Христиан демократияһы
Христиан демократияһы (христиан демократтары) — сиркәүҙән айырым сәйәси хәрәкәт, социаль һәм иҡтисад проблемаларын христианлыҡ принциптарына таянып хәл итеү яғында сығыш яһай.
Тарихи йәһәттән Рим католик сиркәүе төп идеологы була. Хәрәкәттең төп маҡсаттары - дини йәмәғәтселектең ойошҡанлығы, үҙенең кемлеген яҡлауы, ижтимағи арауыҡта территория яулауы һәм лидерлаҡҡа сығыуы. Башланғыс доктринаһына ярашлы, христиан демократияһы үҙ-ара ярҙам менән ғәҙеллек талап итеү араһында гармония табыу, индивидуализм һәм коммунизм ише ҡапма-ҡаршы сиктәргә бәрелмәү. Артабан хәрәкәт яҡлылар үҙ идеологияһына яңы концепциялар өҫтәй: субсидиарлыҡ, персонализм, солидаризм, популяризм, социаль йүнәлешле баҙар иҡтисады.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа хәрәкәт Көнбайыш Европала либераль демократияға берҙән-бер легитим сәйәси ҡоролош тигән ҡараш таралыуында мөһим роль уйнай. Христиан демократик партиялар (демохристиандар) Италияла, Германияла, артабан Көнсығыш Европаның ҡайһы бер илдәрендә һәм Чилиҙа диктаторлыҡ режимдарына алмашҡа килә. Әлеге ваҡытта христиан демократтары әхлаҡ төшөнсәләрендә һәм хоҡуҡ дәүләт принциптарына ҡарата консерватизм күрһәтә. Ула хосуси милекте йәмғиәттең төп таяуҙарының береһе тип ҡарай, әммә милек этик йәһәттән тейешле рәүештә файҙаланылырға тейеш тип һанай. Улар шулай уҡ, шәхестең һәм йәмәғәт ойошмаларының автономияһын һаҡлаған шарттарҙа, социаль дәүләт яғында тора. Сәйәси спектрҙа хәрәкәт үҙәкселеккә ынтыла.
Идеологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Христиан демократия яҡлылар фекеренсә, либерализмға һәм либераль консерватизмға хас индивидуализм да, технократиксоциал-демократия ла йәмғиәттең иң мөһим проблемаларын хәл итә алмай[1]. Улар ҡарашынса, сәйәси ысынбарлыҡ үҙгәреп тора, тормош камил түгел һәм йәмғиәттә низағлашыуҙарһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Шуның өсөн сәйәсәт интеграль гуманизм принциптарына нигеҙләнергә тейеш[2], был теләктәшлекте һәм халыҡтың имен йәшәйеше өсөн яуаплылыҡты арттырасаҡ.
Хәҙерге христиан демократияһы идеологияһына түбәндәге положениелар инә[1][3][4]:
- Популяризм. Йәмғиәттең төрлө ҡатламдары һәм төркөмдәренең мәнфәғәттәре берҙәй күҙәтелһен өсөн йәмғиәткә тулайым ҡараш кәрәк. Үткәрелеүсе сәйәсәт мөмкин тиклем киң ҡатламдарҙың мәнфәғәттәрен солғарға тейеш, ҡағиҙә булараҡ, үҙәкселек ошоно күҙҙә тота.
- Персонализм. Кешенең күктәрҙән бирелгән тәғәйенләнеше бар, уның дәрәжәһе һәм сәйәси, гражданлыҡ, социаль хоҡуҡтары шуның эҙемтәһе булып тора. Кешенең матди һәм рухи ихтыяждары ла бар. Йәнә уға иреклелек һәм йәмғиәткә ылыҡҡанлыҡ кәрәк. Йәмғиәт һәм дәүләт кешегә хеҙмәт итә һәм уның үҙ-үҙен табыуына һәм мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыуына шарттар тыуҙырыу өсөн йәшәй. Йәмғиәт һәм кеше органик тигеҙлек һәм бер-береһен тулыландырыу хәлендә торорға тейеш. Бер-береңде ихтирам итеү һәм бер-берең өсөн яуаплылыҡ тойоу ғына сәләмәт йәмғиәт шарты була ала.
