Хирохито
Хирохито япон. 昭和天皇 | |||
1932 йылда Хирохито императоры | |||
| |||
---|---|---|---|
25 декабрь 1926 йыл — 7 ғинуар 1989 йыл | |||
Император Сёва — 昭和天皇 | |||
Алдан килеүсе: | Ёсихито | ||
Дауамсы: | Акихито | ||
Дине: | синтоизм | ||
Тыуған: | 29 апрель 1901 Токио, Япон империяһы | ||
Үлгән: | 7 ғинуар 1989 (87 йәш) Токио, Япония | ||
Ерләнгән: | Токио | ||
Династия: | Япония император нәҫеле | ||
Атаһы: | Ёсихито | ||
Әсәһе: | Садако | ||
Ҡатыны: | Кодзюн | ||
Балалары: | 7 детей | ||
Белеме: | Гакусюин[d] | ||
Хәрби хеҙмәте | |||
Хеҙмәт иткән йылдары: | 1926—1945 | ||
Принадлежность: | Япония империяһы | ||
Звание: | генералиссимус | ||
Командовал: | Япония император армияһы Императорский флот Японии | ||
Сражения: | Икенсе бөтә донъя һуғышы | ||
Автограф: | |||
Наградалары: |
| ||
Хирохи́то[1] (яп. 裕仁), император Сёва (яп. 昭和天皇 сё: ва тэнно:), (29 апрель 1901 йыл — 7 ғинуар 1989 йыл) — 1926 йылдың 25 декабренән алып Японияның 124-се императоры. Япон ғәскәрҙәренең Генералиссимусы , Британ почетлы генералы ә һуңынан — почетлы фельдмаршалы (1930 йылдың 26 июненән алып 1942 йылда титулы тартып алынғанға тиклем) тигән чиндәрҙе йөрөтә. Көнбайышта ул тыуған сағында уға ҡушылған Хирохито исеме аҫтында билдәле. Хирохито "муллыҡ һәм яҡшы ҡылыҡлыҡ"тигәнда аңлата, ә тәхеткә ултырғандағы исеме Сёва « Белемле донъя» тип тәржемә ителә.
Япония тарихында Хирохито -ил башында иң оҙаҡ торған хаким. Уның ил менән етәкселек иткән ваҡыты япон йәмғиәтенең тамырынан үҙәргән трансформация осоро була.
Балалыҡ йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Буласаҡ император вариҫ булған принц Есихитоның һәм принцесса Садаконың Токиолағы Аояма һарайында тыуа. Уның бала саҡтағы титулы — принц Мити (迪宮). Тәхеттең вариҫына 1912 йылдың 30 июлендә император олатаһы Мэйдзи үлгәндән һуң эйә була. Формаль рәүештә вариҫ принц титулын 1916 йылдың 2 ноябрендә ала.
Ул, юғары аристократия (кадзоку) балалары өсөн мәктәптә 1908 −1914 йылдарҙа уҡып, бик яҡшы белем алған. 1914 −1921 йылдарҙа махсус ышаныслы вариҫ принцтар уҡый торған Институтта Токио император университетының иң шәп ғилемле ғалимдары һәм юғары чиндәге хәрбиҙәре етәкселегендә уҡыған.1921 йылда вариҫ принц Хирохито Европаға алты айлыҡ сәйәхәт ҡыла, ул Англияла һәм башҡа 5 европа илдәрендә була. 1921 йылдың 29 ноябрендә ул ауырып киткән атаһы урынына Япония регентына әүерелә
1924 йылдың 26 ғинуарында ул үҙенең йыраҡ туғаны булған Нагако принцессаһына (6 март 1903 — 16 июнь, 2000), принц Куни Куниесиҙың ҡыҙына өйләнә.Был никахтан донъяға 7 бала тыуа:
- Принцесса Тэру (яп. 照宮成子内親王, Сигэко), 9 декабрь,1925 — 23 июль, 1961 йыл. 10 октябренән 1943 йылдың 10 октябрендә ул принц Мохитоға (6 май, 1916 — 1 февраль,1969) тормошҡа сыға. 1947 йылдың 14 октябрендә император ғаиләһе ағзаһы титулын юғалта
- Принцесса Хиса (яп. 久宮祐子内親王, Садиҡо), 10 сентябрь, 1927 — 8 март 1928.
