Эстәлеккә күсергә

Мартина Навратилова

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мартина Навратилова
чех Martina Navrátilová
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары[3][4]
 Чехия
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Чехословакия
 Америка Ҡушма Штаттары
 Чехия
Тыуған ваҡыттағы исеме чех Martina Šubertová
Тыуған көнө 18 октябрь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[5][6][7][…] (68 йәш)
Тыуған урыны Прага, Чехословакия[3][8][9][…]
Хәләл ефете Юлия Андреевна Лемигова[d][10]
Внебрачный партнёр Рита Мэй Браун[d] һәм Judy Nelson[d]
Әһәмиәтле кеше Пэм Шрайвер[d] һәм Крис Эверт
Туған тел чех теле
Һөнәр төрө теннисист, автобиограф, романист, яҙыусы
Биләгән вазифаһы компания президенты[d][11] һәм президент[11]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 2006
Спорт командаһы ағзаһы Czechoslovakia Federation Cup team[d][12] һәм сборная США по теннису в Кубке Федерации[d][12]
Масса 65 килограмм
Сәләмәтлек торошо токсоплазмоз[d][13], коронавирусная инфекция COVID-19[d][14], коронавирусная инфекция COVID-19[d][15] һәм рак молочной железы[d]
Сексуаль йүнәлеш лесбиянство[d][16]
Спорт төрө теннис
Спорт дисциплинаһы одиночный разряд[d] һәм парный разряд[d]
Спорт рейтингы 1 һәм 1
Одиночные матчи (в/п) 1442–219[9]
Парные матчи (в/п) 747–143[9]
Рабочая рука леворукость[d][9]
Играющая рука леворукость[d][8] һәм одноручный бэкхенд[d][9]
Ҡатнашыусы Теннис на летних Олимпийских играх 2004 — женский парный турнир[d]
Баш тренер Рене Ричардс[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы 173 сантиметр
Рәсми сайт martinanavratilova.com
Вики-проект Проект:Теннис[d]
Приз фонды 21 626 089 $
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 447 000
 Мартина Навратилова Викимилектә

Марти́на Наврати́лова (чех Martina Navrátilová; тыумыштағы исем-шәрифе Мартина Шубертова, чех Martina Šubertová; 18 октябрь 1956 йыл) — Чехословакия һәм Америка тенниссыһы, яңғыҙ һәм парлы разрядта донъяның элекке беренсе ракеткаһы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың парлы разрядында ике тапҡыр Ҙур шлем (1984, 1986), ҡатын-ҡыҙҙарҙың яңғыҙ разрядында классик булмаған Ҙур шлем (1983/1984) яулай. Ҙур шлемдың турнирҙарында яңғыҙ разрядта 18 тапҡыр, ҡатын-ҡыҙҙарҙың парлы разрядында 31 тапҡыр һәм ҡатнаш парлы разрядта 10 тапҡыр еңә. Virginia Slims турының йомғаҡлау чемпионатында яңғыҙ разрядта 8 тапҡыр, парлы разрядта 11 тапҡыр еңеүсе була. 1975 йылдан АҠШ өсөн сығыш яһай, әммә Америка гражданлығын 1981 йылда ғына ала. Шул сәбәпле социалистик илдәрҙә оҙаҡ йылдар персона нон-грата статусында була.

Мартина Навратилова донъя кимәлендәге спортсыларҙан беренсе булып «каминг-аут»[17] яһай — лесбий булыуын асыҡтан-асыҡ таный.

Мартина 1956 йылдың 18 октябрендә Прагала (Чехословакия) тыуа. Өс йәшендә сағында атаһы менән әсәһе айырылыша, әсәһе Мирослав Навратилға кейәүгә сыға. Ул Мартинаның беренсе тренеры була. Мартинаның һеңлеһе һәм ҡустыһы бар.

Мартина Навратилова — көс ҡулланып уйнала торған хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙҙар теннисына башланғыс һалыусы. Ул беренсе булып атлетик алымдар ҡуллана, беренсе булып ирҙәрҙең «ырғытыу — сеткаға сығыу» алымын ота, был алым уға Уимблдондың яңғыҙ разрядында 9 еңеү килтерә.

