Речбер Рюштю
Речбер Рюштю | |
төр. Rüştü Reçber | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Төркиә |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | Төркиә |
Псевдоним | Pantera |
Тыуған көнө | 10 май 1973[1] (51 йәш) |
Тыуған урыны | Коркутели[d], Анталья, Төркиә |
Туған тел | Төрөк теле |
Һөнәр төрө | футболсы |
Командалағы уйын позицияһы | ҡапҡасы[d] |
Спорт командаһы ағзаһы | Бешикташ[d], Барселона[d], Антальяспор[d], Фенербахче[d], Антальяспор[d], Фенербахче[d], Фенербахче[d], молодёжная сборная Турции по футболу[d] һәм Сборная Турции по футболу[d] |
Масса | 76 килограмм |
Сәләмәтлек торошо | коронавирусная инфекция COVID-19[d][2] |
Спорт төрө | футбол |
Ҡатнашыусы | чемпионат мира по футболу 2002[d], Чемпионат Европы по футболу 1996[d], Чемпионат Европы по футболу 2000[d] һәм Футбол буйынса 2008 йылғы Европа чемпионаты[d] |
Бейеклеге/буйы | 1,86 метр |
Рәсми сайт | rusturecber.net |
Речбер Рюштю Викимилектә |
Рюштю Речбер (тур. Rüştü Reçber; 10 май 1973, Коркутели, Анталья) — төрөк футбол ҡапҡасыһы. Төркиәнең милли йыйылма командаһы өсөн уйындарҙа абсолют һандар буйынса рекордсмены — 120 уйында ҡатнашҡан; был командалағы үҙенең хушлашыу уйынын 2012 йылдың 26 майында уҙғарған[3]
Донъя чемпионатында һәм Европа чемпионатында бронза миҙалдар яулаған Төркиә йыйылма командаһының күп йылдар дауамындағы һәм шулай уҡ «Фенербахче» клубы өсөн 10 йылдан ашыу сығыш яһаған төп ҡапҡасыһы булараҡ билдәле. Бөтә донъяның һәм Төркиәнең иң популяр футболсыларының береһе. ФИФА-ның 100 исемлегенә инә.
Карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Клубтағы карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]12 йәштән башлап Рюштю үҙенең тыуған ҡалаһындағы «Коркутелиспор» футбол клубының мәктәбендә шөғөлләнә башлай һәм өс йыл эсендә «Антальяспор» составына инерлек булып үҫешә. Башта Речбер Беренсе лигала ( төрөк футболының икенсе дивизионында) сығыш яһаған команданың бары тик өсөнсө ҡапҡасыһы ғына була һәм профессиональ карьераһының тәүге биш йылы дауамында футбол яланына бары тик бер нисә тапҡыр ғына уйнарға сыға. Шуға ҡарамаҫтан, төрөк футболының иң яҡшы тренерҙары нынң береһе Фатих Терим йәш футболсының һәләттәрен юғары баһалай һәм уның күренекле карьераһын күрәҙәләй.
1993 йылдың йәйендә хәл үҙгәрә башлай, футболсы менән төрөк гранд «Фенербахче» клубы араһында контракт төҙөлә. Истанбул клубы футболсыны, ҡуртым хоҡуғы биреп, «Антальяспор»ҙа ҡалдырырға була, шунан һуң тренерҙар штабы Рюштюны тәүге номерлы голкипер итеп уйнатырға ҡарар итә. Речбер был мөмкинлектән файҙалана ала, ул миҙгел даими тотороҡло уйнай, ә ә уның клубы уйындар һөҙөмтәләре буйынса Суперлигаға йүнәлтеү ала. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Речберҙың карьераһы башҡасараҡ та килеп сыҡҡан булыр ине: контрактҡа ҡул ҡуйыу алдынан ул «Галатаһарай»ҙың уйынсыһы булып киткән булыр ине, әммә контрактҡа ҡул ҡуйыр алдынан голкипер Речбер автомобиль касафатына эләгә һәм һаулығы буйынса медицина тикшереүен үтә алмай, шунлыҡтан «Галатаһарай»ға инә алмай ҡала.