- Принцесса Така (яп. 孝宮和子内親王, Кадзоку), 30 сентябрь, 1929 — 26 май,1989; 1950 йылдың 5 майынан алып пэр улы Такацукаса Тосимити (26 август, 1923 — 27 ғинуарҙа 1966) менән бергә тормошта йәшәй.
- Принцесса Ери (яп. 順宮厚子内親王, Цоко), 1931 йылдың 7 мартында тыуған ; 1952 йылдың 10 октябренән маркиз улы Икэда Такамасала (тыуҙан 21 октябрь,1927 йыл) ҡатынлыҡта.
- Настенный принц Цугуй (яп. 継宮明仁親王, Акихито), һуңыраҡ Япония императоры, тыуған 23 декабрь, 1933 йыл ;1959 йылдың10 апрелендә эре он тартыусы компанияның элекке президенты һәм рәйесе бизнесмен Седа Хидэсабуроның оло ҡыҙы Седе Митикоға (тыуған 20 октябрь, 1934) өйләнгән
- Принц Еси (яп. 義宮正仁親王, Масат)), тыуған 28 ноябрь, 1935 йыл; 1964 йылдың 30 октябрендә элекке граф Цугару Еситакиҙың дүртенсе ҡыҙы Цугаро Ханакоға (тыуған19 июль,1940) өйләнгән.
- Принцесса Һуға (яп. 清宮貴子内親王, Такмак)Принцесса Суга (яп. 清宮貴子内親王, Такако), тыуған 2 март 1939; 1960 йылдың 3 мартында элекке граф Симадзу Хисанориҙың улы Симадзу Хисаногаға тормошҡа сыҡҡан
Идара итеүенең башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]25 декабрь, 1926 йыл. Император булған атаһы Есихито үлгәндән һуң, Хирохито тәхеткә ултырған һәм үҙ етәкселеге осороноң девизына «Сёва» (яп. 昭和時代 сё: ва дзидай, «эпоха Просвещённого мира») тигән исем биргән. Ул бер нисә йөҙйыллыҡтар эсендә рәсми император ҡатынынан тыуған бала булған..
Хирохитоның император булған ваҡытының тәүге өлөшөндә нисек императоры (1926 −1945 йылдарҙа) илдең хәрби көстәренең ҡеүәте ныҡ үҫешә.1900 йылдан алып япон Император Армияһы һәм Хәрби-диңгеҙ флоты министрҙар кабинетын ойоштороуҙа вето хоҡуғына эйә булғандар 1921 һәм 1944 йылдарҙа эске һәм тышҡы сәйәсәт эштәрендә кәмендә 64 инцидент булған, шул осорҙа уң сәйәси көстәр үҙ маҡсаттарына ирешеү өсөн көс ҡулланғандар, бының миҫалы булып, Японияның премьер-министры Инукаи Цуесиҙы 1932 йылда үлтереү тора. ошо көндән башлап хәрбиҙәр илдең бөтә сәйәси тормошон үҙ контроле аҫтында тота. Был иһә Японияны Икенсе япон-ҡытай һуғышына (1937—1945), ә һуңынан Икенсе бөтә донъя һуғышында ҡатнашырға дусар итә.
Икенсе бөтә донъя һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланғас, күптәр Хирохитоны шәхсән рәүештә һуғыш асыуҙа яуаплы тип ғәйепләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта америка оккупацион хакимиәте менән берлектә икенселәре, Хирохито Японияның бары тик формаль дәүләт башлығы ғына булған, ә ғәмәлдә ил менән хәрбиҙәр етәкселек иткән, тигән фекерҙә торалар. Ҡытайҙа, Тайванда, Кореяла һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы күп кешеләр Хирохитоны"Азия Гитлеры" тип йөрөтәләр һәм уны хәрби енәйәтсе итеп язаға тарттырыуҙы ныҡышмалы талап итәләр.
Һуғыштың башына тиклем Хирохито ил протоколына ярашлы рәүештә ҡарар ҡабул итеүҙәрҙән алыҫ тора. 1941 йылдың 4 сентябрендә япон министрҙар кабинеты император генштабы әҙерләгән хәрби планды тикшерергә йыйылаһәм шундай ҡарар сығара:
Был пландың маҡсаты булып Ҡытайҙағы һуғышта ҡатнашмау һәм Индокитайҙағы элекке француз колонияларына ғәскәр индере, был төбәктәге америка һәм британ хәрби көстәренең һанын арттырмау, япониянан иҡтисад блокадаһын алып ташлау торған.