- Коммунитаризм. Кешенең ергә башҡа кешеләр менән шәхси көнәркәшлектә ярышыу йә киң власлы дәүләттең күҙәтеүе аҫтында механик функция башҡарыу өсөн түгел түгел, ә үҙен йәмғиәттең тәбиғи күҙәнәктәрендә - ғаиләлә, һөнәрҙә, төбәктә - тиң ағза булараҡ мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу өсөн килә. Был күҙәнәктәрҙең иркен, мөстәҡиллеген һәм бөтөнлөгөн һаҡларға кәрәк (социаль плюрализм). Улар дәүләт контроле ҡоралына әүерелергә тейеш түгел.
- Дөйөм мәнфәғәт. Дөйөм мәнфәғәт сәйәси ҡоролоштоң, дәүләт власының һәм һәр кеше үҙ хоҡуҡтарын ғәмәлдә ҡуллана алыуының маҡсаты булып тора. Ул дөйөм үҫеш өсөн ғәҙел бүлеүҙе күҙҙә тота. Кеше үҙ яҙмышы өсөн йәмғиәт алдында яуаплы[5].
- Солидаризм. Йәмғиәттә эш-ғәмәлдәрҙең берҙәмлегенә һәм көйлөлөгөнә өлгәшеү өсөн һәр кешенең, бөтә төркөмдәр йә синыфтарҙың бер-береһенә юл ҡуя белеүе мөһим. Килешеүсәнлеккә ынтылыш бер-береңә ихтирамлы булыуҙан һәм бер-береңә бәйлелектән тора. Баҫырылдырыу саралары даими түгел, ә аныҡ көс ҡулланыу осраҡтарында ғына ҡулланылырға тейеш. Солидаризм тотош дәүләт кимәлендә лә, халыҡ-ара кимәлдә лә мөһим: бай илдәр фәҡир илдәрҙең ынтылышлы үҫешенә булышлыҡ итергә тейеш.
- Кешелектең берҙәмлеге. Христиан демократияһы намыҫлы халыҡ-ара сауҙа, ғәҙел донъя һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау яғында. Ер йәмғиәт байлығы булып тора. Путь к согласию в мире лежит через диалог культур и международное сотрудничество в рамках транснациональных организаций (как, например, Европейское сообщество).
- Субсидиарлыҡ. Власть граждандарға мөмкин тиклем яҡын булырға тейеш: юғары кимәл структуралары яуаплылығына түбәнерәк кимәлдәрҙә хәл итеп булмаған мәсьәләләр генә тапшырылырға тейеш. Йәмғиәт һәм дәүләт айырым кеше хәл итә алмаған мәсьәләләр менән шөғөлләнергә! бурыслы. Был принцип бөтә власть тотоусыларға ҡағыла: хөкүмәттәргә, партияларға, корпорацияларға, профсоюзамдарға, сәйәси блоктар лидерҙарына, эре милекселәргә һәм финансистарға. Айырым алғанда, трансмилли органдар айырым дәүләттәрҙең суверенитетын ихтирам итергә тейеш.
Кеше дәүләт өсөн түгел;
киреһенсә — дәүләт кеше өсөн йәшәй.
- Дәүләт власының сиктәре. Дәүләт шәхестең ғәҙел талаптарына сикләүҙәр һалырға хоҡуҡлы түгел, ләкин йәмғиәттең бер ағзаларын икенселәренең мәнфәғәттәре менән бәйле зыяндан һаҡларға бурыслы. Ул власын дөйөм именлек өсөн кәрәк тиклем күләмдә генә ҡуллана ала. Ул шулай уҡ ғаилә, сиркәү мәхәлләһе һәм башҡа йәмәғәт структуралары яуаплы булған мәсьәләләрҙе хәл итеү менән шөғөлләнә алмай.