Истанбул командаһында Речбер тәүҙә икенсе номер ҡапҡасы булып уйнай башлай, ләкин 1995 йылдың яҙында төп урынды биләүсе голкипер Энгин Ипекоглу йәрәхәттәр ала һәм уны Речбер алмаштыра. Артабанғы һигеҙ миҙгел дауамында Речбер бер һүҙһеҙ команда лидерҙарының береһе була. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, голкиперҙың ҡиәфәте бик үҙенсәлекле була: оҙон сәсе һәм күҙҙәре аҫтындағы сағыу буяуы уны иң билдәле футболсы яһай. Уның реакцияһы бик яҡшы һәм һикереү һәләте лә хайран ҡалырлыҡ була, был сифаттары менән ул тамашасыларҙы ныҡ ҡыуандыра. Речбер, икенсе яҡтан, бик йыш ҡына урынһыҙ гол үткәрә (йә уйын барышында үҙ ҡапҡаһынан ситкә һикереп сығып китеп, йә шулай уҡ ҡыҙыу холҡо арҡаһында (мәҫәлән, Чемпиондар лигаһының квалификацион матчында шотланд «Рейнджерс» командаһына ҡаршы уйнаған саҡта дәғүәсеһе Майкл Молсты, истанбулсыларға ҡаршы һүҙ көрәштергәне өсөн, боксерҙарса һуғып, газонға һуҙып һала). Речберҙың уйнауы уның клубына ике тапҡыр Төркиә чемпионы булырға ярҙам итә, ә 2001 йылда ул үҙе илдең иң яҡшы уйынсыһы булып таныла.
2003 йылдың йәйендә Рюштю «Барселона» менән контрактҡа ҡул ҡуя, был команданың баш тренеры Райкард Франк Речберҙы донъяның иң яҡшы ҡапҡасыһы булараҡ ҡылыҡһырлай. Әммә тәүге бер нисә матчтарҙа Речбер, хата яһауы һөҙөмтәһендә, Виктор Вальдестан конкуренцияла еңелеп, запас уйынсылар эскәмйәһендә ултыра.
Речбер ҡышҡы пауза ваҡытында «Фенербахче» клубына кире ҡайта, йәнә унда төп голкипер була. Ошо ваҡыт эсендә ул тағы өс тапҡыр үҙ клубына чемпион титулын яуларға ярҙам итә. 2007 йылда Рюштюҙың килешеү ваҡыты уҙа, голкипер уны оҙайтыу шарттарын яҡшыртырға теләй, ләкин клуб етәкселеге бынан баш тарта. Шуның арҡаһында ул клубтан китә, ә клуб составында быға тиклемге матчтар һаны буйынса бишенсе урынды биләгән була («Фенер» өсөн 447 матчта ҡатнаша).
Речбер карьераһындағы киләһе клуб «Фенербахче» клубының принципиаль дәғүәсеһе «Бешикташ» була. Бында Рюштю тағы ла бер тапҡыр чемпион титулын, шулай уҡ Төркиә Кубогын яулай.Тәүге өс миҙгел буйына ул команданың төп ҡапҡасыһы була, әммә 2010 йылда конкуренцияла үҙенән йәш Генен Дженктан еңелә. 2012 йылдың яҙында Речбер футболсы карьераһын тамамларға ҡарар ҡабул итә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Речбер оҙаҡ йылдар «Фенербахче» клубында «Бешикташ» клубының ҡаршы уйнаһа ла, был клубтың футбол көйәрмәндәренең хөрмәтен ҡаҙанып өлгөрә.
