Республика Монументы (Төркиә)
Республика монументы '(төр. Cumhuriyet Anıtı) Төркиәнең баш ҡалаһы Истанбулда Тәҡсим майҙанында урынлашҡан һәйкәл. 1923 йылда Төрөк Республикаһы булдырылыу иҫтәлегенә асылған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Скульпторы Пьетро Каноника (Италия), һәйкәл халыҡ йыйған аҡсаға төҙөлгән.
1928 йылдың 8 авгусында доктор Хаҡҡый Шинаси паша тарафынан асылған.[1]
Һәйкәлдең бейеклеге- 11 метр. Һәйкәлдә Төрөк Республикаһына нигеҙ һалған Мостафа Кәмал Ататөрк менән Исмәт Инөнү, Фәүзи Чаҡмаҡ кәүҙәләндерелгән. Һәйкәл ике яҡлы: төньяҡҡа ҡарап торған яғында улар хәрби кейемдә, ә көньяҡҡа ҡарап торған яғында- Европаса кейемдә; тәүгеһе Ататөрктө хәрбиҙәрең баш командующийы итеп күрһәтә, ә икенсеһе уны яңы төрөк дәүләтенең етәксеһе булараҡ кәүҙәләндерә.
Һәйкәлдә Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһының Төркиәләге илсеһе Семен Иванович Аралов та Ататөрк артында , Исмет Инөнү янында кәүҙәләндерелгән. Был һәйкәлдә Рәсәй илсеһе булыуы, 1920 йылда В. И. Ленин етәкселегендәге Совет хөкүмәтенең Төркиәнең бойондороҡһоҙлоғо, үҙаллылығы өсөн көрәш осоронда (1919—1922) төрөк халҡына ҡорал һәм аҡсалата күрһәткән ярҙамы тураһында һөйләй.
Республика монументы (Cumhuriyet Anıtı)- Төркиә баш ҡалаһындағы бик мөһим урын. Бында дәүләт байрамдары ваҡытында рәсми тантаналар үтә.
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Prof. Dr. Pietro Canonica (1869 - 1962) (билдәһеҙ). Kim Kimdir?.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Mevlüt Çelebi, Taksim Cumhuriyet Anıtı, Atatürk Araştırma Merkezi, 2006 Ankara, 1. Edition, ISBN 975-16-1910-6
- Kenthaber.com — Taksim Cumhuriyet Anıtı. 2009. Ҡалып:Tr icon
Тышҡы һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Викимилектә Республика Монументы (Төркиә) темаһы буйынса медиафайлдар бар.
Ҡалып:Beyoğlu [[Категория:]]