Эстәлеккә күсергә

Рожа Миклош

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Миклош Рожа
Rózsa Miklós
Төп мәғлүмәт
Тыуған

18 апрель 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны

Австро-Венгрия, Будапешт ҡалаһы

Үлгән

27 июль 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (88 йәш)

Үлгән урыны

АҠШ, Калифорния,
Лос-Анджелес

Һөнәрҙәре

композитор

Наградалар

«Оскар», «Сатурн», «Сезар» кинопремиялары

miklosrozsa.org
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Миклош Рожа (мадьярса  Rózsa Miklós, ингл. Miklos Rozsa; 18 апрель 1907 йыл, Будапешт — 27 июль 1995 йыл, Лос-Анджелес) — венгр-Америка композиторы, академик әҫәрҙәре менән дә, кино музыкаһы менән дә билдәле.

Биш йәшенән скрипач бабаһы бүләк иткән скрипкала уйнаған. 1925 йылда, Лейпциг университетына уҡырға ингәнлектән, Венгриянан киткән, әммә оҙаҡламай Лейпциг консерваторияһына күскән, һәм унда Герман Грабнерҙа уҡыған. Артабан Францияла (19311935) һәм Бөйөк Британияла (19351940) йәшәгән һәм эшләгән, ә 1940 йылда АҠШ-ҡа килгән, 1946 йылдан бирле Америка гражданины.

Тәүге әҙер Европала Рожа симфоник әҫәрҙәре менән билдәлелек алған, әммә 1930 йылдарҙан алып инде ул кино музыкаһы өлкәһендә эшләй башлаған. «Бағдад буры» (1940) фильмының тауыш таҫмаһы уңышҡа өлгәшкәндән һуң, Рожа бик күп голливуд фильмдарына музыка яҙған (дөйөм алғанда, йөҙҙән артыҡ). «Заворожённый» (1945), «Двойная жизнь» (1947) һәм «Бен-Гур» (1959) фильмдарына музыка яҙған өсөн «Оскар» кинопремияһына лайыҡ булған. Түбәндә тағы ла Рожа музыкаһы яңғыраған атаҡлы кино таҫмаларының исемдәре теҙмәһе бирелгән — «Двойная страховка», «Потерянный уикэнд», «Убийцы», «Асфальтовые джунгли», «Леди Гамильтон», «Провидение».

Шуның менән бергә бөтә ғүмере дауамында Рожа академик музыка яҙыуын дауам иткән — уның скрипка менән оркестр өсөн концерты айырата билдәле (1954, Яша Хейфец өсөн яҙылған) һәм виолончель менән оркестр өсөн (1968, Янош Штаркер өсөн яҙылған).