Йыйылма командала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Речбер йыл дауамында Төркиә йәштәр йыйылма командаһы составында сығыш яһай, ә 1994 йылда төп команда составында уйнай, баштан уҡ уның төп ҡапҡасыһы булып китә. Рюштюның беренсе турнирҙары Евро-1996 һәм 2000 була, әммә был турнирҙар уға ла, командаһына ла бер ниндәй ҙә дан килтерә алмай.
Ә 2002 йылда Алыҫ Көнсығыш донъя чемпионатында хәл үҙгәрә. Унда төрөк йыйылма командаһы үҙ тарихында иң яҡшы, сенсациялы һөҙөмтә күрһәтә: ярымфиналға тиклем барып етә һәм турнир йомғаҡтары буйынса почетлы өсөнсө урынды биләй. Турнирҙа Речбер өс тапҡыр мәрәй һанын «нолдә» тота, шул иҫәптән, Япония һәм Сенегал командаларына ҡаршы плей-офф матчтарында, бынан тыш сенегалдарға ҡаршы уйында голкипер гол һөжүмен башлай, уны Мансыз Илхан, урынына еткереп, сенегалдар ҡапҡаһына туп индерә. Турнир йомғаҡтары буйынса Речбер, Оливер Кан менән бер рәттән, символик йыйылма командаһына инә. 2003 йылдағ Конфедерациялар кубогында төрөк футболсылары бронза миҙал яулай.
Речбер өсөн артабанғы (һәм һуңғы) турниры булып Евро-2008 тора, унда 35 йәшлек голкипер икенсе номер сифатында бара. Әммә Хорватия менән сирек финал уйынында уға уйындан ситләтелгән Волкан Демирель урынын биләргә тура килә. Был уйында Речбер бер нисә сейв яһай, әммә тап уның хатаһы арҡаһында хорват Иван Класнич төрөктәр ҡапҡаһына туп индерә. Үҙ хатаһын Речбер пенальти серияларында компенсациялай: Петрич Младендың һөжүмен кире ҡаға һәм үҙ командаһына ярым финалға путевка алып бирә. Немецтарға ҡаршы уйналған ярым финал матчында Рюштю старт составында сығып ҡына ҡалмай, ә капитан таҫмаһын ала. Матч төрөктәр командаһының 2:3 иҫәбе менән еңелеүе менән тамамлана, шунан һуң Речбер халыҡ-ара карьераһын тамамларға ҡарар итә.
Әммә 2012 йылдың майында Речбер менән хушлашыу өсөн Финляндия йыйылма командаһы менән махсус иптәштәрсә матч ойошторола. Был матчта Речбер 40 минут дауамында уйнай һәм йыйылма команда өсөн уйынын 120-гә тултыра. Ул был күрһәткес буйынса рекордсмен булып тора.
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Фенербахче»
- Төркиә Чемпионы: 1995/96, 2000/01, 2003/04, 2004/05, 2006/07
- Төркиә спорт журналистарының Кубогын яулаусы (Кубок TSYD): 1996, 1997
- Премьер-министр Кубогын яулаусы: 1998
- Ататөрк Кубогын яулаусы: 1998
- «Барселона»
- Испанияның вице-чемпионы: 2003/04
- «Бешикташ»
- Төркиә Чемпионы: 2008/09
- Төркиә Кубогын яулаусы: 2008/09, 2010/11
- Төркиәнең йыйылма командаһы
- Футбол буйынса донъя чемпионатының бронза призеры: 2002
- Конфедерациялар кубогының бронза призеры: 2003
- Европа чемпионатының бронза призеры: 2008
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Rüstü Recber // Transfermarkt.com (билдәһеҙ) — 2000.
- ↑ https://beninwebtv.com/2020/03/coronavirus-un-ancien-joueur-du-barca-teste-positif/
- ↑ Малюков, Максим. Турки проводили Рюшту поражением финнам, Евро-футбол.ру (26 мая 2012). 3 июнь 2012 тикшерелгән.