Эстәлеккә күсергә

Мирогой

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мирогой
хорв. Mirogoj
Нигеҙләү датаһы 6 ноябрь 1876
Рәсем
Дәүләт  Хорватия
Административ-территориаль берәмек Горний Град — Медвещак[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d]
Урын Gupčeva zvijezda[d]
Хужаһы Загреб
Архитектор Герман Боле[d]
Архитектура стиле историзм[d]
Рәсми асылыу датаһы 6 ноябрь 1876
Мираҫ статусы Реестр культурных ценностей Республики Хорватия[d][1]
Майҙан 72,4 гектар
Почта индексы 10000
Рәсми сайт gradskagroblja.hr/mirogo…
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные на кладбище Мирогой[d]
Карта
 Мирогой Викимилектә

Мирогой зыяраты (хорв. Mirogoj) — Загребта зыярат, ҡаланың иҫтәлекле урыны, Европаның иң матур зыярат-парктарының береһе

Зыярат Мирогой шоссеһы һәм Герман Болле урамы сатында урынлашҡан. 1876 йылда тел белгесе Людевит Гай биләгән ер участкаһында төҙөлгән. Әлеге ваҡытта административ яҡтан Горний Град — Медвещак. ҡала районына ҡарай.

Архитектор Герман Болле төп бинаны һәм Петропавловка часовняһын проектлай. Аркаданы, көмбәҙ һәм сиркәүҙең төп инеү урынын төҙөү 1879 йылда башлана һәм 1929 йылда тамамлана.

Аркадаларҙа Хорватияның күп кенә билдәле граждандарының һәм хорваттарының ҡәберлектәре урынлашҡан. Зыяратта төрлө конфессия вәкилдәре: католиктар, православие динендәге кешеләр, мосолмандар, йәһүҙиҙәр, протестанттар, мормондар һәм атеистар - ерләнгән

  • Владимир Бакарич — Югославияның сәйәси эшмәкәре
  • Златко Балокович — хорват скрипкасыһы
  • Эна Бегович — актриса
  • Станко Враз — хорват-словен шағиры—романтигы, йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсе.
  • Гай Людевит — тел белгесе, иллирия хәрәкәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм штокавщина нигеҙендә хорват теле әҙәби нормаһының авторҙашы.
  • Янко Драшкович — сәйәсмән,иллирия хәрәкәте лидерҙарының береһе һәм Хорват матицаһы учредителе.
  • Степан Джурекович — хорват эшҡыуары һәм диссиденты, 1983 йылда Германияның титов махсус хеҙмәте тарафынан үлтерелә
  • Марко Дошен— Хорват Саборы рәйесе (19421944).
  • Славко Колар — прозаик, драматург һәм сценарий яҙыусы
  • Мирослав Крлежа — яҙыусы
  • Отон Кучера — астроном
  • Фран Лхотка — хорват композиторы, дирижер һәм педагог
  • Савич Маркович Штедимлия — хорват һәм черногория публицисы, усташ
  • Антун Густав Матош — хорват яҙыусыһы, шағир, публицист, тәнҡитсе
  • Владко Мачек — Хорват крәҫтиән партияһы лидеры
  • Зинка Миланова — күренекле опера йырсыһы
  • Максимилиан Ньегован — Австро-Венгрия Хәрби-диңгеҙ көстәренең баш командующийы һәм гроссадмирал [2]
  • Натко Нодило — тарихсы
  • Влахо Палетак — композитор, йырсы һәм шағир.
  • Дражен Петрович — баскетболсы
  • Милка Планинц — СФРЮ Башҡарма Вечеһы союзы рәйесе
  • Владимир Прелог — химик, Нобель премияһы лауреаты.
  • Петар Прерадович — шағир
  • Ваня Радауша — скульптор
  • Степан Радич — Хорват крәҫтиән партияһына нигеҙ һалыусы һәм уның лидеры, серб милләтсеһе-үлтереүсеһе ҡорбаны
  • Иво Робич — композитор, йырсы һәм шағир
  • Петар Стипетич — Хорватия армияһының генераль штабы начальнигы (2000—2002)
  • Франьо Туджман — Хорватияның беренсе президенты
  • Тин Уевич — шағир
  • Эмиль Узелац — Австро-венгрия хәрби-һауа көстәренең командующийы.
  • Фетисов Петр Павлович — урыҫ архитекторы
  • Рудольф Хорват — тарихсы
  • Добриш Цесарич — хорват шағиры һәм тәржемәсе
  • Червенко Звонимир — хәрби эшмәкәр, Хорватия армияһы генераль штабының элекке начальнигы
  • Крешимир Чосич — баскетболсы
  • Хрвое Шаринич — сәйәси эшмәкәре, Хорватияның премьер-министры
  • Ивица Шерфези — йырсы
  • Антуан Бранко Шимич — Герцеговинаның бөйөк шағиры
  • Гойко Шушак — хәрби һәм сәйәси эшмәкәр, Хорватияның оборона министры
  • Борис Шпрем — сәйәси эшмәкәр
  • Андрия Штампар — социаль медицина өлкәһендә ғалим, Загреб университеты ректоры, академик
  • Беренсе донъя һуғышында һәләк булған хорват яугирҙәре монументы (1919)
  • Югославия милли геройҙары монументы
  • Хорват ил һаҡлаусыларына мемориаль тәре (1993)
  • Блайбург һәм тәре юлы ҡорбандары монументы (1994)
  • Немец хәрби зыяраты (1996)
  • «Хорват ҡорбандары тауышы — Әрнеү стенаһы» монументы (Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн Хорватия һуғышында көрәшкән ҡорбандарға)