- Демократия. Христиан ҡиммәттәре менән демократия (сәйәси һәм социаль) араһында бәйләнеш бар[5]. Граждандар власты хоҡуҡи юл менән алмаштырыу һәм сәйәси ҡарарҙар ҡабул итеүгә йоғонто яһау мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Бының өсөн властың вәкиллекле органдарына һайлауҙар, властың бер тармаҡтарының икенселәре өҫтөнән тулы күҙәтеүе, сәйәси партиялар, йәмәғәт дискуссиялары һәм законлы сиктәрҙә эш иткән оппозиция булыуы зарур. Бөгөнгө көнгә иң ҡулай сәйәси система булып либераль демократия һанала.
- Социаль ғәҙеллек. Бөтә кешеләр тәбиғәттән тиң һәм ихтирам ителеүгә һәм йәмғиәттең тормошонда ҡатнашыуға тигеҙ хоҡуҡҡа эйә. Фәҡирҙәргә, ҡасаҡтарға, инвалидтарға айырым иғтибар күрһәтелергә тейеш. Көслө эксплуатацияға юл ҡуйырға ярамай. Христиан демократтары социаль дәүләт яҡлы. Ләкин улар оҙаҡ ваҡыттар буйы эшһеҙлек буйынса пособиеларҙың түләнеүенә ҡаршы һәм кешеләр иҡтисадҡа мөмкин булған тиклем өлөш индерергә тейеш тип иҫәпләй.
- Социаль-баҙар иҡтисады. Хосуси милек булырға һәм закон менән һаҡланырға тейеш. Шәхестең тулы ҡиммәтле үҫеше эш урынын һайлау иркенән һәм йүнселлек эшмәкәрлеге иркенән тыш мөмкин түгел. Ләкин дәүләт тә, шәхси эшҡыуарлыҡ та иҡтисад өҫтөнән тулы контроль урынлаштырырға хоҡуҡлы түгел. Иҡтисади эшмәкәрлек кешеләргә хеҙмәт итергә тейеш, ә уларҙы буйһондорорға түгел. Дәүләт баҙарҙа ҡатнашыусыларҙың үҙ-ара яуаплылығын үҫтерергә тейеш.
- Христианлыҡ сәйәси тәртиптең нигеҙҙәренең береһе. Дин тормоштоң бөтә яҡтарына, шул иҫәптән сәйәсәткә лә ҡағыла. Христианлыҡ көнбайыш цивилизацияһының нигеҙендә ята, ул ғәҙеллеккә һәм иреклелеккә ынтылыш уятҡан. Библия сәйәси программа бирмәһә лә, рухилыҡтың матдилыҡтан өҫтөнлөгөнә таянған ғәҙел идара итеү принциптарын аңлауға юл аса.
- Христиан этикаһы. Татыулыҡҡа ынтылыш, күндәмлек, тәүбәгә килеү, түҙемлелек һәм ғәфү итеү шәхси генә түгел, сәйәси ҡиммәттәр ҙә булып тора. Сәйәсәттең мораль нигеҙе булырға тейеш. Әйтәйек, мөхәббәтте һәм мәрхәмәтлелекте христиандарса аңлау башҡаларҙың ҡайғы-хәсрәттәрен ситтән тороп ҡына аңлауҙы түгел, ә миһырбанлы йомартлыҡ күрһәтеүҙе лә күҙҙә тота.
- Дин мәсьәләләрендә фундаментализмдың урынһыҙлығы. Христиан демократтары лаицизмды һәм секуляризмдың ижтимағи идеология статусын алырға тырышыуын өнәмәй. Шул уҡ ваҡытта улар ниндәй ҙә булһа бер сиркәүҙең дәүләттә етәкселек итеүенә ынтылмай. Дәүләт дин тотоу иркен һаҡларға һәм мәҙәни әҙселектәр хоҡуҡтарын ихтирам итергә тейеш.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Авторитаризмға[6] ҡаршыларҙың күбеһе раҫлауынса, Библияға ярашлы идараның конституцион монархия формаһы хуплана; Библия тәбиғи хоҡуҡтар[7], хакимлыҡ даирәләрен айырыу[8], суверенитет[9], закондың өҫтөн булыуы[10], идара ителеүселәрҙең ризалығы буйынса һәм уларҙың именлеге хаҡына[11] идара итеүгә нигеҙ бирә йә ошоларҙы телгә ала.
