Эстәлеккә күсергә

Спенсер Трейси

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Спенсер Трейси
ингл. Spencer Tracy
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Spencer Bonaventure Tracy
Тыуған көнө 5 апрель 1900({{padleft:1900|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1][3][4][…]
Тыуған урыны Милуоки, Висконсин, Америка Ҡушма Штаттары[2][5]
Вафат булған көнө 10 июнь 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1][3][4][…] (67 йәш)
Вафат булған урыны Лос-Анджелес, Америка Ҡушма Штаттары
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ерләнгән урыны Форест-Лаун[d]
Атаһы John Edward Tracy[d][6]
Әсәһе Caroline Tracy[d][7]
Хәләл ефете Louise Tracy[d]
Внебрачный партнёр Кэтрин Хепбёрн
Туған тел инглизсә
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө актёр, театр актёры, кино актёры
Уҡыу йорто Американская академия драматического искусства[d][8]
Milwaukee High School of the Arts[d]
Северо-западное военное училище Святого Иоанна[d]
Marquette University High School[d]
Rockhurst High School[d]
Northwestern Military and Naval Academy[d]
Рипон-Колледж[d]
Әүҙемлек урыны Америка Ҡушма Штаттары[9]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1967
Сәйәси фирҡә ағзаһы Демократическая партия[d]
Партнёр в спорте или профессии Кэтрин Хепбёрн
Ғәскәр төрө Военно-морские силы США[d]
Фильмография Spencer Tracy filmography[d]
Жанр вестерн[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы 175 сантиметр
Изображение памятной доски
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][10]
 Спенсер Трейси Викимилектә

Спе́нсер Тре́йси (ингл. Spencer Tracy; 5 апрель 1900 йыл — 10 июнь 1967 йыл) — Америка актёры, иң яҡшы ир-ат роле өсөн ике тапыр «Оскар» премияһы лауреаты. Был бүләкте ике йыл рәттән алыусы ике актёрҙың береһе. Америка кино сәнғәте институты уны «бөйөк 100 кино йондоҙҙары» араһында 9-сы урынға ҡуйҙы.

Трейси үҙ тормош юлын тиҙ генә һайлай алмай, ул, драма сәнғәте академияһында белем алыуға ҡарамаҫтан, оҙаҡ йылдар буйына иғтибарһыҙ ҡалып килә.

Утыҙ йәше тулған Трейсиҙы актёрҙар биографияһында бик күп гангстерҙар ролен асҡан Джон Форд үҙенең «Йылға буйлап өҫкә (Вверх по реке)» (1930) комедияһында төшөргә саҡыра. Был комедияның үҙ нюансы бар: төрлө тормош сәбәптәре арҡаһында яңылыш юлға баҫырға мәжбүр булған ябай яҡшы егет тураһында һүҙ бара. Бындай ролдәрҙе ул «Еңел миллион (Легкие миллионы)» (1931), «20 000 лет в Синг-Синге» (1932), «Отбросы общества» (1936) фильмдарында ла уйнай.

Трейсиҙың тышҡы  ҡиәфәте — тура ҡарашы, асыҡ йөҙө, буй-һыны тамашасы өйрәнгән енәйәтсе йәки яуыз кеше төшөнсәһенә тура килмәй. Әгәр ҙә Фриц Лангтың «Ярость»  фильмында суд Линчында саҡ-саҡ ғәйепһеҙгә ҡорбан булған геройы ролен уйнамаған булһа, ул үҙе лә, бәлки, тышҡы ҡиәфәте арҡаһында  ҡорбан булған булыр ине. Был ролде башҡарыу актёрҙы бөтөнләй икенсе төрлө эш киңлегенә килтереп сығара.

Һәр саҡ тәбиғи, гримһеҙ тиерлек, бары тик үҙ мөмкинлегенә генә таянып фильмға төшкән актёр үҙ тамашасыһын икһеҙ-сикһеҙ һөйкөмлөлөгө менән арбай, ул тышҡы ҡиәфәте, манералары, уйыны менән Жан Габенды хәтерләтә, тик американса.

Трейси геройҙары — прагматиктар һәм ғәйрәтле кешеләр, мәҫәлән, «Эдисон — человек» (1940) фильмындағы Томас Эдисон . Илле йылдан ашыу ижад осоронда Трейси Голливудта ике йыл рәттән «Оскар» премияһына лайыҡ булған берҙән-бер актёр. Трейси башта «Отважные капитаны» (1937, Р. Киплинг романы буйынса) португал морягы роле өсөн, ә һуңынан «Город мальчиков» (1938) фильмында йәш енәйәтселәр өсөн мәктәптең дин әһеле ролен башҡарған өсөн бүләкләнә. бынан һуң да ул Оскар премияһына дәғүә итеүсе була.

