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 https://pamatkovykatalog.cz/soupis/podle-relevance/1/seznam?katCislo=1000125170
- ↑ 3,0 3,1 https://www.pamatkovykatalog.cz/zamek-cesky-krumlov-673041
- ↑ https://tourdata.cz/wp-content/uploads/2021/05/NTC-VYSTUP-2020-REVIZE.pdf — CzechTourism, 2021.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 https://www.statistikakultury.cz/navstevnost-pamatek-2021/
- ↑ https://www.statistikakultury.cz/navstevnost-pamatek-2022/
- ↑ https://pamatkovykatalog.cz/soupis/podle-relevance/1/seznam/?katCislo=1000125170