5 сентябрҙә император кәңәшмәһенән бер көн алда формаль рәүештә император бойороғо төҙөлөп бөтөргә тейеш була, премьер-министр Коноэ император указының ҡараламаһын раҫлай. Шул уҡ кистә император менән Коноэ, хәрби-диңгеҙ көстәренең штаб начальнигы адмирал Осами Нагано һәм армияның штаб начальнигы генерал Хадзимэ Сугияма шәхси осрашалар. Унда Хирохитоның ысынлыҡта көнбайыш державаларын еңеп булырлыҡмы, тип һорай. Сугияма ыңғай яуап бирә.Ә император уны әрләп ташлай.
Бик тәжрибәле элекке хәрби-диңгеҙ министры адмирал Нагано, һуңыраҡ : «Мин бер ҡасан да императорҙың шундай ҡаты тон менән шелтә белдергәнен ишеткәнем юҡ ине: был ваҡытта уның бите ҡып-ҡыҙыл төҫкә ингән һәм ул бик ныҡ ҡысҡыра ине»-тип иҫкә алып һөйләгән.
Хирохито һуғыштан алда дипломатик тырышлыҡ күрһәтеү кәрәклеген үҙенең бойороғонда билдәләтә. Икенсе көндө, протокол шарттарын боҙоп, ул туранан-тура армия һәм хәрби-диңгеҙ көстәренең башлыҡтарына был турала һорау бирә. Коноэ Хирохитоны, һуғыш башларға кәрәк, тип ышандыра. Был приват кәңәшмәлә Хирохито һаман да һуңғы моментҡа тиклем илдәр араһындағы киҫкенлекте дипломатик юлдар менән хәл итеү яғында була. Шуға ҡарамаҫтан хәрби көстәрҙең башлыҡтары бер тауыштан, һуғыш дипломатик сараларға ҡарағанда яҡшыраҡ, тип табалар.берҙәм нисек иде, һуғыш өҫтөнөрәк торған дипломатия.
Был ваҡытта император ,үҙенең императорҙарға ғына хас булған өнһөҙ ҡалып ҡатнашыусыларҙы тыңлау ғәҙәтен боҙоп, халыҡ-ара проблемаларҙы дипломатик саралар менән хәл итергә кәрәклеген туранан-тура әйткәне менән, кәңәшмәлә ҡатнашыусы кешеләрҙе шаҡ ҡатырған .
Шок үткәс, министрҙар императорҙы үҙҙәренең ҡулдарынан килгән бөтә сараларҙы ҡулланып тыныслыҡты һаҡлап ҡалырға тырышасаҡтарын әйткәндәр,әммә һуғышҡа әҙерләнеү элеккесә үҙгәрешһеҙ дауам иткән. Бер нисә аҙнанаң министрҙар кабинеты алышынған: Коноэ отставкаға сыҡҡан, уның урынына генерал Хидэки Тодзе килгән. 1941 йылдың 8 декабрендә (7 декабрь, Гавайяла) йөҙләгән япон самолеттары Перл-Харбор гаванендәге америка флотына ҡапыл киҫәтмәҫтән һөжүм итәләр һәм һуғыш асалар. Бер үк ваҡытта Көньяҡ-Көнсығыш Азияға бәреп инәләр. Был хәлдәрҙән һуң Японияға кире сигенергә мөмкинлек бөткән.
Япония һуғыш башлағас, Хирохито үҙенең икеләнеүҙәрен ташлай һәм патриот булараҡ барлыҡ көсөн хәрби еңеүгә һәм армияның әхләген арттырыуға бирә. Һуғыш Япония өсөн уңышлы башлана. Япониянан хәрби уңыштар кирегә борола башлағас(1942—1943 йылдарҙа), император һарайына реаллыҡты күрһәткән дөрөҫ мәғлүмәттәрҙең һаны кәмегәндән-кәмей бара. Һуғыштың тәүге 6 айында бөтә алыштар ҙа Японияның еңеүе менән, ә һуңынан бер нисә йыл буйына еңелеү менән тамамлана. Император менән япон милләте әҙләп үҙ илдәрененә ҙур ҡурҡыныс янауын аңлай башлай.
