Эстәлеккә күсергә

Муллаҡай (Архангел районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Муллаҡай
Муллаҡай
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Арх-Латыш ауыл Советы
Халыҡ һаны 228 кеше (2002)[1],
239 кеше (2009)[1],
201 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453032
Карта

Муллаҡай (рус. Муллакаево) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 239 кеше[3]. Почта индексы — 453032, ОКАТО коды — 80203813007.


Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 98 % тәшкил итә. 1906 йылда — 283 кеше; 1920—470; 1939—712; 1959—381; 1989—235; 2002—228; 2010—201 кеше йәшәгән[4].

Дөйөм халыҡ һаны[3]
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 кеше %
228 239 +11 +4,82
  • Район үҙәгенә тиклем (Архангел): 9 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Максим Горький): 17 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Приуралье): 15 км

Муллаҡай (Йәрембәт) XVIII быуат аҙағында Бәйестән ике тапҡырға ҙурыраҡ була. 1859 йылда 40 йортта 206 кеше йәшәгән. Быуат аҙағында 260 кеше йәшәгән 56 йорт була. Ауылда 1920 йылда 85 йорт 470 кеше йәшәгән.

Мәсет янында башланғыс дини мәктәп эшләй. 1816 йылдың VIII ревизияһында Муллаҡайҙың улдары һәм ейәндәренең исемдәре күрһәтелгән. Өлкән улы Әбделйәлил Муллаҡаев 1750—1814 йылдарҙа йәшәй, уның балалары Хәмзә, хорунжий Ноғоман, Молҡаман, Сөләймән, Ғәлиулла, Сәғиҙулла, Юлбарыҫ. Ир менән ҡатын араһындағы ҙур йәш айырмаһы иғтибарға алына. Мәҫәлән, 26 йәшлек Молкамандың ҡатыны иренән 17 йәшкә өлкәнерәк булған. Был мәрхүмдең ҡустыһы уның тол ҡатынына — еңгәһенә өйләнгәндә левират никах барлығын иҫбатлай. Муллаҡайҙың икенсе улы Әбдин 1751—1815 йылдарҙа йәшәгән. 1766 йылғы Хәлит Муллаҡаев улдары Әлмөхәмәт һәм Йәрмөхәмәт менән йәшәгән.

Муллаҡайҙар — малсылар. 1839 йылда 156 кеше йәшәгән 33 йортҡа 97 ат, 54 һыйыр, 60 һарыҡ, 38 кәзә тура килгән. Игенселек башланғыс хәлдә була. 1843 йылда 72 бот ужым һәм 128 бот яҙғы иген сәселә. Солоҡсолоҡ (15 солоҡ), ылаусылыҡ (Архангел заводына мәғдән ташыйҙар) менән дә шөғөлләнәләр[5].

  • Сәйфуллин урамы (рус. Сайфуллина (улица))
  • Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица))
  • Сөләймәнов (урамы (рус. Сулейманова (улица))
  • Шайморатов (урамы (рус. Шаймуратова (улица))[6]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Әхмәт Дәүләтҡолов (17.07.1944) — профессор, философия фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2004), Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2012), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (2014).
  • Риф Сәйфуллин (4.10.1949) — башҡорт театр актёры, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1988).
  • Юлбарисов Эрнст Мирсаяф улы (22.01.1939), ғалим-геолог, дәүләт һәм нефть сәнәғәте эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1992—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Геология һәм ер аҫтын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесенең 1-се урынбаҫары. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1976), техник фәндәр докторы (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы ер аҫтын тикшереүсеһе (2009), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987).
  • Эльвера Ғәле ҡыҙы Сәйфуллина — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[7]

Ауыл ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  3. 3,0 3,1 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  4. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан»
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 117. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 30 по Республике Башкортостан
  7. https://nsportal.ru/user/395136/page/bashkortostanga-100-yyl
  8. «Башҡортостан» гәзите, 19 август 2014 йыл 2016 йыл 9 март архивланған.