Реформация башланғандан һуң Көнбайышта матдилыҡтың һәм секулярлыҡтың әһәмиәте тураһында дин ғилеме хеҙмәттәре күренә башлай. Был йүнәлешкә ҡараған фәйләсүфтәрҙең береһе Гоббс, әхлаҡлылыҡ «тәбиғи законға» — кешенең үҙенә кире эҙемтәләр килтерерҙәй эш-ғәмәлдәр ҡылмаҫҡа тырышыуына нигеҙләнә, тип иҫәпләй.
1879 йылда неотомизм доктринаһы барлыҡҡа килә, уға ярашлы, донъя кешегә бирелгән аҡыл арҡаһында яҡшылыҡҡа өҫтөнлөк бирә. Кеше гонаһты һайларға ирекле булһа ла, ул үҙен әхлаҡлы тота ала, йәғни сиркәүҙән тыш та рухлылыҡ бар. Диндарҙар үҙҙәренең һайланғанлыҡ статусын аҡламаһа, Алла тышҡы донъя аша эш итә[12].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк француз инҡилабы йәмғиәттәге феодаль структураны ҡыйрата. Рим католик сиркәүе уға тығыҙ үрелгән була[13]. Сиркәү ижтимағи институт хәлендә ҡала, етмәһә, уға якобинецтар һөжүм итә. Наполеон ҡолатылғандан һуң дин әһелдәренең бер өлөшө контрреволюцион хәрәкәткә ҡушыла. Ул иҫке режимды тергеҙергә тырыша. Һөҙөмтәлә халыҡ католицизмдан ваз кисә. 1870 йылда Папа дәүләте юҡҡа сыға, ә Рим папаһы донъяуи властан мәхрүм ителә. Ватикандың либераль реформаларға ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, протестантлыҡ өҫтөнлөк тотҡан илдәрҙә католик ойошмалар хоҡуҡи дәүләт инструменттарын ҡулланырға өйрәнә һәм үҙҙәренең сәйәси әһәмиәтен арттыра.
Халыҡ ышанысын ҡайтарырға тырышып, папа Лев XIII реформалар башлай, «Rerum Novarum» энцикликаһын сығара (1891), унда сиркәүҙең сәйәси нейтраллеген иғлан итә. Йәнә ул яңы социаль доктрина тураһында белдерә һәм «халыҡ католик хәрәкәтен»н ойоштора. Хәрәкәт католик ойошмаға таянырға, әммә әүҙемлеген социаль мәсьәләләргә йүнәлтергә тейеш була. Рим папаһы эшселәрҙең фәҡирлеге мәсьәләһен күтәрә, уның өсөн яуаплылыҡты иҡтисади либерализмға йөкмәтә. Ул социализмды, материализмды һәм синфи көрәш тураһындағы доктринаны ялған юл тип атай.
1901 йылда Лев XIII «Graves de Communi Re» энцикликаһын баҫтыра, унда доктрина «христиан демократияһы» тигән атама ала. Лев XIII үҙе демократияны яҡламай, әммә демократик кәйефле католиктарға үҙҙәренең инаныуҙары менән динддәре араһындағы ҡаршылыҡты шымартырға мөмкинлек бирергә ынтыла[14]. «Graves de Communi»ҙа Лев XIII сиркәүҙәге демократик тенденцияларҙы яманлай, йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеген епископтар күҙәтеүе аҫтында социаль ярҙам менән сикләй һәм сәйәси партиялар төҙөүҙе тыя. Шуға ҡарамаҫтан, католиклыҡтың һул ҡанаты профсоюздар ойошторорға тотона. 1919 йылда Христиан профсоюздарының халыҡ-ара конфедерацияһы ойошторола, штаб-фатиры Утрехтта урынлаша.
Беренсе донъя һуғышынан һуң Ватикан католик партиялары булдырырға ризалыҡ бирә. Күп һанлы партиялар ойошторола. Әммә ғәмәлдә улар дин мәнфәғәттәренә ҡарағанда, нығыраҡ демократик иректәрҙе яҡлай башлай. Күбеһе башҡа конфессиялар өсөн дә асыҡ була.