Һуғыштың һуңғы көндәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1945 йылдың башында сираттағы еңелеүҙән һуң император хөкүмәт ағзалары менән индивидуаль осрашыуҙар үткәрә, уларҙа һуғыштың барышы тураһында һүҙ алып барыла. Бөтәһе лә һуғышты дауам итеү яғында була, бары тик коммунистик революцияларҙан тармар ителеүгә ҡарағанда нығыраҡ ҡурҡҡан элекке премьер-министр Коноэ ғына һуғышыуҙан баш тартырға һәм тыныслыҡҡа килешеү тураһында һөйләшеүҙәр башларға кәрәк икәнлеген әйтә. Хирохито, иртәме-һуңмы тыныслыҡ тураһында һөйләшеүҙәрҙең кәрәк буласағын аңлаһа ла, илдең позицияһын нығытыу өсөн бер нисә хәрби еңеүгә ирешергә кәрәк тип уйлай. 1945 йылдың майында союздаш Германия еңелә һәм капитуляция яһай. Шул уҡ йылдың апрелендә Советтар Союзы Япония менән нейтралитет тураһындағы килешеүҙе оҙонайтыуҙанбаш тарта. Июнь айында министрҙар кабинеты, хәрби стратегияны ҡайтанан баһалап, һуңғы һуғышсы ҡалғансы һуғышырға тигән ҡарар ҡабул итә. Был ҡарар император кәңәшмәһендә таш кеүек ҡатып ултырған Хирохито тарафынан рәсми рәүештә раҫлана.
Икенсе көндө мисәт һаҡлаусы лорд Коити Кидо был туралағы документтың ҡараламаһында һуғыштың һөҙөмтәһеҙ икәнлеге тураһында һөҙөмтә яһап яҙа һәм солох тураһында һөйләшеүгә кусергә тәҡдим итә. Быны император приватлы рәүештә хуплай һәм һуғышҡа ҡаршы торған хөкүмәт ағзалары араһында таратырға ҡуша. Июнь уртаһында япон хөкүмәте Советтар Союзын америка менән һөйләшкәндә ярҙамсыллыҡ итергә саҡырырға була, тик был хәл америка ғәскәрҙәренең япон утрауҙарына баҫып инеүен туҡтатҡас ҡына мотлаҡ тип табыла.
22 июндә Хирохито тағы ла бер ҡат, быуаттар буйы һаҡланып килгән традицияны боҙоп,үҙ хөкүмәтенә һуғышты туҡтатыу планын тиҙ арала төҙөп, уны тормошҡа ашырырға кәрәк тип, мөрәжәғәт итә.нарушить веков традицияһын һәм туранан-тура мөрәжәғәт итә. Советтар Союзы союзниктары менән япония араһында посредник булып сығыш яһауҙан баш тарта, союздаштарҙың талабы -Япония һис һүҙһеҙ капитуляция яһарға тейеш.1945 йылдың июль аҙағына тиклем хөкүмәт тә, императорҙа был вариантты ҡабул итергә әҙер булмай.
Һуғыштан һуңғы идара итеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хиросима менән Нагасакиҙы АҠШ атом бомбардировкаһына тотҡандан һуң һәм 9 августа Советтар Союзы Япония ға ҡаршы һуғыш иғлан иткәс, премьер-министр Кантаро Судзуки, император флоты министры Мицумасу Енай һәм сит ил эштәре министры Сигэнори Того императорға бер һүҙһеҙ капитуляция иғлан итергә кәңәш бирәләр. Әммә капитуляцияны булдырмаҫ өсөн 15 авгусҡа ҡаршы төндә армия министрлығы һәм Император гвардияһы офицерҙары хөкмәттә переворот яһарға маташалар. Улар уңышһыҙлыҡҡа юлығалар һәм үҙәренә ҡул һалалар. потерпели неудач һәм метроның юҡ итеү. Хирохитоның 15 августа Хирохито милләт халҡынаЯпонияның капитуляция яһауы тураһында радио аша иғлан итә. Әммә япон ғәсҡәрҙәре Маньчжурия территорияһында совет ғәскәрҙәренә ҡаршылыҡты туҡтатмайҙар. Бары тик август аҙағында ғына Квантун армияһының тармар ителгән частары дошманына бирелә.
