Мәхәмбәт Өтәмисулы
Мәхәмбәт Өтәмисулы (Өтәмисев) | |
ҡаҙ. Махамбет Өтемісұлы | |
Файл:Utemisov Mahambet.jpg | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Бөкәй урҙаһы, хәҙерге Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһенең Бөкәйурҙа районы, Ҡаҙағстан |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
хәҙерге Атырау өлкәһе |
Подданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
шағир, батыр |
Мәхәмбәт Өтәмисулы (ҡаҙ. Махамбет Өтемісұлы ماحامبەت وتەمىسۇلى; 1803, Бөкәй урҙаһы, Рәсәй империяһы — 20.10.1846, шунда уҡ) — 1836—1838 йылдарҙа Көнбайыш Ҡаҙағстандағы ҡаҙаҡ ихтилалы етәкселәренең береһе. Аҡын, ихтилалға тиклем Жәнгир Керей хан һарайындағы шағир була.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1804 йылда Бөкәй урҙаһында тыуа (хәҙер Урал өлкәһе Урҙа районы).
Бәләкәй Мәхәмбәт мәҙрәсәлә белем ала. 1824 йылда Эске (Бөкәй) урҙа ханы Жәнгир шағир булараҡ билдәлелек яулап өлгөргән Мәхәмбәтте улы Зөлҡәрнәйгә тәрбиәсе итеп Ырымбурға ебәрә. Унда Мәхәмбәт рус телен һәм грамотаһын өйрәнә. Исламды һәйбәт белгән иманлы кеше була.
Хан вариҫын ул биш йыл тирәһе тәрбиәләй, шунан Мәхәмбәт менән Жәнгир хандың аралары боҙола. 1829 йылдың көҙөндә далала тоҡанған ихтилалда әүҙем ҡатнаша һәм Ҡалмыҡ ҡәлғәһенә ябыла. Унда ике йыл ултыра, 1831 йылда ҡаса.
Исәтәй Тайманов менән бергә Рәсәйҙең хөкүмәт ғәскәрҙәренә һәм Жәнгир хан ғәскәренә ҡаршы көрәшкән боласы отрядтарға етәкселек итә. Еңелгәндән һуң көньяҡҡа ҡаса, бер нисә йыл шунда йәшеренеп йәшәй.
1846 йылдың 20 октябрендә хәҙерге Атырау өлкәһе территорияһында һәләк була — уны дошмандарының ялланма йәлләттәре үлтерә.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәхәмбәт Өтәмисов — XIX быуаттың беренсе яртыһында йәшәгән һәм ижад иткән билдәле ҡаҙаҡ шағиры, 1836—1837 йылдарҙағы ҡаҙаҡ ихтилалы юлбашсыһы Исәтәй Таймановтың дуҫы һәм арҡалашы.
Мәхәмбәт — аҡһөйәктәр мөхитенән сыҡҡан һәм асыҡтан-асыҡ халыҡ яғына баҫҡан йырсы. Ҡаһарман йырсылар традицияларын үҫтереп, ҡаҙаҡ поэзияһында социаль мотивтарҙы көсәйтә, был гражданлыҡ лирикаһы яралыуға этәргес бирә. Мәхәмбәттең лирик йыр-шиғырҙары араһында төрлө жанрҙағылары бар: дуҫтарға йә дошмандарға мөрәжәғәттәр, сеңләү йырҙары (жоҡтау), толғау, элегия һәм башҡалар.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡаҙағстанда Мәхәмбәттең тыуыуына 200 йыл тулыуға арнап сығарылған 50 тәңгә номиналлы иҫтәлекле тәңкә.
- Шағир һәләк булған урында Атырау өлкәһенең Индерборск ҡасабаһынан 40 километрҙа маҙар-төрбә төҙөлгән. Йыл һайын Мәхәмбәт әҫәрҙәре буйынса әҙәби уҡыу үткәрелә.
- Мәхәмбәткә Уральск ҡалаһында атлы һәйкәл ҡуйылған.
- Ҡаҙағстандың Атырау өлкәһендә район үҙәгенә Мәхәмбәт исеме бирелгән.
- СССР-ҙа Гурьев өлкә-ара ҡаҙаҡ драма театрына исеме бирелә.
- Алма-Атала рус скульптор-антропологы Михаил Герасимов ысулы буйынса Мәхәмбәт Өтәмисовтың йөҙ-ҡиәфәте тыуҙырыла. [1].
- 2003 йыл шағирҙың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы ЮНЕСКО тарафынан Мәхәмбәт йылы тип иғлан ителә. Был датаға Атырауҙа Мәхәмбәт менән Исәтәйгә һәйкәл ҡуйыла.
- Астанала Мәхәмбәт Өтәмисев исемендәге уҡыусылар һарайы эшләй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Звезда и смерть Махамбета Утемисова 2016 йыл 13 апрель архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стрела, летящая через века
- [ Махамбет Утемисов] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- «Образ Махамбета в творчестве современных поэтов 2008 йыл 23 октябрь архивланған. (О.Сулейменов и А.Вознесенский)»
- Сайт, посвящённый 200-летию Махамбета 2010 йыл 18 ноябрь архивланған.