1931 йылда папа Пий XI «Quadragesimo Anno» энцикликаһын сығара. Энциклика шәхес дәрәжәһенең ҡиммәтлелеген һәм хосуси милеккә хоҡуҡты раҫлай. Шуның менән бергә, был хоҡуҡтың дөйөм мәнфәғәт менән яраштырылыуын, иҡтисадтың йүгәнһеҙ көнәркәшлеккә һәм иҙеүгә түгел, ә социаль теләктәшлеккә нигеҙләнергә тейешлеген билдәләй. Шәхестең ирке тураһындағы либераль тезис урынына сиркәү «субсидиарлыҡ принцибы»н иғлан итә. Католик философтары Маритен менән Мунье үҙ хеҙмәттәрендә дөйөм муллыҡҡа һәм персонализмға нигеҙләнгән балансланған йәәүмғиәткә саҡыра[15]. Әммә Муссолини менән Ватикан араһында төҙөлгән Лютер килешеүҙәре ерлегендә энциклика парламентаризмға ҡаршы сығыу төҫөн ала.
Икенсе донъя һуғышы аҙағына католиклыҡҡа мөнәсәбәт ҡапма-ҡаршылыҡлыға әйләнә. Күптәр католиктарҙың фашистик режимдарҙы яҡлауын ғәфү итә алмай. Икенсе яҡтан, һуң католиктар фашизмға ҡаршы көрәше менән абруй яулай. Ошо шарттарҙа папа Пий XII таяныс итеп һул партияларҙы һайлай. Ватикан да либераль демократияның сиркәү өсөн отошлораҡ булыуын күрә. 1944 йылдағы Раштыуа мөрәжәғәтендә папа Пий XII либераль демократияны христиан идеалдарына айырыуса яҡын торған власть формаһы тип иғлан итә.
Рим католик сиркәүе үҙе өсөн өҫтөнлөктәр талап итеүҙән баш тарта һәм граждан азатлыҡтарын ихтирам итеүгә, түҙем булыуға һәм бөтә демократик көстәрҙе тоталитаризмға ҡаршы көрәшкә саҡыра. Идеологияға Дарендорф менән и Козерҙың социаль конфликт теорияһы[15], шулай уҡ Эрхардтың социаль баҙар иҡтисады концепцияһы ҙур йоғонто яһай[16]. Йәнә идеологтар католиктарҙың ғына түгел, бөтә йәмғиәттең мәҙәни ҡиммәттәренә таяныуын белдерә.
Христиан демократтары Көнбайыш Европала һуғыштан һуң булған һайлауҙарҙа ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшә. Уларҙың принцитары Франция, Италия һәм ГФР-ҙың 1946—1949 йылдарҙа ҡабул ителгән конституцияларында сағылыш таба. Христиан-демократик партиялар Италияла һәм ГФР-ҙа 1970-се йылдарға тиклем өҫтөнлөк биләй, башҡа илдәрҙә лә мөһим урын биләй. Үткәрелгән сәйәсәт ғәмәлдә уң үҙәксел булып сыға[14]: нәҡ демохристиандар тулы национализациялауға ҡаршы торған көс була. Бер ни тиклем ваҡыт көсһөҙләнә төшкән христиан демократтары 1980-се йылдарҙа Европа берлеген төҙөү һәм халыҡ-ара тупланыу һөҙөмтәһендә тағы алға сыға. 1980-се йылдар аҙағында христиан демократтары Көнбайыш Европа илдәрендә йоғонтоһон арттыра. Улар Көнсығыш Германияла, Словенияла, Венгрияла, Словакияла [4] үткән һайлауҙарҙа уңыш ҡаҙана.
1961 йылда Бөтә донъя христиан-демократик берлек ойошторола. 1982 йылда атамаһы Христиан демократияһы интернационалы, ә1999 йылда Үҙәксел демократик интернационал тип үҙгәртелә. Бөгөнгө көндә интернационалға 70-тән ашыу партия инә.
Сәйәсмәндәр билдәләүенсә, христиан демократияһы әүәлгесә үҫештә. Берәүҙәр уны социал-демократия яғына хәрәкәт итә тип уйлай[13]. Икенселәр секуляр консерватизмға бара ти.[4][17].