Япониялағы америка оккупацион көстәренең генералы Дуглас Макартур, байтаҡ илдәрҙең, шул иҫәптән АҠШ президенты Гарри Трумэндың Хирохитоны хәрби енәйәтсе итеп судҡа тарттырырға кәрәк тигән ныҡ баҫымына ҡарамайынса, Хирохитоны император итеп һәм ил милләтенең берҙәмлек символы итеп ҡалдырыу яғында тора. Шунлыҡтан Хирохитоның судҡа тартырылмай үҙ тәхетендә ҡала. Уны бары тик тәбиғи рәүештә хоҙай ҡушҡан батша тигән исемдән баш тарттыралар. «Империяның әмер биреүсеһе» монарх титулы 1946 йылда «конституциялы монарх» титулы менән алыштырыла.
Хирохитонан шулай "Әмер биреүсе"титулын тартып алһалар ҙа генерал Макартур Императорҙың япон халҡына йоғонтоһо ҙурлығын ныҡ аңлай һәм был йоғонтоно америка оккупацион көстәренә халыҡтың лояль ҡарашта булыуында файҙалана. Был ваҡытта Есида Сигэру Макартурҙың Хирохитанан европа стилендәге монарх яһау теләгенә йәшерен рәүештә ҡамасауларға тырыша. Илдә Хирохито бары ил башлығы ғынамы әллә Японияның ябай гражданинымы тигән бәхәстәр илдә киң тарала. Бөгөнгө көндә эндо (япон. 天皇天皇, «божественный правитель», ғәҙәттә, Япония императоры) — император тигәнде аңлата.
Шуға ҡарамаҫтан, 1989 йылда Хирохито үлгәнсе Япония тормошонда әүҙем фигура була һәм ил башлығы вазифаларын үтәп килә. Император һәм уның ғаиләһе илдең ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша, ҡайһы саҡта төрлө спорт сараларында һәм байрамдарҙа халыҡ менән осораша. Ул, шулай уҡ Японияның дипломатик имиджын күтәреүгә ярҙам итеп, сит илдәрҙең лидерҙары, шул иҫәптән америка президенттары һәм Англия королеваһы Елизавета II, менән осрашыуҙарға бара.
Шәхси тормошонда ул диңгеҙ биологияһы менән мауыға һәм 1920 йылдарҙа император һарайында ғилми лаборатория, ойоштора. Унда төрлө тикшеренеүҙәр алып бара һәм был темаға бер нисә китап баҫтырып баҫтырып сығара.
Илаһилыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында императорҙың илаһилығы тураһында иғлан ителә. 1889 йылда ҡабул ителгән Конституцияға ярашлы рәүештә император алиһәнән тыуғанға күрә император, йәғни үҙ иленең хакимы булып тора. Был инде, япон мифтарында әйтелгәнсә, император ғаиләһенең ҡояш алиһәһе Аматэрасуҙан тыуғанлығы менән аңлатыла.
1946 йылда америка оккупацион хакимиәте баҫымы аҫтында император «Нингэн-сэнгэн» исемле рескрипт яҙып сығара һәм илаһилыҡтан баш тарта..
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Япония бүләктәре
Страна | Дата вручения | Награда | Литеры | |
---|---|---|---|---|
Япония Япония | 1926 | Суверен ордена Хризантемы | ||
Япония Япония | 1926 | Суверен ордена Восходящего солнца | ||
Япония Япония | 1926—1947[2] | Суверен ордена Золотого коршуна | ||
Япония Япония | 1926 | Суверен ордена Священного сокровища |
Страна | Дата вручения | Награда | Литеры | |
---|---|---|---|---|
Бельгия Бельгия | — | Кавалер Большого креста ордена Леопольда I | ||
Бруней Бруней | — | Великий командор ордена Короны Брунея | SPMB | |
Германия Германия | — | Кавалер Большого креста специального класса ордена «За заслуги перед Федеративной Республикой Германия» | ||
Бразилия Бразилия | — | Кавалер Большого креста ордена Южного Креста | ||
Норвегия Норвегия | — | Кавалер Большого креста на цепи ордена Святого Олафа | ||
Греция Греция | — | Кавалер Большого креста ордена Спасителя | ||
Греция Греция | — | Кавалер Большого креста на цепи Королевского династического ордена Святых Георгия и Константина | ||
Швеция Швеция | 8 мая 1919 | Кавалер ордена Серафимов | KSerafO | |
Польша Польша | 1922— | Кавалер ордена Белого орла | ||
Дания Дания | 23 января 1923 | Кавалер ордена Слона | R. af E. | |
Испания Испания | 6 октября 1928 | Кавалер ордена Золотого руна | ||
Великобритания Великобритания | май 1921—1941[3] | Кавалер Большого креста Королевского Викторианского ордена | GCVO | |
Великобритания Великобритания | май 1921—1941[3] | Кавалер Большого креста ордена Бани | GCB | |
Великобритания Великобритания | 1929—1941[3], 1971[4]— | Кавалер ордена Подвязки | KG | |
Финляндия Финляндия | 1942 | Кавалер Большого креста ордена Белой розы | ||
Таиланд Таиланд | 27 мая 1963 | Кавалер ордена Раджамитрабхорна | ร.ม.ภ. | |
Италия Италия | 9 марта 1982 | Кавалер Большого креста декорированного лентой ордена «За заслуги перед Итальянской Республикой» |
Хирохито кинола
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Солнце» (2005) — режиссёр Александр Сокуров.