Мартина теннис менән 9 йәшендә билдәле чехословак тренеры Иржи Пармала шөғөлләнә башлай. Тиҙ арала уңыштар ҡаҙана. 15 йәшендә иленең чемпионатында еңә, 17 йәштә Чехословакияның беренсе ракеткаһы була.

1973 йылда Мартина тәүге тапҡыр сит илгә сыға һәм халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнаша.

1975 йылда Крис Эверт менән парҙа Ҙур шлем турнирҙарында титулдар ота. Навратилова менән Эверт араһында бөйөк ҡапма-ҡаршы тороу башлана, ул 15 йыл дауам итә. Был ике спортсы корттарҙа 80 тапҡыр осраша һәм көс һынаша. 43 матчта Навратилова еңә.

АҠШ-тың Асыҡ чемпионаты ярымфиналынан һуң Навратилова АҠШ-та ҡалырға була, ҡарарын ирекле булырға теләүе, социалистик ЧССР-ҙа бының мөмкин түгеллеге менән аңлата. Бер айҙан Иммиграция һәм натурализация хеҙмәтендә Навратилова АҠШ-та йәшәргә рөхсәт иткән махсус карта ала һәм Чехословакия гражданлығынан мәхрүм ителә. АҠШ гражданлығы уға 1981 йылда бирелә. 2008 йылдың 9 ғинуарында Навратиловаға Чехия гражданлығын ҡайтаралар.

1978 йылда Уимблдонда Ҙур шлемдың яңғыҙ разрядтағы турнирында еңеү яулай. Бер йылдан Мартина Уимблдонда тағы еңә.

1978 йылдың 10 июленән донъяның беренсе ракеткаһы. 1982-86 йылдарҙа Навратилова ҡатын-ҡыҙҙар теннисында тулы өҫтөнлөк тота.

1986 йылда Навратилованы 17 йәшлек немец ҡыҙы Штеффи Граф еңә башлай.

Навратилова яңы тренер менән контракт төҙөй һәм физик ҡеүәтен арттырыу, киҫкен уйын алымдарын шымартыу өҫтөндә эшләй. Һөҙөмтәлә 1988-90 йылдарҙа классификацияла икенсе урынды тота һәм 1990 йылда Уимблдонда еңеүгә өлгәшә.

1990 йылда ул туғыҙынсы тапҡыр Уимблдонда еңә. Мартина йылдың төп турнирында яуланған еңеүҙәр һаны буйынса абсолют рекордсыға әйләнә.

Рейтинг башына Навратилова ҡабат күтәрелә алмай. 1990 йылдан алып уны Моника Селеш, Аранча Санчес-Викарио һәм Габриэла Сабатини ҡыҫырыҡлай.

1994 йылда 37 йәшендә карьераһында һуңғы тапҡыр Уимблдондың финалына сыға.

1995 йылда Мартина профессиональ карьераһын тамамларға була. Үҙе сығыш яһаған мөһим ҡалалар буйлап хушлашыу турнеһын үткәрә. Ләкин теннисҡа һөйөүе иҫ киткес көслө булғанлыҡтан, 2001 йылда профессиональ теннисҡа кире ҡайта. Әммә бик өлкәнәйеп киткәнлектән Мартина тик парлы ярыштарҙа һәм микстарҙа ғына ҡатнаша. 2003 йылда Австралияның Асыҡ чемпионатында Леандер Паес менән микста еңеүгә өлгәшкәндән һуң, Мартина Навратилова Ҙур шлемдың бөтә төр турнирҙарында ла титулдарҙың тулы комплектын яулаған спортсы булып таныла.

2004 йылда беренсе тапҡыр йәйге Олимпия уйындарында (Афина) ҡатнаша.

2006 йылғы миҙгелдә АҠШ-тың Асыҡ чемпионатында Боб Брайан менән ҡатнаш парлы разрядта еңә һәм 50 йәшлек Мартина Ҙур шлем турнирының иң өлкән еңеүсеһе тип таныла. Шул миҙгелдә профессиональ карьераһын тамамлауы тураһында иғлан итә[18]

Навратилова бер нисә телдә һөйләшә (шул иҫәптән русса аралаша ала), әҙәбиәт һәм сәнғәт ярата. Һәләтле йәш тенниссыларға консультациялар бирә һәм ярҙамлаша.