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күп политологтар фекеренсә, христиан демократияһы теорияһы әле һаман формалашып бөтмәгән[15]. Тәнҡитселәр теорияла принципиаль ҡатмарлыҡтар барлығына күрһәтә. Улар раҫлауынса, христиан ҡиммәттәре төрлө конфессияға ғына түгел, территория һәм тарихи осорҙарға ҡарап та төрләнеп тора. Мәҫәлән, христианлыҡ күп быуаттар буйы ҡоллоҡҡа һис ҡаршы сыҡмай.
Ҡайһы бер христиандар Инжилда[18] сәйәсәттә ҡатнашыуҙың Аллаға хуш түгеллеген билдәләй. Христианлыҡ менән демократияның ярашып йәшәүе лә дин ғилемендә хуплап тапмай, сөнки бөтә власть тик Алланан бирелә[19], бөтә диндарҙар пастырҙарына бер һүҙһеҙ буйһоноп йәшәргә тейеш[20], тик мәсехләнгән монарх ҡына тура Аллаға отчетлы тип һанала[21]. Демократия яҡлылар был нигеҙләмәләрҙе бәхәсле тип таба[22].
Христиан демократияһын либерализмға ҡаршы ҡуйыуҙы айырыуса Икенсе донъя һуғышына тиклем ҡаты тәнҡитләйҙәр. Ватикандың либераль ҡиммәттәрҙе һәм хоҡуҡи дәүләт принциптарын һанламауы уның фашистик түңкәрелештәрҙә бер ниндәй яманлыҡ күрмәүенә килтерә[13]. 1931 йылда Рим папаһы фашизмға ҡаршы, 1937 йылда нацизмға ҡаршы энциклика ҡабул итһә лә, Икенсе Испан Республикаһын, коммунизмды һәм Мексика хөкүмәтен дә насарлай.
Иҫкәрмәләр һәм сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 A Christian-Social Contribution to Europe. European Christian Political Movement. [1] 2009 йыл 8 февраль архивланған. (инг.) (Тикшерелеү көнө: 24 май 2009)
- ↑ Под интегральным гуманизмом понимается гуманизм, берущий своё начало не только из рационализма, но и из веры, и в согласии с идеалом братства. Шулай уҡ ҡарағыҙ Маритен, Жак
- ↑ Centrist Democrat International. Overview(недоступная ссылка) (инг.) (Тикшерелеү көнө: 24 май 2009)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Bale T., Szczerbiak A. Why Is There No Christian Democracy in Poland — and Why Should We Care? // Party Politics. 2008. Vol. 14, No. 4. P. 479 DOI:10.1177/1354068808090256 (инг.). Шулай уҡ ҡарағыҙ SEI Working Paper No 91(недоступная ссылка) (инг.) (Тикшерелеү көнө: 24 май 2009)
- ↑ 5,0 5,1 Папини Р., 1992.
- ↑ Начиная с периода протестантской Реформации. См. например Ponet J. A Short Treatise of Politic Power 2019 йыл 31 август архивланған. (инг.) (1556), Duplessis-Mornay P. Vindiciae contra Tyrannos 2008 йыл 8 июль архивланған. (инг.) (1579)
- ↑ [[|Быт. ]]1:27
- ↑ Втор. 17:8-11
- ↑ Втор. 17:14-15
- ↑ Втор. 17:20
- ↑ Мф. 20:25-28, Мк. 10:42-45, Лк. 22:25-27
- ↑ См. Притча о добром самарянине
- ↑ 13,0 13,1 13,2 Pombeni P. The ideology of Christian Democracy // Journal of Political Ideologies. 2000. Vol. 5, No. 3. P. 289. DOI:10.1080/713682945 (инг.)
- ↑ 14,0 14,1 Almond G. A. The Political Ideas of Christian Democracy // The Journal of Politics. 1948. Vol. 10, No. 4. P. 734.
- ↑ 15,0 15,1 15,2 Мезенцев С. 2004.
- ↑ Нойхаус Н. 2005.
- ↑ Казакевич А., 2007.
- ↑ Мк. 12:14-17
- ↑ Рим. 13:1
- ↑ 1Пет. 5:5
- ↑ 1Цар. 10:1
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;Foma_2008
төшөрмәләре өсөн текст юҡ