- «Император» (2012) — режиссёр Питер Веббер.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- День Сёва
- Сёва (антарктическая станция)
- Национальная политика Японии в ранний период Сёва
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ф. Л. Агеенко. Словарь собственных имён русского языка. М.: ООО «Издательство „Мир и Образование“», 2010.
- ↑ 30 мая 1947 года постановлением оккупационного правительства Японии орден Золотого коршуна был запрещён
- ↑ 3,0 3,1 3,2 С выступлением во Второй мировой войне в 1941 году Японии на стороне Германии правительство Великобритании приняло решение об отмене вручения императору Хирохито британских орденов
- ↑ Во время визита императора Хирохито в Великобританию он был восстановлен в рыцарстве ордена Подвязки
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бикс Г. Хирохито и создание современной Японии. — М.: АСТ, 2002. (Серия: Историческая библиотека).
- Сигрейв С., Сигрейв П. Династия Ямато. — М.: АСТ, 2002. (Серия: Историческая библиотека).
- Bix, Herbert P. Hirohito and the Making of Modern Japan. — HarperCollins, 2000. (based on books from pro-communistic publishers such as Aoki Shoten or Otsuki Shoten)
- Wetzler, Peter Hirohito and War: Imperial Tradition and Military Decision Making in Prewar Japan. — University of Hawaii Press, 1998.
- Hoyt, Edwin P. Hirohito: The Emperor and the Man. — Praeger Publishers, 1992.
- Kawahara, Toshiaki Hirohito and His Times: A Japanese Perspective. — Kodansha International, 1997. (Japanese standard image)
- Mosley, Leonard Hirohito, Emperor of Japan. (Basic journal)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Hirohito, Emperor @A Trivial Encyclopedia of Japan 2004 йыл 19 октябрь архивланған. (with links in multiple languages)
- Война неизбежна, как смерть
- Статьи о Хирохито на сайте журнала «Сеанс» 2010 йыл 1 декабрь архивланған.
- 29 апрелдә тыуғандар
- 1901 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Токиола тыуғандар
- 7 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1989 йылда вафат булғандар
- Токиола вафат булғандар
- Хризантема Юғары ордены кавалерҙары
- Изге Аннунциата юғары ордены кавалерҙары
- Изге Олаф Ҙур тәре ордены кавалерҙары
- Подвязка ордены кавалерҙары
- Мунса орденының Ҙур тәреһе Рыцарҙары
- Король Викториан орденының Ҙур Тәреһе рыцарҙары
- Алтын йөн ордены кавалерҙары
- Көньяҡ Тәре ордены Ҙур тәре кавалеры
- Серафимдар ордены кавалерҙары
- Фил ордены кавалерҙары
- Ҡотҡарыусы ордены Ҙур тәреһенең кавалерҙары
- Леопольд I Ҙур тәре ордены кавалерҙары
- «ГФР алдындағы ҡаҙаныштар өсөн» орденының махсус дәрәжәле Ҙур тәреһе кавалерҙары
- Финляндияның Аҡ роза ордены кавалерҙары
- «Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены Ҙур тәре кавалерҙары
- Изге апостол Андрей Первозванный ордены кавалерҙары
- Япония императорҙары
- Яман шештән үлгәндәр
- Генералиссимустар
- Икенсе донъя һуғышында ҡатнашыусы илдәр башлыҡтары