Эстәлеккә күсергә

Пруст Марсель

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Марсель Пруст
Marcel Proust
Исеме:

Valentin Louis Georges Eugène Marcel Proust

Тыуған көнө:

10 июль 1871({{padleft:1871|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны:

Париж
Франция

Вафат булған көнө:

18 ноябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (51 йәш)

Вафат булған урыны:

Париж
Франция

Гражданлығы:

Франция Франция

Эшмәкәрлеге:

романист, шағир, эссеист

Йүнәлеше:

модернизм

Жанр:

роман, эссе

Ҡултамғаһы:

Ҡултамғаһы

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында

Валентин Луи Жорж Эжен Марсель Пруст (франц. Valentin Louis Georges Eugène Marcel Proust; 10 июль 1871 йыл — 18 ноябрь 1922 йыл) — француз яҙыусыһы. XX быуаттың әһәмиәтле яҙыусыларының береһе.

Төп әҫәре 7 томдан торған «Юғалтылған ваҡытты эҙләгәндә» эпопеяһы, (1—16 томдары, 1913—1927, һуңғы алты томы үҙе үлгәндән һуң баҫыла) 20-се меңйыллыҡтың әҙәби ҡомартҡыһы.

Марсель Пруст 1871 йылдың 10 июлендә Париж ҡалаһында хәлле ғаиләлә тыуған. Атаһы Адриан Пруст танылған табип-эпидемиолог һәм патолог, медицина факультеты профессоры, ә әсәһе Жанна Вейль йәһүд биржа маклеры ҡыҙы.

Прусттың ижади ҡомары 25 йыл дауам иткән. 1896 йылда «Ҡәнәғәтлектәр һәм үкенестәр» тигән хикәйәләр һәм шиғырҙар йыйынтығы сыға. Унан һуң байтаҡ йылдар француз теленә тәржемә эше менән булыша. Джон Рёскин эштәрен тәржемә итә. 1907 йылда «Фигаро» баҫмаһында уның мәҡәләһе баҫылып сыға. Мәҡәләлә әҙип үҙенең ижади эҙләнеүҙәрҙәге төп эҙмә-эҙлелеккә илтеүсе иҫтәлектәрен һәм үкенестәрен анализлап төшөнөүгә ҡайтып ҡала.

1909 йылда Пруст «Сент-Бёв ҡаршыһында» тигән эссе ижад иткән. Ул тора-бара роман булып үҫешә һәм ғүмеренең аҙағына саҡлы ижади процеста була.

Француз әҙәбиәте тарихында Пруст психологик романдарҙы башлап ебәреүсе булып тора. 1896 йылда «Йыуаныстар һәм көндәр» тигән новеллалар йыйынтығы сығарылған. Унда Марселдең бөйөк донъяуи тәкәбберлектәр(ҡупайыуҙар) буйынса күҙәтеүҙәре сағылдырылған. 1895—1904 йылдарҙа Пруст «Жан Сантёй» романы өҫтөндә эшләй. Ул роман тик 1952 йылда ғына донъя күрә.

Гранки «Сванға табан» автор төҙәтеүендә
  • «Сванға табан» романының беренсе баҫмаһы, автор төҙәтеүҙәре менән, с правкой автора на Кристис аукционында 2000 йылдың июлендә 663 750 фунт стерлингҡа һатылған (1 008 900 доллар). Француз әҙәбиәте ҡулъяҙмалары һатыуҙа иң ҡиммәт рекорд ҡуйған әҫәр[1].
  • 1999 йыл Францияның иң эре ике китап магазины, XX быуаттың иң һәйбәт 50 әҫәрен асыҡлау өсөн, һатып алыусылар араһында һорау алыу ойоштора. Икенсе урынға «Юғалтылған ваҡытты эҙләгәндә» романы сыға. (Беренсе урында Альбер Камюҙың «Сит кеше» романы)[2].
  • Уның иҫтәлегенә Меркурий планетаһындағы бер кратерға Пруст исеме бирелә.
  1. Exceptional Prices 2004 йыл 13 октябрь архивланған.
  2. Фредерик Бегбедер. Лучшие Книги XX века. — М.: Флюид, 2005. — С. 9-15. — ISBN 5-98358-063-9.

Пруст тураһында хәҙерге рәссамдар китаптары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Serge Chamchinov, Marcel Proust. Incipit, Dives-sur-mer, 2008. Книга художника, в основу которой положен текстологический анализ первой фразы романа В поисках утраченного времени, шести рукописных вариантов. Оригинал, формат 270×345 мм, тушь, пастель.
  • Anne Arc, Marcel Proust, Dives-sur-mer, 2009. Format carré 305×305 mm, collection «Laboratoire du livre d’artiste», section «Temps», conception «minimalisme», 12 linogravures d’Anne Arc, titre imprimé sur couverture, Canson noir 160g/m2, 12 exemplaires lettrés.
  • Daniel Hees, Lindenblüten, Köln, 1984. Radierschnipsel. 43x57cm. Hahnemühle-Büttenkarton 300g/m², 80 exemplaren.
  • Marja Scholtens, A la recherche, Rotterdam, 2009. 18,5x19,5 cm. Japon-simili 80g/m². Bilingue (français/néerlandais) 75 exemplaires.