2010 йылдың 7 апрелендә Мартина журналистарға һөт биҙе яман шешенең ауыр формаһынан дауаланыу курсы алыуы тураһында белдерә[19].

Профессиональ теннис менән 19752006 йылдарҙа шөғөлләнә. Яңғыҙ разрядта 167 турнирҙа һәм парлы разрядта 177 турнирҙа еңә. Был ҡаҙаныштар ирҙәр араһында ла, ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла абсолют донъя рекорды булып тора. Навратилова еңелеүһеҙ сериялар буйынса ла рекордсы: яңғыҙ разрядта — 74 еңеүле матч, Пэм Шрайвер менән парлы разрядта — 109 еңеү. 1984 йылда теннис тарихында рекордлы һөҙөмтә күрһәтә — миҙгелдәге 86 матчтың береһендә генә еңелә. Мартина Навратилова ун дүрт миҙгел буйы донъяның иң көслө ҡатын-ҡыҙ тенниссылары араһында йомғаҡлау турнирҙарының финалдарында уйнай, был да рекордлы ҡаҙаныш.

Ҙур шлем турнирҙарындағы иң яҡшы һөҙөмтәләре:

  • Яңғыҙ разрядта Австралия чемпионы (1981, 1983, 1985)
  • Яңғыҙ разрядта Уимблдон чемпионы (1978, 1979, 19821987, 1990)
  • Яңғыҙ разрядта АҠШ чемпионы (1983, 1984, 1986, 1987)
  • Яңғыҙ разрядта Францияның Асыҡ чемпионаты чемпионы (1982, 1984)
  • 1984 йылда парлы ярыштарҙа Ҙур шлемға лайыҡ була (Пэм Шрайвер менән).
  • Яңғыҙ разрядта классик булмаған Ҙур шлем яулай: 1983 йылғы Уимблдон турниры, АҠШ-тың Асыҡ чемпионаты, Австралияның Асыҡ чемпионаты һәм 1984 йылғы Францияның Асыҡ чемпионаты.

Тышҡы һылтанмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Record #108608022 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Collins B. The Bud Collins History of Tennis (ингл.): An Authoritative Encyclopedia and Record Book — 2 — NYC: New Chapter Press, 2010. — P. 617. — ISBN 978-0-942257-70-0
  4. Evidence zájmových osob StB
  5. Tingay L. 100 years of Wimbledon (ингл.)London Borough of Enfield: Guinness Superlatives, 1977. — P. 214.
  6. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  7. Martina Navratilova // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  8. 8,0 8,1 сайт ITF
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 сайт WTA
  10. Navratilova wins most hard-fought love game (ингл.) / T. GallagherLondon: Times Media, 2014. — Iss. 71382. — P. 62. — ISSN 0140-0460; 0956-1382; 1363-7746
  11. 11,0 11,1 Who's who (билдәһеҙ)(untranslated), 1849. — ISSN 0083-937X
  12. 12,0 12,1 Collins B. The Bud Collins History of Tennis (ингл.): An Authoritative Encyclopedia and Record Book — 2 — NYC: New Chapter Press, 2010. — P. 618. — ISBN 978-0-942257-70-0
  13. https://www.nytimes.com/1982/10/27/garden/personal-health-247906.html
  14. https://isport.blesk.cz/clanek/tenis/383346/navratilova-priznala-covid-oslabene-us-open-u-vitezu-hvezdicka-nebude.html (чеш.) — 2020.
  15. https://tennisuptodate.com/tennis-news/martina-navratilova-absent-from-parade-of-champions-at-wimbledon-after-testing-positive-for-covid-19
  16. https://blogs.20minutos.es/1-de-cada-10/2016/04/17/lesbianas-visibles-que-han-hecho-historia/
  17. Мартина Навратилова вступила в брак с «Мисс СССР» Юлией Лемиговой
  18. Великая Мартина Навратилова всё-таки уходит из большого спорта 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
  19. Tennis great Martina Navratilova 'has breast cancer'. BBC Online. BBC (7 апрель 2010). Дата обращения: 7 апрель 2010. Архивировано 25 февраль 2012 года.