Актёр ижад биографияһында Кэтрин Хепбёрн менән мөхәббәт-романтик союз  айырым урын биләп тора, был союз 1941 йылдан алып Трейси вафат булғансы дауам итә. Ғәҙәттә, улар лирик комедияларҙа бергә уйнай. Мәҫәлән, «Женщина года» (1942), «Ребро Адама» (1949), «Пэт и Майк» (1952) фильмдарында. Һуңғы тапҡыр кинофильмға  Трейси менән Кәтрин Хепберн 1967 йылда бергә төшә. Бынан һуң 20 йыл үткәс, актриса «Наследие Спенсера Трейси: дань уважения от Кэтрин Хепберн» документаль фильмын Трейсиға бағышлай.

1960 йылдарҙа актёр «үҙ режиссерын» — Стэнли Крамерҙы таба. Бер-бер артлы актёр уйнаған алтын фондҡа ингән  «Пожнёшь бурю» (1960), «Нюрнбергский процесс» (1961), «Это безумный, безумный, безумный, безумный мир» (1963), «Угадай, кто придёт к обеду?» (1967)  фильмдары сыға.  Заманса рухлы, социаль мәсьәләләрҙе күтәргән фильмдар актёрҙың нескә психологизм һәм юморын, юғары интеллектын күрһәтеүсе әҫәрҙәр булып тора. Стэнли Крамер актёр тураһындағы интервьюла: «Беҙ бер-беребеҙгә оҡшағанбыҙ, һәм был сифатыбыҙ беҙгә был эште бергәләп эшләргә ярҙам итә. Беҙҙең һуңғы («Угадай, кто придёт к обеду?») фильмының кульминацион мәлен төшөргән саҡта Спенсер яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ көстәре тураһында монолог һөйләне. Актёрҙар, яҡтыртыусылар, операторҙар менән бергә  мин дә уға ныҡлап ҡул саптым, ә бер нисә көндән һуң ул яҡты донъяны ташлап китте. Ул бик ныҡ ауырыу булған икән. Үлеренән дүрт көн элек ул: «Беҙ яҡшы картина эшләнек. Әгәр бөгөн кис мин үлһәм, һеҙ минән башҡа ла төшөрөп бөтөрә аласаҡһығыҙ» - тип әйтте. Спенсер Трэйси — бөйөк америка актёры».

Спенсер Трейсиҙың кинолағы төшкән ролдәре 70-тән артыҡ. Ғүмере аҙағында  актёр диабеттан һәм гипертониянан яфалана. 1967 йылдың 10 июнендә Лос-Анджелес ҡалаһында ул 67 йәшендә йөрәк өйәнәгенән вафат була. Форест-Лаун зыяратында ерләнә.

Һайланма фильмографияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Спенсер Трейси « Доктор Джекилл и Мистер Хайд» фильмында

Награда һәм номинациялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Награда Йыл Категория Фильм Һөҙөмтә
Оскар 1937 Иң яҡшы ир-ат роле Сан-Франциско Номинация
1938 Иң яҡшы ир-ат роле Отважные капитаны Еңеү
1939 Иң яҡшы ир-ат роле Город мальчиков Еңеү
1951 Иң яҡшы ир-ат роле Отец невесты Номинация
1956 Иң яҡшы ир-ат роле Плохой день в Блэк Роке Номинация
1959 Иң яҡшы ир-ат роле Старик и море Номинация
1961 Иң яҡшы ир-ат роле Пожнёшь бурю Номинация
1962 Иң яҡшы ир-ат роле Нюрнбергский процесс Номинация
1968 Иң яҡшы ир-ат роле Угадай, кто придёт к обеду? (үлгәндән һуң) Номинация
BAFTA 1954 Иң яҡшы ир-ат роле Актриса Номинация
1957 Иң яҡшы ир-ат роле Гора Номинация
1959 Иң яҡшы ир-ат роле Последний салют Номинация
1961 Иң яҡшы ир-ат роле Пожнёшь бурю Номинация
1969 Иң яҡшы ир-ат роле Угадай, кто придёт к обеду? (үлгәндән һуң) Еңеү
Золотой глобус 1954 Иң яҡшы ир-ат роле Актриса Еңеү
1959 Иң яҡшы ир-ат роле Старик и море Номинация
1961 Иң яҡшы ир-ат роле Пожнёшь бурю Номинация
1968 Иң яҡшы ир-ат роле Угадай, кто придёт к обеду? (үлгәндән һуң) Номинация
  • Карцева Елена Николаевна. Спенсер Трэси. — М.: Искусство, 1970. — 128, [32] с. — (Мастера зарубежного киноискусства). — 50 000 экз.